Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
20 Января , 16:00

ТАУҘАР

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ шиғыры

ТАУҘАРТАУҘАР
ТАУҘАР

Аяғүрә баҫып ҡалған
Тулҡын мәллә был тауҙар?
Күҙ йәшенән күл йыйылыр
Упҡын мәллә был тауҙар?
Күкрәк киреп, ҡолас йәйеп
Бейей мәллә был тауҙар?
Моң эсендә иҙерәп китеп
Ойой мәллә был тауҙар?
Сер йәшергән йәш ҡатындай
Ғиффәтлеме был тауҙар?
Боролошло берләм юлдай
Ғибрәтлеме был тауҙар?
Аллаһтың көс-ҡөҙрәтенә
Бағынамы был тауҙар?
Күкте Ергә ҡаҙаҡлаған
Бағанамы был тауҙар?

Автор:
Читайте нас