Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
14 Ғинуар , 17:05
1

Ҡыҙғансыҡ (Хикәйә)

– Эх, Барый дуҫ, – тине хирург Хәсән Хөрмәтович, – элегерәк алып килгән булһаң, һис шикһеҙ ҡотҡарып ҡалған булыр инем. Хәҙер инде ...уколдар ғына яҙып бирә алам.

Ҡыҙғансыҡ (Хикәйә)
Ҡыҙғансыҡ (Хикәйә)

Өмөтһөҙ сир тураһындағы мәғлүмәтте ауырыуҙың туғандарына хәбәр итеү хирургҡа, ай-һай, еңелдән түгел. Ана, ҡайғылы хәбәрҙе үҙенең балалыҡ дуҫы Барыйға еткерергә мәжбүр бөгөн. Барый – хәҙрәт, Хәсәндең синыфташы, Бохаралағы дини мәҙрәсәлә уҡыны, хәҙер райондың имам-мөхтәсибе. Абыстайы ныҡлап сирләп киткәс, уны дауаханаға алып килгәйне.

– Был харам нәмәне ауыҙға алған өсөн ғәфү ит, хәҙрәт, – тине Хәсән бер аҙҙан, өҫтәлдә ятҡан тәмәкеһенең ҡабын аса-аса. – Яман ғәҙәт... Ни өсөндөр, Ғәшүрәнең сирләүендә үҙемде лә ғәйепле тоям...

Барый тамаҡ ҡырып алды ла, ғәҙәте буйынса ҡара һаҡалын һыйпаштырып, әкрен генә һүҙ башланы:

– Хәсән ҡорҙаш, үҙеңде ғәйепләмә. Әйтәм бит, һуң алып килгәнһең, тип миңә лә үпкәләп алдың. Әммә Аллаһы Тәғәлә яҙған яҙмыштан бер ҡасан да уҙып булмай. Тимәк, Ғәшүрәнең шул яҙмышына мин дә, һин дә, хатта сирҙең үҙе лә төп сәбәп булып тормай...

– Нисек инде, сәбәп булып тормай?.. – Хәсән ҡабыҙған сигарет төтөнөнә сәсәне.

– Эйе, тап шулай. Мәҫәлән, һин операция яһап, кемделер үлемдән ҡотҡарып ҡалдың икән, тимәк, ул кешегә Аллаһы Тәғәлә артабан да ғүмер итергә яҙған...

– Ғәфү ит, хәҙрәт, – тине Хәсән. – Мин, реалист булараҡ, бөтөнләйгә башҡа фекерҙәмен. Һәр кешенең тормошонда кемдер... ниндәйҙер роль уйнай, хатта яҙмышын бөтөнләйгә үҙгәртеүе мөмкин. Шул уҡ ваҡытта кеше үҙ яҙмышын үҙе лә хәл итә ала. Мәҫәлән, тырыш, егәрле кеше бәхетле, етеш тормошҡа өлгәшә, ә ихтыярһыҙҙар, ялҡауҙар ғүмер буйы ярлы йәшәргә үҙҙәрен үҙҙәре дусар итәләр ҙә баһа. Ә ваҡытында дауалай башлаған сир кире сигенеүсән...

– Уф, – Барый, ултырғысҡа баҫып, кабинеттың тәҙрәһен шар асып ҡуйҙы ла йәнә үҙенең урынына – өҫтәл ҡаршыһына барып ултырҙы. – Ташласәле шул торбаңды.

– Ғәфү ит...

– Әлбиттә, быны аңлатыу бик ябай түгел, Хәсән, әммә тырышып ҡарармын. Әлеге үҙең әйткән бәхетле кешеләрҙе Аллаһ егәрле, тырыш итеп яралтҡан, ә теге бахырҙар ана шулай бахыр итеп яралтылған. Ә һиңә ана шундай абруйлы хирург булырға, ауырыуҙарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарып алып ҡалырға ла Аллаһ үҙе ҡушҡан.

Өҫтәлдәге телефон шылтырауы хәҙрәттең һүҙҙәрен өҙҙө. Хәсән Хөрмәтович трубканы алды.

– Эйе... Ярар, хәҙер төшәм. – Бер аҙ телефонды тыңлағас, хәҙрәткә ҡарап: – Барый ҡорҙаш, әйткән һүҙҙәреңдең мәғәнәһен ҡат-ҡат уйлап, төшөнөргә тырышырмын. Ә хәҙергә, ғәфү ит, ҡабул итеү бүлегенә саҡырталар, – тине.

Хәсән Хөрмәтович ҡабалан ғына хушлашты. Башҡаса кабинетта ҡалыуҙың мәғәнәһен күрмәгән хәҙрәт тә, түбәтәйен йүнәтеп кейеп, әкрен генә сығыу яғына ыңғайланы...

Эш көнө тамамланыр алдынан ғына ауыр хәлдәге пациентты, каталкаға һалып, хирургия бүлегенә лифт менән мендерҙеләр. Бүлек мөдире Хәсән Хөрмәтович ауырыуҙы тағы бер мәртәбә ентекләп ҡараны ла дежурҙағы хирургҡа, постағы һәм операция блогы шәфҡәт туташтарына тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Ауырыуҙың хәленә ҡарап, операцияның ҡатмарлылығын тик яҡынса ғына фаразларға мөмкин.

«Бөгөн һуңғараҡ ҡайтырмын, ашығыс операция. Пока», – тине лә телефонын 

һүндерҙе. Ҡатыны Сәғиҙәнең «Ниндәй опера..?» тигәнен генә ишетә биреп ҡалды. Хирургия бүлегенә өй телефоны аша шылтыратып, дежурҙағы шәфҡәт туташынан төпсөнә-төпсөнә һорашып, үҙенә кәрәк мәғлүмәтте, хатта унан артығын да барыбер белешәсәк Сәғиҙәһе. Ана әле лә ауырыу тарихы яҙып ултырған хирург ординатор бүлмәһенең ярым асыҡ ишегенән шәфҡәт туташының Сәғиҙәгә сираттағы «доклад»ын ишетте: «Аппендицит?.. Эйе... Берәр сәғәт кенә булыр әле ул...»

Хәсән Хөрмәтович тирҙән еүешләнгән операция кейемен һалып, йәһәт кенә душ ҡойоноп сыҡты ла, мөдир бүлмәһенә инеп, телефондан шылтыратып алды. Унан постағы шәфҡәт туташына ниндәйҙер күрһәтмәләр биреп, ординатор бүлмәһенә йүнәлде.

– Хәсән Хөрмәтович, өйөгөҙгә шылтыратығыҙ әле. Һеҙ операцияла саҡта ҡатынығыҙ әллә нисә тапҡыр... – тине йәш медсестра Фәнисә уның артынса.

– Ваҡытым юҡ! Тағы шылтыратһа, операцияла, тиң дә ҡуй!

Кеҫәһендә һәр саҡ йөрөткән телефонын алып, унда килгән мәғлүмәттәрҙе ҡарай һалды ла, ҡатыны йөҙәтмәһен өсөн, ҡабаттан һүндереп ҡуйҙы. Хәҙер барлыҡ

«аңлашыуҙар» тик өйгә ҡайтҡас ҡына буласаҡ!.. Полировкалы өҫтәл артындағы ултырғысҡа йәтешләп ултырып алды, ҡулындағы сәғәтенә ҡараны. «Ауырыу тарихы»ның кәрәкле битен асып, операция протоколын яҙа башланы. Күптән түгел иллене аша атлаған тәжрибәле табип документтарын бик ентекләп, ифрат дөрөҫ итеп яҙырға тырыша. Ҡайһы саҡта дауалау протоколдарын министрлыҡҡа, суд, прокуратура органдарына ла ебәрергә тура килә. Һаулыҡ һаҡлау министрының фарманына ярашлы, дауалау учреждениеларында тәмәке тартыу тыйылғанын яҡшы белә Хәсән Хөрмәтович. Әммә ошо әмерҙе үтәү – хирургтар өсөн иң ауыры...

Күрше өҫтәл артында ултырған йәш хирург Айбулат иһә бүлмә эсендә тартырға яратмай. Бүлек мөдиренең ҡатынына ни әйтергә ҡушҡанын ишетепме, көлөмһөрәп ҡуйҙы. Әллә шуны күреп, Хәсән Хөрмәтович, бер аҙға яҙыуынан туҡталып, һорай һалды:

– Айбулат Тимерйәнович, ҡасан кәләш алырға уйлайһың әле һин?

– Әлләсе, Хәсән Хөрмәтович, уйлағаным юҡ. – Айбулат мут йылмайып ултырған мөдиргә ҡараны. – Нишләп улай тип һорап ҡуйҙығыҙ әле?

– Һиңә бер кәңәш: кәләште тик хирургтан алырға тырыш.

– Ни өсөн, Хәсән Хөрмәтович? Беренсенән, кәңәшегеҙҙең кәрәклеген бер ҙә аңлап етмәйем, икенсенән, хирург ҡатын-ҡыҙҙы табыуы, ай-һай.

– Аңлатам. Беренсенән, һин үҙең атҡарған һәр операция өсөн хәләл ефетең алдында бер ҡасан да яуап тотмаясаҡһың, сөнки ул, үҙе лә хирург булараҡ, эшеңдең бөтә нескәлектәрен беләсәк. Шуға күрә эш ваҡытынан тыш яһалған һәр операция, төнгө ашығыс саҡырыуҙар өсөн уға отчет бирергә тура килмәйәсәк. – Хәсән Хөрмәтович көллөксәгә тәмәкеһенең осон сиртеп төшөрҙө. – Ә икенсеһе инде – үҙеңдең сослоғоң. Баш ҡалаға сираттағы уҡыуға барғаныңда, бәлки, берәй хирург сибәркәйҙе осратырһың...

– Әллә тағы, – тип кенә ҡуйҙы Айбулат, – минең бәхеткә кем яҙғандыр...

Әлбиттә, йәш егет үҙенән байтаҡҡа олораҡ коллегаһын аңлау хәлендә түгел ине. Юморға бай начальнигының сираттағы шаяртыуы тип кенә аңланы «кәңәш»те.

Ә Хәсән Хөрмәтовичта шаярыу ҡайғыһы юҡ. Тыштан ғына шулай булырға тырыша ул. Үҙ-үҙен тынысландырыу өсөн. Бик тә етди ике мәсьәлә борсой ине уны ошо минутта. Реанимация бүлегендә ятҡан пациентының артабанғы яҙмышы тураһында уйланһа, өйгә ҡайтып инеү менән Сәғиҙәһе унан «допрос» ала башлаясағын да күҙалланы.

...Хәҙрәт кенә түгел, хатта йәш Айбулат та «кем яҙғандыр...» тигән буласы. Их, Хәсән, Хәсән, ҡайҙа һинең ана шул егеттәй алтын йәш сағың... Яҙыуынан бер аҙға туҡталып, ултырғысының арҡаһына һөйкәнә биреп, уйҙарын иреккә ебәрҙе. Тормош, тормош... Яҙмыш, яҙмыш... Ана шул ике төшөнсә мейеһен бырауланы. Әллә, ысынлап та, Барый хәҙрәт әйтмешләй, Аллаһы Тәғәлә яҙған тәҡдир тигәне ысынбарлыҡҡа тап киләме?.. «...Яҙмыштан уҙмыштар табырмын...» тип йәш сағында отоп алған йырҙы ишетелер-ишетелмәҫ кенә мөңгөрләп алды.

– Нишләп тиктомалдан йырлай башланығыҙ әле, Хәсән Хөрмәтович? – тип һорай һалды Айбулат.

– Былай ғына...

Операция протоколын япты ла, ғәҙәтенсә, уның өҫтөнә усы менән шап итеп һуғып ҡуйҙы. Унан, халатын сисә-сисә, Айбулатҡа ауырыуҙы дауалау буйынса бер нисә кәңәшен бирҙе лә хушлашып сығып китте.

– Жить будет? – тигән һорау менән ҡаршы алды уны ҡабул итеү бүлегендә көтөп торған тәпәш буйлы мәрйә, үҙен «пациенттың ҡатыны» тип таныштырғандан һуң.

Бындай һорауға ла аныҡ ҡына яуап биреүҙәре, ай-һай... Тик кинофильмдарҙағы хирургтар ғына, операциянан сығыу менән, маскаларын сисә килеп, «Жить будет!» тип кенә ебәрәләр. Ә тормошта иһә күпкә ҡатмарлыраҡ шул.

– Ирегеҙҙең хәле ауыр. – Дөрөҫөн әйтергә тартынманы Хәсән Хөрмәтович. – Һеҙҙең тура һорауығыҙға бигүк тура яуап бирә алмайым...

– Ни өсөн?

– Сөнки мин Аллаһ түгел, ә бары хирург ҡына. Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем. Хәҙер инде, башлыса, уның организмының ауырыуға ҡаршы көрәшеү мөмкинлектәренә өмөт итергә ҡала...

Аллаға үҙе лә әллә ни ныҡлап ышанып етмәгән Хәсән ҡайһы бер осраҡтарҙа шулайыраҡ һөйләшергә ғәҙәтләнгән. Бәғзе берәүҙәргә тап ошо һүҙҙәр ыңғай тәьҫир итә...

– Аллаға тип, һеҙ үҙегеҙ ни өсөн?.. Һеҙ бит шуның өсөн көрәп аҡса алаһығыҙ. Ауырыуҙың һауығыуына гарантия ла бирә алмағас, ни өсөн хирург исемен тағып йөрөйһөгөҙ? – Ҡатын һөжүмгә күсте. Үҙенән ике башҡа тиерлек бейек кешегә юғары ҡарап, автомат һымаҡ татылдаған был бисә ерҙән тороп өй ҡыйығы башындағы кемдер менән һөйләшкән кеүек күренде.

Оҙаҡ йылдар эшләп, пациенттарҙың туған-тыумасаларын күреп өйрәнгән

хирургтың бындай һөжүмгә ҡаршы «иммунитет»ы бар ине инде.

– Ирегеҙ ҡасан сирләй башлағайны? – тине, был турала үҙе яҡшы белеүенә ҡарамаҫтан.

– Өсөнсө көн... – Ҡатын докторҙың ни әйтергә йыйыныуын аңғармайыраҡ ҡалды, буғай...

– Ирегеҙ өсөнсө көн эсе ауыртып яфалана, ә һеҙ уны әллә ҡайҙа ятҡан ауылдағы шаманға алып барып өшкөртөп йөрөгәнһегеҙ. Тағы берәй көн шулай йөрөһәгеҙ, бәлки, беҙҙең дауаханаға килтереп тә өлгөртмәҫ инегеҙ... Өҫтәүенә, аңын-тоңон белмәй тороп, хәләл ефетегеҙҙең эсенә грелка һалғанһығыҙ. Йылы сирҙе уғата көсәйткән: эсе тулы эрен ине... Ул ғына ла түгел, ирегеҙҙең организмында сепсис башланған. – Хәсән Хөрмәтович, ғәҙәте буйынса, һуҡ бармағы яҙылған уң ҡулын юғары күтәреп, тауышын көсәйтә биреп дауам итте. – Һеҙҙең тел менән әйткәндә,

хөрмәтле ханым, заражение крови. Әммә беҙ уны ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Әллә ни бола ҡуптарырға, ашығыс һығымталар яһарға ашыҡмағыҙ. Һау булығыҙ.

Ҡатын бер аҙ айнып, аңына килгәндәй булды. Дәрескә әҙерләнмәй килеп, уҡытыусы алдында баҫып торған уҡыусы һымаҡ, йыуашайып ҡалды. Тәүҙәгегә ҡарағанда күпкә тынысыраҡ итеп:

– Доктор, бәлки, уға аптеканан берәй дарыу-фәлән алып килергәлер? Һурпа-маҙар кәрәкмәҫме? – тип һораны.

– Әлегә бер ни ҙә кәрәкмәй. – Доктор быны ишектән сығып барышлай әйтте. – Кәрәкле дарыуҙар етерлек. Ә ашарға уға әле иртә. Хушығыҙ.

Хәсән өйөнә ингәндә, Сәғиҙә Ҡәмәриә исемле әхирәте менән зал бүлмәһендә гәп һата ине, кинәт тынып ҡалдылар. Аяҡ кейемен һалып, курткаһын сисеп тә өлгөрмәне, уны бер яҡ ситкә этәреп тигәндәй, бик ҡабалан йыйынып, Ҡәмәриә сығыу яғына

ыңғайланы. Хәсән: «Һаумыһығыҙ» тигәнгә лә ишетелер-ишетелмәҫ кенә яуап биргән ҡатын: «Ярай, Сәғиҙәкәйем, ҡайта һалайым, ашығам, өйөмдә эшем күп», – тигән булды сығып барышлай. Сәғиҙәнең: «Ултыра бир әле», – тип өгөтләүенә ҡарамай, ишекте ҡаты ябып сығып китте. Дауахана дерматологы ҡатынын – ошо ябыҡ йөҙлө Ҡәмәриәне бер ҙә өнәп етмәй Хәсән. «Ашығам» тиһә лә, журнал өҫтәлендә өйөлгән көнбағыш ҡабыҡтарына ҡарағанда, моғайын, ике-өс сәғәт буйына сәйнәнеп ултырғандыр әле. Уның асҡаҡ битенә йәбештереп ҡуйылған һымаҡ күренгән, ослайып сығып торған ирендәре, гүйә, тик хәбәр һөйләр өсөн генә яраҡлы кеүек.

Хәсән йыуыныу бүлмәһенә үтте. «Балнис» еҫе сығарып янынан үтеп киткән хәләл ефетен «күрмәгән» Сәғиҙә, диванға ҡырын ятып, телевизорҙағы һанһыҙ сериалдарҙың берәүһен ҡарай башланы.

Эштә саҡта һиҙелмәһә лә, шаҡтай ғына асыҡтырған. Хәсән аш бүлмәһенә инеп, оло алюмин кәстрүлдең ҡапҡасын аса биреп, еҫкәп ҡараны ла уға башҡаса ҡағылманы. Өс көн элек бешерелеп, инде әллә нисә тапҡыр ҡайнатыу арҡаһында ярым шыйыҡ өйрәгә әйләнеп барған был макарон туҡмасын тағы бер мәртәбә йылытып ашарға күңеле төшмәне. Һуңғы бер нисә көн үҙе кухня тирәһендә әллә ни булашҡаны юҡ

шул... Газ плитаһын тоҡандырып, тулы сәйнүкте ултыртты ла картуф таҙартырға тотондо. «...Мин үҙем хатта йомортҡа ла ҡура белмәйем, өйҙә тик ҡатыным ғына бешеренә» тигән бәғзе бер таныштарын йәлләй торғайны элегерәк. Әле уйҙары башҡараҡ юҫыҡҡа йүнәлә... Бәлки, бешерә белмәгән ирҙәр, киреһенсә, уға ҡарағанда күпкә бәхетлерәктер... Былау, һәр төрлө бәлеш, кәтлиттәрҙең әллә нисә төрөн, хатта торт та бешереүгә һәләтле Хәсәндең ошо мәлдә кухня эше менән таныш булмаған ирҙәргә көнсөллөгө килде... Табала картуф ҡурылған арала, әллә һүҙ юҡта һүҙ булһын өсөн, зал бүлмәһенә сығып, креслоға килеп ултырҙы ла һаман уны өйҙә бар тип тә белмәй шымтайып ятҡан ҡатынына өндәште:

– Балалар шылтыратманымы? Май байрамына ҡайтырға уйлашмайҙармы, тим.

Әммә Сәғиҙәһе, ҡаштарын йыйырып, бер ни ҙә ишетмәгәндәй, ята бирҙе. Хатта күҙен дә бороп ҡараманы. Хәсән башҡаса уға өндәшкеләп торманы, ҡабаттан кухняға сыҡты. Ниҙер әйтеүен артабан талап итә башлаһа, өйҙә янъял сығыуын көт тә тор. Унһыҙ ҙа хәләл ефете талаш сығарасағына шикләнмәй Хәсән.

...Өлкән улы Афзал, үҙе кеүек үк, хирург, ғаиләле. Беренсе синыфта уҡыған ҡыҙҙары бар. Ә Арыҫланы, егерме һигеҙенсе йәш менән барыуына ҡарамаҫтан, һаман да

буйҙаҡ. Шуның өсөн дә төпсөгөнөң әле лә өйләнмәй йөрөүе күңелдәрен ҡыра ата-әсәнең. Тик бына операцияға инер алдынан ғына Арыҫланы шылтыратып, шатлыҡлы хәбәр әйтте. Әсәһенә ҡапылда әллә ни асылып бармай малайҙар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡыуаныслы яңылыҡ хаҡында ҡатынын һөйөнсөләргә теләгәйне хатта. «Ярай, ята бир, ғәҙәтеңә төкөрәйем», – тип уйланы Хәсән, эҫе картуф менән ауыҙын бешерә-бешерә.

Арыҫланының хәбәрен иҫләгәс, кәйефе бер аҙ күтәрелеп китте...

– Атай, һөйөнсө! – ҡысҡырҙы, буғай, кеҫә телефонына шылтыратҡан улы, иҫәнлек-һаулыҡ та һорашып тормаҫтан.

– Йә, нимә булған? – тине операция бүлмәһенә инеп барған атаһы.

– Ә һин үҙең догадайся. – Арыҫлан бер аҙ урыҫсалап ебәрҙе.

– Белмәйем, – тине атаһы, – операцияға ашығам, үҙең әйтә һал.

 Өйләнәм, атай! – Был хәбәргә атаһының ысынлап та һөйөнөрөн белгәндәй әйтте улы.

– Кемгә? – Шундуҡ һораны атаһы, ҡасандыр булған хәлде иҫләгәндәй, һағайып ҡалды. – Әллә тағы...

– Юҡ-юҡ, атай, һин уны бөтөнләйгә белмәйһең. Башҡа райондан ул.

– Ә-ә-ә, улай булһа, ярай. – Хәсән иркен тын алып ҡуйҙы. – Ярай, улым, ҡотлайым. Эш бөткәс, үҙем шылтыратырмын...

Операционныйҙан сыҡҡас та, мөдир бүлмәһенән улына үҙе шылтыратып, тағы һөйләшеп алды. «Байрамға килен менән икәүләп тә ҡайтып төшөрҙәр әле», – тип һөйөндө Хәсән эстән генә. Өлкә гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләгән Гөлсинә исемле ҡыҙ менән иртәгә үк ЗАГС-ҡа баралар икән. Һай-һай, йәштәр – өтөктәр – етеҙҙәр шул. Хәйер, Хәсән, һин үҙең дә йәш сағыңда шулай булдың...

«Ҡотлайым, улым, афарин! Ә әсәйеңә хәбәр иттеңме һуң?» – «Юҡ, атай, әсәйемә никах-фәләндән һуң әйтербеҙ. Ни өсөн икәнен үҙең дә һиҙенәһеңдер...»

Инде ир ҡорона еткән кесе улының һүҙҙәре урынлы ине. Ни өсөн тигәндә, әсәһе менән бер генә мәсьәләне лә тыныс хәл итеп булмаҫын белә Арыҫлан. Шуға ла әсәһен «факт» алдына ҡуйыуҙы хуп күргәндер. Бәй, был юлы етди аҙымы буйынса хатта атаһына ла кәңәш итеп тормаған. Ваҡытынан алда әсәһенә серҙе асып ҡуйыр, тип шикләнгәндер. Әсәһенең атаһын башҡаларҙан урынһыҙға ҡыҙғана торған ғәҙәтен дә беләлер улы. Айырыуса хирургия бүлегенең өлкән операция сестраһынан һис сәбәпһеҙ ҡыҙғаныуы арҡаһында йыш ҡына өйҙә ҡуба торған ығы-зығыны күреп-ишетеп үҫте бит, атаһына әйтелгән ғәҙел булмаған һүҙҙәргә ғәрләнеп, әсәһенә ҡаршы айбарланып та маташа торғайны.

Сәғиҙә иһә шик-шөбһәле уйҙарынан бер аҙым да сигенергә уйламаны. Йылдар буйы ирен, уның менән бергә эшләгән һис бер гонаһһыҙ Зәлифәне ниҙә генә ғәйепләмәне!

Авторы Хәлил Һөйөндөков.( Дауамы бар.)

Автор:
Читайте нас