– Үҙең күреп тораһың улым, ошо ике айҙан артыҡ ваҡыт эсендә күпме кеше ашау етмәүҙән алһыҙ-ялһыҙ ауыр эштән, һалҡын тейеүҙән, яҡты донъя менән хушлашты. Оҙайлы юлда килгәндә ниндәй генә михнәттәр күрмәнек, кеше хайуандарға ла ундай яфаны күрһәтмәҫ. Маңлайыбыҙға яҙылғаны шулдыр инде, күрәһеләребеҙ, яҙмышыбыҙ. Ҡайта ла алмаҫбыҙ тыуған яҡтарыбыҙға, ошо ят тупраҡта ятыр инде беҙҙең һөйәктәребеҙ... Ә һин йәшәргә тейешһең, улым, йәшәргә!.. Бында ҡалһаң – күпкә бармаҫһың. Юл кәрәгенә үҙебеҙҙең паёктан арыш икмәген киптерербеҙ. Юлда әҙләп, самалап ҡына ашарһың, тел аҫтыңа һалып һурырһың. Тәүге мәлгә етер. Бынан иҫән-һау ысҡынып, Ҡаҙағстан далаларына барып етһәң – үҙ йүнеңде үҙең күрерһең, башҡа сара юҡ. Мин әйткәндәрҙе күңел һалып тыңлап, хәтереңдә ҡалдырырға тырыш. Беҙ ағас әҙерләгән ерҙән бер саҡрымдан күберәк алыҫлыҡта, ҙур йылға аға. Бүрәнәләрҙе шул йылғаға ташып ағыҙалар. Уныһын һин үҙең дә күреп беләһең. Йылғаны күҙ уңында тотоп ағышына табан атла. Ҡурҡма, төнөн ҙур ағасты һайлап үрмәлә, серем иткәндә, үләндән арҡан ишеп, үҙеңде ағасҡа ҡуша бәйлә. Йылғанан алыҫ та китмә, яҡын да барма. Йылға һине ҡош-йәнлектән дә ҡурсалар. Ҡулыңа таяҡ әтмәләп ал иң элек. Тимер юл станцияһына тиклем ике көнлөк юл. Унда яҡынлашыуҙы үҙең дә вагон тауыштарынан ишетерһең. Станциянан алыҫ түгел ағас сығарыусылар эшләйҙәр. Һин уларға яҡын барма, ситтән генә күҙәт. Кеше күҙенә салынма, сөнки һинең ҡайҙан килеүең көн кеүек беленәсәк... Ошо йыҡҡанды ботап бысҡылаһаҡ, бөгөнгә эш тамам, смотритель дә көттөрмәҫ килеп тә етәр. Ул да беҙҙең кеүек переселенец, тотҡон, беҙҙең эште күҙәтә, норманың үтәлешен тикшерә, шуның өсөн ҡуйылған. Беҙҙең эш өсөн яуап бирә, унан һорайҙар.
Йыҡҡан ағасты Ғәзиз ботап бөттө лә, арҡыры бысҡы менән дүртәр метрҙы үлсәп, быса башлаған атаһына ярҙамға ашыҡты. Бер ыңғайҙан лага тип йөрөтөлгән, тәртә йыуанлығы ағасты алып бысҡы тураһына, бүрәнәнең аҫтына урынлаштырҙы. Ул да ағас эшенә оҫтарҙы, тәүге осор кеүек әйткәнде көтөп тормай. Бысҡыны ағас ҡыҫмаһын өсөн, лага менән күтәрә башланы.
Атаһы:
– Туҡта улым, ҡабаланма, һин балағынаһың бит, әле билең нығынып етмәйенсә ауыр күтәрергә ярамай. Мин күтәрәм, ә һин бысҡы тарт.
Өс буй бүрәнә әҙер булғас, ағас баштарын ҡалҡытып, ат менән һөйрәтеүселәргә эләктерергә йәтешләнеләр. Эште тамамлағас, тирә-йүнгә күҙ ташланылар. Делянканың теге башында эшләүселәр ҙә эштәрен тамамлап ҡайтыуға йыйына
башланы. Ҡайһыһылыр һыҙғырып, тауыш та бирҙе буғай. Бөгөнгө эш көнө лә тамам булды. Этап менән килеп урынлашҡандарына ла ике айҙан артыҡ ваҡыт үтте. Килгәндең беренсе көндәренән унлаған эшсене һарай-барак төҙөргә ҡалдырҙылар ҙа ҡалғандарҙың барыһын да ағас әҙерләү эшенә ҡыуҙылар. Бына хәҙер барыһы ла ошо һарайға табан атлайҙар. Һарай-һарай, ә түбәһен күрән менән япҡас, ел-ямғырҙан һаҡлаусы, барыһының да күҙ терәп торған үҙ йортона әйләнде. Һәр кем тәртә йыуанлыҡтағы һайғауҙарҙан урындыҡ хәстәрләне. Тайганың мүген ташып йәйгәс, йоҡларға урын булды. Әбделмөьмин ҡарттың яңы ҡырҡҡа еткән ҡатыны Ғәзизә ағас ҡырҡыусыларға кашауар. Тәүге ваҡыттағы кеүек һәр кем үҙ ғаиләһенә ашарға хәстәрләмәй. Һәр кемгә шыйыҡ ҡына һоло ҡушып бешерелгән өйрә менән бер телем арыш икмәге эләгә. Үҙҙәренсә «Базы» тип йөрөткән Бузаево тигән ауыл, йәшәгән ерҙәренән бер саҡрым тирәһе булыр. Батша осоронда һөргөнгә ебәрелеп, һуңынан үҙ яҙмыштарына бойһоноп, бәғзеһе ошо тайганы оҡшатып ғүмер итергә ҡалған сәйәси тотҡондарҙың төйәгенә әйләнгән утыҙлаған йорттан торған ауыл.
Переселенецтарҙы бойһондороп тотҡан комендатура ла ошонда. Пекарня, леспромхоз, мәктәп, медпункт һәм ауыл советы. Бузаевонан ҡырҡ саҡрым тирәһе, район үҙәге Коряжмо аша тимер юл үтә. Делянканан бер саҡрым тирәһе, улар йыҡҡан бүрәнәләрҙе һал менән ағыҙған йылға, Коряжмо ситләп аға.
Кис йоҡларға ятҡас, Ғәзизә ҡартына бышылдап:
– Үҙебеҙҙең паёктан арыш икмәге һыныҡтарын әҙләп әҙерләйек бабай, тик ҡайҙа ғына йәшерербеҙ икән?
– Сепрәккә урап ошо баш ятҡан тирәгә йәшереп торайыҡ, үлән мох араһында бик күҙгә ташланмаҫ.
– Ә тентеү булһа ни эшләйбеҙ?
– Ярар, уныһын уйлашырбыҙ. Мин бөгөн Ғәзизгә төшөндөрҙөм, иртәгә лә көн бар, яйлап аңлатырмын. Бында, ул турала һөйләшә торған һүҙ түгел. Барак-һарайҙың стеналары ла тыңлайҙарҙыр, һаҡ ҡыланырға кәрәк, «Һаҡланғанды һаҡлармын» тигән бит Хаҡ Тәғәлә.
Әбделмөьмин ҡарт, сабый бала кеүек йоҡлаған улына тәү күргәндәй ҡарап торҙо ла:
– Әй, улым, улым, ниндәй генә яҙмыш көтәлер һине, Аллаһ үҙе генә беләлер инде. Иҫән-һау ҡотол был ҡоллоҡтан. Хоҙайҙан теләгәнем шул инде, – тип үҙ алдына бышылданы.
Иртәгеһен ҡараңғылы-яҡтылы тороп, ҡапҡыланылар ҙа, балта-бысҡыларын күтәреп көн дә йөрөгән һуҡмаҡтан делянкаға атланылар. Кисәге делянкаға килеп еткәс, Әбделмөьмин ҡарт яҡында кеше юҡлыҡтан файҙаланып, кисә һөйләй башлаған һүҙен дауам итте:
– Беҙ әҙерләгән ағастарҙы Ҡаҙағстанға Караганда өлкәһенә шахта нығытыу өсөн ебәрәләр. Һин станцияла шул ағастарҙы платформаға тейәгәндәрен көт. Тейәү тамамланып, состав ҡуҙғалырға ваҡыт еткәс, йәшенгән урыныңдан сығаһың да һиҙҙермәй тейәлгән бүрәнәләр араһына сумаһың. Состав ҡуҙғалып китһә, һин бынан ҡотолдоң тигән һүҙ. Ҡаҙағыстан далаларына юлыҡҡас, Карагандаға тиклем барма, бәләкәй станцияла төшөп ҡал. Ҙур ҡалала милиция күп, көтөүө менән йөрөй. Уларҙың ҡулына эләкмәҫкә тырыш. Эләккән хәлдә ҡаҙаҡсаға оҡшатып һупала, русса аңламайым тиген.
Малай, аңлашыла тигәндәй, ара-тирә баш ҡағып тыңланы, үҙе сит күҙҙәрҙә шик тыуҙырмаҫ өсөн, ағастың ботаҡ төптәрен тигеҙләне.
– Иҙәшкә ҡайтыуҙы башыңа ла килтермә, Башҡортостанға ла ҡайтма. Урта Азия яҡтарына һыпырт. Донъялар гел ошолай бармаҫ, бәлки яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Урта Азия, Ҡаҙағстан яҡтарында тормош икенселер, тынысыраҡтыр, тип уйлайым. Ауылға ҡайтһаң, беҙҙе күрә алмаусылар, һине эләктерәсәктәр, төрмәгә лә ултыртып ҡуйыуҙары бар, йә ҡабат ошонда оҙатырҙар. Бына ошолар инде әйтер һүҙҙәр. Иҫкә төшә килә, ентекләп аңлатырмын... Йылға аша тимер юл күпере бар. Күпергә яҡын барма, һаҡлайҙар. Ғәзиз аңлашылды тигәндәй башын һелкте лә:
– Ҡайһыныһын йығабыҙ, атай? Балта менән кәҙәйем.
– Бик йыуандарына ҡағылмайыҡ, ошоноһонан башлайыҡ, – тип уртаса йыуанлыҡтағы пихтаға төртөп күрһәтте атаһы.
Ғәзиз балтаһын еңел генә һелтәп эшкә тотондо.
– Түбәнерәк ал! Туҡта! Үлән, мүктәрен таҙартайыҡ. Ағастың ергә күмелгән төбө, муртыраҡ була. Тикшереүсе лә бәйләнеп бармаҫ. Үҙе бысҡыһының тештәрен күҙҙән үткәрҙе лә, ағастың төбөнә тубыҡланды.
– Йә, ярар, бисмиллаһ әйтеп, хәйерле сәғәттә башлайыҡ, тот бысҡыны.
Ғәзиз балтаһын эргәһененә һалды ла бысҡыға тотондо.
Әбделмөьмин ҡарт, бысҡы тартҡан ыңғайға, ике ай ярым элек булып үткән хәл ваҡиғалар донъяһына сумды...
...Утыҙынсы йылдар күмәк хужалыҡ ойоштороу, төрлө башҡа һыймаған комунналар тип, илдә башланған сыуалыштар уларҙың Иҙәш ауылына ла тиҙ арала килеп етте.
Бер көндө ауыл советы етәксеһе, үҙенең активистары менән иң беренселәрҙән булып уның йортона килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ та һорашып тормай:
– Йә, бай кулактар, һеҙҙең көнөгөҙ бөттө, ауылда яңы тормош башлана. Нимәләрең бар - барыһын да күрһәт, келәт ҡураларыңды ас, опись яһайбыҙ. Бөгөндән башлап хәрәм юл менән тапҡан мөлкәтеңә һин түгел, ауыл Советы һәм яңы ойошторолған кооператив хужа буласаҡ. Кооперативка инергә һине өгөтләп тормайбыҙ, үҙең тубыҡланып килеп ялынырһың, шулай бит, – тип иһаһайлап көлдө.
Иллене ҡыуып барған Әбдельмөьмин ҡарт, ғүмере буйы алһыҙ-ялһыҙ йыйнаған мал-мөлкәтен бик еңел генә йыйын әтрәгәләмдәргә тоттороп ебәргеһе килмәһә лә, бер нимә тип һүҙ ҡатманы, өндәшмәүҙе хәйерлерәк күрҙе. Күҙҙәре аларған, аҡылдарын юйған, үҙҙәренең хәйерсе донъяларын бар тип тә белмәгән, көнө-төнө ауыл урамын ҡыҙырып хөсөт таратып ваҡыт үткәргән, бүре өйөрөнә оҡшаған әҙәмдәргә ышаныс юҡ, йә типкеләп ташларҙар, уларға закон ҡағылмай, Совет власы ярлыны яҡлай. Әбделмөьмин ише урта хәллеләрҙе Совет власы күрә алмай... Был күренеште ул яман төш кеүек ҡабул итте. Ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәне. Тик Совет активистарының был ҡыланышы дөрөҫ булмаһа һуңынан талап алынған малыңды, һабан тырмаңды, арба санаңды ла табып алыуы ҡыйын булыр. Теләһә ҡайҙа олаҡтырып, емереп ватып, тәләфләп бөтөрөрҙәр, – тип фекер йөрөттө.
Ауыл активистары уның келәт йоҙаҡтарын асыуын да көтмәй, «Кит! Юлда торма!» тигәндәй асҡыстарын ҡулынан тартып алдылар ҙа һарай, келәт ишектәрен шаҡарғылап аса башланылар. Бына шулай бер көн эсендә мал-мөлкәтһеҙ тороп ҡалдылар. Әбделмөьмин ҡарт йөрәге әрнеп эстән генә бәд доға уҡыны…
– Баш һау булһын, баш һау булһа мал табылыр, – тип атаһы мәрхүмдең һүҙҙәрен ҡабатланы.
Әбейе Ғәзизә менән улы Ғәзиз көйәләнһәләр ҙә, уларҙы йыуатманы. Ә ни ҡыла ала инде ул?
– Иҫәнлек кәрәк, ҡалғаны үҙебеҙҙән тора. Әлбиттә таланған малды кире ҡайтарып булмаҫ, ә яңыһын ишәйтеп алырға кәмендә биш-алты йыл кәрәк буласаҡ...
«Эйе, ишәйттең, атаң башын, ана ҡайҙа олаҡтырҙы, Совет власы улар кеүектәрҙең ғәзиз баштарын». Ағас бысҡыны ҡыҫа башлағас туҡтанылар ҙа бер аҙ ял иттеләр.
– Һин улым, бысҡы тартырһың, балтаны ағас ярығына ҡыҫтыр. Ҡайҙа теге саталы «толкач», – тип ағасҡа һөйәүле ҡолғаны алып, маһайып күккә ашырҙай булып ултырған пихтаны этеп сайҡай башланы.
Ғәзиз балтаһын ярыҡҡа төпкәрәк батырҙы. Ағас ҡырынайҙы. Ғәзизгә шул ғына кәрәк ине. Ул балтаны төпкәрәк батырҙы ла, ҡабаланып быса башланы.
– Йә, улым, етеп торор, ал балтаны, сығар бысҡыны. Хәҙер икәүләп этһәк, йығабыҙ был бәләне.
Яҡын тирәлә сит кеше булмаһа ла:
– Эй! Һай! Берегись! – тип ҡысҡырҙы.
Пихта ағасы, тере йән эйәһе кеүек, ыңғыраша-ыңғыраша ауа башланы. Әбделмөьмин:
– Ҡас, малай! – тип ҡысҡырҙы ла, ағас төбәнән ситкә тайшанды.
Йөҙ йәшәр пихта ағасы урман яңғыратып юл яңындағы ваҡ-төйәк ағастарҙы йығып, гөрһөлдәп барып ятты.
– Үәт! Бына шул кәрәк һиңә, ҡуҡырайып, әллә кем булып ултыра инең, – тип һәр ағасты ауҙарған саҡта әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы.
Хәл алырға сүгәләгәс, атаһы Ғәзизгә ҡарап һүҙен дауам итте.
– Быйыл ҡышты ошо общий баракта ҡышлап сығарбыҙ. Август айы башланды, көндәр һиҙелерлек ҡыҫҡара, һалҡынайта, мейес әтмәләйҙәр ахыры. Бер нисә мейес сығарһалар, утын бында етәрлек. Икенсе йылға, ҡышты иҫән-аман сыҡһаҡ, Аллаһ бирһә, үҙебеҙгә айырым тауыҡ кетәгендәй булһа ла, йә землянка ҡаҙып общийҙан айырылырға, – тип уйлайбыҙ. Әле уныһы Хоҙай ҡулында, был аяуһыҙ донъя хәлдәрен белеп булмай, ун йыл буйы ғүмер үткәрергә бында. Иҫән булып тыуған яҡҡа ҡайтып, тыуған тупрағыма аяҡ баҫһам, шул бар теләгәнем Аллаһы Тәғәләнән, – тип Әбделмөьмин ҡарт һиҙҙермәйсә генә күҙ йәштәрен һөрттө.
Ике аҙнанан артыҡ ваҡыт үтте. Ғәзизде борсоғаны: нисек итеп ата-әсәһе менән айырылышыу. Быны күҙ алдына килтерә алмай йонсоно. Ошо турала һүҙ башлап та ҡараған ине.
– Атай, бәлки быйылға ҡалайым, ни күрһәк тә бергәтигәндәй...
Ул турала ҡарт үҙе лә уйлағайны. Ни тиһәң дә берҙән-бер улын, япа яңғыҙ билдәһеҙлеккә сығарып ебәргеһе килмәй ине. Әммә, ул Ғәзиздең бындағы каторга тормошонан ҡотолоу юлын, уның иреккә сығыуында күрҙе. Совет власы ҡайҙа ла шулдыр. Тик алдан уйлап ҡуйылған план бар һәм улына төшөндөрөп аңлатылған: «Етем малай, ата-әсәһе ауырып үлгәндәр, ун дүрт йәшлек үҫмер, тамаҡ хаҡына кешегә эшләп көн күрә. Ә Совет власы етемдәрҙе ҡарай, үгәйһетмәй». Ғәзизә ят күҙҙәргә һиҙҙермәй генә әҙерләгән икмәк киҫәктәрен, һәр иртән әҙләп, ҡартының һәм улының кеҫәһенә һала барҙы. Ә улар делянкала, үҙҙәре ағас йыҡҡан ерҙән ситтәрәк үҫкән, ҡолас етмәҫлек оло ҡарағайҙың ҡыуышына, сеперәккә урап йәшерә барҙылар. Ул ҡарағай «под рубку» эләкмәй, сөнки уға етәрәк билдәләнгән делянка бөтә. Ҡарт тағы ла бер тапҡыр үҙенең юлға ҡағылышлы әйткән һүҙҙәрен ҡабатлап сыҡты.
– Улым, ауырға алма, һинең бары тик иҫән-һау ҡалыуыңды теләп, ошо юлды һайланыҡ. Ҡас был тамуҡтан. Бынан ысҡынһаң, үҙ йүнеңде үҙең күрерһең. Төрмәлә лә бынан яҡшыраҡтыр, тамағыбыҙ туйғанса ашта күргәне юҡ бит, һоло ашынан һәм таҡы-тоҡо арыш икмәгенән башҡа. Аллаһ ярҙам бирер, Хызыр Ильяс юлдаш булып һине һаҡлап йөрөтөр...
Кистән әсәһе Ғәзизгә, сит күҙҙәрҙән йәшереп һаҡлаған ҡашлы көмөш балдағын, ул йоҡлағанда бишмәтенең яғаһын һүтеп, эсенә тегеп ҡуйғанын аңлатты.
Малайҙың:
– Ҡуй әсәй кәрәкмәй – тиеүенә:
– Ал, балам, донъя хәлен белеп булмай, юлда кәрәге тейер.
Атаһы ла:
– Иң кәрәк саҡта ғына тотон. Тотонмаһаң, беҙҙән һиңә ҡомартҡы, әсәйеңдең иҫтәлеге булыр, – тип һүҙгә ҡушылды.
Ғәзиз атаһының һаҡ ҡына башына ҡағылыуына уянып күҙҙәрен асты. Ваҡыт еткәнен аңлап, аяғына итеген кейҙе лә, ҡараңғы барактың эсендә йылтырап күренгән дүрт күҙгә баҡты.
Әсәһе илап ебәреүҙән ҡурҡып, яулығының осо менән күҙҙәрен һөрттө, ауыҙын, танауын ҡапланы.
– Әйҙә, барактың ситенә, юлға тиклем оҙатам, – тине атаһы.
Тышҡа сыҡҡас, август айының һалҡыны йоҡа кейенгән тәнгә һиҙелде. Күктә меңәрләгән ғәмһеҙ йондоҙҙар емелдәшә. Урман ситенә еткәс малай:
– Атай, кирегә борол, берәйһе йә һиҙер… – тине. – Хушығыҙ, бәхил булығыҙ. – Ул ҡараңғыла атаһының ҡулдарын һәрмәне.
Беҙҙең мосолмандарҙа ҡосаҡлашып күрешеү, ҡосаҡлашып хушлашыу йолаһы булмағас, һүҙһеҙ генә бәхилләштеләр. Малай артына боролоп ҡарарға ла ҡыйыулығы етмәй тайганың ҡараңғы ҡосағына сумды.
Әбделмөьмин ҡарт улының шәүләһе юғалғансы, баҫҡан урынында оҙаҡ ҡарап торҙо. Тамағына килеп төйөлгән төйөрҙө көскә йотоп ебәрҙе, бите буйлап тәгәрәп төшкән күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Ғәзиз делянкаға тиҙ барып етте. Ҡарт ҡарағайҙың ҡыуышынан, атаһы менән көн дә тиерлек әҙләп ташыған арыш икмәге киҫәктәрен, әсәһе үҙенең ябынып йөрөгән яулығынан тегеп биргән юл тоҡсайына бушатты ла, ҙур ғына аҡланға әйләнгән делянкаға күҙ һалды. Кисә генә атаһы менән ошо баҫып торған ерҙә ағас йыға инеләр, көндәлек өйрәнгән эш ине. Былар барыһы ла төш кеүек булып ҡаласаҡ. Ғәзиздең күңелен әйтеп аңлата алмаҫлыҡ моңһоулыҡ биләне. Ул әсәһе, атаһы алдында ла, күҙ йәштәрен сығарманы. Тамағына килеп төйөлгән төйөрҙө көскә йотоп ебәрҙе лә аяҡ быуындары йомшап хәле бөткәндәй бер урында тапанды. Бында ул яңғыҙы, бер кем дә юҡ, бер кем дә күрмәй.
Бите буйлап аҡҡан күҙ йәштәренә ирек бирҙе, һулҡылдап тауышһыҙ ғына иланы. Еңенең осо менән бите буйлап ағып төшкән күҙ йәштәрен һөрттө. Делянканы тағы бер тапҡыр күҙҙән үткәрҙе. Әйтерһең дә ул тыуып үҫкән ҡырҙары, яландары менән хушлаша. Ҡулы менән ҡарт ҡарағайҙың ҡытыршы ҡабығын һыпырҙы ла, «Хуш бул! Хушығыҙ!» тип тоҫмал менән яҡтырып килгән офоҡҡа табан атланы. Юл ыңғайы кисә әҙерләп ҡалдырған таяғын алып урман эсенән яңғыҙы, билдәһеҙлеккә, хәүефле юлға сыҡты. Йылғаға барып еткәнсе, мыш-мыш, танауын тартҡылап, әллә ата-әсәһенән айырылышыу ғазабынан һаман айный алмай, һулҡылданы. Йылғаға яҡынлашыуын ағастарҙың һирәкләнә башланыуынан һәм йәйелгән аҡ томанға ҡарап һиҙемләне. Алда текә яр аҫтында, борманып өҫтөн аҡ томан ҡаплаған Себер йылғаһы бормаланып аға. Ғәзиз йылғаға төшөп торманы. Тоҫмал менән, йылғаның ҡайһы юнәлештә ағыуын, делянкала саҡта, улар ҡырҡкан ағастарҙы йылғаға ташыусыларҙың һөйләшкәндәренән аңлағайны. Атаһы өйрәткәнсе,
йылғаны күҙ уңында тотоп, ағышына табан атланы. Ике айҙан артыҡ йәшәгән һәм яңы ергә ерегеп, йәшәгән төбәгенә әйләнгән переселенецтарҙың базаһынан алыҫайған һайын, күңелен аңлата алмаҫлыҡ, юҡһыныу тойғоһо баҫты. Унда ҡәҙерле кешеләре, атаһы, әсәһе ҡалды.
Яңы көн тыуҙы.
Эшселәр делянкаға килгәндәрҙер. «Малайың ҡайҙа?», тип һораһалар. Ауырыңҡырап тора, бөгөнгә сыға алмаҫ... Комендантҡа барып әйтергә ҡуштым. Үҫмер бала, быуындары ла нығынып етмәгән», тип аңлатҡандыр...
Ғәзиз: «Әллә кирегә һыпыртырға инде», тип тә уйлап ҡуйҙы. – Юҡ, ярамай, әсәһе бер һүҙ ҙә өндәшмәҫ, бәлки һиҙҙермәй генә ҡыуаныр, атаһына нисек аңлатырға. Ҡурҡтым, шуға кире боролдом тип яуап бирергәме? Юҡ, ярамай, тәүәкәлләгәс, бер нимәгә ҡарамай – алға. Ғәзиз, иге-сиге күренмәгән тайганан атланы.
Бәхеткә, тайга урманында беҙҙең яҡтағы кеүек ҡуйы үлән үҫмәй, ваҡ ағастар, үҫентеләр юҡ һанында, юғиһә атлауы ҡыйынға төшөр ине. Йылға ярының һөҙәгерәк урыны күренгәс, малай йылғаға төшөп, бит-ҡулдарын йыуып, яр буйында ултырып хәл йыйҙы. Бормаланып аҡҡан Себер йылғаһы, ярайһы киң. Ҡаршы яҡ яр буйындағы эре ағастарҙан башҡа күҙгә салынырҙай әйбер юҡ, күҙ күреме менән үҙенсә сырамытты ла ҡырҡ-илле сажин тирәһе булыр, тип һығымта яһаны.
Көрән төҫтәге һыуының тәме лә икенсе, серегән үлән, мүк еҫе килә. Эх! Ҡайҙа инде үҙебеҙҙең яҡтың һалҡын шишмәһенең һыуы, тамсыһына ла тормай Себер йылғаһы, ирәйеп йәйелеп ағып ятһа ла. Һаҙлыҡ еҫе аңҡып торған һыуын мал-тыуар ҙа эсмәйҙер. Ә себен-серәкәйҙең күплеге, ҡорт айырған тиерһең, өҙлөкһөҙ ҡулдарҙы болғарға тура килә. Ғәзиз делянкала уҡ ҙур пихта ботағын һындырып алғайны, шуның менән өҙлөкһөҙ болғап, серкәйҙәр менән алыша. Тайганың себен-серәкәйенә өйрәнделәр. Ҡорт күсе кеүек мыжғығандарын күреп тәүҙә аптырағайнылар. Мошка тигәне бигерәк аяуһыҙ. Күҙгә, танау эсенә, кейем аҫтына һырып ыҙалаттылар. Бер ай тирәһе шаштылар ҙа юҡҡа сыҡтылар. Малай йылға буйынан тиҙерәк китеүҙе хуп күрҙе. Тоҡсайынан шырпы ҡабы ҙурлығы кипкән икмәген алып ҡапты ла, ҡабаланмай ғына тәмләп һура-һура юлын дауам итте. Әле юлдың башы ғына, күп булһа ун саҡрым тирәһе атлағандыр, алда станцияға тиклем көн ярымлыҡ юл ята. Алда уны нимә көтә, белеп булмай. Тайга хәҙер йәй башындағы кеүек түгел, ҡоштар тауышы тынған. Ваҡ-төйәк турғайҙарҙың сырҡылдашҡанынан башҡа әллә ни тауыш юҡ. Ара-тирә тумыртҡа туҡылдап һиҫкәндерә. Ала ҡарға ҡарҡылдап сит-ят барлығын иҫкәртә. Ҡалҡыуыраҡ урында ағастар һирәк үҫкән, уныһы ла әллә ни бейек түгел. Алда тайга урманының бер өлөшө, һиҙелер-һиҙелмәй генә ҡалҡып торған урман күҙгә ташланды. Ғәзиз, тайга өҫтөн күҙҙән үткәреп, байтаҡ ваҡыт ҡарап торҙо.
Көн кискә ауышты. Малай, ял иткәс, төңгөлөккә серем итергә йәтешле үҫкән ағасты күҙ уңында тотоп атланы.
Атаһы әйткәнде иҫенә төшөрөп, сырмалсыҡлы үләнде ҡараштырып барҙы. Тайгала шәм кеүек булып үҫкән шыршы, пихта ағастарының ботаҡтары аҫҡы өлөшөндә юҡ һанында. Ҡояшҡа ынтылып, үрләп үҫәләр. Аҫтағы ботаҡтары ҡорой бара, һынып төшәләр. Үрмәләп менеү өсөн арҡан булһа, шәп булыр ине лә бит...
Ниһәйәт, тарбайып үҫкән кедр ағасын осоратты. «Бына ошо булыр минең оя ҡорор ағасым», тип фарызланы. Тирә йүнгә күҙ ташлағас, үләндән арҡан ишараты әтмәләне лә ағасҡа үрмәләне. Көнө буйы байтаҡ юл үтеп арыған малай, ағас ботағына йәтешләнеп ултырғас, үҙен үлән арҡан менән сырманы. Тоҡсайынан алып, бер ҡабым сухариен тел аҫтына һалды ла, супылдатып һурып үҙе лә һиҙмәҫтән тәрән йоҡоға талды. Аяҡтарының ойоп һыҙлауына уянып китте. Ҡояш сығышы алһыулана башлаған. Малай ағас ботағынан ергә һикерҙе. Ҡатҡан аяҡтарын яҙып, тыпырҙап алмаш-тилмәш һелккеләне. Муйыны аша эленгән тоҡсайын ҡапшап ҡарағас, таяғын алып юлға ҡуҙғалды. Билдәһеҙлеккә әйҙәгән хәүефле юлының икенсе көнө башланды. Ара-тирә ял итә-итә юлын дауам итте. Ата-әсәһен уйламаҫҡа тырышһа ла, уйҙары тыңғылыҡ бирмәне. Әгәр арттан эт менән ҡыуа төшһәләр? Ул ара-тирә йыуан ағастың артына йәшенеп, килгән юлын күҙәтте. Икенсе көндө лә, төндө лә ул имен-аман үткәрҙе. Аллаһ бирһә, тимер юл станцияһына тиклем тағы ла ярты көнлөк юл ҡала, тип ҡыуанып та шомланып та уйланды. Ниһәйәт ул алыҫта тайга өҫтөндә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә күтәрелгән төтөндөабайланы. Тимәк, район үҙәге Коряжмоға яҡынлаша. Ысынлап та, биш-алты саҡрым ара үтеүгә, алда ҙур ғына булып тайганы биләп ятҡан ауылдың йорт ҡаралтылары күренде. Ғәзиз туҡтап ял итергә булды. Атаһы өйрәткәнсә, станцияға кисләтеп яҡынларға кәрәк, станция тирәһен байҡап күҙәтергә.
Коряжмоға ҡул һуҙымы ара ҡалғас, ул кедр ағасына менеп, посёлокты күҙәтте. Йылға аша һалынған тимер юл күперен дә абайланы, ситтәрәк урынлашҡан тимер юл станцияһы ла күҙгә ташланды. Коряжмоның ситендәге йорттарға яҡынлашҡанда, ҡояш байыуға күп ҡалмағайны. Ярым-ярты бер яҡлы урамдарҙы үткәс, вагондарҙың бер-береһенә бәрелгән тауыштары ишетелде. Ғәзиз аҙымдарын һүлпәнәйтте, уңайлы урын эҙләп, тирә яғын ҡараштырҙы.
«Станция» тип аталған ҙур булмаған майҙансыҡлы түбәһе таҡта менән ябылған вокзал – йорт күҙенә ташланды. Әллә ни инеп-сығып йөрөгән кеше-фәлән күренмәй. Ул станцияны урап үтте лә йылғаға табан юл тотто. Йылғаға яҡын состав тора. Уның тирәләй халыҡ мыжғый, бүрәнәләр тейәйҙәр.
Ғәзиз ҡыуанысынан хатта һикергеләп алды. Хәҙер ситтән генә күҙәтергә лә була. Мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа. Тик, ҡасаныраҡ йөктө оҙатырҙар икән? Әгәр бер-ике көн көтөргә тура килһә, ҡайҙа барырға? Кире тайгала ҡунырға? Башҡа сара юҡ, вокзал тирәһендә уралып йөрөргә ярамай, эләктерерҙәр. Ғәзиз ҡараштары менән платформаларҙы байҡай башланы. Барлығы алты платформа. Дүртәүһе тейәлгән әҙер, бишенсеһенә тейәүҙе тамамлайҙар ахыры. Тамам ҡараңғы төштө. Тейәүселәр эштәрен тамамлайҙар, тауыш, шау-шыу әкренләп тынды. Малай уйға ҡалды, төндө ҡайҙа үткәрергә? Кире тайгаға? Башҡа сара юҡ. Ул бер аҙ уйға ҡалып урынында тапанды ла, эшселәр таралышҡас, тайгаға табан атланы. Посёлокты сыҡҡас уңға ҡайырылып урман эсенә инде. Шуныһы яҡшы тайга ауылға терәлеп уҡ тора.
Йәтешле ағас эҙләп, байтаҡ урманды ҡыҙҙырып йөрөгәс, бейек булмаған кедр ағасына юлыҡты. Үрмәләп менгәс тирә-яғына күҙ һалды. Уға иң мөһиме төндө үткәрергә һәм ағас тейәй торған майҙансыҡ күҙ алдында булһын. Тирә-йүн тамам ҡараңғыланды. Вокзал ишараты күренә, ә ағас тейәй торған майҙансыҡ тоноҡ ҡына янған уттарында бигүк асыҡ күренмәй.
Төн үткәрһәм ҡояш сыҡҡас, көн яҡтыһында барыһы ла күренер. Ағас ботағына йәтешләнеп ултырғас, үлән менән үҙен бәйләне лә сохарый һура-һура үҙе лә һиҙмәҫтән татлы йоҡоға сумды. Ҡояштың тәүге нурҙары менән уянды. Иң элек посёлок яғына күҙ һалды. Ағас тейәүселәр эшкә тотонғандар ҙа инде, ағас тейәү майҙансығы бүрәнәләрҙең гөрһөлдәү тауышына, эшселәрҙең «Ай-һайлап» ҡысҡырышҡан тауыштарына күмелгән.
Кис етеп ҡояш байый башланғансы Ғәзиз үҙенең күҙәтеү урынын ташламаны. Бында тыныс та, хәүефһеҙ ҙә ине. Барыһы ла ус төбөндәге кеүек күҙ алдында. «Ваҡыт, ҡуҙғалырға» тип, малай юл тоҡсайын ҡулына алып посёлокҡа табан атланы. Алда кисәгенән ҡалған аҙаҡҡы платформаға бүрәнәләр тейәлеп бөткән, эшселәр таралышалар ине. Тирә-йүнде ҡараштырғас, уңайлы урын һайлап сүгәләне. Сохарый ҡапты. Ас ҡорһаҡ, ашарға һорап, тағы сөрөләй башланы. Ғәзиз йәшеренгән урынынан сыҡты. Аҡ томанға төрөнөп, ҡайҙандыр ер аҫтынан килеп сыҡҡан кеүек, паровоз килеп сыҡты. Тегеләй-былай үткеләгәс, составтың осона килеп туҡтаны. Платформаларҙың бер-береһенә бәрелешеүенән гөрһөлдәгән тауыш состав буйлап үтте.
Ғәзиз тимер юл буйын күҙҙән үткәрҙе лә, ҡаршыһындағы платформаға табан атланы. Ике платформа араһына ингәс, тау кеүек итеп тейәлгән бүрәнәләр, өҫтөнә ауып төшөрҙәй булып, атылып сығырҙай булып дөпөлдәп типкән йөрәген ярһытты. Ғәзиз платформаның борты аша эскә шыуышып төштө. Йөрәге сығырҙай булып тибә, аяҡ быуындары ҡалтырана, ә шулай ҙа уны әйтеп аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡ тойғолары биләп алды. Йәтешләнеп урынлашҡас, йоҡомһорап, күҙҙәре йомола башлағайны, вагондарҙың һелкенеп ҡуйыуынан тертләп, күҙҙәрен асып, тирә яғын байҡаны. Суйын тәгөрмәстәрен ыңғыраштырып, состав ҡуҙғалды. Алдағы билдәһеҙлек күңелен болоҡһотоп ебәрҙе. Ата-әсәһенән алыҫлашыу, ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хистәрҙе яңынан тергеҙҙе. Ата-әсәһе менән бәйләп тотҡан һуңғы күҙгә күренмәгән еп бөтөнләйгә өҙөлдө. «Хушығыҙ, ҡәҙерлеләрем! Бәхил булығыҙ! Һеҙҙә сит яҡтарҙа билдәһеҙлектә ҡалдығыҙ, мин дә билдәһеҙлеккә табан юл тотам». Ғәзиздең күҙҙәренән бер
ике күҙ йәш бөртөгө ағып, ирендәрен сылатты. Әсе ине ул күҙ йәштәре. Ул вагон тәгәрмәстәренең бер тигеҙ туҡылдаған тауышына ойоп, йоҡоға талды. Таңға тиклем паровоз елде лә елде.
Ғәзиз аяҡтары һыҙлауға уянды. Ятҡан урынынан башын ҡалҡытып, тирә-йүнгә күҙ һалды. Офоҡ, алһыу төҫкә сумып, яҡтыра башлаған. Тирә-йүндә иге сиге күренмәгән тайга. Урыны-урыны менән ҙур аҡландар күҙгә салына.
Паровоздың тиҙлеген кәмететеүенә һиҫкәнеп, күҙҙәрен асты. Күп тә үтмәне, паровоз, сабып килеп арыған ат кеүек ухылдап, бышҡырынып, килеп туҡтаны. Малай сайыр еҫе аңҡып торған бүрәнәләргә һылашты. Тын алырға ла ҡурҡып ҡолаҡ һалып тыңланы. Бына, тимер юл эшсеһелер, платформаның суйын тәгәрмәстәренә һуҡҡылап үтте. Тирә-йүн тамам яҡтырҙы.
Состав оҙаҡ торманы, яңынан ҡуҙғалды. Йәнен усына тотоп ятҡан малай иркен тын алды. Тороп ултырҙы. Ҡаршыға йылы ел иҫә. Тайга артта ҡалды. Алда һирәк үҫкән ағастар күренә. Кискә тиклем состав бер нисә урында ара-тирә туҡтағандан һуң, иркен яландарҙы артта ҡалдырып, алға табан елде лә елде. Ғәзиздең тамағы кипте, һыу эскеһе килә, әммә ағас тейәгән платформа сүллек менән бер, бында үлһәң дә, һыу юҡ. Ҡарағай сайырын сәйнәп төкөрҙө. Тик ул сайыр һыуһынды ҡандырманы. Тоҡсайындағы сохарыйы ла бөткәндән-бөтә, тик ни хәл итәһең, тамаҡты алдап бумай. Ҡорһаҡ ашарға таптырып, сөрөлдәй башланы. Состав ҙур ғына станцияла туҡтаны. Таң атып, ҡыҙыл шар булып ҡояш ҡалҡа башлаған ваҡыт. Малай ҡолаҡ һалып тирә-йүнде тыңланы. Башын ҡалҡытып алан-йолан ҡаранды. Яҡын тирәлә кешеләр күренмәй. Станция байтаҡ алда икән. Ғәзиз ни булһа ла тип платформанан һикереп төштө. Эсерлек бер йотом һыу табып булмаҫмы икән тигән уй, тынғы бирмәне. Ул станцияға юлланды. Бәхетенә станцияға етәрәк, таштан һалынған ҙур булмаған йорттың нигеҙенә яҡын сығып торған торбанан, сөбөрҙәп кенә аҡҡан һыу күҙенә салынды. Малай кинәнеп туйғансы һыуҙы һемерҙелә таш йорттоң вывескаһына күҙ һалды. Бына шул саҡ ҡаршыһына килгән ике милиционерҙы күрҙе. Әйтерһең, уның өҫтөнә бер күнәк боҙло һыу ҡойҙолармы ни! Ҡурҡышынан, ҡамауға эләккән йәнлек кеүек, ҡайһы яҡҡа тайшанырға ла белмәй аптырап ҡалды. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигәндәй, улар милиционер түгел, ә хәрбиҙәр булып сыҡты. Иркен тын алған малай платформаға табан атланы.Тегеләр уға иғтибар итмәнеләр, үҙ юлында булдылар.
Ике тәүлек ошо бүрәнәләр араһында килгән ҡасҡын, үҙенең төйәгенә әйләнгән урынына менеп ҡунаҡлағас, һуҙылып ятты, ҡараштарын зәңгәр күккә төбәне. Станцияның исеменән бер нәмә лә аңламаһа ла Карагандаға тиклем байтаҡ бараһылыр тип уйланы, киләһе станцияла яйын табып, һорашырмын. Паровоз өҙөп-өҙөп сигнал биргәндән һуң, бышҡыра-бышҡыра ҡуҙғалды. Малай урынынан ҡалҡынып икһеҙ-сикһеҙ даланы күҙәтте. Дала дала инде, ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙан башҡа күҙгә эләгер әйбер юҡ.
Караганда тигәндәре – ялан яғы, булғас, шахта нығытырлыҡта ағас юҡтыр инде, – тип һығымта яһаны малай. Йөк тейәгән паровоз, ауыл кеүек бәләкәй станцияларҙы һанға һуҡмаған кеүек, туҡтамай алға елде лә елде. Әйтерһең дә, һис кисекмәҫтән кәрәк булған заказды тейәгәндәр ҙә, тиҙ генә алып барып еткер тип фарман биргәндәр. Бәлки, шулайҙыр... Малай хыял диңгеҙендә йөҙөп килә торғас, паровоздың тиҙлеген кәметеүен һиҙҙе. Алыҫтан ҙур ғына ҡаралтылар күренде. Күп тә үтмәне тирә-йүнде аҡ томанға күмеп, паровоз туҡтаны. Станцияға етәрәк туҡтаған икән.
Уң яҡлап, ағас күләгәһендә тыныс ҡына көйшәп торған, егеүле дөйә күҙгә ташланды. Ғәзиз буш тоҡсайын муйынына аҫҡас, үрмәләп платформанан сыҡты ла, тотона-тотона төштө. Аяҡтары уны үҙенә лә бойһонмай, егеүле дөйә янына алып килде. Малайҙың икенсегә дөйә күреүе. Беренсе тапҡыр атаһы менән Ырымбур өлкәһе Сабатар исемле урыҫ ауылына баҙарға барғанда күргәйне. Дөйә – ҡаҙаҡтарҙа киң таралған мал.
Ғәзиз ҡыҙыҡһынып, дөйәгә ҡарап торғайны. Хужаһы урта йәштәрҙәге ҡаҙаҡ:
– Минең дөйә оҡшанымы әллә улымка?
– Әйҙә атыңа алышайыҡ, мин һиңә дөйәмде бирәм, һин миңә атыңды. Дөйә һөт бирә, ҡымыҙ яһарһың...
Ғәзиз атаһының ҡолағына бышылдап ҡына:
– Юҡ, атай, алышмайыҡ, дөйә миңә оҡшамай, ауыҙы йәмһеҙ, үҙе бейек, унда нисек үрмәләп менергә, – тигәс ҡаҙаҡ ҡарты уның уйҙарын белгән кеүек:
– Күрәһеңме, үркәстәре ниндәйматур, уңайлы, эйәрҙә ултырған кеүек, – тип кеткелдәп көлгәйне.
Ошолар иҫенә төшкәс моңһоу булып китте, тирә яғына ҡаранды. Тимер юл станцияһынан тәбәнәк буйлы, ҡулына сыбыртҡыһын тотҡан ҡарттың килгәне күренде.
Ҡарт арбаһына яҡынлашҡас:
– Өй, малайка. Минең дөйәмде оҡшаттыңмы? Әллә берәй нәмә кәрәк инеме? – тип һораны.
Ғәзиз ҡыйыр-ҡыймай, көскә тауышын сығарып, ҡаҙаҡсаға оҡшатырға тырышып:
– Эсергә һыуығыҙ булмаҫмы? Тамағым кипте, мин был яҡтарҙа тәүге тапҡыр, етем малаймын, – тип атаһы өйрәткәнсә теҙеп сыҡты. Мин әйткәндәрҙе аңланымы тигәндәй ялбарыулы күҙҙәрен ҡартҡа төбәне.
Ҡарт уны һынаулы ҡараштары менән баштан аяҡ күҙҙән үткәрҙе лә:
– Ҡайһы яҡтарҙан килеп сыҡтың бында? Башҡортһыңдыр, башҡортҡа оҡшап тораһың? – тип һораны.
– Эйе, мин башҡорт малайы, атайым да әсәйем дә ауырып үлделәр. Мин приюттан ҡастым. Унда ҙур малайҙар урлашырға ҡушалар, тыңламаһаң туҡмайҙар, ә минең урлағым килмәй.
– Минең менән мал көтөргә барырға ризаһыңмы? Риза булһаң ултыр арбаға. Мә, һыу уртла, әҙләп кенә, ҡапыл күп итеп эсмә, эсең ташыр, уҡшытыр. – Бабай дөйәһенең сбруйын рәтләп юлға әҙерләне.
Малай көтөлмәгән был тәҡдимгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Йотлоғоп оло сәйгүндән һыу уртланы ла бөкөһөн тығып, урынына ҡуйҙы. Бабай арбаһына еңел генә менеп ултырҙы ла:
– Нааа... малҡай, – тип сыбыртҡыһы менән ҡағылды. Ҡуҙғалып киткәс. – Һин асыҡҡанһыңдыр, мә ҡапҡылап ал, тик артыҡ һоғонма, ҡапыл эсеңә ярамаҫ, – тип арбаһындағы бесән аҫтынан тоҡсайын һөйрәп сығарҙы, бер һыныҡ икмәк, бер киҫәк итте малайға һондо.
Ғәзиз ҡалтыранған ҡулдары менән ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына бабай һуҙған икмәккә, иткә үрелде.
Үҙ күҙҙәренә ышанмағандай, өнөнә түгел төшөнә инмәгән аҡ икмәккә, ит киҫәгенә иң ҡәҙерле юғалтҡан әйберен тапҡан кеүек, бер аҙ текләп ҡарағас, ашыҡмай ғына ашай башланы. Бабай әҙ һүҙле булып сыҡты, әллә ни юҡты барҙы төпсөнмәне...
– Күптән бирле шулай ил гиҙәһеңме? Ҡайҙа приютта булдың, үҙегеҙҙәме? – тиеүҙән уҙманы, юл буйынса үҙенең мөңгөр тауышы менән йырын көйләп барҙы.
Ғәзиз көтмәгәндә килеп сыҡҡан был осорашыуға ҡыуанды ла, хафаланды ла. Барыһынала риза, ниндәй эш ҡушһаларҙа үтәргә әҙер, тик астан үлмәҫлек ашатһындар, йәшәргә мал аҙбарында ла риза, ҡыуаламаһындар, милицияға тотоп бирмәһендәр. Ҡояш төшлөккә еткәндә бабайҙың йәйләүенә килеп еттеләр. Ҡаҙаҡ ҡарты шунда ғына исемен әйтте һәм малайҙың исемен һорап, танышты. Байғүбәк ҡарт йәй, ошо икһеҙ-сикһеҙ далала ауыл малын көтә икән. Совет власы урынлашҡансы ауыл байы Биргәмдең малын көткән. Бөгөн үҙенең йомошо менән тимер юл станцияһына барған. Ҡарт усаҡ алдында бөтөрөлөп йөрөгән әбейенә һөрәнләне:
– Сөйөмбикә, ҡаршы ал ҡунаҡты, үҙебеҙгә ул алып ҡайттым. Үҙебеҙҙең мосолман, башҡорт, етем бала, теләһә ҡайҙа аҙып-туҙып йөрөгәнсе, беҙҙә бар яҡтан да уңайлы булыр. Сәйең әҙерме? Тамаҡ кипте.
Ғәзизгә табан боролоп үҙенең улына өндәшкәндәй, яғымлы тауыш менән:
– Әйҙә тамаҡ ялғайыҡ, – тип кейеҙ тирмәгә саҡырҙы.
Бына шулай көтмәгәндә малай, атай-әсәйле булды.
Дөйә көтөргә, быуаҙ дөйәләрҙе башҡаларынан айырырға, йәш быҙауҙарын инәләренә имеҙергә ҡушырға һәм башҡа байтаҡ эшкә тиҙ өйрәнеп алды. Мал тиҙәген киптереп, утын урынына усаҡҡа яғыу ҡыҙыҡ тойолһа ла, уныһына ла тиҙ өйрәнде. Дала дала инде, ағастың әҫәре лә юҡ.
«Эх! Себер тайгаһының бер вагон ағасын килтереп ауҙарһаң, бар ауыл халҡы кинәнер ине », тип хыялланған саҡтары ла булды. Байғөбәк ҡарт уны ҡаҡманы, һуҡманы, үҙ балаһындай күрҙе. Бер табынға ултыртып, үҙҙәре нимә ашаһалар, шуны ашаттылар. Ҡыш етә килә кейемен дә хәстәрләнеләр.
Сөйөмбикә әбей генә ҡай саҡ уфтанып:
– Ир ҡорона инһә, беҙҙе ташлап китеп олағыр. Сит бала сит инде, үҙеңдеке түгел. Үҙ балаң ташлап китһә лә бер ниҙә ҡыла алмайһың, – тип зарланған ваҡыттары ла булды. Үҙҙәренең балалары булманы. Сөйөмбикә беренсе балаға ауырлы саҡта, ауыр күтәреп йөгө төштө. Башҡа ауырға ҡалманы. Бына шулай икәүҙән-икәү, ғүмер донъя көтәләр. Ҡышты, мал-тыуар ҡарап, тыныс ҡына үткәрҙеләр. Ә ауылдаштары: «Етем бала икән – йөрөһөн, Байғөбәккә ярҙамсыл булыр» тиеүҙән артыҡ һүҙ ҡуйыртманылар...
Бер көндө ҡартҡа күрше ауылда урынлашҡан ауыл Советы кәнсәһенә килергә ҡушып киттеләр.Байғөбәк кәнсә ишеген асып инеүгә уны ауыл Советы рәйесе Айман көлөмһөрәп ҡаршы алды:
(Авторы - Хәмзә Ишдәүләтов).Дауамы бар.