Хәләл ефетенең семетә-семетә тороп ҡалғанына, йәнәһе, берәү һыр бирмәй, әлеге матур ҡоҙаса менән бейергә төштө лә китте – суҡынһын донъяһы! Бәлки, башҡа берәй ҡатын-ҡыҙ, бүтәндәрҙән бер аҙ уңайһыҙланыуынан булһа ла, түҙеңкерәп торор ине. Исмаһам, өйгә ҡайтҡансыға ҡәҙәр. Тик Сәғиҙәме! Бер-ике әйләнеп тә өлгөрмәнеләр, асыуынан йөҙө ҡыҙара-бүртенгән бисәһе, ултырғыстарҙы йыға-йыға, өҫтәл артынан етеҙ генә сыҡты ла, шәп-шәп атлап, туп-тура быларҙың янына килде. «Хәсән!» – тигән ярһыулы тауышҡа башҡалар ҙа боролоп ҡараны. Төп ҡоҙағыйҙың тос ҡына усы төп ҡоҙаның яңағына «шап!» итеп ҡалыуына барса ғәм шаһит булды. Килененең, ҡоҙаларының алдында ифрат ныҡ оятҡа ҡалған Хәсән, ер тишегенә инерҙәй булып, үҙен нисек тоторға ла белмәне. Асыуынан йөҙө ҡара көйгән килеш туйҙан китергә уҡталып ҡуйғайны, әммә йәштәрҙең, ҡунаҡтарҙың күңелен уйланы. Байтаҡ йылдар хәмерҙе бар тип тә белмәгән Хәсән асыуынан ярты стакандай араҡыны төп күтәрә эсеп тә ебәрҙе. Был ғауғаны барыһы ла бик тиҙ онотто, мәжлес артабан бер ни булмағандай дауам итте...
Шул болалы туй үтеп киткәнгә лә һигеҙ йыл... Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары Хәсәндәрҙе бер нисә мәртәбә ҡунаҡҡа саҡырғылап ҡайтарҙы, әммә үҙҙәре уларҙың өйөнә ошо көнгәсә
аяҡ баҫҡаны юҡ! Ҡоҙаларының, һәр төрлө сәбәп тапҡан булып, уларға килмәүе, бәлки, яҡшығалыр... Ихтимал, яҡшығалыр...
Төпсөк улын – Арыҫланын өйләндергәндән һуң бер көн дә тормай өйҙән сығып китергә ҡарар иткәйне Хәсән сираттағы бер «дауыл» ваҡытында.
Китер... Арыҫланын өйләндергәс... Төпсөк улына туй яһап, уны имен-һау үткәреп ебәреү өсөн тағы ла ғаиләнең тулы булыуы зарур...
Башының уң яртыһы һулҡылдап ауыртырға тотондо. Тағы ла ҡан баҫымы күтәрелә... Шкафтан дарыу алып ҡапты. Сырмалсыҡ уйҙарынан һаман арына алмай яфаланды. Тулы ғаилә... Ғаиләнең ниндәй тулылығы булыу мөмкин был янъялсы Сәғиҙә менән!.. Буласаҡ ҡайныларына Арыҫландың «атайым менән әсәйем бергә йәшәмәй» тип кенә әйтеүе хәйерлерәк булмаҫмы? Ихтимал, берҙән-бер аҡыллы ҡарар – шулдыр... Сәғиҙәнең оҙаҡ йылдар буйы һыналған ҡылығы Арыҫланының туйы ваҡытында тағы берәй бәләгә тарытмаҫ тип уйлама... Юҡ! Һәм тағы бер мәртәбә – юҡ! Бынан ары бер көн дә бергә йәшәмәйәсәк Сәғиҙә менән. Хәсәндең башҡаса түҙер әмәле ҡалманы. «Бөгөн үк!.. Бөгөн үк!..» – тип эстән генә ҡабатланы
тиҙҙән хәләл ефете сығарасаҡ янъялды күҙаллаған ир. «Яҙмыштан уҙмыштар табырмын!..» – тип тә эстән генә көйләне. Тик йырлап түгел, ә үтә лә ярһып...
Сәғиҙә, ысынлап та, оҙаҡ көттөрмәне. Ҡул һырттары менән ике янбашына таянып, был сығып таймаһын тигәндәй, кухня ишеген яҫы осаһы менән бөтөнләйгә тиерлек ҡаплаған «йәнкиҫәк» ғәҙәттәге позаһын алды. Ҡорбанына ташланырға әҙер йыртҡыстай, зәңгәр күҙҙәрен бәзерәйтеп, хәләл ефетенә төбәлде. Асыулы ҡымталған ирененең ситтәре тартыша-тартыша биреп ҡуя. Әле булһа йәш сағындағы һылыулығын юғалтмаған ҡатындың ошолай тороуы уның бар матурлығын юҡҡа сығара. Хәсән был юлы тыныс ҡына сәй һөрпөлдәтеүен дауам итте.
– Аппендицит операцияһын нисә сәғәт яһайҙар? – Тәүҙә инеш һорауын сәпәне Сәғиҙә.
– Стадияһына ҡарап. – Мөмкин тиклем тыныс яуап бирҙе Хәсән. – Нормаһы юҡ. Төрлөсә була.
– Әкиәтеңде башҡа ерҙә һөйлә, йәме, миңә һөйләмә. Аппендицитты иң күбендә лә ярты сәғәт эсендә алып ташлайҙар. Әллә һиңә, медик булмағас та, шыр наҙан тип уйлайһыңмы! Әпәт уйнаш Зәлифәң менән бергә булдыңмы?.. Иш-шу телефонын һүндереп ҡуйған...
Инде сәй эсеүен туҡтатҡан Хәсән әкрен генә урынынан торҙо. Кранды асып, ашанған һауыт-һабаһын йыуырға тотондо. Был юлы иренең ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәүе ҡатынды үтә ярһытты.
– Нимә, уйнаш ҡатаһы, әйтер һүҙең юҡмы? То-то... Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ шул...
– Мине нахаҡҡа рәнйетеүең етмәгән, һис ғәйепһеҙ Зәлифәгә яла яғып, гонаһтан ҡурҡмайһың, Сәғиҙә. Кемделер зина ҡылыуҙа урынһыҙ ғәйепләһәң, үҙеңә ана шул зина ҙурлығындағы гонаһ яҙыла икәнен мин һиңә әйттем шикелле ҡасандыр...
– Һай-һай, ҡалай мулла берәү! Ә нишләп һин һаман Зәлифәңде яҡлашаһың, бер ҙә һүҙ тейҙергең килмәй?..
Ғәҙәттә сыға торған ғауғаның башы ғына әле был. Әммә хәләл ефете нисек кенә сәрелдәмәһен, ниндәй генә ағыулы һүҙҙәр ташламаһын, Хәсән башҡаса уға яуап бирмәҫкә булды. Шулай өнһөҙ генә йөрөп, оло сумкаға кәрәкле әйберҙәрен йыйырға тотондо. Иң тәүҙә паспорт, диплом, табип сертификаты кеүек мөһим документтарын барланы, шунан костюм, эске кейемдәрен сумкаһына тыҡты. Ҡырынғыс-фәләнен дә онотманы.
Уның ғүмерҙә лә ҡыланмаған был эшен күреп торған Сәғиҙә телен йотто. Дежурға тиһәң, улай уҡ күп әйбер йыймай торғайны, етмәһә бөгөн уның сираты ла түгел, буғай... Бая ғына ҡыҙара-бүртеп торған йөҙө кинәт ағарып ҡалғандай тойолдо.
– Ҡайҙа йыйындың? – тине ул, күпкә һүрелә төшөп.
– Китәм. – Бер һүҙ менән генә яуап бирҙе Хәсән.
– Ҡайҙа китәһең?.. – тине Сәғиҙәһе, был юлы иларға етешеп.
– Просто китәм. Ошо көн килерен әллә нисә йыл элек үк һиҙенеп, һығымта яһарға
тейеш инең. Был хаҡта һине күпме тапҡырҙар киҫәттем. Әммә, бер ҡайҙа ла китә алмаҫ, тип уйланың. Үҙеңә ғүмерлеккә бирелгән шәхси милегең һымаҡ күрҙең мине. Тик һинең өсөн мин һис тә ҡәҙерле әйбер булманым. Үҙең теләгәнеңсә типкеләп, миңә аяҡ һөртөп йәшәргә тырыштың. Ир булараҡ, минең дә үҙемде хөрмәт итеүгә хоҡуҡлы шәхес икәнемде әллә ҡасан уйыңдан сығарып ташланың, үкенескә ҡаршы.
– Ә балалар?...
– Бирешмәҫтәр. Уға ҡалһа, мин балаларымдан китмәйем... Бәлки, шуларҙың бәхете өсөн китәмдер. – Хәсән төпсөк улының өйләнеүе хаҡындағы ваҡытлыса серҙе ысҡындырып ебәрә яҙҙы... – Аҙыҡлыҡ аҡсаны почта аша һалып торормон. Бик етмәҫтәй булһа, эшкә төш. Аяҡ-ҡулың имен... Хуш.
Ул ишекте асып сыҡҡанды Сәғиҙә күрмәне, сөнки ике ҡулы менән битен ҡаплап, һыңҡый-һыңҡый илай ине.
Эш бүлмәһендә «йәшәй» башлаған Хәсән Хөрмәтович тураһында үҙ-ара һәр төрлө һүҙ йөрөткән персонал бер аҙҙан тыныслана төштө. Уның һәр саҡ эш урынында булыуы дежурҙағы шәфҡәт туташтары өсөн әллә ни ҡулай түгел шул. Кистәрен гәп һата-һата иркенләп сәй эсеп йә иһә берәй телесериал ҡарап булмай... Ә хирургтарға иһә, киреһенсә, бик тә йәтеш: ҡатмарлы осраҡтарҙа консультация бирерлек начальнигың янда... Әйткәндәй, теге саҡта Сәғиҙә менән һуңғы мәртәбә «талаштырған» пациенттың хәле һәүетемсә яҡшыра. Хатта эсенән сығып торған көпшәләрен бөгөп бәйләп ҡуйып, палата эсендә унда-бында йөрөргә лә рөхсәт итте Хөрмәтович. Ғәжәпкә, Сәғиҙә телефон аша башҡаса шылтыратмаҫ булды. Ҡатынының ни уйлап йәшәүе менән Хәсән әллә ни ҡыҙыҡһынманы, сөнки, оҙаҡ йылдар уның менән бергә ғүмер иткән кеше булараҡ, был турала ул яҡынса белә ине. Шулай ҙа, айырым йәшәй башлауҙарына бер аҙна тигәндә, Сәғиҙәһенән тәүге сигнал булды. Тик телефон аша түгел.
– Инергә мөмкинме, Хәсән Хөрмәтович? – тине бүлмәнең ишеген ҡыйыуһыҙ ғына шаҡый-шаҡый асҡан Зәлифә иртә менән. «Үтегеҙ», – тине аҡ халатын да кейеп
өлгөрмәгән доктор. Өҫтәлендә торған сәғәтенә ҡарап алды. Эш башларға әле ярты сәғәт самаһы ваҡыт бар.
– Тыңлайым һеҙҙе, Зәлифә Моратовна. Берәй ашығыс һорауығыҙ бармы? – тине ул һәм ҡырынғысының шнурын розетканан һурып алды, өҫтәлендә торған ҡупшы һауытлы одеколонын битенә һиптерҙе.
Зәлифәгә бигерәк тә оҡшай шул еҫ! Әммә бөгөн хушбуй ҡайғыһы юҡ унда.
– Ғәфү итегеҙ, Хәсән Хөрмәтович, – тип башланы ул һүҙен. – Кисә кис миңә ҡа тынығыҙ килде.
– Сәғиҙәме?.. – Ни әйткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды Хәсән Хөрмәтович. Крахмаллап үтекләнгән халатын кейеп алды ла өҫтәл артындағы ултырғысына барып ултырҙы.
– Минең белеүемсә, Хәсән Хөрмәтович, һеҙҙең бер генә ҡатынығыҙ бар. – Зәлифә аҡ ҡалпағы аҫтынан сыҡҡан бер шәлкем сәсен йүнәтеп, яңынан йәшерҙе.
Авторы Хәлил Һөйөндөков.( Дауамы бар.)