Көнгәк
-7 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
19 Ғинуар , 22:00

ҠУРСАҒЫМА ИСЕМ ҠУШАМ

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА шиғыры

ҠУРСАҒЫМА ИСЕМ ҠУШАМ
ҠУРСАҒЫМА ИСЕМ ҠУШАМ

Эй, һөйкөмлө, йәтеш кенә
Ҡурсаҡ бүләк иттеләр.
Иң һәйбәт исемде ҡуш тип,
Теләктәрен әйттеләр.
Ҡурсағыма исем кәрәк,
Иң матурын эҙләйем.
Тик үҙемдең исемдән дә
Яҡшырағын белмәйем.
Минең исем иң һәйбәте,
Ҡолаҡҡа ятып тора.
Хужаһы ла исемеләй
Һылыу тип әйтеп тора.
Ни эшләргә, аптырайым,
Матур исем буш түгел.
Ҡурсаҡта ла юҡ-бар исем
Булырға тейеш түгел.
Беләһегеҙ, мин йомарт ҡыҙ,
Бүлешәм исем менән.
Бүлешәмен ҡурсағымды
Яратҡан өсөн генә.
Ҡурсағым да минең һымаҡ
Сәлимә булһын, ярай.
Ҡарағыҙсы, ҡурсағыма,
Нисек ҡыуанып ҡарай.

Автор:
Читайте нас