“Шулайҙыр инде, ҙур ҡалала, ҙур хужа булып эшләгәс, ваҡыты ла бик самалылыр инде”, - тип әсәйең, мәрхүмә Зәбиҙә апайҙы әйтәм, ҡыуанып, йәшәреп киткән кеүек булды ошо хатты алғас. Таҙа булһа ла өйөн йыуып, тәҙрә быялаларын һөрткөләп, ишек алдын һепереп, ҡыйшая башлаған ҡапҡа бағанаһын кемгәлер әйтеп, турайтырып йүнәттерҙе. “Хәниф улым заводта ҙур хужа булып эшләй, бәлки, бергә эшләгән дуҫ-иштәре менән бергә килеп төшөрҙәр. Иптәштәре алдында уңайһыҙланыр балам”, – тигән булды. Ҡыш еткәс, соландағы өҫтәлен өйгә кереттереп урындыҡ эргәләп, тәҙрәгә яҡынайтып ҡуйҙыртты. “Миңә сәй эскәндә оло юлды, ауыл осон күҙәтергә уңайлы була“, – тигән булды мәрхүмә. Хәл ҡәҙәре ярҙам иттем инде Зәбиҙә апайға. Йылғанан бер күнәк һыуҙы үҙебеҙгә алып ҡайтһам, бер күнәк уға алып килдем. Мин дә бит хәҙер һыңар ҡул ҡалдым, береһе шыпа ла эшкинмәй. Һул ҡул менән бер нәмә лә тотоп булмай, – тип еңенең төймәһен ысҡындырып, сибек кенә булып ҡалған ҡулын күрһәтте күрше йәшәгән Фәһим бабай.
Хәниф башын түбән эйеп, эйәген устарына терәгән килеш, ҡарт һөйләгән һүҙҙәрҙе ярым-ярты ишетеп тыңланы. Уның күҙ алдына ошо өй ихатаһында йүгереп йөрөп үҫкән ғәмһеҙ бала сағы, әсәһенең иртәле-кисле һыйыр һауып, малдарҙы көтөүгә ҡыуыуы, кис бергә көтөү ҡаршылауҙары, үҙенсә генә бер моң сығарып геүләгән сепарат тауышы ҡолағына сағылғандай булды, уйҙары буталды. Ул күҙҙәрен бер йомдо, бер асты, үҙе лә һиҙмәҫтән танауын мыш-мыш тартты.
Фәһим ҡарт йыуатҡандай:
– Ни хәл итәһең инде, Хәниф улым, Хоҙайҙың яҙғаны шунан ғибәрәт булғандыр инде, – тип үҙ алдына һөйләнде. – Әйҙә бик кисләп китмәҫтән зыяратҡа, әсәйеңдең ҡәберенә барып киләйек, бик кискә ҡалырға ярамаҫ, – тип өҫтәне
Хәниф ауырлыҡ менән урынынан торҙо ла:
– Әйҙә, улайһа барып киләйек, – тип Фәһим ҡарттың артынан эйәрҙе.
Фәһим бабай юл буйы үҙенең хәбәрен теҙҙе.
– Зәбиҙә апайҙы ерләргә бар ауыл килде тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Хәйер, ауылда борондан, мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыуҙы һәр кем үҙенең изге бурысы тип һанай, әйткәнде көтмәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙ булһын, аяҡтан йөрөгән ҡарт-ҡоро - зыярат ҡапҡаһына еткәнсе оҙатып киләләр. Зәбиҙә апай изге күңелле, йомарт, асыҡ йөҙлө, абруйлы булды, урыны йәннәттә булһын инде мәрхүмәнең.
Хәниф зыярат ҡапҡаһына килеп еткәс кенә, һиҫкәнеп киткәндәй, түбән эйеп килгән башын күтәреп тирә-яғына, зыяратты уратып кәртәләгән ҡоймаға күҙ йүгертеп ҡараны.
Фәһим бабай зыярат ҡапҡаһын асып эскә табан үтте лә:
– Әйҙә, үт, бына ошонда булды инде әсәйеңдең мәңгелек йорто, – тип ҡара тупраҡ өйөмөнә ымлап күрһәтте.
Хәниф тамағына килеп тығылған төйөрҙә көскә йотоп ебәрҙе. Күҙҙәренән тәгәрләп төшөп килгән йәшен бала сағындағы кеүек ененең осо менән һөрттө лә, асыҡ ҡапҡанан эскә табан үтте. Ҡәбер тупрағы өйөмөнә, ҡәбер ташы урынына ҡуйылған ағас бағанаға ялпаҡлап сабылып, йәшел буяу менән яҙылған яҙыуға ҡарап, тын алырға ла ҡурҡып, таш һын кеүек ҡатты.
Йөрәгенең дөп-дөп итеп типкәнен тыңлаған кеүек, тәрән уйға ҡалып бер аҙ баҫып торғас, ҡәбер тупрағы өйөмө эргәһенә сүкәйеп ултырҙы ла күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Усына йомарлап тупраҡ алып ҡәберлек өҫтөнә һалды ла һалды, туҡтай алмай һулҡылданы. Ситтән ҡарағанда оло кешенең тупраҡты устарына алып һибеүе, үҙенең һулҡылдап, тауыш-тынһыҙ илауы бәләкәй баланың нимәгәлер үпкәләп һулҡылдап, ҡом өйөмөндә уйнауын хәтерләтә ине.
Фәһим бабай йәнәшә тубыҡланып ултырҙы ла аят уҡыны. Тамамлағас, бер аҙ уйланып ултырҙы ла: “Илаһын, эсендә төйөр булып ятмаһын. Күҙ йәше ҡайғыны һыпырып ташламаһа ла бер аҙ еңеләйтә”, – тип фаразланы.
Ауылға улар әйләнеп ҡайтҡанда ҡояш байырға ла күп ҡалманы. Ауыл осонда туҙан туҙҙырып килгән көтөү күренде. Фәһим ҡарт Хәнифте үҙҙәренә саҡырҙы. Сәй эскәс, тышҡа саф һауаға сығып нигеҙ буйына ҡуйылған эскәмйәгә ултырҙылар. Хәнифтең ҡолағына күптән онотолған таныш моң - һөт тамсыларының күнәккә бәрелеп, тыж-тыж иткән тауышы илаһи моң булып салынды, моңһоу күңелен тағы ла ҡуҙғытып ебәрҙе. Уйҙары, йылдар төпкөлөндә тороп ҡалған бала сағына әйләнеп ҡайттылар, күҙҙәренә йәш тығылды. Илап ебәреүҙән уңайһыҙланып бер нисә тапҡыр тамағын ҡырып алды. Ярты төн еткәнсе һөйләшеп ултырҙылар. Күберәк Фәһим бабай һөйләне йә ҡала тормошон һорашты. Вертолёт заводы менән ҡыҙыҡһынды. Хәниф "эйе", "юҡ", "төрлөсә инде" тип теләр-теләмәҫ кенә һүҙгә ҡушылды.
Фәһим ҡарт:
– Зәбиҙә апай ҡапҡағыҙ төбөндә көндә ултырған урынында йән биргән. Ҡараңғы төшкәс, ниңә өйөнә инмәй икән тип эргәһенә килеп өндәшһәм, тауыш бирмәй, ҡулдарын тотһам, һып-һыуыҡ. Баҡсағыҙҙың кәртәһенә арҡаһын терәгән дә, ҡараштары менән һаман юл өҫтөн байҡағандай, йән биргән мәрхүмә. Өҫтөндә матур биҙәкле күлдәге, аяғында өр-яңы йылтыр кәлүш. Бер көн элек мунсаға әйткән инек, мунса инеп таҙарынып сыҡты. Һандыҡ өҫтөндә хәйерлек тигән таҫтамалдары, яулыҡтары, ҡулъяулыҡтары, аҡсаһы ла ята ине. Әллә үлерен һиҙҙе микән. Һиңә телеграмма һуҡҡан инек, алмағанһыңдыр ахыры, ниңәлер ҡайтманың? Әллә телеграмма барып етмәне микән, тип аптыраштыҡ. Әллә, командировкала-фәлән булдыңмы?
Хәниф тамағына килеп төйөлгән төйөрҙө көскә йотоп ебәрҙе лә:
– Кисә, күрше фатирҙа йәшәгән ирҙе осраттым, ул почта йәшнигенең ярығынан яҙа-йоҙа ниндәйҙер телеграммаға оҡшаған ҡағыҙҙы күреүен әйтте. Мин эштән ҡайтышлай һәр ваҡыт йәшникте асып ҡарайым. Ул буш ине. Ҡатынымдан телеграмма тураһында һорағайным:
– Ниндәй телеграмма булһын, башымды ҡатырма, бер ниндәй ҙә телеграмма юҡ ине, ҡасан, кем күргән, кем әйтте? – тип үҙемә һорау артынан һорау яуҙыра башланы.
Ул Фәһим ҡартҡа дөрөҫөн әйтә алманы, теле әйләнмәне. Тимәк, Миңлегөл миңә үсләшеп юҡ иткән ул телеграмманы. Ул бит эштән иртә ҡайта. Бына хәҙер генә ул ҡатынының ниндәй ҡара эсле, әшәке икәнлеген уйлап таң ҡалды. Ниндәй ярамаҫлыҡ хаслыҡ ҡылды икән ҡатыны алдында. Әҙәм башына һыймаҫлыҡ хәл бит. Тот та телеграмманы күрһәтмә, йомарлап ҡый-һай күнәгенә ташла. Ул бит театр йә киноға барыу билете түгел.
Тыуған йортҡа кис инергә ниңәлер күңеле төшмәне. Бала сағындағы кеүек нимәнәндер шомланды. Хәҙер унда индең ни ҙә инмәнең ни. Кем көтә унда? Әҙер урынға ятҡас та йоҡлай алмай, таң атҡансы уйҙарының осона сыға алманы. Хәниф әсәһенең ваҡытһыҙ был донъянан китеүенә үҙен ғәйепле һанай ине. Атаһы Ғәлимйән ағай иртә китте был яҡты донъянан, йөрәк өйәнәгенән вафат булды. Хәнифкә барлығы ете генә йәш ине. Әсәһе, һоратыусылар булһа ла, ҡабат кейәүгә сыҡманы, ғүмерен үҙенең яратҡан эшенә, балалар уҡытыуға бағышланы. Хәниф Өфө авиация институтына уҡырға ингәс, биш йыл буйы бер ниндәй ҡыйынлыҡтар күрһәтмәй, уҡытып сығарҙы.
Нимәгә кәрәк булды икән йыл да ул ял йорто. Отпуск алғас ауылға ҡайтып әйлән бит инде, ике-өс көнгә булһа ла. Унан дүрт яғың ҡибла, теләгән ергә кит. Ҡатынының һүҙенән сыға алманы шул, йомшаҡ булды. Ҡаршы килеп, ҡатынының күңелен ҡырыуҙан уңайһыҙланды. Әсәһе һаулығына зарланмай ҙа кеүек ине. Үҙен-үҙе ҡарап тигәндәй донъя көттө, ҡош-ҡорт аҫраны. Хәниф һирәкләп булһа ла аҡса ебәреп торҙо. Әммә үҙенең вайымһыҙлығы арҡаһында ауылына, уның өсөн өҙгөләнгән ғәзиз әсәһе янына ҡайтып килергә ваҡыт тапманы. Биш-алты йыл үтеп киткәндер һуңғы тапҡыр ҡыҫҡа ғына ваҡытлы ҡайтып китеүенә. Һағыш кешене һарғайта, һау кешене ауырыуға һалыштыра, аҡылынан яҙырлыҡ хәлгә еткерә тиҙәр бит. Әсә күңеле нескә, берҙән-бер улы Хәниф өсөн йәнен бирерҙәй булып йәшәне. Тик Хәниф уны һуң, донъяла иң ҡәҙерле ғәзиз кешеһен юғалтҡас ҡына аңланы. Эш, карьера, завод тип ҡай саҡ төн йоҡоһон йоҡламаны. Әммә йыл да ғаиләһе менән ял йортона барып ял итеп ҡайтырға онотманы. Отпускыһының ҡалған көндәрен дачаһында, дуҫтары менән күңел асып үткәрҙе йә балыҡҡа йөрөнө.
Ҡатыны Миңлегөлгә:
– Әйҙә ҡышҡа әсәйҙе үҙебеҙгә алып ҡайтайыҡ, дүрт бүлмәле фатирыбыҙҙың бер бүлмәһендә йәшәр, йәйгә, теләһә ауылға кире алып ҡайтырбыҙ, – тип һүҙ башлағайны, уныһы:
– Улайға китһә, минең дә атай-әсәйем бар, мин дә уларҙы алып киләм, әллә уларҙың бар уңайлыҡтары булған ҡала фатирында йәшәгеләре килмәҫ тиһеңме, – тип ҡаршы төштө.
– Улар яңғыҙы түгелдәр бит. Улы, килене ҡарамағында йәшәйҙәр.
– Ауыҙыңды ла асма, башыңа ла алма, ошоғаса ҡалала йәшәмәгән бит. Ауылда ла уға насар түгел, түшәктә ятмай, күрше-күләне хәлен белеп тора, – тип Хәнифкә фекерҙәрен әйтергә лә бирмәне.
Улай ғына түгел, аҙна буйы үсегеп, бүлмәлә тырт-мырт баҫып йөрөнө. Әйтерһең, Хәниф хилафлыҡ ҡылып, ярамаған эш эшләгән. Хатта ашарға ла бешермәне. Хәниф иртән сәй, төш завод ашханаһында тамаҡ ялғаны. Кискә ҡоро-һары менән туҡланды. Уларҙың араһынан һалҡын ел үтте. Хәниф башҡаса ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Хатта үҙен ҡатыны алдында уңайһыҙ хәлгә ҡалған кеүек тойҙо.
Ҡатыны алдында көсһөҙлөк күрһәтһә лә, ир булып хужа була алмаһа ла, ул йомшаҡ характерлы тип иҫәпләмәй үҙен. Ҙур заводта ҙур цехты етәкләй. Ябай инженерҙан өлкән инженерға, унан цех начальнигына тиклем күтәрелде. Коллективта ла, завод етәкселәре араһында ла абруйы ҙур. Үҙенең ҡул аҫтында эшләгән эшселәр, инженерҙар менән һүҙгә килешкәне юҡ. Эш барышында төрлө сәбәптәр сығып торҙо, әммә ул бер кемгә лә тауыш күтәргәне, кемделер ғәйепләгәне булманы. Әммә Миңлегөлө алдында эш боҙған малай кеүек ҡаршы һүҙ әйтә алмай, сөнки ул үҙ һүҙен һүҙ итергә тигән маҡсатты ҡуйғаны булманы...
Таң һыҙыла башлағас, уянып ҡарттар менән тороп йорт алдына сыҡты.
– Һин әллә йоҡламаның да инде, тегеләй-былай борһаландың, ят ерҙә үҙемдең дә холоҡ шулай, – тип Фәһим ҡарт өйҙөң асҡысын ҡулына тотторҙо.
– Әйҙә, тыуған йортоңдо асып кер, кисә һиңә әйтергә ҡыйманым, үҙе беләһеңдер тип.
Эскә ингәс Хәниф ҡараштары менән өйҙө байҡаны. Барыһы ла нисек булған шул килеш, тик бына ҡаршыһына бер кем дә сыҡманы. “Ҡайттыңмы, балам?”, тип ҡулын биреп күрешмәне.
– Ерләгәс, беҙҙә аят уҡытып, хәйер саҙаҡаһын тараттыҡ.
– Рәхмәт, Фәһим ағай. Яҡшылығығыҙҙы мәңге онотмам, барығыҙҙың алдында мин оло бурыслымын, – тип ғәйепле икәнлеген тағы бер тапҡыр телгә алды.
Фәһим ҡарт:
– Ярар мин ҡайтайым, йә әбей юғалтыр, – тип сығып китте.
Хәнифтең тамағына ҡаты төйөр килеп тығылды. Ул арып, хәле бөткәндәй урындыҡҡа лып ултырҙы.
Яңғыҙы ҡалғас:
– Әсәкәйем! Ҡәҙерлем минең! – тип үҙ алдына бышылданы, – мин ҡайтмағанға үпкәләгәнһеңдер инде. Йөрәгең әрнеп, зарығып, һары һағыштарға батып, был яҡты донъяларҙан китеп барҙың инде. Кисер инде мине, әсәй, ғәфү ит, ғәфү итә алһаң. Һин мине ғәфү итәрһең, әммә мин үҙемде ғәфү итә алмайым. Минең кеше булырға хаҡым да юҡ.
Хәниф үҙенең нимә һөйләгәндәренә лә иғтибар итмәй, аҡылынан яҙғандай, үҙ алдына бышырланы.
Күршеләренә әйләнеп килгәндә Фәһим ҡарт солан һикәлтәһендә ултыра ине. Хәниф ни тип һүҙ башларға белмәй аптыраған ҡиәфәттә баҫып тора ине, ҡарт үҙе башланы.
– Ауылға бер йыл элек эшкә килгән Хәйерниса исемле фельдшер һеҙҙең өйҙө һораша ине. Быға тиклем Миңлебикә ҡарсыҡтың өйөндә йәшәне. Хәҙер ул ҡарсыҡтың Себерҙә йәшәгән улы күсеп ҡайтты. Хаҡлы ялға сыҡҡандар тыуған ауылдарына тартылалар. Күрше ауылға ике ғаилә күсеп ҡайтты Себерҙән. Сатан Миңлисламдың улдары, бәлки, беләһеңдер, уларҙың атаһы һинең атайың менән бер йылғы. Ана Хәйерниса килен үҙе беҙгә инеп килә, һинең ҡайтыуыңды береһенән ишеткәндер, ахыры.
Үҙе әбейенә:
– Самауырыңды яңырт, ҡунаҡтарҙы ҡоро сәй менән булһа ла һыйлайыҡ, – тип өтәләнеп һөрәнләне.
Ҡапҡанан ингән ҡатынды күргәс Хәниф ҡойолдо ла төштө. Өнөммө, төшөммө, тигәндәй ҡараштарын бер ҡатынға, бер Фәһим ҡартҡа йүнәлтте.
Хәйерниса ла ғәжәпләнеп:
– Бәй... кемде күрәм, әллә яңылышам тиһәм, юҡтыр тип уйлайым, Хәниф һин түгелме? – тип йылмайып килеп күреште.
Хәниф:
– Мин дә ышанып етмәйем һине күреүемә, күпме йылдар үткәс, күпме һыуҙар аҡҡас, бына осраштыҡ.
Бер аҙ аптырауҙан баҙап ҡалған Фәһим ҡарт:
– Бәй, һеҙ таныштар ҙа булып сыҡтығыҙ бит.
– Эйе, беҙ студент йылдарынан танышбыҙ, – Хәниф нисек булған шулай һөйләп бирҙе. – Хәйерниса мединститутында, мин авиационыйҙа уҡыным. Студент йылдарында йыш ҡына дискотекалар ойоштороп күңел аса торғайныҡ. Диплом алғас юлдарыбыҙ айырылды. Миңә Күмертау вертолёт заводына йүнәлтмә бирҙеләр. Ә Хәйерниса ҡайһы яҡтарға юлланғандыр әйтә алмайым.
– Килен тип әйтеүем шунан, беҙҙең яҡта ситтән килгән ҡатын-ҡыҙҙы фельдшер, уҡытыусы, һатыусы, клуб мөдире булһын - барыһын да туған күреп килен тибеҙ, йәштәр еңгәй ти, – тип һүҙгә ҡушылды Фәһим ҡарт.
– Йә, Хәйерниса, нисек беҙҙең яҡтарға килеп юлыҡтың һөйләп ебәр? – тип Хәниф өҙөлгән хәбәрҙе ялғаны.
– Тормош көткән иптәшем фажиғәле һәләк булғас, нишләптер район үҙәгендә башҡаса ҡалғым килмәне. Һеҙҙең ауылға фельдшер кәрәк тигәс, үҙ теләгем менән ошо ауылға килдем.
Хәниф кеҫәһенән өйөнөң асҡысын сығарып:
– Әйҙә өйҙө инеп ҡара, мин әле генә шунан. Һин әсәйем иҫән саҡта килгәнең булғандыр? – тип алдан юл күрһәтте.
– Зәбиҙә инәй мәрхүм тигәнде ишеткәс, килеп ҡарап, үлеме тураһында белешмә яҙып бирҙем ауыл хакимиәтенә. Ҡалаға алып барып тикшертергә ҡаршы торҙом, сөнки инәй оло йәштә, ниңә мәрхүмәне ҡуҙғатып йөрөтөргә? Хакимиәт башлығы ҡапыл-ғара баҙап ҡалды: "Әлләсе, һуңынан һүҙ килеп сыҡмаһа" тип. “Сыҡмаҫ, мин ябай фельдшер түгел, ә юғары белемле табип, район дауаханаһында эшләгән кеше”, – тинем.
Юл ыңғайы Хәниф ҡатындың буй-һынына күҙ һалды. Кәүҙәһен тура тотоп, йәшлек күркәмлеген юғалтмай атлай, йөҙө һис бер йыйырсыҡһыҙ, килешле генә үҫтергән сәсле, ыҫпай ғына кейенгән. Медицина хеҙмәткәре шулай булырға тейештер ҙә, тип һығымта яһап ҡуйҙы ир.
Өйҙөң ишеген асҡас:
– Рәхим ит, әсәйем өйҙө таҙа, бөхтә итеп тотто. Өй иҫке генә, күреп тораһың. Оҡшатырһыңмы, юҡмы, үҙең ҡара... Әсәйҙән ҡалған кейем-һалым, әйберҙәрҙе йыйнап келәткә сығарырмын, һинең үҙеңдең әйберҙәрең барҙыр. - Һәм көтмәгәндә һорау бирҙе, - Ә һинең бала-сағаларың барҙыр бит, улар уҡыйҙармы, эшләйҙәрме тигәндәй?
– Ҡыҙым Ҡаҙанда университетта тәүге йыл уҡый, буласаҡ юрист, башҡа бала тапманым, – тип Хәйерниса мөләйем генә йылмайып ҡуйҙы. – Ә үҙең заводта кем булып эшләйһең, ғаиләң барҙыр?– тип Хәйерниса ла һорап ҡуйҙы.
– Цех начальниғы булып эшләйем, ике ҡыҙ үҫтерҙек. Ҡыҙҙар уҡып-белем алып, тормошҡа сығып, һәр ҡайһы үҙ донъяһы менән йәшәй. Ә һин һуңлабыраҡ тормошҡа сыҡҡанһыңдыр шулаймы? – тип урынһыҙ булһа ла тағы һорап ҡуйҙы Хәниф.
– Эйе, йүнәлтмә менән район үҙәге дауаханаһына килеп эшкә урынлаштым. Тәүге мәл бер апайҙа фатирҙа йәшәнем. Дауахананың үҙендәге бер бүлмәне биргәйнеләр ваҡытлыса йәшәргә, баш тарттым. Яңғыҙыма нимәгә ул бүлмә. Ә фатир хужаһы апай менән серләшеп, иптәшләшеп йәшәнек. Дауаханала шофёр булып эшләгән утыҙҙы үткән буйҙаҡ ир һағыҙаҡ кеүек йәбеште, башымды әйләндерҙе. Сибәр, телгә бөткән, байтаҡ ҡыҙҙарҙың башын әйләндергән, дөрөҫөн әйткәндә, тормошҡа еңел ҡараған елғыуар булып сыҡты. Ҡыҙыбыҙ тыуып ике йәш тулыуға холҡон күрһәтә башланы. Сит бисәләрҙә ҡунып ҡала ине. Мин өндәшмәнем, балабыҙ хаҡына түҙҙем. Эскән килеш йөрөп, танытмаһын алдырғас, кочегар булып эшкә урынлашты. Унда инде ҡайҙа йөрөгәне, эштән ҡасан ҡайтҡаны ла, ҡасан киткәне лә билдәһеҙ булды. Шулай үҙ башына үҙе етте. Сираттағы эскелек ваҡытында, әшнәләре менән үҙ-ара бәхәс сығып, һуғышып киткәнәр, уны шунда туҡмап үлтергәндәр. Уны ерләгәс ниңәлер район дауаханаһында ла, ғөмүмән, район үҙәгендә лә ҡалғым килмәне. Бына шулай һеҙҙең ауылға килеп эшкә урынлаштым.
Хәйерниса яҙмышының ошолай килеп сығыуына оялғандай, ҡараштарын аҫҡа төшөрҙө.
Икеһе лә бер аҙға тын ҡалдылар. Хәниф үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Ә ҡала дауаханаһына эшкә урынлашырға тигән уйың булманымы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Әллә, ул турала уйлағаным булманы. Хеҙмәт кенәгәмдәге яҙманы уҡығас: “Ниңә улай район дауаханаһында эшләгәнһең, унан ауылға фельдшер булып күскәнһең, бәлки, табип булып эшләргә һәләтең юҡтыр, тип һорап ҡуйырҙар. Фатир мәсьәләһе хәҙер ҡалала проблема түгел, ул хаҡта уйлағаным булманы. Ауылда тыуып үҫкәнгә ауыл тормошо миңә яҡыныраҡ. Ҡыҙымды уҡытып сығарыу миңә төп бурыс булып тора...
Хәнифтең башында фекер тыуа биреп ҡуйғайны, шуны ла әйтмәйенсә булдыра алманы.
– Беләһеңме, Хәйерниса, әйҙә ҡалаға, башҡа ҡалаларға ҡарағанда Күмертауҙа фатир осһоҙораҡ. Тәүге мәл ҡуртымға алып йәшәп торорһоң. Мин һиңә ярҙам итермен. Юғары белемле табип була тороп, ауылда ябай фельдшер ғына булып ҡалыу ярамаҫ, һис шикһеҙ оло ергә ынтылырға кәрәк, тип уйлайым. Ауыл кешеһе ауырып китһә иң тәү ҡала дауаханаһына бара. Ҡала табиптары белемлерәк күренә уларға. Ә беҙҙең ауылға килгәндә, урта белемле белгестәре лә табылыр. - Оҙаҡ ҡына шым торғандан һуң ауырлыҡ менән тағы өҫтәне, - Мин ҡатынымдың кем икәнлеген хәҙер генә аңланым, ул турала һиңә һөйләй алмайым. Үткән төндә ғүмеремә байҡау яһап, уйланып сыҡтым, айырылам мин ҡатынымдан...
– Кит, ниңә улай ҡапыл, мине осратҡас шул уй башына килдеме? Улайға китһә, мин һеҙҙең тормошоғоҙҙо боҙоусы булам бит, – тип Хәйерниса аптыраулы ҡараштарын Хәнифкә йүнәлтте.
– Юҡ, Хәйерниса, бында һинең бер тамсы ла ғәйебең юҡ. Үҙем шулай йөрәгем ҡушыуы буйынса ошондай аҙымға барам. Мин өс-дүрт көнгә тип ҡайттым, әйҙә әйберҙәреңде алып килергә ярҙам итәм. Һин әйберҙәреңде йыйна, мин машина табып килеп етермен. Ә хәҙергә әсәйемдең әйберҙәрен урынлаштырам.
Хәйерниса сығып киткәс, Хәниф нимәгә тотонорға белмәгәндәй, бер мәлгә аптырап ҡалды. Әсәһенең һандығын асҡас, күҙҙәренә почта ҡағыҙҙары, уларҙың араһында бер төргәк аҡса бар ине. Ҡағыҙҙар, ул ебәргән аҡсаларҙың квитанциялары. Тимәк, әсәһе ул ебәргән аҡсаны тотонмаған, ә йыйып барған. Үлеп-фәлән китһәм тип үҙ аҡсаһын да әҙерләп ҡуйған.
Хәниф хәле бөтөп ултырғысҡа сүкте. Бер аҙ уйланып ултырғас, һандыҡҡа әсәһенең кейем-һалымын тултырҙы. Бер сәғәттәй ваҡыт үткәс, эшен тамамлап, урамға сыҡты. Ҡаршыларында йәшәүсе Ғәбиҙулла өйҙә икән. Уның бортовой УАЗ-игында Хәйерниса йәшәгән йортҡа киттеләр. Әйберҙәрен тейәп әсәһенең өйөнә килтереп бушатып, кис ҡараңғы төшкәнсе урынлаштырҙылар. Бергәләп сәй ҡайнатып эстеләр. Студент саҡтарындағы байтаҡ ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне уларҙың. Хәниф Хәйернисаға шулай тиҙ эҫенеп китермен тип башына ла килтермәгәйне, үҙенән үҙе шулай килеп сыҡты, әйтерһең, улар икәүҙән-икәү ғүмер иткәндәр ҙә яңы урынға күсеп килгәндәр.
Бер ҡайтҡанда бар эштәрҙе лә теүәлләйем тигән кеүек иртәгәһен Хәниф ҡалаға юлланды. Салондан иҫтәлекле таш яһатып, кәртәләүен алып ҡайтып, әсәһенең ҡәберлегенә урынлаштырҙы. Аш-һыу әҙерләргә аҙыҡ-түлек, аят уҡытҡас таратырға тейешле хәйерлекте лә Хәйерниса әйткәнсә теүәлләп алып ҡайттты. Барыһын да әҙерләп әсәһенең өсөн, етеһен уҡыттылар. Ошоларҙы башҡарғас, ҡайғыһы юҡҡа сыҡмаһа ла, өҫтөнән ауыр йөк төшкән кеүек булды. Бәлки, эргәһендә Хәйерниса кеүек күңелен яулап алған һөйкөмлө ҡатындың булыуы ла ярҙам иткәндер. Иртәгеһәнә кискә генә юлға сыҡты ир.
Хуш! Осрашҡанға тиклем тип, үҙендә ниндәй ҡыйыулыҡ тапҡандыр, Хәйернисаға ҡул биргәс, ҡосағына алды һәм күкрәгенә ҡыҫып ирендәренән үпте. Хәйерниса ла ҡаршылашманы, тик ул башын Хәнифтең күкрәгенә терәгәс ниңәлер һулҡылдап тауышһыҙ ғына илай ине. Йәшле күҙҙәрен һөрткәс, Хәнифтең күҙҙәренә ҡараны. Уның ҡараштарынан “Мин һиңә ышанам”, – тигәнде аңларға була ине.
Авторы Хәмзә Ишдәүләтов.