Көнгәк
-7 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
25 Ғинуар , 16:10

ҒӘЙЕПҺЕҘ ҒӘЙЕПЛЕЛӘР (Хикәйә)

Әбделмөъмин ҡарт ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, байып барған ҡояшҡа ҡарап торҙо ла ауыр көрһөнөп:– Йә, улым, сүгәлә эргәмә, әҙ генә ял итәйек, – тип, әле генә бысып ауҙарған пихта ағасының төпкәһенә ишарала күрһәтте. – Бөгөн дә эш көнө үтте тиһәк тә ярай.

ҒӘЙЕПҺЕҘ ҒӘЙЕПЛЕЛӘР (Хикәйә)
ҒӘЙЕПҺЕҘ ҒӘЙЕПЛЕЛӘР (Хикәйә)
Байғөбәк кәнсә ишеген асып инеүгә уны ауыл Советы рәйесе Айман көлөмһөрәп ҡаршы алды:
– Байғөбәк әккә, үҙең ғүмереңдең байтаҡ өлөшөн ялсылыҡта үткәрҙең, хәҙер үҙең ялсы тотаһың тигән хәбәр ишетелде, шул дөрөҫмө? – тип һораулы күҙҙәрен төбәне.
Байғөбәк көтмәгәндә бирелгән был һорауға юғалып ҡалманы, нисек булған шулай һөйләп бирҙе.
– Ул етем бала, атаһы ла, әсәһе лә бер-бер артлы ауырып донъя ҡуйғас, балалар йортона оҙатҡандар, Силәбе өлкәһенә.
Малай унан ҡасҡан, ҙур малайҙар ҡыйырһыталар, урлашырға алып баралар, ә уның урлашаһы килмәй. Бына шуға күрә унан ҡасҡан. Ҡаса-боҫа йөк поездарына эләгеп, беҙҙең яҡҡа килеп юлыҡҡан. Стансаға барған саҡта аслыҡтан миктәгән бала арбама килеп йығылды, күҙҙәремә тилмереп ҡараны, нисек ташлап китәһең, тере кеше бит. Арбама һалып алып ҡайттым. Тиҙ арала аяҡҡа баҫты, эшкә әрһеҙ малай, тыңлаусан. Миңә ҡартайған көнөмдә ярҙамсы. Силсәүит уны бүлдермәй тыңланы малайҙың исем, фамилияһын, атаһының исемен, тыуған йылын кенәгәһенә яҙғас:
– Татармы, башҡортмы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Башҡорт малайы, ҡаҙаҡса арыу ғына һупалай башланы.
– Ярай, етем малай икән, йөрөһөн. Нисә йәштә һуң?
– Әйтеүенсә, ун дүрте тулған, ҡулында бер ниндәй ҙә документы юҡ.
Ҡарт артығын һөйләп торманы, һорашһа, әйтермен, һорашмаһа, юҡ, тип тынып ҡалды.
Айман:
– Китсәле, был кеше тигәнең тота ла юҡты һөйләп ҡотҡо тарата. Ярар Байғөбәк әкә, бар ҡайт, тыныс бул, хафаланма, – тип Айман уны еңелсә генә яуырын башына ҡағылып оҙатты.
Өс йылдан артыҡ ваҡыт үтеп китте. Ғәзиз яңы тормошона тамам өйрәнде. Әйтерһең дә, ул тыуғандан алып ошо ҡарттар ҡарамағында йәшәй. Ҡарттарҙа үҙ балаһындай күрҙеләр.
Тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булһа ла, малай ата-әсәһен бер ҡасан да иҫенән сығарманы. Кистәрен йоҡлай алмай уйланды. Әллә хат яҙып һалырға тип уйлап та ҡуйҙы... Байғөбәк ҡарт унан барыһын да ентекләп һорашты. Оҙаҡ ҡына уйланып ултырғас:
– Хәҙергә хат-фәлән яҙма. Ул хат иң элек комендатура ҡулы аша үтәсәк. Унда хатты уҡығас, ҡайҙан икәнен белешәсәктәр. Ә унан инде беҙҙе эҙләп табыу ҡыйынға төшмәҫ... Сабыр итәйек, ваҡыт еткәс берәр яйы килеп сығыр, көтәйек, – тип кәңәш бирҙе. Күҙ алдынан үҙенең байға эшләп, хәйерселектә үткән ғүмере сағылып үтте. Кем белә инде, бәлки, байҙарҙы бөтөрөү, Советтарға ҡулай булғандыр?..
Бына Ғәзизгә лә ун һигеҙ тулды һәм бер көндө уратып булһа ла ошо турала һүҙ ҡуҙғатты:
– Байғөбәк олатай миңә ун һигеҙ тулды, паспорт алыуҙы уйларға кәрәктер бит, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ҡулымда бер ниндәйҙә ҡағыҙ-фәлән юҡ, ауыл Советы нисегерәк хәл итер икән?.. Бәлки белем алыр өсөн уҡырға барырмын. Ғүмерем буйы көтөүсе булмаҫмын бит инде.
Байғөбәк ҡасан да булһа ошо һорауҙың бирелеүен көтә ине. Сөнки Ғәзиз ир ҡорона инде. Эшкә әрһеҙ егеттең, нимәгә тотонһа ла, ҡулы уйнап тора. Ауыл Советы менән кәңәшләшкәс, Байғөбәк Ғәзизде эйәртеп силсәүиткә барҙы. Егеттең ҡулында бер ниндәй ҙә ҡағыҙ фәлән булмаһа ла, уның әйткәндәренән ҡағыҙға теркәнеләр. Ауыл Советы артыҡ һүҙҙе ҡуйыртып төпсөнмәне, нисек әйтелде шулай, тейешле ҡағыҙҙарын тултырғас, ике-өс аҙнанан килергә ҡушты. Ҡайтышлай Ғәзиздән, ҡарт ниндәй һөнәр алырға теләген һорашты. Егет, шофёрға уҡырға теләген белгертте. Байғөбәк уның уй-хыялдарын белгән кеүек:
– Уҡып бөткәс, бында ҡалаһыңмы, әллә башҡа яҡҡа, Башҡортостанға юлланаһыңмы? – тип һораны.
– Әлләсе, ул турала уйлағаным юҡ, бында ла насар түгел, – тип Ғәзиз яуап бирҙе.
Уның уйында хат яҙып ата-әсәһенә иҫәнлеген белгертеү ине. Өс аҙна, егеткә йыл кеүек тойолдо. Ниһәйәт, көткән көн килеп етте. Паспорт артынан Ғәзиздең үҙенә генә барып килергә тура килде. Ғәзиз Байғөбәктең көндә егеп йөрөгән дөйәһенә ултырып, таң менән юлға сыҡты. Унда барып еткәндә, ҡояш тышау буйы күтәрелеп, аяуһыҙ нурҙары менән ҡыҙҙыра башлаған ине. Ауыл Советы алдындағы арҡыры һайғауға дөйәһен теҙгененән эләктергәс, арбаһына ҡырын төшөп ятып, зәңгәр күккә төбәлде һәм уйҙар диңгеҙенә сумды. Тик уға оҙаҡ хыялланырға тура килмәне, ауыл Советы етәксеһе Айман үҙенең эш урынына килеп етте. Яҡын танышын осратҡан кеүек ҡул биреп күреште.
Ғәзиздең яуырынынан ҡосаҡлап:
– Әйҙә! Кисә райондан барып алдым паспортыңды. Әҙер тип шылтыратҡан инеләр, артыҡ 
һүҙ ҡуйыртманылар. Унда минең яҡшы танышым эшләй, ул ярҙам итте. Бына һин Совет Ҡаҙағыстанының тулы хоҡуҡлы гражданы булдың. Һинең тыуған ерең, Башҡортостанды яҙманылар, әлеге йәшәгән ауыл, Сакала тыуған, тип теркәнеләр. Шундай тәртип икән. Әгәр үҙгәртергә уйлаһаң, һуңынан да үҙгәртә алаһың, тинеләр.
Айман китап кеүек ҡалын журналды өҫтәл тартмаһынан сығарып кәрәкле битен тапҡас, ҡайҙа ҡул ҡуйырға бармағы менән төртөп күрһәтте, йәшел ҡатырға тышлы ҡағыҙҙы ҡулына тотторҙо. Шартына килтереп, ҡулын ҡыҫты. Ғәзиз ҡыуанысынан, тулҡынланыуынан ишетелер-ишетелмәҫ кенә рәхмәт әйтте лә тышҡа атылды.
Арбаға ултырғас:
– Наа... малҡай, – тип күңелле һөрәнләне.
Әйтерһең дә, уны был ҡасҡын тормошонан азат иткәндәр һәм тыуған яҡтарына ҡайтырға рөхсәт ҡағыҙы тотторғандар. Байғөбәк уны алыҫтан уҡ күреп, йылмайып ҡаршы алды.
– Йә, нисек! Юл уңдымы?
– Уңды! Уңды, бабай, – тип шатлығынан егет ҡысҡырып ебәрҙе.
Сыуал эргәһендә үҙ эше менән мәшғүл булған Сөйөмбикә әбей, эшен туҡтатып балалар кеүек ҡыуанған ҡарты менән Ғәзизгә йылмайып ҡараны.
Август айы башланғас, Байғөбәк Ғәзиз менән район үҙәге Турунтовоға китте. Унда яңы асылған МТС, тракторсылар, шофёрҙар әҙерләү курсын асҡан икән тип ишеткәйне. Уҡыусыларҙы йыйыу яңы ғына башланған булһа ла, егермеләгән кеше яҙылған. Ғәзиз шофёрға уҡырға теләк белдереп яҙылды. Уҡыу бер аҙнанан башлана, уҡыусыларға партия ҡарарҙарына ярашлы, бушлай ашау ойошторолған, йәшәү шарттары ла булдырылған. Байғөбәк быны ишеткәс, балалар кеүек ихлас күңелдән ҡыуанды. «Бына быныһы Советтарҙың бик яҡшы башланғысы, ярлы-ябағаға алдыңғылар рәтенә баҫырға ҙур ярҙам булып тора», тип юл буйы ҡыуанып хыял диңгеҙендә йөҙҙө.
Өс ай уҡыу һиҙелмәне лә. Ғәзиз уҡыуға тырыш, сос егет булып сыҡты, айырыуса материал өлөшөн тырышып өйрәнде. Ә полуторканы ул, ышаныслы ҡуҙғалтып йөрөттө лә китте. Уларҙы өйрәткән инструктор шаҡ ҡатты. Әйтерһең быға тиклем машина йөрөткәне булған... Өс ай уҡығас, экзамен тапшырҙылар һәм комиссия ағзалары барыһын да ҡотлап, ҡулдарын ҡыҫып, таныҡлыҡ тапшырҙы. Был көн Ғәзиздең хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Бар эшен ташлап, Бәйғөбәк олатаһы ла килгән ине. Юл буйы Ғәзиз шофёр танытмаһын ҡыҫып тотоп, ҡат-ҡат яҙыуын уҡыны. Паспорт алғанда ла шундай ҡыуаныстар кисергән ине...
Аҙна үткәс, уны ауыл Советына саҡырҙылар. Айман йылмайып ҡаршыланы. Ҡул биреп күрешкәс:
– Беҙҙең ауыл Советында күмәк хужалыҡ кооперативы ойошторола, совхоз булып һанала, әлегә исеме лә юҡ, Үҙәк усадьба, тип аталасаҡ. Бер йөк машинаһына разнарядка килде. Иртәгә таң менән юлға сығабыҙ, станциянан барып алырға кәрәк. Ауылдан иң беренсе шофёр һөнәререн алдың, һиңә йөрөтөргә ул машинаны.
Иртәгеһен таң һарыһында юлға сыҡтылар. Айман шәп айғырын еккән, тимер юл станцияһына ҡояш ҡыҙҙыра башлауға барып та еттеләр. Өс йыл элек, аслыҡтан, тамам хәлһеҙләнгән Ғәзиз ошонда, бәхетенә күрә Байғөбәк бабайҙы осоратҡайны. Ошолар барыһы ла иҫенә төшөп, уға моңһоу булып китте. Ата-әсәһен уйланы. Тереләрме икән, бахырҡайҙар? Төшөндә һәр саҡ тере итеп күрә, тик бер ваҡыттала тайгала түгел, тыуған ауылында икән тип. Кистән яҙған хатын ни булһа ла булыр тип, бер аҙ икеләнеп уйланып торғас, станциялағы почта йәшнигенә төшөрҙө. Яуап хаты килмәһә лә, уның иҫәнлеген белһәләр, бик яҡшы. Атаһы, бәлки, хат яҙмаҫ. Переселенецтарға закон буйынса хат яҙыу тыйылған ине.
Тимер юл контораһынан Айман үҙе кеүек тәбәнәк буйлы, табаҡ битле кешегә эйәреп сыҡты. Ғөзизгә, ҡулы менән:
– Әйҙә беҙҙең арттан – тип ишараланы.
Ғәзиз арбанан һикереп төштө лә, уларға эйәрҙе. Ҙур булмаған тимер юлының товарный площадкаһында өр яңы ике автомашина тора.
Айман:
– Йә үҙең йөрөтәсәк техниканы ҡабул итеп ал, – тип Ғәзизгә өндәште.
Уларҙы эйәртеп килгән товар станцияһы хужаһы:
– Бына пломбалары урынында, һеҙҙең алдығыҙҙа йолҡам, – тип ишегендәге пломбаларын ысҡындырҙы.
Кабина ишеген асҡас, ултырғысын күтәреп, машинаның кәрәк яраҡтарын, асҡыстарын, моторын эшләтеп ебәреүсе рукояткаһын һөйрәп сығарҙы.
– Бына барыһы ла урынында, багында ун литр бензины бар. Райсоветҡа инеп талон алғас, заправканан мискәлә бензин бирелә, алырһығыҙ, – тип аңлатты.
Моторҙы эшләтеп ебәреүе 
әллә ни ҡыйынға төшмәне. Бензинды подкачать иткәс, Ғәзиз зажиганиеның асҡыcын борҙо. Айман рукоятканы әйләндереүгә моторы эшләп китте. Заправкаға барып ике мискә бензинды разнорядка буйынса машинаға тейәгәс, ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалдылар.
Айман аты менән алдан төштө, Ғәзиз уның артынан. Уларҙың ҡайтыуын бар ауыл дүрт күҙ менән көтә ине. Ғәзиз кабинанан төшөүгә ир-аттар уны һауаға сөйә башланы. Әйтерһең Ғәзиз ҙур батырлыҡ эшләгән. Ошоғаса бер кем дә күрмәгән үҙ йөрөшлө шайтан арбаһына сәйерһенеп тә, шикләнеп тә ҡаранылар. Яҡын килергә лә баҙнат итмәй, ситтән генә күҙәтеүселәрҙә булды.
– Әйҙәгеҙ, кем теләй, үрмәләгеҙ кузовҡа, урам буйлап йөрөтәм, тип тәҡдим итеүенә бер-ике кешенән башҡа теләүсе табылманы.
Ғәзиз Аймандан рөхсәт һораны ла, ауылына ҡайтып китте, уға иң ҡыҙығы һәм күңелен елкендергәне, яңы машина менән ата-әсәһенең янына ҡайтып төшөү ине. Бында ла ауыл осонда туҙан борҡотоп килгән, атһыҙ, тере йән эйәһе кеүек машина күренеү менән һәр кем өйҙәренән югерешеп сыҡтылар. Ҡапҡа алдына килеп туҡтауға, баласаға, ҡарт-ҡоро һырып алды. Һоҡланыуҙарын йәшермәй Ғәзиздең яуырын башынан ҡосаҡланылар, тегеһен-быныһын һорашып ҡыҙыҡһындылар.
Был көн ауыл өсөн оло ваҡиға ине. Ауыл өҫтөн ҡараңғы ҡаплағанса полуторка эргәһенән кеше өҙөлмәне.
Иртәгеһен Ғәзиз үҙәк усадьбаға юл тотто. Яңы ойошторолған кооперативтың контораһы, ауыл Советының йортонда урынлашҡан. Кооператив рәисе Турумтай үҙенең эш пландары менән таныштырып сыҡты. Иртәгәһенән станциянан сәсеү өсөн орлоҡ иген ташыу төп эш булып тороуын аңлатты. Айҙан артыҡ Ғәзиз станциянан сәсеү орлоғо ташыны. Район ҙур, сәсеү майҙандары йылдан-йыл арта, халыҡҡа, илгә икмәк кәрәк. Егет төн уртаһын ауҙарып ҡайта, унан-бынан ҡапҡылағас, сисенеп тә тормай ауа. Таң һарыһынан йәнә орлоҡҡа китә. Тағы бер йыл артта ҡалды. Бер көндө Айман Ғәзизде урамда осоратты һәм яңылыҡ әйтте:
– Беләһеңме, Ғәзиз, Үзбәкстанда яңы ГЭС төҙөй башлағандар – «Ударная стройка». Эшселәрҙән иң беренсе сиратта шофёрҙар кәрәк. Райондан аңлатып ҡайтарҙылар, бер-ике водителде командировать итергә кәрәк. Командировканың срогы яҙға тиклем. Юлға әҙерлән, районда юл сығымдарына аҡса алырһың.
Ғәзиз ҡапылда ни әйтергәлә белмәй юғалып ҡалды.
– Әлләсе, хөкүмәткә кәрәк булғас, барам инде, – тип ризалашты. Бәйғүбәк менән Сөйөмбикә әбейгә был яңылыҡ аяҙ көндә йәшен йәшнәгән кеүек булды. Олатаһы, «Донъя күреп ҡайтыр» – тиеүҙән уҙманы. Әбейе лә бабайының һүҙҙәрен хуплап: «Хөкүмәт ҡушҡас, бармай сара юҡ инде, ярты йыл ни үтәр ҙә китер, донъя күреп ҡайтыр шул», тине.
Райондан өс кеше, ике шофёр, бер тракторист октябрь айы урталарында Ташкент ҡалаһына килеп еттеләр. Көньяҡ нисек әйтһәң дә – йылы яҡ. Ҡаҙағстандың йәйен-ҡышын әсе еле менән, ҡом бураны уйнатып торған асыҡ далаһы түгел.
Ташкентта төҙөлөшкә ебәрерҙән алда бер нисә кешене, хәрби заводта ҡалдырҙылар. Ғәзиз дә шул исемлектә ине. Хәрби заводтың дөйөм ятағына урынлаштырҙылар. Эш әллә ни ауыр түгел, оборонаға эшләгән хәрби заводтың етештергән изделиеларын тимер юлына, хәрби частарға ебәреү өсөн ташынылар.
Килеп урынлашҡас Айманға, Байғөбәккә хат яҙып һалды. Ярты йыл үтте, командировканың срогы сыҡты, әммә уны ҡайтарып ебәрергә ашыҡманылар, командировкаһын оҙайттылар.
Бер көндө снабжение начальнигы кабинетына саҡырып алды ла, уны «Заводта бөтөнләйгә ҡалдырырға» тигән күрһәтмә тураһында әйтте. Ғәзиз ризалашты. Хәйер кем унан ризалыҡ һорап торған? Хәрбиҙәрҙең талаптары сикләнмәгән. «Оборонка». 1940 йылдың иртә яҙында тағы ла бер яңылыҡ Ғәзизде ҡыуандырҙы. Заводты Орск ҡалаһына күсерәләр, филиалын асалар икән. Сөнки көнбайышта ҡуйырған ҡара болоттар Советтар Союзына ла ҡурҡыныс менән янай ине. Илдең оборона ҡеүәтен арттырыу төп бурыс булып тора. Орск ҡалаһы Үзбәкстан түгел, – Уралға, Европаға яҡын. Һуғыш башланған осраҡта, алғы һыҙыҡҡа яҡыныраҡ булыуы ла иҫәпкә алынғандыр. Орскиҙең узловой станция булып Магнитогорск, Силәбе оборона заводтарына яҡын булыуы ҙур роль уйнағандыр.
Егеттең иң ҡыуанғаны – Башҡортостанға яҡынайыуы. Нисек кенә яҡшы булмаһын сит яҡ, сит яҡ инде, тыуған ил, тыуған төбәк, барыбер тарта...
Орскиҙан уның тыуған төбәгенә ҡул һуҙымы ара. Тик ауылға
ҡайтып күренеп йөрөүҙе башҡа алырға ла ярамай. Байтаҡ йылдар үтһәлә теш ҡайраусылар әҙ түгелдер, бер ауыҙ һүҙ етә тейешле органдарға...
Орск хәрби заводы, Ташкент хәрби заводының филиалы. Унда төп завод корпустары бар. Башҡа кәрәкле объекттар төҙөлә. Ғәзиз шофёр булараҡ, төҙөлөштә көнө-төнө ҡайнаны. Күберәк ҡул көсө өҫтөнлөк итһә лә, төҙөлөш материалдары килтереү ат, дөйә һәм йөк машиналары ярҙамында башҡарыла.
Һуғыш башланыу хәбәрен завод эшсе-хеҙмәткәрҙәре иртән сәғәт ундарҙа төҙөлөш майҙанында бағаналағы репродукторҙан ишеттеләр. Бар эштәр ваҡытлыса туҡталды, ҙур митинг булды. Үҙҙәре теләп фронтҡа китеүселәрҙе яҙа башланылар. Ил буйынса мобилизация иғлан ителде. Әммә хәрби заводтарҙан фронтҡа алыу сикләнгән ине.
Күптәргә бронь бирҙеләр, шул иҫәптән, Ғәзизгә лә. Хәрби комиссариат биргән ҡағыҙға ҡарап төрлөсә уйланды, ә дөрөҫөрәге ҡыуанды. Уның иртә ғәмһеҙ бала сағынан, кескәй йөрәгенә мәңге уңалмаҫ яра һалған, алыҫ Себер тайгаһына каторгаға ҡыуған һәм бына ун йылдан артыҡ сит тарафтарҙа ҡасып көн итергә мәжбүр иткән, тыуған иле ойошторған яза уның йөрәге аша үтте бит. Бәлки, бронь оҙаҡҡа түгелдер, һуғышта бәлки, оҙаҡ бармаҫ. Тылда ла кешеләр кәрәк, фронт тылһыҙ булмай тиҙәр бит. Заводтың корпустары төҙөлөп бөтөүгә геүләп станоктар эшләй башланы.
Ғәзизде төҙөлөштән алып снабжениегә күсерҙеләр.
Уның төп бурысы – заводта етештерелгән снарядтарҙы, шарт-латҡыстарҙы тимер юл станцияһына ташыу. Егеткә ҡораллы һаҡсыла, йөк тейәүселә, бушатыусы ла булырға тура килде.
Хәрби заводтарҙы ныҡ һаҡлаһалар ҙа, эшселәр башлыса һуғышҡа алынмаған ҡарттарҙан, һаулығы буйынса яраҡһыҙ тип табылған ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора. Ғәзиз ике-өс аҙна әҙерлек курстарын үткәс, ҡулына наган тотторҙолар. Ҡоралды һәр саҡ үҙе менән йөрөттө. Был ҡағиҙә булараҡ, шулай ҡушыла ла ине.
Бер көндө завод майҙанында митинг булды. Маҡтап уның исемен дә телгә алдылар, тырыш хеҙмәтен баһалап рәхмәт һүҙен әйттеләр. «Атайымды, әсәйемде ҡайтарһағыҙ ине, иҫән булһалар» –тип әсенеп уйланды ҡәҙерлеләрен иҫкә алып.
Аяуһыҙ ҡанлы һуғыш та тамамланды. Ғәзиз ул шатлыҡлы хәбәрҙе завод майҙансығында ишетте. Уның күҙ алдынан меңәрләгән кешеләр үттеләр. Кемдер шатлығынан үкһеп-үкһеп илай, кемдер дуҫ иштәре менән ҡосаҡлашып бер-береһенең арҡаларын ҡағып шатлыҡтарын уртаҡлаша. Әйтерһең, яҙ еткәс, ҡырмыҫҡалар иләүенән сыҡҡандар ҙа, мыжғып, ҡояш нурҙарында иркәләнеп хәрәкәткә килгәндәр ҙә, һәр ҡайһы үҙ эшенә тотонған. Ҙур митинг булды. Завод директоры Иван Никитич Воробьёв телмәр тотто. Барыһын да Оло Еңеү менән ҡотланы һәм завод буйынса ике көн ял бирелеүе тураһындағы приказды уҡып ишеттерҙе. Йыйылған халыҡ ҡапылда ышанмай баҙап ҡалды. Яңылыш ишеттекме тигәндәй бер-береһенә ҡараштылар. Кешеләрҙең уйын аңлағандай директор:
– Эйе, бында яңылышлыҡ юҡ, барығыҙ ҙа таралышығыҙ, ял итегеҙ, – тип телмәрен тамамланы. Ғәзиз, ҡапыл да аңламағандай, тирә яғына ҡаранды. Бер аҙ уйланып торғас, халыҡҡа эйәреп завод ҡапҡаһы яғына ыңғайланы. Ике көндө нисек үткәрергә? Туйғансы йоҡларға, ә шунан «барыр ерем, батыр күлем юҡ» тигәндәй – хәйер уның кеүектәрҙең барыһының да яҙмыштары шунан ғибрәттер инде.
Эх! Берәй мөғжизә менән тыуған яҡтарға ҡайтып килергә ине. Ун биш йыл ғүмер үтеп китте. Ғәзиздең атаһы, әсәһе менән бер-ике төйөнсәк тотоп, тыуған яҡтарынан айырылып китеүҙәренә... Туҡта! Полуторкаһы менән ҡайтып килгәндә нисек булыр? Орскиҙан Ҡыуандыҡҡа тиклем йөҙ илле саҡрым. Ҡыуандыҡтан тыуған ауылы Иҙәшкә тиклем 40–50 саҡрым ара. Барлығы ике йөҙ саҡрым тирәһе. Тик, рөхсәт итерҙәр микән? Эх! Рөхсәт итһәләр ине! Кемдән белергә?..
Шундай хыяллы уйҙар донъяһына сумып, халыҡ ағышына эйәреп, завод пропускной пунктҡа килеп етеүен дә һиҙмәне.
“Һуҡырҙың теләгәне ике күҙ”, – тигәндәй уға ҡаршы снабжение начальнигы Елисеевич үҙе килә. Килеп етер етмәҫтән:
– Ял бирҙеләр, Мусакаев. Ишеткәнһеңдер ике көн ял бирҙеләр завод буйынса. Батырға ла ял кәрәк, тигәндәр бит.
Ғәзиз начальнигының һүҙен йөпләп торманы, тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, тигәндәй, бар ҡыйыулығын йыйып:
– Николай Елисеевич! Минең Һеҙгә ҙур үтенесем бар ине. Тыуған яҡтарыма, ауылға ҡайтып килергә рөхсәт итмәҫһегеҙ микән? – тип һораулы
күҙҙәрен хужаһына төбәне.
– Ә, нисек, нимә менән юлға сығырға уйлайһың. Йәйәүләп һиңә кәм тигәндә аҙна ваҡыт кәрәк буласаҡ... Ә шофёрһыҙ мин бит тере ҡулһыҙ ҡалам.
Ғәзиз машина тураһында әйтергә тип ауыҙын асҡайны Елисеевич уның нимә әйтергә теләгәнен һиҙемләгән кеүек:
– Һинең тыуған яғың әйтеүеңсә Ырымбур өлкәһенә сиктәш бит әле, нисә саҡрым була Орскиҙан, яҡынса булһа ла? – тип төпсөндө.
Ғәзиз:
– Мин яҡынса иҫәпләп сығарҙым, ике йөҙ саҡрым тирәһе, Ҡыуандыҡ районына сиктәш, Абзан районы.
– Н...дә бик сетерекле һинең үтенесең, бындай һорауҙы мин генә хәл итә алмаҫмын ахыры, сөнки һуғыш бөтһә лә, һуғыш положениеһын бер кем дә үҙгәртмәгән.
– Әйҙә завод директорына инәйек, уның рөхсәте кәрәк буласаҡ...
Завод директоры Воробьёв, кабинетында мөйөштәге тумбочкаға ҡуйылған радио алғыс янында Башкомандование ставкаһының сираттағы белдереүен тыңлай ине. Инеүселәргә ҡулы менән ултырығыҙ тип ишараланы ла, йотлоғоп Мәскәүҙе тыңлауын белде...
Тапшырыу бөткәс: “Йә ни йомош менән килдегеҙ?” тигән кеүек, аяҡ өҫтө баҫып тороусыларға ҡарашын юнәлтте. Елисеевич уратып-ни тип торманы:
– Бына был егет минең иң намыҫлы һәм ышаныслы шофёрҙарымдан һанала. Уның тыуған ауылы бынан йыраҡ түгел, йөҙ илле саҡрым тирәһе, бәлки күберәктер. Ауылына ҡайтып килергә иҫәп тота. Үҫмер, бала сағынан сығып киткәндән ун биш йыл тыуған яҡтарын күргәне юҡ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?.. Үҙе йөрөткән машинала ҡайтып килергә уйы...
Иван Никитич ҡараштарын берсә Елисеевичкә берсә Ғәзизгә юнәлтте лә:
– Башҡортостандан бит әле һин?.. Ә ҡайһы райондан булаһың? – тип инеүселәргә табан атланы.
Ҡул биреп күрешкәс:
– Гараж хужаһынан юл ҡағыҙы яҙҙырып алығыҙ һәм һин Елисеевич снабжение буйынса тигән требование яҙ, мин ҡул тамғамды ҡуйырмын. Алда ике көн ял, бер көн өҫтәп бирергә була, әлбиттә, ваҡытында ҡайтып етергә тырыш...
Ғәзиз ҡапыл ҡара ышанмай торҙо, телен йотҡандай бер нимә тип тә әйтә алмай һүҙһеҙ ҡалды. Үтенесе тиҙ һәм ыңғай хәл ителеүенә ышанысы юҡ ине. Иҫенә килгәндәй:
– Рәхмәт, Иван Николаевич, рәхмәт Елисеевич, – тип әйтергә саҡ көс тапты.
Тулҡынланыуҙан, маңлайынан һалҡын тир бәреп сыҡты. Тышҡа саф һауаға сыҡҡас та үҙен иреккә сыҡҡан тотҡондай хис итте. Кәрәкле юл ҡағыҙын тиҙ генә әҙерләнеләр ҙә, директорҙың ҡул тамғаһын ҡуйҙырғас, заводтың заправкаһында машинаның багын тултырғансы бензин һалдылар. Өҫтәп йөҙ литрлы мискәгә лә һалдырып алды. Йәшәгән дөйөм ятағына ҡайтҡас, ашыҡ-бошоҡ әйберҙәрен йыйнаны ла, юлға сыҡты. Әйберҙәренән бар байлығы ҙур булмаған тоҡсайға һыйҙы. Ғәзиз күңелле һыҙғыра-һыҙғыра машинаһын ҡабыҙҙы. Үҙенә-үҙе хәйерле юл теләп, юлға ҡуҙғалды.
Ырымбур өлкәһе Сабатар ауылына еткәс, бынан егерме йыл элек булып үткән хәл ваҡиғалар, кисә генә булған кеүек Ғәзиздең күҙ алдынан үттеләр...
Атаһы менән Сабатар баҙарына барған сағы, хәтерендә ныҡ уйылып ҡалғайны... Уға тиклем ул атаһы менән алыҫ юлға сығып йөрөгәне булманы. Йыш, Үтәғол баҙарына баҙарына бара торғайнылар. Үтәғолдың баҙары – пүстәк... Ғәзиз Сабатар баҙарының ҙурлығына, халыҡтың күплегенә аптырағайны. Ә Сабатар ауылы уға, аҙашһаң йырып сыҡҡыһыҙ төбәк булып күренде. Бына шулар иҫенә төшкәс, Ғәзиз машинаһын туҡтатты ла, төшөп юл ситендәге морон төртә башлаған сиҙәмгә ултырҙы. Бына ул, күпме йылдар күрмәгән, бер күрергә зар-интизар булған тыуған яғының тупһаһы. Һулға ҡараһаң – Сабатар ауылы, уң яҡта күкһел тауҙар теҙмәһе күренә, ә унда тыуған ауылы, тыуған бишеге, бер-ике сәғәтлек юл. Ғәзиз ошондай мөғжизәле илаһи тынлыҡҡа һоҡланып, бер аҙ ваҡыт тирә-йүнде күҙәтеп ултырҙы. Хатта ышанғы ла килмәй. Бөгөн иртән генә меңәрләгән кеше ҡайнап торған завод биләмәһендә ине, бөгөн бына мөғжизә менән тыуған яғының ҡапҡаһы алдында ултыра. Яҡшының көнө бер көндә, тигән кеүек, бар шатлыҡ-ҡыуаныс бер көнгә тура килде. Бөгөн 9 май – Еңеү көнө булғас, бар халыҡ байрам итә. Быларҙың барыһы ла ысынбарлыҡ түгел, ә төш кеүек. Күҙҙе йомоп, асып ебәреүгә былар барыһы ла болот кеүек, таралыр төҫлө...
Егет кисләтеп, ҡояш байыуға табан ауылына етәрәк, һалҡын шишмә буйында туҡтаны. Услап-услап шишмәнең һыуын эсте, битен йыуҙы. Себерҙең мүк еҫе сығып торған һаҫыҡ һыуы иҫенә төшөп, «Эх! Үҙебеҙҙең 
яҡтың һыуын, алтын-көмөшкә лә алышмаҫ инем», – тип, уйланы... Шишмә эргәләп үҫкән ерек, муйыл ағастарына һоҡланып, наҙланып ҡараны. Әйтерһең дә ул яҡын туғандарын осратҡанда уларға ҡарап һоҡлана.
Ауыл осонда машинаһын туҡтатты ла, төшөп иң ситтәге өйгә юнәлде. Ул өйҙә заманында ярлы ғына көн күргән, Бәҙриттин исемле ағай йәшәй ине.
Ихата алдында кеше-фәлән күренмәгәс, Ғәзиз арлы-бирле ҡарандыла, кире машинаһына ыңғайланы. Машина эргәһендә бер көтөү баласаға өйөрөлә. Күрше өйҙән таяҡ таянған, аҡ һаҡаллы ҡарт менән әбейе килеп сыҡты. Ғәзиз, ҡартты ла әбейен дә танығандай булды. Миңлебикә әбей менән Ғәләүиттин ҡарт булһа кәрәк. Бабай, ят кешене танырға теләгәндәй, бер аҙ текләп ҡарағас:
– Ҡайһы яҡтарҙан килеп сыҡтың, улым, ҡала тирәһенәндер, ахыры? – тип һүҙ ҡушты.
Ҡартҡа Ғәзиз үҙен таныттырып торманы.
– Мин алыҫтан килдем, эш буйынса... Был ҡарт утыҙынсы йылдарҙа, совет активисы булараҡ, ауыл урамына һыймай, күкрәк киреп йөрөгән бәндә ине.
– Миңә Бәҙриттин ағай кәрәк ине.
– Һин уның кеме булаһың, ҡайҙан беләһең? Бәҙриттин ағайың фронтта ятып ҡалды. Әбейе өйҙә ине, күрше күләненә сығып китмәгән булһа.
Ҡарт төпсөндө. Ғәзиз был ҡарт төлкөнән шикләнде:
– Ярар хуш, һау булығыҙ, – тине лә машинаһына йүнәлде.
Үҙҙәренең өйө тураһына еткәс туҡтап, кабинанан төшмәй генә, ҡарап ултырҙы. Тыуған ауылы нисектер ят ауыл, күңелгә ниндәйҙер шом һалған кеүек. Байтаҡ йылдар күрмәгәнгә, бәлки, сит төбәккә әйләнгәндер. Төбәп төшөр туғаның булмауы ла сәбәптер. Нигеҙ бағаналары сереп бер яҡҡа ҡыйшая төшөп, күпме йылдар үтһә лә шап-шаҡтай өй һаман да халыҡҡа хеҙмәт итә икән. Сельпо кооперативы магазины урынлашҡан.
Ғәзиз, кемде булһа ла күреүенә өмөт итеп кабинанан төштө. Күрше өйҙән, элекке ут күршеһе Сафа ағайҙың ҡапҡаһынан, йәшкә Ғәзиздең тиңдәше кеүек бер ир сығып, ҡапыл ҡара ер аҫтынан килеп сыҡҡандай ауыл урамында пәйҙә булған машинаға табан атланы. Ғәзиз, ҡарашы менән уны баштан-аяҡ үткәреп эргәһенә килеүен көттө. Һиҙелерлек һылтыҡлап атлаған ирҙе танығандай ҙа булды. Бала саҡтарынан бергә уйнап үҫкән тиңдәше Әхиәр ине, буғай. Әхиәр ҙә килеп еткәс:
– Кем? Ғәзиз тиһәм, яңлышып ҡуймайым тип шикләнәм. Ғәзиз бит һин? – тип ҡул биреп күреште, һораулы ҡараштарын төбәне.
– Эйе, мин, Әхиәр, һис тә яңылышманың, – тип Әхиәрҙең ҡул башына еңелсә генә ҡулдары менән ҡағылды.
– Һин ҡайҙан пәйҙә булдың? Һеҙҙән бит теге ваҡыт китеүегеҙҙән бер ниндәй ҙә хәбәр булманы...
Ғәзиздең уйындағы һуңғы ышаныс селпәрәмә килде. Тимәк, атай-әсәй ҡайтмаған, тере булыуҙары икеле. Тере булһалар ҡайтырҙар ине...
– Әйҙә, ҡорҙаш, сәй артында һөйләшеп, хәл-әхүәлебеҙ менән танышырбыҙ...
Машинаңды ҡапҡа алдына ҡуйырһың, кис бит, төнө менән әллә ҡайҙа барырға йыйынмайһыңдыр, беҙҙә йоҡларһың.
Ғәзиз машинаһын килтереп туҡтатты ла, Әхиәргә эйәрҙе. Өйгә ингәс хужа, ҡатынына:
– Самауырыңды шыжлат ҡунаҡ килде беҙгә, күренеүенсә алыҫтан, әлегә ҡайҙан килеүен белешмәгәнмен. Беҙҙең тирәлә ундай машина юҡ...
– Әйҙә, ҡулыңды сайҡала өҫтәл артына, – тип урынға күрһәтте.
Ғәзиз, ҡулындағы төйөнсәген асып, күстәнәс кәнфиттәрен, бер плиткә таҡта сәйен өҫтәлгә ҡуйҙы.
– Минең бала саҡтағы дуҫым Ғәзиз, күрше йәшәнеләр, атай-әсәйҙәр аралашып, ут күрше булдылар. – Ҡатынына ҡарап һөйләнеп таныштырҙы.
Сәй артында Ғәзиз ҡыҫҡаса үҙе тураһында һөйләне.
– Беҙҙе теге ваҡыт юлда, Силәбегә еткәс, айырҙылар, – бында ла ул күп тапҡыр ҡабатлаған һәм инде аңына инеп оялаған һүҙҙәрен ҡабатланы, – баласағаларҙы поездан алып, Силәбе балалар приютына тапшырҙылар. Бәлиғ булғас шофёрға уҡыным. Орскийҙа хәрби завод төҙөлә башлағас, юнәлтмә менән унда эләктем. Заводта шофёр булып эшләйем, бронь бирҙеләр, әле юл ыңғайы эш менән китеп барышлай тыуған яҡтарға һуғылырға булдым... Атай-әсәй тураһында бер нәмәлә белмәйем. Сроктары күптән сыҡты, әллә ҡайттылармы икән, тигән уй ошоғаса борсоно...
– Эй! Онота яҙғанмын, беҙгә хат килде бит бер йыл элек, әсәйеңдән! – тип урынынан һикереп торҙо. – Бына ул хат!..
Әхиәр өрлөккә ҡыҫтырылған хатты алып, Ғәзизгә һуҙҙы.
Ғәзиз, ҡапыл да нимә эшләргә белмәй, юғалып ҡалды. Ҡаушауынан ҡулына алған хатты ышаныр-ышанмаҫ әйләндереп ҡараны, әйтерһең дә, яу
яланында һәләк булған яугирҙең үлеме тураһында хәбәр ҡағыҙы. Конверттың тышындағы яҙыуын уҡыны. Уны һаҡлыҡ менән генә асып уртаға бөкләнгән хатты тартып сығарҙы.
«Иҫәнмеһегеҙ, ошо хатты алып уҡыған күршеләрем Сафа ағай һәм Мәликә еңгәй...», – тип башлана ине был хат. Артабан әсәһе үҙенең иҫәнлеген, ҡартының өс йыл элек вафат булыуын, унан алда, ағас баҫып имгәнгәндән һуң, байтаҡ түшәктә ятып ыҙа сигеүе тураһында яҙғайны. Әсәһе кемгәлер әйтеп яҙҙырған ине был хатты. Үҙенең хәле насар икәнлеген, аяҡтарының шешенеп ауырыуын, ҡыйынлыҡ менән йөрөүен хәбәр иткән. Ғәзиздең күҙҙәренә йәш тулды, тамағына килеп төйөлгән төйөрҙө көскә йотоп ебәрҙе лә, танауын мыш-мыш тартып, артабан хатты уҡыны. Күрше тирәләренең ярҙамы менән көн итеүен, көнө-төнө Аллаһтан ярҙам һорауын, Ғәзиз улынын берәр хәбәр көтөүен, төшөндә һәр саҡ уны тере итеп күреүен яҙған.
Ғәзиз, башын күтәреп, Әхиәргә ҡараны, өйҙөң эсенә күҙ йүгертеп сыҡты.
– Мин тәүге хатымды алты-ете йыл элек яҙған инем, унан һуң тағы ла бер нисә хат яҙып һалдым, тимәк, уларҙың береһе лә атай-әсәйҙең ҡулына эләкмәгән. Атай гүр эйәһе булған, әсәй иҫән...
Ғәзиздең баш мейеһен һис кисекмәҫтән юлға сығырға тигән уй солғап алды. Йоҡлап та тормай һыпыртырғамы икән әллә? Тик ул уйынан кире ҡайтты. Төңгә ҡаршы юлға сығыу кәрәкмәҫ. Нисек кенә булһа ла, күпме йылдар үткәс, тыуған ауылына, тыуған төбәгеңә аяҡ баҫыу бит. Күршеләре йылы ҡаршыланы... Улар алдында уңайһыҙ... Шулай уйға батып ултырғанда, Әхиәрҙең ҡатыны:
– Ҡайҙа, сәйегеҙҙе яңыртайым, һыуынғандыр, барынса ашап ултырығыҙ, – тип тынлыҡты боҙҙо.
Сәйҙән һуң тышҡа сыҡтылар. Нигеҙ буйында ултырып ҡараңғы төшкәнсе һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
– Ә һин фронтта булдыңмы? – тигән һорауға Әхиәр:
– Минең бит тыумыштан бер аяҡ икенсеһенән ҡыҫҡа, һылтыҡлап атлауым шунан, онотҡанһың икән. Бала сағыбыҙҙа йүгергәндә, гел башҡаларҙан арта ҡала инем, хәйер онотолһала ғәйеп юҡ, күпме йылдар үтте...
Әхиәр күберәк ауыл хәлдәрен һөйләне, кемдәр фронтта ятып ҡалған, кемдәр яраланып ҡайтҡан, Ғәзиз күптәрҙе белмәйҙә ине, сөнки ауылдан киткәндә малай ғына сағы...
– Киләсәккә ниәтең нисек? Орскиҙа ҡалаһыңмы, ауылға ҡайтып төпләнәһеңме?
– Әллә, ул турала хәҙергә уйлаған юҡ, һуғыш бөтөүенә бер көн үтте. Иртәгә эш урыныма барғас, ғариза яҙып эштән һорайым да, юлға сығам, әсәй янына барырға кәрәк, бер көн дә тотҡарланырға ярамай. Юғиһә, һуңлауым бар... Бында ҡайтыуҙан ни фәтеүә, атай-әсәй юҡ, мине кем көтә. Бай кулак балаһы тип күҙҙе астырмаҫтар, ауылда берәр этлек килеп сыҡһа иң элек минән күрерҙәр, миңә япһарырҙар... Юҡ инде, ошолай үтеп-һүтеп йөрөгәндә ауылды, күреп йөрөһәм шул еткән.
Икеһе лә бер аҙға тын ҡалды.
Май айының һалҡыны арҡа буйҙарына үтә башлағас, Әхиәр:
– Өйгә инәйек, һин дә юл килеп арығанһыңдыр.
Йәйелгән урынға ятҡас Ғәзиздең күҙҙәрен йоҡо алманы. Оҙаҡ ҡына урынында борһаланып уйланды...
Ә шулай ҙа ышанһаң-ышанмаһаң да тыуған ауылыңда, донъяға килеп, ун өс йәшеңә тиклем баласағың үткән тыуған нигеҙеңә яҡын булыуың, аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә ине.
Иртән хужалар менән бергә уянды. Иртәнге сәйҙе эскәс ҡапҡа төбөндәге түмәрҙә, күңелдәре булғансы һөйләшеп ултырҙылар. Ғәзиз барыһы өсөн рәхмәт әйтеп юлға ҡуҙғалырға йыйынды.
– Кем ине ул тип ҡыҙыҡһыныусыларға, бигүк cиселеп барма. Завод эше буйынса килеп сыҡҡан шофёр тиген.
Ауылды сыҡҡас ҡалҡыу ерҙә туҡтап, машинанан төштө лә, оҙаҡ ҡына тыуған ауылына, эргәләге тауҙарға ҡарап торҙо.
Барыһы ла ыңғай килеп сыҡты, әсәйем иҫән, йөк вагондарына йәбешеп булһа ла барып етәсәкмен.
– Хуш, ауылым хәҙергә, оҙаҡламам, һиңә ҡайтмаһам да яҡын тирәлә төпләнермен. Сит яҡтарҙа күп йөрөнөм, туйҙырҙы.
(Авторы - Хәмзә Ишдәүләтов).Дауамы бар.
ҒӘЙЕПҺЕҘ ҒӘЙЕПЛЕЛӘР (Хикәйә)
ҒӘЙЕПҺЕҘ ҒӘЙЕПЛЕЛӘР (Хикәйә)
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас