Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
17 Ғинуар , 16:00
1

Аҡ билет (Хикәйә)

Арабыҙҙа күрше Сосновка ауылынан Гриша исемле егет тә бар. Хәрби комиссариатҡа ул лаяҡыл иҫерек килде. Дөрөҫөрәге, ҡултыҡлап алып килделәр. Нисек ҡурҡмағандыр, кем менән шул тиклем эскәндер – берәү ҙә белмәй. Военком уны күреү менән:– Кем була фамилияһы? – тип аныҡлағас, – әйҙә, бында индереп бикләйбеҙ, – тип ҙур булмаған бүлмәнең ишеген асты. Гришаны һөйрәкләп ошо бүлмәгә индереп бикләнеләр...    

Аҡ билет (Хикәйә)
Аҡ билет (Хикәйә)

Эх, бала саҡта йәйҙе көтөп алыуҙарым! Оҙайлы ҡыш үтә, уҡыуҙар тамамланып, йәйге каникул башлана. Июнь урталарында колхоз бесәнгә төшә. Бына шул ваҡыт беҙ, ауыл малайҙары, «общий двор» тип аталған, колхоздың ҡамыт, ыңғырсаҡ, дуға һәм башҡа кәрәк-яраҡ һаҡланған ҙур булмаған келәтенә йыйылабыҙ. Ат ҡараусы булып эшләгән Ильяс олатай һәм Хаммат ағай, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға тәғәйенләп, ҡамыт, ыңғырсаҡ, дуға, арҡалыҡ ҡайышын өләшеп сыға. Беҙ, малайҙарҙың, күҙҙәре үткер, эшсе ҡиәфәт менән барыһын тикшереп ҡарап, ҡабул итеп алабыҙ. Бергә йыйнап, һәр кем сбруйының билгеләрен иҫтә ҡалдырып таралышабыҙ. Һөйрәлә йөрөргә аттарҙы, һәр кемдең сослоғона, үткенлегенә ҡарап, тәғәйенләп бирәләр. Йыуаш малайҙарға, сабан булһа ла, йыуаш ат эләгә, ҡыйыу, үткен малайҙарға салт малҡай тәтей. Миңә һәр ваҡыт йыл да өйрәнгән атымды – күк бейәне бирәләр. Дөрөҫөн әйткәндә, һәр ҡайһыбыҙға йылда һөйрәлә егеп өйрәнгән атыбыҙҙы тәғәйенләйҙәр. Беҙ, малайҙар, күберәк аттарҙы сабыштырырға, ярышырға яратабыҙ. Минең күк бейә, сабышыуҙа әллә ни алдыра алмаһа ла, тыныс холоҡло. Йыл да ҡолонлай. Тик бына ҡолон башҡа бәлә була торғайны. Көнө буйы арттан эйәреп йөрөп, кискә табан арый, эҫенән, себен, күгәүен талауҙан ҡасып, ағас күләгәһендә тора ла ҡала, һыҙғырып саҡырһаң да эйәрмәй. 
Ҡайһы саҡ төшкө аштан һуң бейәһенә эйәрмәй һыу буйында төтәткес һалынған стандан сыҡмай (бесәнселәр ятағын бар кеше шулай тип атай). Бер-ике сәғәт үтеүгә, бейәһенең елене тулыша ла, ҡолонон юғалтып, тынысһыҙлана башлай.     
Ваҡыт һайын яланды яңғыратып, ҡолонон саҡырып, бер туҡтауһыҙ кешәнәй, тынысһыҙлана, тыпырсына, өҫтәүенә күгәүендәр тыңғы бирмәй. Кис етә. Бөгөнгә эш тамам. Бесән тейәүсе апайҙар, тырматыусы ҡыҙҙар һөйрәткегә бесән һалып, биш-алты кеше тейәлешәләр. Беҙ, ат башындағы малайҙар, шуны ғына көтәбеҙ, кем уҙарҙан, аттарыбыҙҙы ярыштырып, ҡыуышҡа табан елдерәбеҙ.     
Барыбыҙҙы ла «кашауар» Васпиямал апайҙың бешергән тәмле ашы көтә. Тамаҡ туйҙырғас, кемдәр ҡыуышта әүен баҙарына китә, кемдәр зың ҡубып, ҡыҙҙар менән шаяра. Беҙ, бер нисә малай, һәр ваҡыттағыса, кәбән һалыусы абзыйҙарҙың ҡыуышы тирәһенә йыйылышабыҙ. Ҡыҙыҡлы мәҙәктәр тыңлап, яңылыҡтарға ҡолаҡ һалып, ваҡыт үткәрәбеҙ. Ат ҡараусы Ильяс олатай аттарҙы теүәлләп эргәләге тау битенә төнгөлөккә ҡыуа ла кәбәнселәр эргәһенә килеп ултыра. Сәй яһап эсә, шунан үҙенең яңы хәбәрен теҙә. Беҙгә шул ғына кәрәк, бер-беребеҙгә һыйынышып, олатайыбыҙҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр бер һүҙҙе йотлоғоп тыңлайбыҙ.
– Һуғышҡа ауылыбыҙҙан 19 йәше тулған бер тиҫтер егеттәр бергә саҡырылдыҡ, – тип башланы ул үҙенең һуғышҡа киткән осорон иҫкә төшөрөп. Комиссия үткәс, юлға әҙерләнеп килергә ваҡыт биреп, өйгә ҡайтарҙылар. Билдәләнгән көндә, барыбыҙ ҙа арҡабыҙға юл тоҡсайы аҫып, район үҙәгендә урынлашҡан хәрби коиссариатҡа йыйылдыҡ. 1942 йылдың йылы йәйе ине. Сафҡа теҙеп, исем-шәрифебеҙ буйынса тикшергәс, «Вольно!» командаһы яңғыраны. Иркен тын алып, хәрби комиссариат алдындағы йәш үләнгә сүгәләнек. Кемдер тәмәке ҡабыҙҙы, кемдер оҙатырға килгән туғандары менән һаубуллаша. Арабыҙҙа күрше Сосновка ауылынан Гриша исемле егет тә бар. Хәрби комиссариатҡа ул лаяҡыл иҫерек килде. Дөрөҫөрәге, ҡултыҡлап алып килделәр. Нисек ҡурҡмағандыр, кем менән шул тиклем эскәндер – берәү ҙә белмәй. Военком уны күреп менән:
– Кем була фамилияһы? – тип аныҡлағас, – әйҙә, бында индереп бикләйбеҙ, – тип ҙур булмаған бүлмәнең ишеген асты. Гришаны һөйрәкләп ошо бүлмәгә индереп бикләнеләр.
– Иртәгә тиклем айныҡһын! Сусҡа! Эсеп туймағанһың икән! – тип эттән-эткә һалып һүкте.   
Беҙҙең барыбыҙҙы ла ҡаты иҫкәртеп, район үҙәгенән ситкә таралмаҫҡа ҡуштылар.
Бөгөнгә Һарыҡташ станцияһына барыуҙан фәтеүә юҡ, сөнки Урта Азия тарафынан килеүсе паровоз иртәгә төнөн генә станцияла була. Кемдер туғандарына, кемдер таныш-белештәренә таралыштыҡ. Фронтҡа китеүселәргә ҡәҙер-хөрмәт ҙур, төн үткәреп сығыуға бер кем дә ҡаршы түгел ине. Күрше генә ауылдан булғас, Гришаны яҡшы белә инем. Әсәһенең берҙән-бер иркә малайы. Бер балаға ашау яғы ла мул булғанғалыр, ул кәүҙәгә лә, буйға ла беҙҙән ныҡ айырылып тора ине.
Һуғыш башланырҙан алда, бер йыл элек, ҡапыл әсәһе үлеп китте. Гриша бик ауыр кисергәндер инде был ҡайғыны. Әсәһен ерләп ҡайтҡас, аҙна буйы өйөнә инмәй, солан тупһаһында ултырған икән, тип һөйләнеләр. Йәлләп ашарына ла алып килеп ҡарағандар, үҙҙәренә саҡырғандар. Гриша ҡымшанмаған да. Аптырағас, район үҙәгендә йәшәгән ике туған апаһына хәбәр иткәндәр. Апаһы оҙаҡ көттөрмәй килеп, кәрәк әйберҙәрен йыйнап, өйөн бикләп, үҙенә алып ҡайта...

Иртәгеһен таң менән фронтҡа саҡырылғандар хәрби комиссариатҡа йыйыла башланыҡ. Шул саҡ комиссариатта шау-шыу ҡупты. Беҙ, тағы ни булды икән тип, аптырашып эскә индек. Ә унда военком ярҙамсыһы йәнә Гришаны һүгә.    
– Скотина! Һин ни эшләнең? Юнһеҙ! Алйот! – тип аҡыра.
Ә Гриша, бер ни булмағандай, йоҡоло күҙҙәрен бер асып, бер йомоп, иҙәндәге йәймәһенә ҡарап ҡатҡан. Бер аҙ өндәшмәй торғас, телгә килде:
– Ә ни эшләргә ине миңә? Ишек бикле, этеп ҡараным асылмай, салбарға һалырғамы? Уны йыуырға кәрәк, ҡасан кибә, ә алмаш салбарым юҡ…
– Хәҙер үк йыйыштырып ал! Хайуан! – тип сығырынан сығып ҡысҡырҙы военком ярҙамсыһы.      
– Ә нисек? Нимә менән һөртәйем һуң?      
– Теләһә ни эшлә! Биш минуттан инеп ҡарайым, бер нәмә лә ҡалмаһын бында! Фу! – тип танауын баҫып кабинетына инеп юғалды.
Гриша аптырап ҡалманы бүлмәнең уртаһына һалған йәймәһен көрәктәй ҡулдары менән һоҫоп алды ла, ҡыҙыҡһынып ҡарап торғандарҙы терһәктәре менән йырып, тышҡа сығып китте. Комиссариаттың баҡсаһына ташлағас, бармаҡтарын, устарын кәртә бағанаһына һөрткөләне лә, тағы эскә инеп китте.
Был күренеште тәҙрә аша күреп ҡалған военком ярҙамсыһын саҡырып алды ла уң ҡулының бармағын сикәһе тирәһендә өйрөлткөләп күрһәткәс, Гришаны саҡырып алды. Ҡағыҙға ниҙер яҙып ҡулына тотторҙо ла:
– Район дауаханаһының ҡайҙа икәнен беләһеңме? – тип һораны.
Гриша:
– Беләм, – тип яуаплағас:  
– Бар, ошо ҡағыҙҙы регистратураға тапшыр, ҡалғанын үҙҙәре аңлатыр. Улар яҙып биргән ҡағыҙҙы ҡулыңа алғас, бында килерһең, – тип сығарып ебәрҙе.
Үҙе ярҙамсыһына:     
– Ундайҙарҙы фронтҡа ебәрергә ярамай. Бәләһе беҙгә ҡағыласаҡ кире ҡайтарһалар, беҙҙең баштан һыйпамаясаҡтар, табиптар комиссияһы нимә тип яҙыр? Һуңынан күҙ күрер.

Гришанан башҡа барыбыҙ ҙа фронтҡа киттек. Ауылдан хат алып торҙом. Гришаның хәлен дә һорашып белдем.        
«Аҡ билет» тотторғандар икән. Ул заманда аҡ билет биреп армияға алмаһалар, урамға сығып, кеше күҙенә күренергә оят ине. Ҡайтҡанда ҡаса-боҫа, эңер төшкәс кенә ауылға ҡайтып инә торғайнылар. Күрәһең, ауырыуы булғандыр. 
Һуғышҡа алынмағас, Гриша тыуған ауылына ҡайтып, ике балалы тол ҡатынға йортҡа ингән. Ауылда бик аралашмай, ауылдаштары ла уның менән һүҙгә кереп бармай. «Алйоттарға закон юҡ», тигәндәй, уның холоҡ-фиғеленә әллә ни әһәмиәт бирмәйҙәр.
«Мин һеҙгә ҡағылмайым, һеҙ миңә бәрелмәгеҙ» тигән кеүек, донъя ағышында йөҙөп йәшәй. Яҙ, бесәне бөтә башлағас, төндә һорауһыҙ-ниһеҙ колхоз аҙбарынан бер күбә тирәһе бесәнде арҡанлап, елкәһенә һалып алып ҡайтып килгәндә, бригадир тота тегене. Әммә әллә шөрләп, әллә йәлләп, тауыш күтәрмәй. Йәй бер кәбән бесән сабып бирәһең, тип иҫкәртеүҙән уҙмай. Ул хәлде һуңынан, һуғыштан һуң байтаҡ йылдар үткәс, лаҡап итеп һөйләнеләр.     
Ильяс олатай хәбәренән туҡтап, сынаяғына һыуыҡ сәйҙе ҡойоп эсте лә, ҡабаланмай ғына тәмәке ҡабыҙҙы. Тәрән итеп һурғас, һүҙен дауам итте.
– Аяуһыҙ, ҡанлы һуғыш тамамланды. Ауылыбыҙҙан бергә саҡырылып, һуғышҡа киткән алты егеттән икәүебеҙгә генә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙҙы. Һуғыш тамамланыуға бер йыл тирәһе ҡалғас, Гриша ғаиләһе менән Ырымбур өлкәһендәге Һарыҡташҡа күсеп китә.

Байтаҡ йылдар үткәс, Һарыҡташҡа юл төштө. Ит баҙарына инһәм, прилавка артында һатыу итеп торған ир менән ҡатынға иғтибар иттем. Гришаны күҙ һирпеп ҡарау менән таныным. Эргәләренә килеп сиратҡа баҫтым һәм тыныс ҡына ҡарап тора башланым. Гриша, ҡарашы менән миңә текләп торғас, һүҙ ҡушты:
– Һине таныным, тик бына исемең хәтеремдән сыҡҡан, кем тип әйтергә лә белмәйем? – тип миңә күрешергә ҡул һуҙҙы.
Исемемде әйткәс:      
– Эйе, Сайырлы ауылынан бит әле һин, – тип йылмайҙы.
– Әйҙә, ситкәрәк китеп һөйләшәйек, – тип үҙенең артынан әйҙәне.
– Йә! Ни хәлдә йәшәйеш яҡташ? Һине иҫән-һау күреүемә бик шатмын. Имен-аман ҡайтыуыңа ҡыуанам, һаулыҡ нисек? Ғаиләң барҙыр бит, – тип төпсөндө.       
Мин дә үҙ сиратымда уның көн итмеше менән ҡыҙыҡһындым. Һүҙ ыңғайы, башымда мең төрлө уйҙар ҡайнашты. Һөйләгән һүҙҙәрендә бер ниндәй ҙә етешһеҙлек тапмайым, һин дә мин хәбәрен яра ғына.
Бер аҙ шулай һөйләшеп торғас, бар ҡыйыулығымды йыйып:
– Гриша, теге ваҡыт, "теге ваҡыт" тип әйтеүем, һуғышҡа саҡырылған сағыбыҙҙы иҫкә алыуым, нисегерәк булды һуң әле? Эскән баш менән юрый ҡыландыңмы, әллә ысынлап та бер-бер хәл булдымы? – тип һорап ҡуйҙым.      
Гриша башын эйеп, бер нөктәгә ҡарап торҙо ла:
– Кем белә инде, йәш, балалыҡтан яңы сыҡҡан саҡ, бәлки, әсәйемдең үлеме мине ныҡ тетрәткәндер. Һуғыштың нимә икәнен үҙең беләһең, иҫән ҡайтырға яҙған булһа ғәрип булһаң да ҡайтаһың, юҡ икән, яу яланында ятып ҡалаһың. Больницала арлы-бирле тикшерҙеләр ҙә, ҡағыҙ битен тултырғансы яҙып, мисәт һуғып:  
– Бар, комиссариатҡа алып барып бир, тип сығарып ебәрҙеләр. Унда яҙылғанды ентекләп уҡып сыҡҡас, ҡулыма «аҡ билет» тоттороп, ҡайтарып ебәрҙеләр. Бына шул ваҡыттан алып, «аҡ билетем» минән алда йөрөй. Йөк бушатыусынан бүтән эшкә алмайҙар...

Ул бер аҙ уйланып торғас, һүҙен дауам итте, бер нөктәгә ҡарап торҙо ла:
– Ә мин бит техниканы ла беләм, машина йөрөтөргә, трактор, комбайн йүнәтергә, башҡа эшкә лә оҫталығым бар. Ике йыл элек, иҫке йортто һипләп, яңыртып өй һалып сыҡтыҡ. Өйгә электр сымын да үҙем үткәрҙем… Үҙемдең балаларым булманы, ҡатынымдың ике балаһын ҡарап үҫтерештем. Әллә ҡатыным минән ауырға ҡалырға ҡурҡты, әллә үҙемдән булды, врачтарға барып йөрөмәнем. Ҡайһы саҡ кешеләрҙең күҙенә тура ҡарарға оялам. Фронтҡа ебәрһәләр, яҡшы булған да бит, тип уйлап ҡуям. Үлеп ҡалһам да, тере ҡайтһам да…

Ул йәнә бер аҙ уйланып торғас:
– Сусҡа аҫырайбыҙ, ҡош-ҡорт тотабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Ял көндәре һирәкләп булһа ла баҙарға сығып ит һатабыҙ...
Гриша ҡатынының эргәһенә килеп, ҙур ғына киҫәк сусҡа итенә төртөп күрһәтте лә:        
– Ал, бушлай бирәм, күстәнәскә... Килтер сумкаңды, – тип, минең кәрәкмәй тиеүемә ҡарамай, итте сумкама тыҡты. Ҡатыны:
– Кем ул? – тип һорауына:
– Сайырлы ауылынан балалыҡ дуҫым, – тип яуап бирҙе. – Ильясҡа буш бирһәм дә була, ул минең өсөн дә, үҙе өсөн дә фронтта немецтарға ҡаршы һуғышты, – тип һөйләнеп, адресын яҙып ҡулыма тоторҙо.
– Юл төшкәндә килеп йөрө, ҡатының менән бергәләп килегеҙ, – тип хушлашырға ҡулын һуҙҙы.    
Мин баҙар ҡапҡаһынан сыҡҡас, ҡапыл да ҡайһы яҡҡа атларға белмәй юғалып ҡалдым. Әле генә булған осрашыуға, аңҡы-тиңке булып, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, бер урында тапанып торҙом да, тоҫмал менән ҡайтыу яғына юлландым. Ҡулыма тотҡан ҙур булмаған моҡсайымдың эсендә ятҡан күстәнәс ит, ниндәйҙер көс етмәҫлек, ауыр йөк кеүек тойолһа ла, ни хәл итәһең инде, ташлап китеп булмай. Гриша уны ысын күңелдән күстәнәс итеп бирҙе бит...

Бына шундай хәтирәне һөйләне Ильяс олатай.

Авторы - Хәмзә Ишдәүләтов.

Аҡ билет (Хикәйә)
Аҡ билет (Хикәйә)
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас