Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
15 Ғинуар , 15:00
2

Ҡыҙғансыҡ (Хикәйә)

Һаман да Хәсәндең төнгө дежурҙары, киске операциялары, ашығыс консультациялары оло янъял менән оҙатыла...

Ҡыҙғансыҡ (Хикәйә)
Ҡыҙғансыҡ (Хикәйә)

Зәлифә – төҫкә-һынға күркәм, күптән түгел ҡырҡ бишен тултырған ҡатын. Тыныс холоҡло, мөләйем. Әммә ғаилә тормошонан уңа алманы ул. Ире эскесе булды. Өҫтәүенә, ҡатынын һәр саҡ йәберләп, көн күрһәтмәй йәшәтте. Ҡыш көндәренең береһендә Зәлифәнең утыҙ биш йәшен туйлағайнылар. Мәжлестән һуң, ҡунаҡтар таралып бөткәс, бола ҡуптарған ире, уны хәлен бөтөргәнсә туҡмап, өйҙән сығып китте. Әммә шул уҡ төндө ғинуар һыуығында туңып үлеп ҡуйҙы, меҫкен. Иҫле-иҫһеҙ өйҙә ятып ҡалған Зәлифә, әлбиттә, уны төн ҡараңғыһында сығып эҙләй алманы. Өйҙәре янында ғына ятып туңғаны ишетелгәс тә, тәү осорҙары күрше-тирә, таныш-тоноштары араһында төрлө хәбәрҙәр йөрөнө. «Шаҡып-шаҡып та хәләл бисәһенән ишеген астыра алмай ғына харап булды баһадирҙай ир-егет», – тип һөйләнгеләне иренең туғандары. Был турала ҡәйенһеңлеләре йөҙөнә бәреп әйткәне лә булды... Зәлифә ун өс йәшлек ҡыҙы Сәриә менән ҡалды. Әммә эшһөйәр ҡатын һис тә бирешмәне. Юғары категориялы операция сестраһының һәүетемсә хеҙмәт хаҡы ашауға, кейенеүгә генә түгел, ҡыҙын вузда уҡытыуға ла етте. Һылыу, йәш ҡатынға күҙ атыусылар, хатта асыҡтан-асыҡ бергә тормош ҡорорға тәҡдим итеүселәр ҙә булғыланы. Әммә Зәлифә башҡаса кейәүгә сыҡманы. Әллә ире мәрхүмдең ҡылыҡтарын һаман онотмай, шикләнеп, ир-аттан тайпылды, әллә...

Һары алтын төҫөндәге йылҡылдап торған өй халаты кейеп, ҡалҡыу янбаштары бер диван булып сериал ҡарап ятҡан Сәғиҙәнең дә башында төрлө уйҙар буталды. Иң ғазаплыһы – күңеленең ҡайһылыр урынына оялаған, һис аңлатып булмай торған көнсөл хистәр... Йәшерәк сағында улай уҡ булмай торғайны ла баһа. Ни булды уға... Әле генә киткән әхирәтен иҫләп, аҙ ғына тыныслана бирҙе. Эй, Ҡәмәриә булмаһа, яңғыҙы нишләр ине?!. Башҡалар һымаҡ, «әллә, үҙең ҡара» тип, һинең проблемаларыңдан ҡасырға йәтешләнеп тормай.

Поликлиникала сестра-хужабикә булып эшләгән Ҡәмәриә – «район һаулыҡ һаҡлау системаһының төп белгесе». Ҡасандыр бер ваҡыт Хәсән уны шулай атап, хәләл ефетен көлдөргәйне. Ысынлап та, дауахананың ҡайһы бүлегендә ҡасан ниндәй сара үткәрелгәненә, баш табиптың кемгә шелтә, кемгә премия биргәненә, кемдең кем ҡатынына шаян һүҙ әйткәненә, хатта ҡайһы хирург нисегерәк операция яһағанына тиклем белә ул. Торғаны менән белешмәләр бюроһы! Хәсәне кухняла булашҡан арала, Сәғиҙәнең осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙары, ҡай саҡ бер-береһенә бәрелешеп, уны икеләнеүгә лә һалғыланы. Бәлки, янына сығып, бер ни ҙә булмағандай, һин дә мин һөйләшеп алып китергәлер? Былайтып ятып кемгә файҙа? Нисәмә йыл бергә йәшәгән хәләлең менән көн дә тиерлек талашыу ҙа үҙәккә үтә... Әммә тағы әле генә сығып киткән әхирәтенең һүҙҙәрен иҫләне.

– Минең Альбертым әйтә: әпиндисит егерме минут ҡына эшләнә, ти. Тәк шту, өсәр-дүртәр сәғәткә һуҙылған әпрәсиә булмай, – тине бит Ҡәмәриә, күмһеү ирендәрен ослайта биреп. – Бар балнисҡа, Хәсәнеңдең эш урынына тура бар. Моғайын, дауна...

– Әллә нисә мәртәбә хирургияға ызванит итеп белештем. Сестра, һаман эше бөтмәгән, ти бит...

– Беләм инде мин уларҙы, – тине Ҡәмәриә, журнал өҫтәлендә өйөлгән көнбағышын шыртылдатып яра-яра. – Бер ауыҙлы, бер һүҙле улар. Әлбиттә, сестраһын пердуперждайт итеп ҡуйған. Мин үҙем ҡасандыр шул хирургияла ятҡас, беләм бит  инде. Кәрәкмәгәндә бик тә татыу ғаилә һымаҡ ул отделение...

...Бынан ун бер-ун ике йыл элгәре Хәсән Ҡәмәриәнең үҙенә лә операция яһағайны. Ҡатмарлы гинекология сире менән ауырып киткән ҡатынын коллегаларына ашығыс рәүештә күрһәтеү урынына, дерматолог Альберт, һәр төрлө уколдар ҡаҙап, өс көндәй өйөндә тотоп, хәләл ефете аңын юғалта башлағас ҡына дауахананан «скорый» саҡыртҡайны. Күп ҡан юғалтыуҙан тыш, балаятҡыһы башҡаса төҙәлмәҫлек булып зарарланған. Ҡатын-ҡыҙ заты өсөн үтә лә мөһим ана шул ағзаһын алып ташларға тура килде. Шунһыҙ уның ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыу мөмкин дә түгел ине... Әллә күпме ҡан ҡойҙолар уға. Өҫтәүенә, ҡаны иң һирәк осрай торған. Бәхетенә күрә, Хәсән Хөрмәтовичтың да ҡаны тап шундай кире резуслы дүртенсе группа булып сыҡты. Операция яһап бөтөү менән, шундуҡ күрше операция бүлмәһендә сисенеп ятты ла иң беренсе булып пациентына үҙе ярты литр ҡанын бирҙе. Башҡа донорҙарҙы тапҡансыға ҡәҙәр уның ҡаны бик тә урынлы булды. Бәлки, Ҡәмәриәнең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыуға шаҡтай булышлыҡ иткәндер... Ана шул осорҙа дуҫлашып киткәйне Сәғиҙә ошо әхирәте менән. Ҡәмәриә,

дауахананан сыҡҡас, оҙаҡламай, Хәсәндәрҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Аш-һыу тирәһендә әллә ни йөрөрлөк булып нығынып етмәгән Ҡәмәриәгә күбеһенсә Сәғиҙә ярҙамлашты. Ана шул кухня тирәһендә уранғылаған саҡта татлы телле хужабикә, ауыҙын ослайтып, Сәғиҙәнең Хәсәнен маҡтап бөтөрә алманы. Ә Хәсән менән Альберттың һүҙҙәре әллә ни берекмәне. Мәжлес ваҡытында балконға сығып тәмәке тартҡыланылар. Ғәжәп, әммә үҙенең «дауалауы»нан һуң ҡатынын ҡотҡарып алып ҡалған коллегаһын Альберт та ни өсөндөр яратып етмәне кеүек. Хәсән күңел өсөн бер-ике анекдот та һөйләгән булғайны, әммә коллегаһы юморҙы әллә ни аңламаған кеше, имеш: «һы» тип кенә ҡуйҙы. Шуға күрә:

– Ярай, рәхмәт, беҙгә ҡайтырға ла ваҡыт, – тине ахырҙа Хәсән Хөрмәтович. – Иртәгә иртә менән дежурға бараһы...

Шул көндән алып Ҡәмәриә Сәғиҙәнең өйөнә гелән берәй «ҡыҙыҡлы» яңылыҡ алып килә. «Кемгә баш табип йылы һүҙ әйткән, кем эшкә һуңлап килгән, кем иртәрәк ҡайтып киткән кеүек» хәбәрҙәрҙе түкмәй-сәсмәй еткереп тора. Ҡайһы табип ҡайһы сестраға күҙ һалған, кем бахмурҙан... Баштараҡ әллә нисегерәк тойолһа ла, тора-

бара бындай хәбәрҙәрҙе ишетеү Сәғиҙә өсөн танһыҡ тойолдо. «Сәғиҙәкәйем» тип ләпелдәгән әхирәтен яҡын туғаны һымаҡ күрҙе. Бер көн шулай йылмаяҡ сырайлы Ҡәмәриә кухняла сираттағы хәбәрен еткерергә ашыҡты.

– Беләһеңме, Сәғиҙәкәйем, хирургияның өлкән операция сестраһы бөгөн эшкә бер күҙен күгәртеп килгән. – Ул һуҡ бармағын үҙенең һул күҙе тирәләй әйләндерҙе. – Ә, беләһеңме, кем уға синәк ҡуйған?

– Ҡайҙан ғына беләйем инде мин, өйҙә ултырған кеше... – Сәғиҙә әхирәтенең бушаған сынаяғына шөптөрләтеп сәй яһаны. – Ирелер, башҡаса кем булһын...

– Эйе, ире. Ә, беләһеңме, ни өсөн?

_ ?..

– Ҡыҙғанып туҡмаған ире Зәлифәне. – Өйҙә башҡа кеше булмауға ҡарамаҫтан, ни өсөндөр шыбырҙауға күсте. – Ә, беләһеңме, кемдән ҡыҙғанған?

– Юҡ... – Сәғиҙә, әлбиттә, әхирәтенең ни әйтерен һиҙенде.

Ҡәмәриә тағы ла, нишләптер, тирә-яғына ҡаранып алды. Ирендәрен ослайтып шыбырланы:

– Мин әйткәнде сер итеп тоторһоңмо?

– Бәй, кемгә һөйләр тиһең?

– Их, Сәғиҙәкәйем, бигерәк тә бер ҡатлыһың шул. Иң яҡын әхирәтем булмаһаң, әйтеп тә тормаҫ инем. – Ҡәмәриәнең йөҙөнә йәлләү билдәләре яғылды. – Һинең Хәсәнеңдән ҡыҙғанып туҡмаған уны Юламан...

– Кит, булмаҫты! – Сәғиҙәнең тауышында рәнйеү һиҙелде.

– Ысын, әхирәткәйем, ысын. Былай боларыуы тәүге мәртәбә түгел, тиҙәр.

– Уның боларыуын әйтмәйем мин... Хәсән менән ундай уҡ хәлгә етмәгәндәрҙер ул? –

Сәғиҙә иларға етеште.

– Ышан ирҙәргә... – Бер ни булмағандай, артабан һөйләргә тотондо саҡ-рылмаған ҡунаҡ. – Анау йылы...

– Анау йылы мине ҡыҙыҡһындырмай! – тине Сәғиҙә, сыйылдаған тауышы менән иламһырап, – мин Хәсәнемде уйлайым! – тип өҫтәне.

– Утһыҙ төтөн сыҡмай, Сәғиҙәкәйем, әммә тыныслан, – тине әхирәте. – Мин һәр саҡ һинең яҡлы. Ирҙәр барыһы ла... Уларҙы бына ошолай шыҡырҙатып уста ғына тоторға кәрәк, – тип бер усын йоҙроҡҡа йомарлап күрһәтте, икенсе ҡулының һырты менән Сәғиҙәнең бите буйлап аҡҡан күҙ йәшен һөрткөләне.

Хәләл ефете янына кухняға сығып, бәлки, «солох» төҙөшөргәлер, тип икеләнә биреп ятҡан Сәғиҙә ике усын да шыҡырҙатып йоҙроҡҡа йомарланы. Юҡ! Хәсәне үҙе теҙләнеп килмәйенсә, башҡа унан йылы һүҙ көтмәһен! Бына иртәгә үк, бер ни булмағандай, һырпаланыр әле. Үәт шунда Сәғиҙә ҡарап ҡарар: ғәфү итергәме, юҡмы...

Оперсестра Зәлифәнең ире туңып үлгәс, күп тә тормай, Ҡәмәриә Сәғиҙәләргә килеп, бер-ике һүҙ менән генә әхирәтен «зарядлап» киткәйне.

– Хәҙер Юламаны үлгәс, иркенләне теге Зәлифә, – тип Сәғиҙәнең унһыҙ ҙа әсетеп торған яраһына тоҙ һалғандай итте. – Ә һин, Сәғиҙәкәйем, бирешмә, главный, иреңде һаҡла. Ир халҡын беләбеҙ бит. Берәй тол йә ирҙән айырылған ҡатын-ҡыҙ күрһә, бал еҫенә эйәләгән һағыҙаҡ һымаҡ, шул тирәгә тартыла улар.

– Хәсән ана шул Зәлифә менән ысынлап та йөрөй микән? – Һорап ҡуйҙы тағы Сәғиҙә, әхирәтенән аҙ ғына йыуатыу өмөт иткәндәй.

– Мин һиңә әллә ҡасандан уҡ әйтә киләм бит. Главный, ирҙәргә – контроль һәм контроль. Шунһыҙ бер ваҡыт иреңдең ҡойроғон да тотоп ала алмаҫһың. Иң яҡын күргән өсөн генә әйтәм үҙеңә...

Элегерәк тә Хәсәнде әлеге Зәлифәнән ҡыҙғанып, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән Сәғиҙәгә, әлбиттә, етә ҡалды. Зәлифәнең тол ҡалыуы уны оторо ярһытты. Өлкән операция сестраһы көн дә эштә – Хәсән менән бергә. Операция ваҡытында хирургтың һәр хәрәкәтен алдан күрә-белеп, уға мәлендә кәрәкле инструменттарын ҡулына тоттороп ҡына торорға тейешле шәфҡәт туташы менән ҡай саҡ сәғәттәр буйы йәнәш кенә булалар. Ара-тирә ябайыраҡ операциялар ғына бүлек мөдире ҡатнашлағынан башҡа үтә. Әлбиттә, Зәлифә хирургия бүлегенең берҙән-бер операция туташы түгел, бүтәндәр ҙә бар. Әммә, дауаханаларҙағы электән килгән ғәҙәт буйынса, мөдир ҡатнашҡан операцияларҙа күпселегендә уға тәжрибәле өлкән медсестра ярҙамлаша. Был хаҡта ла Ҡәмәриә ваҡытында һеңдереп ҡуйҙы. «Хәсәнең әпрәсиәгә Зәлифәне генә ярҙамға ала, тигән хәбәр йөрөй. Башҡаларҙы сәпсим признавайт итмәй, ти...»

Кемдер бындай хәбәргә күҙ йомоп, сираттағы ғәйбәт тип кенә ҡарар ине, тик Сәғиҙә түгел! Һәр саҡ: «Кем бөгөн һинең менән операцияла торҙо?» – тип һорашып, ҡыҙҙырып ала тәүҙә. «Зәлифә Моратовна менән», – тип, үҙе лә аңғармай, утҡа май

һибә Хәсән. «Зәлифәм менән, тиң, дөрөҫөн әйт!»

Сираттағы боланы башлап та ебәрә Сәғиҙә...

Уйҙар, уйҙар... Сәғиҙәһе хәҙер ни уйлай икән?.. Арыҫлан күп нәмәне әсәһенән йәшерергә тырыша... Их, улының өйләнеү фактын әсәһенән йәшереүе Зәлифәгә бәйле шул. Дөрөҫөрәге, уның Сәриә исемле ҡыҙына.

Бынан ике йыл элек Арыҫлан, сираттағы ялына ҡайтҡанда, уны-быны уйламай, өйгә килеп инеү менән хәбәр һалғайны.

– Атай, әсәй, һөйөнсө! – тине ул, өйгә инеп хәл-әхүәл һорашҡас та.

– Йә, ни булған? – Урынһыҙға етди төҫ алған әсәһе насар хәбәр ишетергә йыйынғандай һораны.

– Өйләнәм, – тине Арыҫлан.

– Кемгә өйләнәһең? – Сәғиҙәнең тауышында йәнә әсәләргә хас булмаған тимер һалҡынлығы яңғыраны.

– Сәриәгә! – Арыҫлан кәйефе һүрелә биреп яуапланы. – Зәлифә апайҙың медта уҡып йөрөгән ҡыҙына, – тип өҫтәп ҡуйҙы аҙаҡ.

Улының ана шул Зәлифәнең ҡыҙы менән бер-ике йыл осрашып йөрөүен белә ине Сәғиҙә. Әле Арыҫландың хәбәрен ишетеү менән, йөҙө ҡыҙара бүртеп, ирендәре ҡымталып, бер яҡ сикәһе тартыша биреп ҡуйҙы. Дауыл сығырын һиҙенгән Хәсән, бына-бына башланырға торған ғауғаны ишетмәҫ өсөн, ниндәйҙер һылтау тапҡан булып, ванна бүлмәһенә инеп сумды. Әммә, ғәжәпкә, әсәһе улына бер ни ҙә өндәшмәне, шымтайған көйө көнө буйы йөрөнө. Сәриә менән никахына әсәһенең риза булмауын, әлбиттә, шундуҡ аңланы Арыҫлан, ни өсөн икәнен дә...

Бер нисә көндән ғорур ҡыҙ Арыҫландың ЗАГС-ҡа барыу тәҡдимен ҡырҡа кире ҡаҡты һәм башҡаса үҙен бимазалап йөрөмәүен үтенде.

– Әсәйең телефондан шылтыратҡан, – тип илауланы ул. – «Ирем менән гулять итеүең етмәгән, минең төпсөк улымдың башын ашамаҡсы булаһығыҙмы?!» тип һис ғәйепһеҙ әсәмде яман һүҙҙәр менән битәрләгән!..

Яратҡан әсәһе өсөн ныҡ рәнйегән ҡыҙҙы бер нисек тә йыуата алмаҫ һымаҡ ине егет. Сәскә бәйләме тотоп, һөйгәне йәшәгән дөйөм ятаҡҡа көн дә килде... Сәриәһе менән мөнәсәбәте боҙолоуҙа әсәһенең туранан-тура ғәйепле икәненә эстән генә көйҙө, әммә был хаҡта бер ни ҙә өндәшмәне. Тик, нисек кенә үкенесле булмаһын, донъяла иң яҡын булған ғәзиз кешеһен бынан ары хәл ителәсәк мәсьәләләргә бер ҡасан да ҡатнаштырмаҫҡа ҡарар итте.

Ана шулай төпсөк улы тураһында байтаҡ ҡына уйланып ултырҙы Хәсән, аш бүлмәһендә яңғыҙы сәй һемерә-һемерә. Балконға сығып тартып инде лә бер аҙ һыуына биргән сәйнүк аҫтына йәнә ут төрттө.

Йәштәр, әлбиттә, мәсьәләне был юлы үҙҙәренсә хәл итмәксе. Афариндар! Тик бына...

Их, Сәғиҙә, Сәғиҙә... Бер нәмә тураһында ла уның менән ипле һөйләшеп булмай шул. Шуға күрә лә уға, ихтимал, иң һуңынан ғына асырға мәжбүр буласаҡтар был серҙе.

Яҙмышы менән ризалашып, өйҙәге иҫәп-хисапһыҙ янъялдарға ла әллә ҡасан уҡ өйрәнергә тейеш булғандыр Хәсән Хөрмәтович. Әҙәм балаһы һәр нәмәгә лә күнегеүсән... Әммә, күп тапҡырҙар кирбес килеп бәрелеүенә өйрәнә алмаған баш һымаҡ, ыҙғыш-талашҡа барыбер ҙә күнегә алманы. Татыу ата-әсә ҡарамағында үҫкән Хәсән, ғаиләлә һис бер талашмайынса ғына ла йәшәп булалыр, тигән фекерҙә булды. Хатта хәҙер ҙә ундай уйҙан төңөлмәгән. Әммә Сәғиҙәһе менән йәшәгән дәүерҙә бындайын да оптимистик уйҙары ярайһы һүрелә төштө: «Татыу йәшәргә булалыр, тик Сәғиҙә менән түгел!»

Сәғиҙәнең ябай, эскерһеҙ, яҡшы күңелле йәш сағын Хәсән бөгөнгөләй хәтерләй. Бәлки, йәшлек менән уға шулай тойолғандыр... Салт аяҙ күк йөҙөн хәтерләткән зәңгәр күҙле, алтындай һары сәсле, мәрйә ҡыҙҙарына оҡшап торған аҡ йөҙлө был һылыу ҡыҙҙы Салауат һәйкәле янында осратты ул. Унынсы синыфты әле генә

тамамлап, университетҡа имтихан бирергә килгәйне ҡыҙ. Институттың дүртенсе курсынан һуң практикала йөрөгән Хәсән уны бер күреүҙә үк оҡшатты. Юҡ, юҡ, үлеп ғашиҡ булды ла ҡуйҙы! Һәйкәл янына фотоға төшөргә әхирәте менән килгән ҡыҙҙы тәүҙә мәрйәлер тип уйланы. Яҡыныраҡ килгәс, үҙ-ара тап-таҙа башҡорт телендә һөйләшкәндәрен ишетте. Йәш аралары байтаҡ булыуына ҡарамаҫтан, инде бер аҙ «утты-һыуҙы кискән» студент егет өсөн танышып алыу әллә ни ауыр ҙа булманы.

Сәғиҙә күрше райондан булып сыҡты. Йөрәгендә ғишыҡ уты дөрләгән егет көн дә тиерлек абитуриенттар йәшәгән ятаҡҡа килә башланы. Үкенескә ҡаршы, ҡыҙ, рус теленән диктантын «икеле»гә яҙып, университетҡа инә алманы. Инде ауылға нисек ҡайтып күренергә, тип оялып йөрөгән Сәғиҙәгә Хәсән көтмәгәндә өйләнешергә тәҡдим яһаны. Тәүҙә бер аҙ албырғап ҡалған Сәғиҙә бер-ике көн уйланы ла риза булды ла ҡуйҙы. Сөнки зәңгәр күҙле сибәркәй Хәсәнде лә оҡшатты. Уның ауыл малайҙарына әллә ни хас булмаған ҡыйыулығы, оҙон буйы, киң яурындары, айырыуса инде бишенсе курсҡа күскән студент булыуы үҙенә тартты. Шул көндө үк никах йортона барып ғариза бирҙеләр... Ата-әсәләренең ризалығын һорап та торманылар. Уларға тик «Беҙҙе законлы никах менән ҡотлағыҙ...» тигән телеграмма

ғына һуҡтылар. Ҡышҡы каникулда икеһенең дә ата- әсәләрен ҡайтып күреп, танышып алдылар. Ана шулай туйһыҙ-ниһеҙ генә өйләнешеп, бергә йәшәп алды ла киттеләр.

Студент йылдары, әлбиттә, шаҡтай ауырлыҡтар менән үтте. Нужа һурпаһын аҙ һемермәне улар. Институттың дөйөм ятағында урын етешмәү сәбәпле, бер әбейҙә фатирҙа йәшәргә тура килде. Студент стипендияһы фатир хаҡын түләргә генә етә ине. Шуға күрә Хәсән, уҡыуҙан тыш, больницаға медбрат булып төнгө дежурға урынлашты, көндөҙҙәрен урам һеперҙе. Йәш кәләш тә тик ятманы. Декрет отпускыһына тиклем шырпы заводына оператор булып ҡыялды. Аһ, аһ, ана шундай етешһеҙ осорҙа уларҙың ғаилә тормошо ал да гөл тиерлек ине. Ни өсөн шулай?.. Татыу ғүмер итеү өсөн кешеләр әллә тик мохтажлыҡта, ярлылыҡта йәшәргә тейешме? Сәйер был донъя, сәйер... Тормоштарының тәүге осоронда үҙ-ара булған ваҡ-төйәк аңлашылмаусанлыҡтарҙы, хатта ҡатынының ҡайсаҡ йәш ҡыҙҙарҙан ҡыҙғаныу осраҡтарын да көлөп кенә, үтә лә еңел үткәреп ебәрә ине Хәсән. Күбеһенсә уйынға һабыштыра йә иһә уның алдында теҙләнеп ғәфү үтенгән кеше була. Йәш кәләш бер-ике сәғәттән һин дә мин яҙылып китә, болот аҫтынан сыҡҡан ҡояштай йылмайып ебәрә. Үҙе лә эштән арып ҡайтҡан Сәғиҙәнең һәр бер ваҡ-төйәкте

тикшереп, ирен игәп ултырырға ваҡыты ла, әллә ни теләге лә юҡ ине, ахырыһы. Йәш сағындағы фотоальбомын ҡараған һайын, тик бер күңелһеҙ хәл генә әле булһа иҫенә төшә Хәсәндең. Сөнки альбомындағы класташ һәм курсташ ҡыҙҙарҙың барыһының да фотоһүрәттәрен юҡ иткәйне Сәғиҙә. Ниндәй сәбәп икәне, әлбиттә, билдәле. Тәүҙәрәк Хәсән, шаяртып ҡына йәшергәндер, тип йөрөгәйне, әммә күпмелер ваҡыттан фотоларҙың ҡайҙалығын һорағас, һин уларҙы башҡаса бер ҡасан да күрмәйәсәкһең, тине Сәғиҙәһе... Студент ғаиләһендә тәүге бала – Афзалдары тыуғас, хәләл ефете бөтөнләй бала ҡарауға мөкиббән китте.

Хайуандарҙы, ҡоштарҙы бигерәк ярата ине Сәғиҙә. Йә урамдан аҙашҡан бесәй балаһын алып ҡайта, йә өйһөҙ йөрөгән эттәргә ашарға сығарып бирә. Бер мәл телевизорҙан «Хайуандар донъяһында» тигән тапшырыу ҡарағандары иҫендәҡалған. Күптән түгел генә осорға өйрәнгән үҙенең балаларын, ҡанға туҙҙырғансы суҡый-суҡый, ҡанаттары менән һуҡҡылап, ҡаянан этәреп төшөргән инә бөркөттө күрһәттеләр. Балаларына ярҙамға ташланған ата бөркөттө лә, ояһына яҡынлатмай, ҡурҡытып ебәрҙе инәлек. Ҡая аҫтында ун – ун биш метр самаһы ғына осоп, әллә ни ҡалҡына алмай аҙапланған балалары тирәһендә бер ни тиклем осоп әйләнгеләгән ата бөркөт – үҙ ояһына башҡаса яҡынларға ҡурҡтымы – юғарыға күтәрелеп, саңҡылдай-саңҡылдай һауала бер-ике өйөрөлдө лә ҡайҙалыр китеп юҡ булды. Тағы кемдәрҙәндер ояһын ҡурсаларға йыйынған инә бөркөт, дошманына ташланырға әҙерләнгәндәй, ҡанаттарын бер аҙ йәйә биреп, тирә-яҡҡа уҫал ҡараш ташлап, бер талай талпынып ултыра бирҙе. «...Ояһында ят йәнлек еҫен һиҙгән инә бөркөт, балаларын ҡыҙғанып, хатта уларҙы үҙе һәләк итеүе лә мөмкин, – дикторҙың тыныс, ҡалын бас менән талғын ғына һөйләгәне ни өсөндөр шомло тойолдо. – Иғтибар итегеҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусылар, нисек итеп билдәһеҙ дошмандан ул үҙ өйөн һаҡлай: хатта ата бөркөттө лә яҡын ебәрмәй...»

– Шуға ғына күҙең йәшкәҙәп ултырмаһаң! – тип көлгәйне Хәсән тапшырыуҙы илай-илай ҡарап ултырған Сәғиҙәнән. – Хайуандарҙың, ҡоштарҙың үҙ психологияһы. Беҙ уларҙы бер ҡасан да аңлай алмаясаҡбыҙ. Сөнки беҙ – кешеләр...

– Балалары йәл бит, – тигәйне Сәғиҙә, ҡулъяулығы менән йәшен һөртә-һөртә.

– Ә атаһы йәл түгелме? – Һаман шаяртты Хәсән.

– Атаһы бирешмәҫ тә ул, – тине Сәғиҙә, – себештәре йәл...

Ваҡыт үтте. Улдары бер-бер артлы үҫте. Инде әллә ҡасан уҡ район үҙәк дауаханаһы табибы булып эшләй башлаған Хәсәнде, өс йыл ординатор вазифаһын башҡарғандан һуң, бүлек мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Байтаҡ стажы булғанғалыр, хеҙмәт хаҡы арыу ғына. Ғаиләһен, балаларын кейендереп, туйҙырыуҙан артып ҡалғанын йыйып, өр-яңы өс бүлмәле фатир алыуға иреште. Йәшерәк сағында мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән Сәғиҙәһе, инде «начальник бисәһе» булараҡ, иҙән йыуыу эшенән әллә ҡасан уҡ баш тартты. Көн дә тиерлек затлынан-затлы кейемдәр алмаштыра башланы. Атлауҙары, хатта үҙенән «түбәндәр»гә ҡарашы ла үҙгәрҙе. Элегерәк уның менән мәктәптә бергә эшләгән таныш ҡатындар

осраһа, йыш ҡына уларҙы күрмәй, танау буйына ғына ҡарап, туп-тура үтеп китә. Әйтерһең дә, мәктәп директоры... Йәшерәк ваҡытында үҙе лә шулар һымаҡ уҡ «ҡара эш» башҡарғанын тиҙ онотто. Йүнлерәк урында эшләү өсөн, әлбиттә, урта махсус белем тураһында булһа ла диплом кәрәк шул. Шуға ла ул артабан өйҙә ултырыуҙы хуп күрҙе. «Начальник бисәһе була тороп, иҙән йыуып йә гардеробта кейем элеп йөрөмәм!» – Бына уның сафсатаһы.

Ауылда йәшәгән һәр кешегә таныш: яҡшы ашап торған йылҡы малы, һимерә бара, майына сыҙамай, уйнаҡлай башлай. Хатта эйәһенә тибергә ынтыла, аңғармайыраҡ ҡалһа, муйынын тешләп ала. Кеше лә бит – тәбиғәт балаһы. Сәғиҙә лә «һимергән» һайын уҫаллаша барҙы. Көнө-төнө тигәндәй ғаилә өсөн тир түккән, йәне-тәне менән эшкә сумған ирен үҙенең өйҙәге һанһыҙ затлы әйберҙәренең береһе һымаҡ ҡына итеп күрә башланы... Уның өсөн Хәсән тик аҡса сығанағы, иң күбендә «эш аты» булып ҡалды. Ә һәр кешелә була торған күңел, хис, уй-тойғо кеүек төшөнсәләр иренә лә хас икәнен әллә онотто, әллә белергә теләмәне.

Бер нисә йыл элек Сәғиҙә иренең хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһына башланы. Ҡыҙыҡһына тиһәң, йомшаҡ әйтелгән дә булыр... Ай һайын дауахананың

бухгалтерияһына барып, Хәсәненең күпме аҡса алғанын тикшерергә ғәҙәтләнде. Администрация тирәһенә инер хәле ҡалманы хәҙер Хәсәндең: «Хәсән Хөрмәтович, ҡатынығыҙ бөгөн дә һеҙҙең күпме зарплата алғанығыҙ тураһында белешеп китте». Шул саҡ кешеләрҙән оялышынан мунса төшкәндәге һымаҡ булып тирләй абруйлы хирург. Ҡатмарлы операцияла ла улай уҡ тиргә батмай... Унан кабинетына инеп ултырып, бар асыуын тәмәкеһенә төшөрә. Ә өйгә ҡайтҡас, Сәғиҙәһе «етешмәгән» бер нисә йөҙлөктө таптыра башлай, «һөйәркәһе Зәлифә»һен һәр төрлө бүләккә күмеүҙә ғәйепләргә тотона. Үткән йыл, Һигеҙенсе март көнө, хирургия бүлеге ир-егеттәре ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотларға меңәр һум йыйғайнылар (хирургия бүлегендә егерменән ашыу ҡатын-ҡыҙ, ир-ат бишәү генә). Сәғиҙә ана шуның өсөн өйҙә оло ғауға сығарҙы. «Миңә, үҙеңдең хәләл ефетеңә, ҡоро сәскәнән башҡа бер нәмә лә алырға эшкинмәгәнһең, ә хирургияңа меңәр тәңкәләп аҡса ташлауҙы бер тин шайы күрмәйһең. Алып килеп йөрөйһө булма миңә башҡаса был үләнеңде!» – тип вазалағы гонаһһыҙ гөлләмәне йомарлап, ҡый биҙрәһенә ырғытты.

Хәсән унһыҙ ҙа һәр байрамда ҡатынын бүләкһеҙ ҡалдырманы. Ҡиммәтлеләренән,

затлыларынан ғына алырға тырышты, тик һуңынан һәр саҡ үкенергә мәжбүр ине. Ни өсөн тигәндә, бүләкте ҡулына алыу менән шундуҡ етди төҫ алған йәнкиҫәге, рәхмәт әйтеү урынына, әйберҙең этикетка ҡағыҙын эҙләй башлай. «Күпмегә алдың?» – иң беренсе һорау. Унан бүләктең матурлығын, сифатын бер талай тәнҡиткә тота. Хәләл ефетенең шул ҡылығын күреп, эстән генә көйөп торған Хәсән уға башҡаса бер ҡасан да бүләк алмаҫҡа үҙ-үҙенә һүҙ бирә. Тик киләһе байрамда әлеге хәл ҡабатлана... Шуның өсөн дә һуңғы осор байрамға сәскә генә бүләк иткәйне шул.

Ҡунаҡ-мунаҡҡа бергә йөрөгән тиң-тоштары, туғандары әкренләп уларҙан ситләшә барҙы. Мәжлестәрҙә матур ғына ултырған мәлдә, йә береһенең, йә икенсеһенең ҡатынынан һис юҡҡа ирен көнләшеп, талаш башлаған Сәғиҙәнең ҡылыҡтарын, әлбиттә, яҡын кешеләре бер ҙә оҡшатманы. Хатта үҙенең бер туған һеңлеһе Сәбилә менән дә һыйыша алманы. Еҙнә тип Хәсәнгә бер-ике шаян һүҙ ҡушҡаны өсөн һис ғәйепһеҙгә апаһынан тиргәлгән Сәбилә уларға башҡаса килмәҫ булды. Тик Ҡәмәриәһе – йәндәй күргән әхирәте генә уны ташламаны. Ауыр минуттарҙа уға үҙенең «үтә лә ҡиммәтле» кәңәштәре менән һәр саҡ «ярҙамға» килде.

Бөтә ғүмерен хирургияға бағышлаған Хәсән, үтә ныҡ көсөргәнеүҙән ҡан баҫымы юғары күтәрелеп, инде тиҫтәләгән түгел, ә йөҙәрләгән тапҡырҙыр, ҡай саҡ ҡыл өҫтөндә генә торған кеше ғүмере хаҡында уйлана-көйә өйөнә ҡайта. Өй шарттарында, ғаилә усағы йылыһында аҙ ғына булһа ла тынысланыу, йәнен ял иттереү өмөтө менән. Ә өйөнә ингәс иһә – талаш сценарийҙары... Быларҙың барыһын да бер йөрәккә һыйҙырып барыуҙары ауыр. Бының берәй сиге булырға тейештер бит?!

«Донъяһына төкөрөп, күтәреп һуғып» өйҙән сығып китергә күпме мәртәбә уҡталғаны булды уның. Тәүҙәрәк малайҙарҙың бәләкәйлеге тотҡарланы. Унан уларҙың әле уҡыу йортон тамамламағанлығын уйланы. Артабан инде, улдарының өйләнер ваҡыттары еткәс, уларҙы башлы-күҙле итеү өсөн дә ғаиләнең тулы булыуы мөһим тойолдо. Ярай әле, өлкән улы Афзалын өйләндерҙеләр. Улары яҡшы ғына йәшәп ята. Әммә шул Афзалының туйы мәлендә Сәғиҙәһе ҡуптарған «вайна»ны һаман онотмай Хәсән. Әлфиә килененең ата-әсәһе, йәғни ҡоҙалары алдында ошоғаса уңайһыҙлана хәләл ефетенең ҡылығы өсөн.

Авторы Хәлил Һөйөндөков.( Дауамы бар.)

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас