Көнгәк
-7 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
9 Февраль , 15:00

Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр (аҙағы)

ТЫУҒАН ТУПҺАЛА Ғәзиз юл буйы төрлөсә пландар ҡороп уйҙарына ирек бирҙе. Әлбиттә, уны оҙайлы ваҡытҡа заводтан ебәрмәйәсәктәр. Ғариза яҙырмын үҙ теләгем менән китергә. Һуғыш бөттө, бер кем дә мине тотҡарламаҫ, моғайын. Төш ауҙырып Орскиға килеп етте. Завод ҡапҡаһын үткәс, авто-хужалыҡ гаражы алдына маши-наһын ҡалдырҙы ла, проходнойҙағы дежурныйға, ҡайтыуы тураһында белгертте. Журналға яҙҙырғас, ҡул тамғаһын ҡуйҙы ла, заводтың дөйөм ятағынаатланы. Бүлмәлә бергә йәшәгән Валерий Степановичтың: – Ниңә улай бик тиҙ ураның, әллә бер-бер хәл булдымы? – тип һорауына: – Әсәй иҫән, бына хаты, иртәгә үк юлға сығырға кәрәк. Нисек тә әсәйгә ярҙам итергә. Бында алып ҡайтам, Башҡортостанға, берәр ауылда төплөнербеҙ әле, – тип яҙмышының көтөлмәгән яҡҡа үҙгәреүен аңлатты. Валерий Степанович ҡырҡты уҙған фронтовик. Сталинградты обороналағанда ҡаты яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң, врачтар уны артабан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табалар һәм ул хәрби заводҡа килеп эшкә урынлаша. Тәүге ваҡыт склад хужалығында эшләй. Һаулығы бер аҙ яҡшырғас, шофёр булып та эшләй, тик оҙаҡ түгел, һөнәре һаулығына кире йоғонто яһай башлағас, кире элекке эшенә ҡайта. Ғәзиз менән ике йылға яҡын бер бүлмәлә ғүмер итәләр. Валерий Степанович менән яҡын туғандар кеүек, Ғәзиздең уны хатта атаһы урынына күҙ алдына килтергән саҡтары ла булды. Ғаиләһе юҡ ине уның, булдымы икән юҡмы? Ғәзиз ул турала төпсөнөүҙе кәрәкһеҙ тип уйланы һәм артыҡ һүҙ ҡуҙғатманы. Иртәгеһен Ғәзиз таң һарыһы менән уянды. Күршеһен уятмаҫ өсөн ишекте ипле генә асып ятаҡтың коридорына сыҡты. Күтәрмәнән аҫҡы ҡатҡа төшөп, тышҡа сыҡты. Май айының салт аяҙ иртәһе. Күк йөҙөндә бер болот әҫәре юҡ. Әйтерһең дә, тәбиғәт ошондай тантаналы байрам көнөндә кешеләргә, бар донъяға йәм өҫтәп сыуаҡ, йылы көнөн бүләк итә. Улар йәшәгән ятаҡ ике ҡатлы, ҡояшҡа янып көрән төҫкә әйләнгән ҙур булмаған ағас йорт. Шуныһы йәтеш: заводтың автохужалығына терәлеп тигәндәй тора. Ғәзиз ҡояшҡа иркәләнгән бар тереклек кеүек, саф һауа һулап ҡояшҡа йөҙөн бороп иркәләнде.

Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр (аҙағы)
Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр (аҙағы)

Бер аҙҙан бүлмәгә инеп ҡул йыуғыста йыуынды. Ул арала Степаныч йоҡоһонан уянды. Аҫҡы ҡаттағы титандан ҡайнаған һыу алып сәй әҙерләп эстеләр. Ғәзиз завод ҡапҡаһы алдына иртүк барҙы. Бер аҙ ваҡыттан Елисеевичтың килгәне күренде. Ҡул биреп күрешкәс:
– Тиҙ генә әйләндең һин, әллә юлың уңманымы? – тип Степаныч һорау бирҙе.
– Уңды тиһәм дә ярай, ауылға, күршеләргә әсәйемдән хат килгән. Хәле бик шәптән түгел, атай вафат булған, өс йыл элек. Әсәй шунда Бузаевола, күрше- тирәнең ярҙамы менән көн итеүе тураһында яҙған. Елисеевич, миңә бер нәмәгә ҡарамай юлға сығырға кәрәк. Товар вагондарына эләгеп булһа ла барасаҡмын әсәйҙең янына. Бында алып ҡайтырға кәрәк. Башҡортостанға ҡайтһаҡ, үҙ ауылыбыҙҙа булмаһа ла яҡын-тирә ауылда төпләнербеҙ, уныһын күҙ күрер.
Ғәзиз үҙенең юл буйынса уйлап килгән планын ашыҡмай ғына Елисеевичҡа һөйләп бирҙе. Елисеевич уны иғтибар менән тыңланы. Түбән ҡарап бер нөктәгә төбәлеп уйланып торғандан һуң:
– Әйҙә директорға инәйек, бергәләп уйлашырбыҙ, һине лә ҡапыл шулай эштән ебәрге килмәй.
Улар секретарҙең бүлмәһенә ингәндә бер нисә кеше директорҙы көтә ине.
Секретарь Ольга Васильевна ултырығыҙ, тигәнде аңлатып буш ултырғыстарға күрһәтте. Оҙаҡ көтөргә тура килмәне директор уларҙы ҡабул итте.
Иван Никитыч:
– Ҡайттыңдамы, тиҙ ураның һин егет, әллә тыуған яҡтарыңды ныҡ һағынманыңмы? – тип шаяртып ҡаршыланы.
Ғәзиз кеҫәһендә ятҡан хатын сығарып:
– Бына әсәйемдең хаты, бер йыл элек ауылға, күршеләребеҙгә ебәргән. Атай мәрхүм булған, әсәй кешеләрҙең ярҙамы менән йәшәп ята. Хәле шәптән түгел, бар өмөтө миндә, табасаҡмын, иҫән булһа алып ҡайтам, – тип хужаларға күҙ югертеп сыҡты.
Директор урынынан тороп килеп күрешкәс:
– Да... һиңә лә ярҙам итергә кәрәк, заводҡа ла шофёр кәрәк. Нишләйбеҙ, Елисеевич, нисек Мусакаевҡа ярҙам итәбеҙ? Һин нисек уйлайһың, – тип снабжение хужаһына һынаулыҡҡа раштарын ташланы. – Кешене тоторға хаҡыбыҙ юҡ, уның да үтенесе ябай ғына түгелдән, – тип Елисеевич һүҙ башлағайны, Иван Никитыч:
– Бына нисек хәл итәбеҙ был эште. Яҡын ергә юлға сыҡмайһың, һиңә кәмендә бер айҙан артыҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ. Үҙ теләгең менән эштән китеүең тураһында ғариза яҙ, мин ҡул тамғамды ҡуям. Ә һин Елисеевич ваҡытты һуҙмай снабжениеға шофёр эҙлә, ер аҫтынан булһа ла тап... Иптәш Мусакаевҡа завод кассаһынан юллыҡ аҡса һәм аҙыҡ-түлек менән ярҙам итербеҙ. Заявлениең кадрҙар бүлегендә һаҡланыр, әммә хеҙмәт кенәгәңә әлегә яҙыуҙы теркәмәҫбеҙ. Бында беҙ хеҙмәт килешеүенең ҡағиҙәһен боҙабыҙ, әммә артыҡ зарар булмаҫ тип уйлайым. Хеҙмәт кенәгәң кадрҙар бүлегендә һаҡланыр.Иҫән-һау юл йөрөп ҡайтҡас, тура бында кил, әсәйеңә лә йәшәргә урын табылыр, ярҙам итербеҙ, – тип ышандырҙы.
Ғәзиз, Иван Никитычтың әйткәндәрҙең барыһын да үтәгәс, машинаһын Елисеевичҡа тапшырҙы ла, юлға әҙерләнде.
Ырымбурҙан Силәбегә табан барыусы поездарҙың графиктарын вокзалдың кассаһынан, ә йөк составтарының йөрөшөн станцияның товарный бүлегендә белеште. Ятағына ҡайтып төйөнсәктәрен әҙерләп ҡуйғас, йомошо булмаһа ла Елисеевичтың янына китте.
Елисеевич:
– Һине үҙем эҙләп табырға тигән инем, шәп булды, үҙең килдең. Көнсығыш фронтҡа боеприпастар оҙатырға тигән фарман килде. Һиңә ҡулай буласаҡ. Ике-өс көн тирәһе көтөргә риза булһаң, шул йөк вагонында барырға мөмкинселек буласаҡ. Әйҙә, Иван Никитычҡа инеп кәңәшләшәйек, үҙе шылтыратып әйтте был яңылыҡты.
Улар завод директорына ингәндә, Воробьёв ҡайҙалыр барырға йыйына ине, шулайҙа кире боролоп кабинетына саҡырҙы һәм мәсьәләнең айышына төшөндөрҙө.
– Белебеүеҙсә, Алыҫ Көнсығышта милитаристик Японияла беҙгә ҡурҡыныс менән янай. Верховный Ставканың бойороғо менән көнбайыш фронттан хәрби көстәрҙе көнсығышҡа оҙатыу башлана. Шул сәбәпле беҙҙең заводҡа ла яңы күрһәтмә килде. Боеприпастарҙы көнсығышҡа оҙата башлайбыҙ. Беренсе партия ике көндән оҙатылырға тейеш. Һиңә, иптәш Мусакаев, ҡораллы һаҡлау бүлегенә инеп хужаһы менән һөйләшергә кәрәк булыр. Хәҙер шылтыратып уны иҫкәртәм. Хәҙергә хушығыҙ, минең ваҡыт тар, – тип ул һүҙен йомғаҡланы.
Директор кабинетынан сыҡҡас Ғәзиз, Елисеевич, ҡораллы һаҡлау бүлегенә юнәлделәр. Бүлек хужаһы Петров менән Ғәзиз таныштар ине.
Петров:
– Әле генә Иван Никитыч ул турала шылтыратып әйтте. Һиңә ҡайҙа тиклем барырға, беҙҙең оҙатып барыусы һаҡсылар Төмән ҡалаһында алышына, артабан составты Төмәндекеләр оҙатып бара. Мин уларға һинең турала аңлатырмын, моғайын, ҡаршы килмәҫтәр. Тик һиңә кадрҙар бүлегенән пропуск, йә иһә справка алырға кәрәк булыр, сөнки һуғыш ҡорамалдары тейәлгән хәрби эшелонда сит кешеләр булырға тейеш түгел. Ә һин завод хеҙмәткәре, мөһим эш буйынса командировкаға юлланғанһың.
Ул һөйләүҙән туҡтағас Ғәзиз Томск ҡалаһына тиклем барыуын, әсәһен алып ҡайтырға кәрәклеген ҡыҫҡаса һөйләп бирҙе. Ике көндө Ғәзиз буш ятып үткәрмәне, көндөҙ машинаһын ҡараштырҙы, төндә өйрәнгән эше станцияға йөк ташыны. Уныһы яҡшы булды, ваҡыт тиҙерәк үтте, заводҡала файҙаһы булды. Елисеевич фронттан ҡайтҡан шофёрҙы ла ҡайҙандыр таныштары аша ишетеп снабжениеға алып килде. Ғәзиз Петров әйткән кәрәкле ҡағыҙҙарҙы ла әҙерләне.
Билдәләнгән көндә төнгө сәғәт берҙә состав ҡуҙғалды. Ғәзиз тауар вагонының теплягенә урынлашҡас, өҫкө һәндерәгә менеп ятты. Һаҡсылар ҙа ошо теплякта урынлаштылар.
Алты ҡораллы һаҡсылар менән танышлыҡтары ла бар ине. Бергә ултырып тамаҡ ялғанылар. Бәләкәй станцияларҙа ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡтағанда һаҡсыларҙың бер-икеһе төшөп эшелонды ситтән күҙәтәләр, тәмәке тарталарҙа состав ҡуҙғалыу ваҡыты етһә вагонға юнәләләр. Ҡала, йәки ҙур станцияларҙа, барыһы ла төшөп составтың ике яғын да күҙәтәләр. Айырыуса боеприпастар тейәлгән дүрт вагонды. Силәбе станцияһында ике вагон таҡтылар. Һаҡсылар вагондарҙы ҡарап ҡабул иткәс, кәрәкле документарҙы алдылар ҙа шуның менән эш тамамланды. Ғәзиз ҡыҙыҡһынып ситтән генә күҙәтте. Состав ҡуҙғалды. Барыһының да күңелдәре күтәреңке. Шулай булмай ни, һуғыш бөттө, фашистарҙы ояһына тиклем туҡмап дөмөктөрҙөләр.
Ҡуҙғалып киткәс бер аҙ һөйләшмәйсә, һәр кем үҙенең уй-хыялына күмелеп бара торғас, тынлыҡты иң беренсе булып йор һүҙле Николай исемле урыҫ:
– Ниңә, барығыҙ ҙа шымып ҡалдығыҙ, табутта ятҡан мәйеттәрҙе ерләргә китеп бармайбыҙ ҙа инде. Әйҙә беҙҙең ҡоралдарыбыҙҙан, ҡыҫыҡ күҙле Япон миллитаристары дөмөкһөндәр. Бүтән беҙҙең илебеҙгә теш ҡайрау ғына түгел, күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәҫлек итеп арт һабаҡтарын уҡытырға кәрәк, – тип үҙенең телмәре менән тынлыҡты боҙҙо.
Уның һүҙҙәрен хуплап, һүҙгә уның эргәһендә тәмәке көйрәтеп барған барыһынан өлкән Василий Харланов һүҙгә ҡушылды:
– Һуғыш бөттө, егеттәр, илгә тыныслыҡ килде, шунан да оло ҡыуаныс бар микән хәҙер донъяла, юҡтыр ул. Бына мин дә шуны уйлап киләм. Ошонан йөрөп ҡайтам да тыуған яҡтарыма Һамарға, Волга буйҙарына тыуған ауылыма һыпыртам. Мин бит игенсе,икмәк үҫтерергә тейешмен, илгә тыныс тормош менән икмәк тә кәрәк бит иң беренсе.
Был һүҙҙәр ныҡ тәьҫир итте ахыры, барыһы ла урындарынан ҡуҙғалғандай хәрәкәтләнеп ҡуйҙылар. Кемдер һыҙғырып күңелле көйҙө башлап ебәрҙе. Ғәзиз генә бер аҙ өндәшмәй ултыра биргәс:
– Мин әсәйемде алып ҡайтырға барам, иҫән генә булһын инде, бар теләгәнем шул, – тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы.
Свердловскийҙа состав оҙаҡ торманы, ҡуҙғалды. Ғәзиз өҫкө һәндерәгә менеп ятҡас уйҙар донъяһына сумды. Ул биш йыл элек ҡайтҡан юлын иҫкә төшөрөргә маташты, тик күбеһе онотолған, яман күренгән төш кеүек иҫтә ҡалған. Бүрәнәләр араһында йәшенеп килгәс, станциялар уны бик ҡыҙыҡһындырманы. Баш ҡалҡытып ҡарарға ҡурҡты. Томск тирәһенә яҡынлашҡас берәр станцияла һорашырмын, Коряжмо яғына бара торған йөк составтарын белешермен. Әле унда барып етергә байтаҡ ара бар. Төмәндә һаҡсылар алышына, уларҙан һорашып белешермен. Уйға батып килә торғас, Ғәзиз үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡоға талды. Егеттәр ҙә әүен баҙарына киттеләр. Тепляк вагондың ҙур булмаған тәҙрәһенән төшкән һүрән генә яҡты, көндөң кискә ауышыуын күрһәтә ине. Василий Харланов уянып торҙо ла кисетен сығарып тәмәке төрә башланы.
Ғәзиз:
– Төмәндә ҡасаныраҡ булырбыҙ икән, – тип һүҙ ҡушты.
– Таң атыуға барып етергә тейешбеҙ, әгәр берәй станцияла тотҡарлыҡ булмаһа...

Таң атыуға Төмән станцияһына состав килеп туҡтаны. Тик бер нисә маневр яһағас, паровоз составты ситтәге тимер юлына килтереп ҡалдырҙы ла, бар тирә-яҡты аҡ күбеккә күмеп ҡайҙалыр ашыҡҡандай китте. Егеттәр менән Ғәзиз дә вагондан төшөп, тирә-йүнгә күҙ һалды, составты күҙҙән үткәрҙе. Состав ярайһы ғына артҡан, осо күренмәй ҙә. Һаҡсылар, хәрби йөк тейәлгән вагондарҙы күҙәтеү өсөн составтың ике яғынан урын алдылар. Ғәзиз станцияға йүнәлде. Коряжмоға ҡайһы станция аша барыуҙы асыҡларға кәрәк ине. Билет һатыусы кассирҙан һораша торғас, кәрәк мәғлүмәттәрҙе алды. Кассалағы өлкән йәштәге ҡатын:
– Һин юл ыңғайы башҡа станцияларҙа тағы ла асыҡларға тырыш, сөнки үҙгәрештәр ҙә булырға мөмкин, – тип аңлатты.
Ғәзиз рәхмәт әйтте лә составҡа табан атланы. Һаҡсыларҙың араһында иң өлкәне һәм хужа кеүектәрҙән һаналған Василий Харланов ҡайҙалыр барып, өс хәрби кейемдәгеләрҙе эйәртеп килде. Үҙе Ғәзиздең эргәһенә килеп:
– Һин был тирәлә хәҙергә уралма, ситкәрәк китеп тор. Кем белә был һаҡсыларҙың нимә уйлауҙарын, кәрәк булһаң саҡырып алырмын. Ғәзиз бик йыраҡ китмәй ситтән генә күҙәтте. Һаҡсылар менән хәрби ҡорал тейәгән вагондарҙы ентекләп тикшереп сыҡҡас, кәрәкле ҡағыҙға алмашлап ҡултамғаларын ҡуйҙылар ҙа, тапшырыу һәм ҡабул итеп алыу эше ошоноң менән тамамланды. Һаҡсыларҙың өлкәненә ниҙер иҫенә төшкәндәй:
– Ә теге һеҙҙең менән бергә килергә тейешле егет ҡайҙа, ниндәйерәк кеше икән, күрергә ине иҫәп, – тип һорап ҡуйҙы.
Василий Харланов ҡул болғап Ғәзизде саҡырып алды ла:
– Бына ул егет, һеҙҙең алдығыҙҙа, командировка ҡағыҙыңды күрһәт Мусакаев, – тип Ғәзизгә өндәште.
Өлкән һаҡсы командировка ҡағыҙын ентекләп ҡарағас:
– Минең исемем Николай, юл оҙон, ҡалғандарыбыҙ менән танышырһың, – тип ситтәрәк торған иптәштәренә ымлап күрһәтте.
Һаҡсыларҙың тағы өсәүһе командаға килеп ҡушылды. Орск һаҡлау командаһы кеүек, уларҙың да һаны алтауға етте.
Өс көн буйы бергә ашап, дуҫлашып өлгөргән кешеләрҙән айырылыу күңелдә ниндәйҙер аңлата алмаҫлыҡ тойғоларға юл асһа ла, юл бит, осраштыра ла, айырылыштыра ла. Төмән станцияһынан төн уртаһы үткәс состав ҡуҙғалды. Яңы таныштар менән үҙ-ара гәпләшеп, тиҙ арала уртаҡ тел таптылар. Өсәүһе Төмәндекеләр, береһе Свердловск өлкәһенән, береһе Ҡаҙағстандан һәм Ғәзизде иң ҡыуандырғаны Петр Ефимыч Томск өлкәһенән булып сыҡты. Ғәзиз уға яҡыныраҡ күсеп ултырҙы ла, уратып ҡына үҙенең Коряжмоға юл тотоуон әйтте.
Ефимыч уратып-нитеп торманы:
– Унда каторжандар ояһында нимә юғалттың? Әллә берәр туғаның шунда барып эләктеме? – тип һорауға һорау менән яуапланы.
Ғәзиз нәмә тип әйтергә лә белмәй ҡапыл ҡара баҙап ҡалды. Алдап һөйләү мәғәнәһеҙлек ине, ул уратып булһа ла дөрөҫөн әйтергә булды.
– Унда минең әсәйем ҡалды, уны Башҡортостанға алып ҡайтырға кәрәк. Минән башҡа уның бер кемелә юҡ. Иҫән булһа – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Артабан һөйләшеү өҙөлдө. Бер аҙ тынғына ултырғас Ефимыч:
– Күптән барып эләктеме унда?
– Күптән утыҙынсы йылдарҙан алып. Атай вафат булған.
– Да!.. – тип һуҙҙы Ефимыч, нимәлер әйтергә теләгән кеүек, әммә артабан бер нимә лә өндәшмәне. Бер аҙҙан:
– Ун йылғамы? – тип бышырлап ҡына һораны.
– Эйе, – тип Ғәзиз, баш ҡағып яуап ҡайтарҙы.
Артабан һөйләшеү өҙөлдө. Бер аҙ тын ғына ултырғас Ефимыч:
– Юл ыңғайы мин һиңә аңлатырмын, ҡайһы станцияла төшөргә, барып еткәс күрһәтермен. Беҙҙең паровоз Томск ҡалаһына етмәй Тайга станцияһынан көнсығышҡа табан китәсәк, һиңә шул станциянан Томскиға юлланырға кәрәк буласаҡ. Унда һорарһың, нисек Коряжмоға барырға, ағас ташыусы платформалар күберәк йөрөй, һирәкләп товарный вагондарҙы ла тағалар – тип һүҙен йомғаҡланы.
Һаҡсы ир-аттың һәр ҡайһының үҙ яҙмышы, үҙ тормошо. Ҡаршыла ултырған ҡырҡ алты йәшлек Федя фронтта ҡаты яралана, үпкәһен үтәнән-үтә пуля тишеп үтә, оҙаҡ ваҡыт госпитальда дауаланғандан һуң хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табалар һәм ул тыуған ҡалаһы Төмәнгә ҡайта. Күпмелер ваҡыт үткәс, хәрби заводҡа эшкә урынлаша. Ғаиләһе, ҡатыны, өс балаһы бар. Һаҡсы команданың күптәре, иллене үткән ир-ат. Үҙ ара ғәпләшеп килә торғас ике көн үткәне бик үк һиҙелмәне.
Бер аҙҙан Ефимыч:
– Иртәгә иртән Тайга станцияһына етәбеҙ, һиңә киләһе станцияла төшөп вокзал кассаһынан һорашып асыҡлау артыҡ ҡыйынға төшмәҫ. Юл бит, төрлөсә үҙгәрергә мөмкин.
Ғәзиз шулай эшләне лә. Ефимычтың һүҙҙәре раҫ булып сыҡты. Коряжмоға Тайга станцияһынан барырға була, башҡа юл юҡ. Тик тимер юлы менән генә бәйләнеш бар тип аңлаттылар. Себерҙең иң ҙур ҡалаларынан һаналған Ново-Сибирскийға состав төнгә ҡаршы килеп туҡтағайны, күп тә торманы ҡуҙғалды. Хәрби эшелондарҙы станцияларҙа оҙаҡ тотҡарламайҙар, иң беренселәрҙән оҙаталар. Ғәзиз өҫкө полкаға урынына менеп ятҡас, йоҡоға китә алмай урынында борғалана-борғалана, йоҡоға талды. Иртән кемдерҙең ҡул башына ҡағылыуына уянды. Ефимыч икән.
– Тор әйҙә, берәр сәғәттән Тайга станцияһына етәбеҙ, иркенләп ҡапҡылап ал, – тип өндәште.
Ғәзиз күптән көткән станцияның исемен ишеткәс, башын ҡалҡытып тепляктың тәҙрәһенән тышҡа күҙ атты. Яҡтырып килә, тирә-йүндә урман, тайга. Урынынан һикереп төштө, баш аҫтындағы сумкаһынан бер һыныҡ икмәк алып, аҫҡы полкаға ултырып ашыҡмай ғына көйшәй башланы. Сумка тигәндәй, әллә ни ҙур булмаған кирза сумканы Степаныч ҡулына тотторғайны.
– Мә, ныҡлы сумка, иҫән-һау йөрөп ҡайтҡас, ҡайтарырһың. Ҡайтармаһаң да бер ниҙә булмаҫ, миңә уның бик кәрәге лә юҡ, шофёр булып эшләгәндә юлға йөрөтә торғайным, – тип ҡулына тотторғайны. Йәнәшә һәндерәлә килгән Свердловск өлкәһенән Коля Трофимов башын ҡалҡытып:
– Нимә, йоҡоғоҙ туйҙымы? Таң һарыһынан лыбырҙай башланығыҙ, – тип үҙ алдына мығырҙаны ла, тағы ла нығыраҡ хырылдап йоҡлап китте.
– Төш күреп мығырҙаны ахыры, ә үҙе төнө буйы паровоз кеүек хырылдағанда бер кем дә өндәшмәне, ҡайһылай үҙенә оҡшамай. Үәт һаҡсы, вагондың тамбурында баҫып килһәң белер инең нисек йоҡларға, – тип Ефимыч үҙ алдына ғына һөйләнеп ҡуйҙы.
Ғәзиз: “Миңә барыбер, ярты сәғәттән һеҙҙән айырырылып төшөп ҡалам. Һеҙҙең үҙ юлығыҙ, минең үҙ юлым”, тип фекерләне. Башҡаларҙа уянып урындарынан ҡалҡынып, кемдер ҡул сәғәтенә күҙ һалды, кемдер ынтылып вагон тәҙрәһенән тышҡа күҙ һалды.
Ғәзиз кирза сумкаһын асып, эсендәге ризыҡ-әүкәтен барлай башлағайны Ефимыч:
– Мә, кәрәге тейер, – тип тоҡсайынан бер буханка икмәк, бер тушонка сығарып һондо.
– Кәрәкмәй, үҙеңә ҡалдыр, – тип Ғәзиз кире ҡағыуына ҡарамаҫтан.
– Ал, һин бит тайгаға юл тотаһың, ә унда һиңә бер кем дә бер нәмә лә әҙерләп ҡуймаған, юл бит, кәрәге тейер, – тип Ефимыч үҙе Ғәзиздең сумкаһына тыҡты.
– Рәхмәт, рәхмәт Ефимыч! – тип Ғәзиз уңайһыҙланып ҡына башын күтәреп уға ҡараны.
Күп тә үтмәне паровоз тиҙлеген кәметә башланы. Һаҡсылар урындарынан тороп өҫ кейемдәрен тәртипкә килтереп, билдәрендәге ҡоралдарын ҡапшағас, тепляк вагон буйлап йөрөй башланылар. Ғәзиз тирә яғына ҡаранды ла, хушлашырға ниәтләп ҡулын һуҙа башлағайны, Ефимыч:
– Өлгөрөрһең. Төшкәс, вагонда ҡул биреп хушлашырға ярамай, насар йола, – тип беренсе булып тепляк ишегенә табан ҡуҙғалды.
Состав туҡтағас, вагондың ишегенең биген ысҡындырып беренсе булып һикерептөштө. Уның артынса башҡаларҙа ергә һикерҙеләр. Вокзал байтаҡ алда икән.
– Бына хәҙер хушлашһаҡ та була, – тип Ефимыч ҡулын һондо.
Ғәзиз башҡалар менән дә хушлашты ла станцияға табан атланы.
Ефимыч:
– Әйҙә, вокзалға тиклем оҙатып ҡуям, шулай күңелемә тынысыраҡ булыр, мин бит ошо яҡтың кешеһе.
Ике тәүлек бергә килгән таныштарын Ғәзиз күҙҙән үткәргәс, тағы бер тапҡыр хушлашыу билдәһе итеп башын һелкте лә, Ефимычтың артынан эйәрҙе.
Ҙур булмаған вокзалға ингәс кассаға юнәлделәр. Коряжмаға товар составының биш көн элек китеүен асыҡланылар. Яҡын арала көтөлмәй, әммә бер-ике көндән Кемерованан ағас ташыусы платформа килеүе көтөлә.
– Һеҙ, товарный складҡа барып асыҡлағыҙ, – тип кәңәш бирҙеләр.
Тышҡа сыҡҡас Ефимыч:
– Йә хәҙер хушлашһаҡ та була, – тип ҡулын һуҙҙы.
Ғәзиз:
– Рәхмәт Ефимыч, ҙур рәхмәт Һеҙгә. Мәңге онотмам, – тип кистән әҙерләп ҡуйған адрес яҙылған ҡағыҙын һуҙҙы.
Ефимыч менән хушлашҡас товарный складҡа табан атланы. Складтың мөйөшөндә урынлашҡан бүлмәлә, уны өлкән йәштәге ҡаҡса ғына буйлы, өҫтәл артында нимәлер яҙып иҫәпләгән ҡатын ҡаршы алды. Ғәзиз үҙенең ҡайҙа барыуын әйткәс, һынаулы ғына ҡараш менән күҙҙән үткәрҙе:
– Бөгөн булмаһа иртәгә платформа килергә тейеш, почта вагонында көтәбеҙ, ә Һеҙгә Коряжмоға тиклем булғас, ярты сәғәттән тимер юлын юнәтеүселәр бригадаһы ҡуҙғалырға тейеш, шулар менән барырға була. Унда ни йомошоң төштө, яҡынығыҙ шундамы? – тип ҡыҙыҡһынды.
– Әсәйем шунда ҡалды, алырға китеп барам, ҡартайҙы, ауырый, минән башҡа ярҙам итер кеше юҡ, атай мәрхүм булған. Тыуған яҡҡа ҡайтып тыуған тупраҡҡа аяҡ баҫыу бар теләгәне, – тип Ғәзиз нисә йылдар йөрәген өйкәгән, ҡайғы-хәсрәтен һөйләп бирҙе.
Күп тә үтмәне алты кешенән торған бер төркөм ирҙәр шаулашып килеп инделәр. Араларынан берәүһе өҫтәл артында ултырған ҡатын янына үтте лә:
– Луиза Сергеевна, беҙ юлға әҙербеҙ, наряд бланкыларын бирегеҙ ҙә, ҡуҙғалабыҙ. Кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе кистән әҙерләп тейәп ҡуйҙыҡ.
Луиза Сергеевна:
– Һеҙгә хәйерле юл, бына ошо егетте лә үҙегеҙ менән алығыҙ, уға Коряжмоға тиклем барырға. Ашығыс йомош менән юлға сыҡҡан. Урын табылыр бит уға? – тип Ғәзизгә ымлап күрһәтте.
– Табыла әлбиттә, урын етәрлек, әйҙәгеҙ егеттәр хәйерле сәғәттә алға, – тип бригадирҙары Луиза Сергеевна һуҙған ҡағыҙҙарҙы күн сумкаһына тәфсирләп һалғас, сығыуға ыңғайланы.
Барыһы ла нисек шаулап килеп инделәр, шулай уның артынан сығыуға ыңғайланылар. Ғәзиз дә улар артынан эйәрҙе. Иң ситтәге тимер юлында ухылдап пар сығарып, ике вагон таҡҡан паровоз тора. Тепляк вагонға ингәс, Ғәзиз эшселәр менән танышып сыҡты. Ул ике һүҙ менән үҙенең, ни сәбәпле был яҡтарға килеп сығыуын әйтте лә һәндерәгә менеп ятты. Хәрби эшелон менән килгәнен өндәшмәүҙе хәйерлерәк күрҙе.
Тепляк вагонға платформа тағылған, яртыһынан шпал тейәлгән, күренеүенсә иҫкергән шпалдарҙы алыштырыу өсөн тәғейенләнгәндер.
Бригадир Власов Николай Васильевич:
– Беҙ юлда, айырым участоктарҙа шпалдарҙы ҡалдырып китәбеҙ, иртәгә таң атыуға Коряжмола булабыҙ, – тип аңлатты.
Паровоз ауыр йөк тартҡандай ухылдап ҡуҙғалып китте. Ғәзиздең, барыһы ла шулай ыңғай килеүенә шатлығының сиге булманы. Коряжмонан Бузаевоға тиклем ике тәүлек атларға. Ғәзиз үҙе үткән һуҡмаҡты онотмаҫҡа тейеш. Ҡанатланып осмаһам да төн йоҡламайса бер тәүлектә етәсәкмен.
Юлда биш урында туҡтап шпалдарҙы бушаттылар. Ғәзиз дә ярҙамлашты, платформанан шпалдарҙы тимер юл ситенә бушатыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Коряжмоға таң атыуға килеп туҡтанылар.
Тайга станцияһынан Коряжмо йөҙ утыҙ саҡрым аралыҡта ята икән. Ғәзиз барыһы менән ҡул ҡыҫышып хушлашҡас, станцияға инеп торманы, ә таныш һуҡмағынан Бузаевоға табан юл тотто. Ун биш йыл элек үткән һуҡмаҡ һис тә үҙгәрмәгән, шул уҡ тайга, шул уҡ ағастар. Һуҡмаҡ тигәндәй бер ниндәй һуҡмаҡ юҡ. Бары урман ғына. Бына ҡасандыр күҙәтеү урыны, ҡарт кедр ағасы. Ғәзизгә, кисә генә ошо тирәнән үткән кеүек, хатта ышанаһы ла килмәй.
Күпме йылдар үткәс тағы ла үҙең йөрөгән ергә килеп юлыҡ әле, ышанырлыҡ та түгел. Ғәзиз туҡтап, тирә яғына күҙ югертеп сыҡты. Йылғаға яҡын тимер юлы майҙансығына күҙ һалды. Унда буш ине. Әллә ағас оҙатыу хәҙер юҡ микән, бәлки, икенсе төбәккәкүсергәндәрҙер?
Ул йылдарҙан һуң күпме ваҡыт үтте. Уйланып торорға ваҡыт юҡ, Ғәзиз аҙымдарын ҡыҙыулатты. Хәҙер уның аҙымдары ышаныслы, үҙе лә үҫмер малай түгел, ә донъяның әсе-сөсөһен татыған, утыҙға яҡынлашҡан ҡеүәтле ир.

Сумкаһында ашарына бар, аҙнаға булмаһа ла өс-дүрт көнгә етәрлек. Теге ваҡыт кеүек сохарыйының һәр бер валсығын әрәм итмәй, тел аҫтына һалып һурған түгел инде.
Ҡараңғы төшкәнсе, ара-тирә ял итеп атланы. Ҡараңғы тигәс тә бында, Себер киңлектәрендә бик ҡараңғы ла төшөп бармай. Ҡояш байышы алһыу төҫкә инә лә, офоҡ яҡтылығын юғалтмай тора. Таңға табан офоҡ яҡтыра башлай һәм ҡыҙыл шар кеүек булып ҡояш ҡалҡа.
Ғәзиз йылғаны күҙ уңында тотоп, ҡасандыр үҙе үткән урман буйлап атланы. Тик делянка тураһын үтеп китмәҫкә, делянканы эҙләп табыуы ҡыйынға төшөр.
Урман эсендәге ҡайһы бер ҡарт тарбаҡай кедр ағастарын хәтеренә төшөрөп, тоҫмалланы. Бына беренсе төн үткәргән кедр булһа кәрәк. Ғәзиздең хәтерендә ныҡ һаҡланды, ул уның аҫҡы ботағына йәбешеп үрмәләп менгәйне, ә төшкән саҡта бер аҙ бәүелеп торғас ергә һикергәйне. Уға күңелле булып китте. Тимәк, төн атлаһам таңға табан, делянка тәңгәленә етәсәкмен. Туп тура юл буйлап килеп ҡапҡаға килеп төртөлгән кеүек үк булмаҫ, бер аҙ эҙләп йөрөргә лә тура килер, иң мөһиме, ул Бузаевоға яҡын.
Бейегерәк ағас башына үрмәләп тирә йүнде ҡарармын. Төнөн ул юлда үткәрҙе. Йоҡом килһә ятып серем итермен тип уйлағайны, ә һис тә йоҡлағыһы килмәне. Уйында тиҙерәк делянкаға барып етергә, ә унан Бузаевоға күҙҙәре бәйләнгән булһа ла барып етер.
Таң атып ҡояш ҡалҡа башлағас Ғәзиз туҡтап, ентекләп тирә яғына күҙ һалды, тайга тайга инде, бер ниндәй ҙә тамға юҡ. Исмаһам беҙҙең яҡтағы кеүек тауҙары йәки ҡалҡыу урындары ла юҡ бит. Ғәзиздең ҡарашына йыуан, бейек кедр ағасы эләкте. «Әһә! Бына ошо булыр минең күҙәтеү урыным», тине лә үләндән арҡан ишеп әҙер булғас, аҫҡы ботаҡҡа бәрҙе. Үлән арҡан ботаҡҡа уралды. «Бына шул миңә кәрәк тә инде», тип тейен кеүек ағасҡа үрмәләне. Иң юғары осона үрмәләгәс, тирә яғына күҙ һалды. Һул яҡта йылға аға, Ғәзиз ҡыуанысынан һыҙғырып ебәрҙе. Алдараҡ делянканан һуң барлыҡҡа килгән ҙур ғына аҡлан, ә артабан Бузаево күренә. Ғәзиз ентекләп ҡарап хәтерендә ҡадырырға тырышты. «Бына, бирәм тиһә ҡолона сығарып ҡуя юлына», тигәндәре шул булалыр инде, тип күңелле һыҙғырып, ағастан төштө. Бер аҙ атлағас туп-тура делянкаға ла килеп етте. Хатта уны оҙатып ҡалған ҡарт ҡарағай ҙа урынында. Ғәзиз ҡарағайҙың ҡытыршы ҡабығын һыйпаны ла:
– Бына мин килдем, йә һаумы, ни хәлдәр Себер яҡтарында, – тип өндәште. Ҡарағай әкрен генә иҫкән елгә шаулап ҡуйҙы. Сәләмде ҡабул итеүе шул булғандыр инде.
Ғәзиз ҙур яланға әйләнгән делянкаға күҙ һалды. Күпме кешенең әсе күҙ йәштәре аша, күпме ағас киҫелгән, күпме кешенең ғүмере өҙөлгән, күпме кеше һаулығын юғалтҡан, ағас аҫтына эләгеп ғәрип ҡалған. Минең атай ҙа ғәрип ҡалып, күпме түшәктә ыҙа сигеп, баҡыйлыҡҡа күскән һәм ер аяғы ер башы төбәктә, Себерҙең мәңге туң һаҙлыҡлы тупрағының аҫтында ятып ҡалды. Ғәзиз тоҫмал менән уңға Бузаевоға табан атланы. Ваҡытында ныҡ тапалып, оло һуҡмаҡҡа әйләнгән таныш юлға барып сыҡҡас, ҡанатланып осор ҡош кеүек аҙымдарын ҡыҙыулатты. Әйтерһең ул тыуған төбәгенә яҡынлаша, тыуған өйөнөң ҡапҡаһын асып инеүгә, ҡаршыһына югерә атлай әсәһе килеп сыға. Бына уларҙың барак урыны. Барактың тапалған урынында кеше буйы булып ҡаҙ-аяҡ үләне үҫкән. Бағаналары урынында ҡалған. Ағас, бүрәнә ҡалдыҡтары арҡыс-торҡос ята. Баракты күптән ташлап киткәндәр ахыры. Һәр ҡайһы үҙенә йәшәргә урын төҙөп таралышҡандарҙыр.
Ғәзиз туҡтап торманы, тиҙерәк был урындан китеүҙе ҡараны. Алда Бузаево күренде. Ғәзиз туҡтап ҡарап торҙо. Ауыл әллә ни үҙгәрмәгән, шул уҡ бер яҡлы урам. Ул, әсәһе тураһында белешергә уйлап, иң ситтәге ҙур булмаған өйгә табан ыңғайланы. Бәләкәй ҡапҡаны асып ингәс, иң элек ҡарағай таҡтанан йышып эшләнелгән күтәрмә күҙенә ташланды, «Хужаһы оҫта ҡуллы, тырыштыр, ахыры», тип уйлауға ла өлгөрмәне, солан ишеген асып аҡ һаҡаллы, йыуантыҡ кәүҙәле ҡарт сыҡты.
– Һеҙгә кем кәрәк, ни йомош, – тип ҡаршы алды.
– Мин алыҫтан килдем, Мусакаева Ғәзизә исемле әбейҙе эҙләп, иҫәнме, ҡайһы тирәлә уның йәшәгән өйө, күрһәтегеҙ миңә? – типүтенесен белдерҙе Ғәзиз.
Ҡарт өйрәтергә ашыҡманы:
– Ә, бабка Галя. Ә һин уның кеме булаһың, ҡайҙан килеп сыҡтың был төпкөлгә?
Ғәзиз ҡапыл да үҙен кем тип атарға белмәй, бер нисә секундҡа юғалып ҡалды. Тик үҙен ҡулға алды һәм ыҡ-мыҡ итеп тормай:
– Күршеһенең улы булам, хат буйынса эҙләп килдем, – тип дөрөҫөн әйтмәҫкә булды.
Ҡарт бер аҙ уйланып торғас:
– Минең өйҙән дүртенсе өй, ана күрәһеңме, түбәһе таҡта менән ябылған, шул була Галя әбейҙең өйө, – тип ҡулын һуҙып күрһәтте.
– Рәхмәт бабай! Һау бул! – тип китергә ашыҡты.
Әсәй иҫән, иң мөһиме, миңә башҡаһы кәрәкмәй. Шатлығынан уның йөрәге, урынынан атлығып сығырҙай булып типте. Бына ул, күпме йылдар, күпме йоҡоһоҙ үткәргән төндәр, оҙон юл буйы уйланып килеп ғәзиз кешеңде эҙләп табыу һәм бәхетле осрашыу минуттары. Ышанаһы ла килмәй шулай булырына.
Ғәзиз табанының аҫтындағы ерҙе лә тоймай, ашҡынып ҡарт күрһәткән өйгә табан атланы. Ә дөрөҫөрәге осто. Өйҙөң тышҡы торошона ла иғтибар итмәй, бәләкәй ҡапҡанан инде лә, солан ишеген асты. Һул яҡтағы өй ишеген абайлағас, нишләргә белмәй юғалып ҡалды. Иҫенә килгәндәй ишектең тотҡаһын үҙенә тартты. Күҙенә салынғаны урындыҡ ситендә уйға батып ултырған ҡаҡса ғына кәүҙәле, таныш йөҙ.
– Әсәй! Әсәкәйем минең, – тип алдына килеп теҙләнде.
Ҡарсыҡ, күҙемә күренә микән тигәндәй:
– Ғәзиз! Балам! Һинме! Таный алмайым, өнөмме, төшөмме? Булмаҫтыр, ҡайҙан килеп сыҡтың? Ҡайҙан эҙләп таптың мине? – тип, ышаныр-ышанмаҫ Ғәзиздең ҡулдарын тотоп һыйпаны.
– Әсәй! Әсәкәйем минең, ҡәҙерлем! Һине лә күрер көн бар икән, – күҙ йәштәренә лә иғтибар итмәй, әсәһенең ҡаҡ һөйәккә ҡалған ҡулдарын устарына алды.
Бер аҙ ваҡыт икеһе лә телһеҙ ҡалдылар.
– Таптым һине әсәй! Эҙләп таптым! Күпме йылдар һине күрер өсөн зар-интизар булып, күпме көндәр алһыҙ-ялһыҙ, һинең янға ашҡынып ынтылдым, килеп еттем.
– Эй! Балаҡайым! Ғәзизем, берҙән-берем, күҙ нурым, – тип һулҡылдап илап ебәрҙе әсәһе.
Күп илауҙан ҡарсыҡтың күҙ йәштәре бөткән ине. Ул бары тик шатлығына түҙә алмай, тыйыла алмай, өҙлөкһөҙ һулҡылданы.
Ғәзиз дә күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Шулай әсә һәм ул, үҙҙәрен һис тыя алмай, йөрәк әрнеүҙәрен баҫа алмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарынан һулҡылдап иланылар. Бер аҙҙан әсәһе иҫенә килгәндәй:
– Эййй! Балаҡайым юлдан асыҡҡанһыдыр, сәй ҡуяйым әле, – тип ауырлыҡ менән тороп усаҡ аҫтына ут тоҡандырҙы.
– Әсәй, мин үҙем, – тип өҫ кейемен ишек төбөндәге сөйгә элде лә әсәһенә ярҙамлашты.
– Эййй! Балаҡайым! Атайың ғына ошо шатлыҡты күрә алмай гүр эйәһе булды, телдән ҡалғансы “Ғәзизем”, тип өҙгөләнде бахыр, йәне йәнәттә булһын инде мәрхүмдең.
Сәй артында Ғәзиз переселенецтар лагерында булып үткән ҡайһы бер үҙгәрештәр, яңылыҡтар тураһында һорашты.
Сроктары сыҡҡандарҙың ҡайһыларының тыуған яҡтарына юл тотоуҙары, ҡайһыларының сит яҡтарға таралыуҙарын, өҙөп-йолҡоп ишетелгән имеш-мимеш хәбәрҙәрҙән билгеле булды.
Ғәзизде борсоғаны, нисек итеп әсәһен станцияға тиклем алып барыу тора ине.
Әсәһе, Ғәзизгә бында артыҡ күҙгә салынып йөрөү хәүефле икәнлеген төшөндөрҙө. Аҙнаһына бер, ҡай саҡ ике аҙнаға бер тапҡыр почта Коряжмоға, станцияға йөрөй икән тиҙәр ине, хәҙер ҙә шулайҙыр, почтаны белешергә кәрәк башҡа транспорт юҡтыр, тип әсәһе ишетә белгәнен телгә алды.
Сәйгә ултырғайнылар, ярты сәғәт элек Ғәзиз күргән ҡарт килеп инде.
Ғәзизә:
– Әйҙүк түргә уҙ, ҡунаҡ күрерһең, – тип башҡорт йолаһынса ҡартты ҡаршыланы.
Ғәзиз:
– Беҙ, ҡарт менән танышбыҙ, тик исемдәребеҙҙе генә һорашманыҡ, әйҙә үтегеҙ, табынға рәхим итегеҙ, – тип ишек төбөндәге ултырғысты урындыҡҡа яҡынайтып ҡуйҙы.
Ҡарттың исеме Егор, Ғәзиз үҙенең исемен әйтеп, яҡындан таныштылар.
Ҡарт:
– Был егет һиңе эҙләп, ер аяғы ер башынан, Башҡортостанға алып ҡайтырға тип килгән икән.
Ғәзизә:
– Эйе, ауылға, күршебеҙгә хат яҙып һалғайным, хат буйынса күршебеҙҙең улы мине алып ҡайтырға тип килгән. Егор аҙнаһына бер-ике тапҡыр беҙгә хәл белергә инә. Минең ҡарт менән дуҫ булдылар. Егор Матвеевич һуңыраҡ килеп эләкте Бузаевоға.
Коряжмонан почта ташыусы булып эшләүсенең исеме Михаил икән. Күп яңылыҡтарҙы ауыл халҡы унан ишетәләр икән.
– Һиңә Егор, ҡыйын булмаһа почтальон Михаилдан белеш, стансаға тиклем беҙҙе алмаҫ микән, мине булһала, егет йәш кеше йәйәү атлар. Белешкәс, ҡайтышлай беҙгә кереп хәбәр итәрһең.
– Һорашырмын, шул яҡҡа табан юл тота инем. Ярар ҡайтышлай инеп сығырмын, – тине лә, ултырып та торманы сығыуға юнәлде.
Ғәзизә улы менән сәй эскәнсә, Егор урап та килде.
– Юлығыҙ уңасаҡ былай булғас, Михаил иртәгә таңдан юлға сыға, уның менән барыусылар әлегә юҡ, килһәләр урын юҡ тип әйтермен, тип ҡалды.
– Рәхмәт, Матвеевич, әйҙә табынға ултыр. Бары менән байрам тигәндәй, күстәнәстән ауыҙ итәрһең. Килегеҙ беҙгә, иртәгә юлға сығабыҙ, хушлашайыҡ. Үҙемдең аяҡтарым һыҙлай, йөрөүе ҡыйын, – тип хәбәрен теҙҙе.
Егор оҙаҡлап ултырманы, ҡайтып китте.
– Ваҡытты һуҙмайыҡ улым, зыяратҡа барайыҡ, атайыңдың ҡәберлегенә. Хушлашайыҡ.
– Ә нисек? Атлауы ҡыйындыр бит, – тип Ғәзиз һораны.
– Таяҡҡа таянып, үҙ яйыма барырмын.

Зыярат ауылдан әллә ни алыҫ түгел ине. Үлән баҫып киткән ҙур булмаған тупраҡ өйөмөнә яҡынлашҡас, Ғәзиздең йөрәге тулап тибә башланы. Маңлайынан һалҡын тир бәреп сыҡты, аяҡтары хәлһеҙләнеп киткәндәй тойолдо. Ул атаһының ҡәберлегенә ҡуйылған яҙыуға ҡарап ҡатты.
Әсәһенең:
– Бына ошо инде атайыңдың мәңгелек йорто. Эй! Ҡартҡайым, ошо көндәрҙе күрә алмай иртә киттең был яҡты донъяларҙан. Урының йәннәттә булһын инде.
Ишетелер-ишетелмәҫ кенә әсәһенең һулҡылдағанына ла иғтибар итмәй, Ғәзиз баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Ҡолағына атаһының: «Ҡайта ла алмаҫбыҙ, ошо ят тупраҡта ятыр инде беҙҙең һөйәктәребеҙ», – тип әйткән һүҙҙәре салынғандай булды. Исмаһам, тыуған ауылынан бер ус тупраҡты үҙе менән алырға башҡа килмәгән, тип уйланы.
Ғәзизә күңеле бер аҙ баҫылғас, мәрхүм ҡартының рухына бағышлап аят уҡыны. Ғәзиз услап тупраҡ алып ҡәбер өҫтөнә һалды. Бер аҙ тын ғына торғас ҡайтыуға юнәлделәр. Юл буйы һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Ғәзизде иң ҡыҙыҡһындырғаны, ул юғалғас ни булғаны ине. Әсәһенән шул турала һораны.
– Һинең юғалыуың бигүк һиҙелмәне буғай. Барактағылар ҙа ул турала өндәшмәнеләр. Бәлки, һиҙһәләр ҙә, өндәшмәүҙе хәйерле күргәндәрҙер.
Атайың:
– Малай һаҙ емешен йыям тип урманда тороп ҡалғайны, хәҙер ҡараңғы төшөүгә лә күп ҡалманы, ҡайҙа юғалып йөрөй икән, тип барактағыларға өндәште. Улар барыһы ла бер тауыштан:
– Юҡҡа яңғыҙын ебәргәнһең, бында үҙең беләһең төпһөҙ һаҙлыҡтар күп, батып ҡуймағайны, әйҙәгеҙ эҙләп киләйек яҡты күҙҙә, аҙашып икенсе яҡҡа китеп бармағайы, – тип бер нисә ир йыйналышып эҙләргә киттеләр. Ярты төн үткәс кенә ҡайттылар. Иртәгеһен атайың эшселәр менән кәңәшләшкәс, комендантҡа барып әйтергә булды.
Комендантты малайҙың һаҙлыҡҡа батыуы ла, аҙашыуы ла артыҡ ҡыҙыҡһындырманы:
– Аҙашһа ҡайтыр, ҡайтмаһа һаҙға батты тигән күрһәтмә яҙырбыҙ, бар эшеңдә бул, йөрөмә бында беҙҙе аптыратып, тигән дә сығарып ебәргән.
Атайың кис йоҡларға ятҡас:
– Аллаға шөкөр, тыныс үтте, комендантҡа үҫмер малай һуҡыр тин дә тормай, бар ни ҙә, юҡ ни, составҡа ултырып китә алһа, юлда ғына эләктермәһәләр тип хафаландыҡ.
Атайың аҙна буйы эштән һуң ҡалып тирә йүнде байҡаған булды. Аҙналар, айҙар үткәс онотолғандай булды. Тик ул башҡаларға шулай тойолдо, ә беҙҙең йөрәгебеҙҙе нисәмә йылдар сәнсеп, тыңғылыҡ бирмәне. Һинең яҙған хаттарыңдың береһен дә алманыҡ комендатура үткәрмәгәндер. Тик комендатура хат буйынса тикшереү башлап, беҙҙе аптыратманы. Хаттың кемдән икәнлегенә бигүк иғтибар бирмәгәндәрҙер.
Ғәзиз әсәһенең һөйләгәнен иғтибар менән тыңланы һәм үҙенең юлда барыуын, нисек ҡаҙаҡ ҡартына юлығыуын, барыһын да һөйләне.
Юлға әҙерләнеп, ярты төн үткәс кенә йоҡларға яттылар. Ғәзизә әйберҙәренең юлда кәрәген генә төйөнсәгенә һалды. Иртән таң һарыһынан тороп сәйгә ултырғайнылар, Егор Матвеевич менән әбейе Марфа оҙатырға килделәр. Көткән ваҡытҡа почтальон Михайлыч, атында ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. Ҡуҙғалып киткәс, Ғәзизә күҙен алмай күпме йылдар ғүмер иткән тәпәш кенә өйөнә күҙҙәрен алмай ҡараны.
Егорға, Марфаға ҡулын болғаны, яулығының осо менән күҙҙәрен һөрттө. Кеше ниндәй генә ҡыйынлыҡтарға дусар булһа ла йәшәгән, еренә өйрәнә уға ташлап китеүе ҡыйын.
Комендантҡа барып иҫкәртеүҙең кәрәге юҡ ине, сөнки сроктары сыҡҡан переселенецтар ҡулланыуға кәрәге бөткән әйбер кеүек күптән иҫәптән сығарылғандар, һәм документтары ҡулдарында ине.
Коряжмо юлы бормаланып,ҙур булмаған аҡландар аша, Рәсәй төпкөлөнөң бар юлдары кеүек, урыны-урыны менән күләүектәр, батҡаҡтар аша, йылан кеүек бормаланып тайга аша һуҙылған.
Почтальон Михалыч та переселенец, уға ла артыҡ малы булған өсөн “кулак” мөһөрө тағып, ун йылды сәпәгәндәр. Биш йыл үтеп алтынсы йыл киткән.
– Тағы ла дүрт йыл ярым ҡала, – тип ауыр көрһөнөп зарын һөйләне. Ҡатыны, ике ир еткән улдары Киров өлкәһе Воскресенский ауылында ҡалған. – Ярар уларға теймәнеләр, срогым сыҡҡас ҡайтыр ерем, донъям бар. Күптәрҙе ғаиләһе, сабый балалары менән бер тәүлек эсендә ҡыуҙылар.
Ғәзиз юлдың насар батҡаҡлы ерендә, атҡа еңел булһын өсөн йәйәү атланы. Көн ярым үткәс төш ауҙарып Коряжмоға еттеләр.
Михалыч уларҙы вокзалда ҡалдырҙы ла почта алырға китте. Ҡуҙғалыр алдынан, Ғәзизгә танышының адресын бирҙе. Ҡайһы саҡ үҙе лә Степан ҡартта ҡышҡы буранлы көндәрҙә килеп төн үткәрҙе.
– Урамы вокзалдан бик йыраҡ түгел, уңға табан өсөнсө урам, өйөн һорашып та табырһығыҙ. Ҡартты был тирәлә белмәгән кеше юҡтыр...
– Бөгөн барып тормаҫмын, минән сәләм еткерегеҙ уға, һәйбәт ҡарт, әбейе лә алсаҡ, – тип хушлашты.
Ғәзиз әсәһен вокзал алдында ҡалдырҙы ла кассаға инде. Касса тәҙрәһен шаҡып кем дә булһа килер әле тип көтә башланы. Өлкән генә ҡатын касса тәҙрәһен асты ла:
– Тайгаға иртәгә иртән товарняк була, билетты иртәгә ҡуҙғалып китер алдынан ғына һатабыҙ, – тип аңлатты.
Берҙән-бер паровоз булғас, өйрәнеп бөткәндәрҙер ҡайҙа тиклем тип һорап тороуҙоң да кәрәге юҡ. Ғәзиз был өмөтлө яуапҡа шатланып тышҡа атылды. Әсәһе улының йылмайыулы ҡарашын күреп, урынынан ҡуҙғалып:
– Йә, белештеңме балам, юл ыңғай тура киләме, – тип түҙемһеҙләнеп һораны.
– Иртәгә иртән, товарняк Тайгаға ҡуҙғала. Степан ҡарттың ҡайҙа йәшәгәнен һорашып белешәйек, урамы уңға табан өсөнсө урам тигәйне, төн йоҡлап сығырға риза булырҙар тип уйлайым.
Урамын да таптылар, өйөндә. Ҡарт тиһәләр ҙә, бигүк ҡарт түгел, алтмыш менән етмеш араһындағы мыҡты кәүҙәле, күкрәгенән яңғырап сыҡҡан көслө тауышлы, алсаҡ ир булып сыҡты. Әбейе Настя сәй ҡуйҙы. Ул көтөлмәгән ҡунаҡтарға бик аптыраманы, адресын кем биреүен генә һорашты.
– Почтальон Михалыч тигәс:
– Ә, Михалыч, үҙе нишләп беҙгә һуғылманы, ваҡыты булмағандыр, – тине.
Сәй эскәндә Ғәзизәлә ҡыҫҡа ғына үҙе тураһында һөйләп бирҙе. Русса бер ауыҙ һүҙ белмәгән әсәһенең  арыу ғына һупалағанына Ғәзиз аптырап ҡуйҙы. Хужалар урын йәйгәс оҙон юл килеп арыған юлаусылар тәрән йоҡоға талдылар. Иртән таң һарыһынан хужалар менән уянып, ашыҡ-бошоҡ сәй эстеләр ҙә, төйөнсәктәрен артмаҡлап вокзалға табан атланылар.
Ваҡыт иртә ине. Вокзалды төнгөлөккә бикләйҙәр икән. Бер аҙ тышта көтөргә тура килде. Вокзал асылғас, Ғәзиз әсәһен эйәртеп эскә үтте, тулҡынланып касса тәҙрәһенә яҡынланы. Эстә бер кем дә күренмәгәс тәҙрәһен шаҡыны. Бер аҙ көттөргәс, кисә кассала күргән ҡатын өҫтәл артына килеп ултырҙы.
Ғәзиз Тайга станцияһына тиклем ике билет кәрәклеген әйткәс, ҡағыҙға ниҙер яҙҙы ла, тартмаһынан штамп алып ҡағыҙға баҫты.
Тейешле аҡсаны алғас:
– Состав бер сәғәттән ҡуҙғала, ошо тирәлә көтөгөҙ, паровоз оҙаҡ тормай, юлға ҡуҙғала, – тип аңлатты.
Ғәзиз әсәһен ҡалдырҙы ла тышҡа сыҡты. Вокзалдан байтаҡ ситтә торған состав күҙенә салынды. «Ошолор, башҡа паровозда, товарный вагондарҙа юҡ бында». Бер аҙ тышта йөрөгәс вокзалға инде. Кассалағы ҡатын кем менәндер һөйләшкәс, уларҙың янына сыҡты ла:
– Хәҙер состав килә перронға, сыҡһағыҙҙа була, – тип өндәште.
Улар сығыуға пышылдап алты вагон таҡҡан паровоз вокзал ҡаршыһына килеп туҡтаны. Бер аҙ көтөп торғас кассала билет һатҡан ҡатын тепляк ишеген асты ла:
– Урынлашығыҙ вагон иркен, кеше күп түгел, – тип вокзалға инеп китте.
Уларҙың артынса теплякка ун бишләгән кеше инеп урынлаштылар. Әкрен генә состав ҡуҙғалды. Тайга станцияһына төш ваҡытына килеп еттеләр. Станцияның таныш вокзалына ингәс әсәһен буш ултырғыстарҙың береһенә урынлаштырҙы ла Ғәзиз кассаға юнәлде. Кассала әллә ни кеше юҡ.
– Миңә алыҫҡа Свердловск, Уфа яғына ике билет кәрәк ине, ауырыу, ҡарт әсәйемде алып ҡайтып барам, – тип кассалағы өлкән генә ҡатындың күҙҙәренә ялбарып ҡараны.
– Улай алыҫҡа бара торған поезд һеҙгә бер тәүлектән ҡуҙғала, ризабулһаң.
Ғәзиз шатланып риза булды.

Бер тәүлек үткәс төйөнсәктәрен күтәреп перронға сыҡтылар. Вагонда әйберҙәрен кәштәгә урынлаштырҙылар ҙа, тыныс ҡына составтың ҡуҙғалып китеүен көтә башланылар. Поезд ҡуҙғалып китеп бер аҙ ваҡыт үткәс, проводница билет тикшереп үтте лә, кем сәй эсергә теләй сәйнүктә ҡайнар һыу бар, һыуынмаҫ элек килеп алығыҙ, тип бүлмәһенә саҡырҙы.
Ғәзиз төйөнсәктән көрөшкәһен сығарып, ҡайнар һыу алып килде лә сәй әҙерләп әсәһенә бирҙе.
– Эскән эскән булыр әле, иртәнге ҡабалан эскән сәй-сәй түгел инде, ни хәл итәһең, уныһына ла риза, – тип шөрпөлдәтеп сәй уртланы. Сәй эскәс күңелдәре күтәрелеп, рәхәт булып китте.
Ғәзиз әсәһенә ҡаҙаҡ ҡарты Байғөбәк һәм әбейе Сөйөмбикә тураһында ентекләберәк һөйләргә булды. Ара-тирә уларға хат яҙыуы, уларҙан Ташкентта ике хат, Орскиҙа өс хат алыуы, иҫәнлектәрен белгертеүҙәрен, Ғәзизде үҙ улдары кеүек күреп һағыныуҙарын, йыш ҡына төштә күреп яҡшыға юрауҙары тураһында оло кинәнес менән һөйләне.
Әсәһе ҡыуанып ихлас тыңланы.
– Хаҡ Тәғәлә һине изге, киң күңелле кешеләр менән осраштырған, ул кешеләрҙе һинең юлыңа сығарып ҡуйған, Аллаһы Тәғәләгә мең-мең рәхмәттәр әйтергә кәрәк, – уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләп аят уҡыны.
Көн кискә ауышты. Паровоз ара-тирә гудогын ҡысҡыртып, юлын дауам итте. Ғәзиз әсәһенә аҫҡы урындыҡҡа ятырға урын рәтләне лә, үҙе өҫкө һәндерәгә менеп ятты.
Төмән станцияһына төн уртаһында килеп еттеләр. Кассала, Төмәндән Свердловскиға иртәгеһенә төшкә табан ғына паровоз булыуын белеште. Төндө вокзалда үткәрҙеләр. Кеше күп түгел, буш эскәмейәләрҙең береһенә Ғәзиз әсәһенә урын йәтешләне лә, үҙе вокзалды ҡараштырып йөрөнө. Юлда йоҡо туйҙырғас, йоҡо килмәне. Бер тапҡыр хәрбиҙәр, иртән милиция, документтарҙы тикшереп үттеләр. Милиционер әсәһенең переселенец справкаһын ҡулына алғас ҡағыҙҙы әйләндереп бер нисә тапҡыр ентекләп уҡып сыҡты. Ҡараштарын берсә әсәһенә, берсә Ғәзизгә төбәп, текләп ҡарағас, башҡа әйтер һүҙ тапмағандай:
– Кулачье порода значит, – тип ҡуйҙы ла, ситкә ҡарап, төкөргәндәй ирендәре менән сертләтеп ҡуйҙы.
Документтарҙы кире бирҙе лә, ары атланы.
Әсәһе Ғәзизгә ҡарап:
– Юҡҡа үрһәләнмә балам, ундай һүҙҙәрҙе күп ишеттем инде, Хаҡ Тәғәлә үҙе белә, кемдең кем икәнен.
– Әсәй, юҡҡа хафаланма, барыһына ла түҙҙек, ундай һүҙҙәр беҙҙең намыҫыбыҙға тап төшөрмәҫ, – тип әсәһен тынысландырҙы.
Свердловскийға барып етһәк, Башҡортостаныбыҙға бер аҙым ҡала тигәндәй, Себерҙә түгелбеҙ, үҙебеҙҙең Уралыбыҙҙа.
Свердловскиға төн уртаһында килеп төштөләр.
Ғәзиз әсәһен эйәртеп кассаға йүнәлде. Орскиға тиклем ике билет кәрәклеген әйткәс, кассирша:
– Иртәгә ун өс сәғәт утыҙ минутта поезд ҡуҙғала, билетты иртән һата башлайбыҙ, башҡаса бимазалап йөрөмәгеҙ, – тип касса тәҙрәһен япты ла ҡайҙалыр юғалды.
Ғәзиз бошоңҡо ғына әсәһе эргәһенә килде һәм:
– Билетты иртәгә һаталар, иртәнгә тиклем башҡа поездар юҡтыр, ахыры, кассирша тәҙрәһен япты, – тине.
Иртәгеһен Ғәзиз Орскиға тиклем билет алғас, әсәһен ҡыуандырырға ашыҡты. Орскиға иртән килеп төштөләр.
Ғәзиз әсәһенә вагондан төшөргә ярҙамлашты ла, рәхәтләнеп кирелеп, һуҙылып тәнен яҙҙы. Иртәнге саф һауаны күкрәген тултырғансы һуланы.
– Бына, әсәй, үҙ еребеҙҙә баҫып торабыҙ тиһәк тә ярай. Орск минең тормошомда икенсе ҡала, һәр урам таныш. Хәҙер снабжениеға шылтыратам, берәр машина булмаҫ микән. Заводҡа тиклем байтаҡ ара, йәйәү атлай торған ер түгел. Һин ошонда көт, мин товарный складҡа барып киләм, эшкә Елисеевичҡа шылтыратырмын.
Ғәзиз ҡабаланып, югерә-атлай, вокзалдан ары теҙелеп киткән товарный складтар урынлашҡан яҡҡа китте. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, склад тирәһендә бер әҙәм заты күренмәй. Хәйер төш ваҡыты, кем эш урынында булһын. Товарный контораһының ишеге асыҡ ине. Ғәзиз контора эсенә күҙ һалды. Склад хужаһы Настя апай эш урынында ине.
– Ҡайттыңмы, юлың уңдымы? – тип ҡаршы алды.
Ғәзиз ҡыҫҡаса яуап ҡайтарҙы ла:
– Миңә транспорт кәрәк, әсәйҙе ятаҡҡа алып ҡайтырға, ул вокзалда көтөп ултыра.
– Ә нишләп вокзалда ҡалдырҙың, бында алып килмәнең, бар югер, алып кил, хәҙер сәй ҡайнатырға ҡуям, заводтан машина ярты сәғәттән килеп етә, сәй эсергә лә өлгөрәбеҙ – тип Ғәзизде ҡабаландырҙы.
– Әсәйҙең аяҡтары һыҙлай, уғаатлауы ҡыйын, оҙайлы юлда йонсоп та бөттө инде...
Ул ҡабаланып сығып китте. Күп тә үтмәне улар төйөнсәктәрен күтәреп килеп инделәр.
– Мин, шулай ҙа Елисеевичҡа шылтыратайым, шатландыра торайым, – тип Ғәзиз телефонды борғолай башланы.
Уның кәйефе шәп ине. Шулай булмай ни, ике аҙна тигәндә ул йәһәннәм төбәгенән урап, ҡәҙерле кешеһен – әсәһен табып алып ҡайтты. Елисеевич шунда уҡ трубканы алды, әйтерһең ул сәғәттәр буйы уның шылтыратҡанын көтөп, телефон эргәһендә ултырған. Ғәзиз, мин тигәс бер аҙ ышанмай:
– Ҡайҙан шылтыратаһың? – тип аптырап һорап ҡуйҙы.
– Вокзалдан, товарныйҙан – тигәс.
– Ҡайҙан! Ҡайһы вокзалдан? – тип аптырап һораны. – Хәҙер машина ҡуҙғала, тәүҙә вокзалға һуғыласаҡ, көтәм, – тип трубканы һалды.
Сәй эскәндә Настя, ҡарсыҡтан барыһында бер юлы белергә теләгәндәй, туҡтауһыҙ һорау артынан һорау яуҙыра башлағайны. Ғәзизә артыҡ сиселеп китмәне. Переселенец – халыҡ дошманы тигән тамға уны күп нәмәгә, ауыҙын үлсәп асырға һәм донъяға башҡаса ҡарарға өйрәткәйне. Әбей бик теләкһеҙ генә яуап ҡайтарғас, башҡа һорашып торманы. Оҙайлы юлда йонсоп, арыған кешене аптыратмайым тигәндер... Күп тә үтмәне, туҡтаған һәм сигнал биргән машина тауышы ишетелде. Ғәзиз урынынан тороп тышҡа атылды. Кабинанан төшкән шофёр менән ҡул биреп күреште.
– Хәҙер саҡырам әсәйемде. Нисек техника, подводить итмәйме? – тип һорарға ла өлгөрҙө.
– Былай ничево, ҡарап йөрөткәнһең, молодец, – тип маҡтау алырға ла өлгөрҙө.
Ғәзиз әсәһен кабинаға ултырырға ярҙам итте лә, үҙе төйөнсәктәрен алып кузовҡа үрмәләне.
Завод автохозяйствоһына килеп төкәлгәс, машинанан төшөүҙәренә Елисеевич килеп етте.
– Бөгөнгә әсәйеңде үҙ эргәңә урынлаштырып тор, иртәгә уйлашырбыҙ, завод директорына инербеҙ, бергәләп хәл итәрбеҙ. Тиҙ ураның, барыһы ла ыңғай килеп торҙомы? – тип ҡыҙыҡһынып бер нисә һорау бирҙелә, ашығам, ваҡыт тар тип китеп барҙы.
Төйөнсәктәрен бүлмәһенә индереп ҡуйғас, әсәһен төшөп алды. Дөйөм ятаҡтың тар ғына баҫҡыстарынан күтәрелеүе ҡыйыныраҡ булһа ла, нишләйһең инде сара юҡ, түҙәһең. Степаныч эштә ине. Ғәзиз аҫҡа төшөп, сәйгүндә ҡайнар һыу алып килде. Тамаҡҡа Степанычтың запасынан, үҙҙәренең юл тоҡсайҙарында ҡалған аҙыҡтарынан хәстәрләне.
Степаныч эштән ҡайтҡас, бер аҙ юл хәлдәрен һорашып ултырҙы ла, күрше бүлмәлә йәшәгән егеттәр янына китте. Унда буш карауат бар икән. Иртәгеһен Ғәзиз заводҡа китте.
Бер аҙҙан Елисеевич килде. Уға кистән ҡорған пландарын һөйләп бирҙе. Уның теләге әсәһен ауылға алып ҡайтып, ваҡытлыса дуҫы Әхйәрҙә ҡалдырып торорға ине.
Әсәһе ауылды һағынғайны. Уйлай китһәң иҫ китерлек тигәндәй, ун биш йыл ғүмере ситтә, каторгала үтте.
Завод директоры Иван Никитыч:
– Мин ҡаршы түгел, тик иртәгә таң һарыһынан юлға ҡуҙғал да, кискә әйләнеп ҡайт. Төңгөлөккә машина кәрәк буласаҡ, һин уны үҙең дә беләһең. Завод продукцияһын һәр ваҡыт төнөн оҙаталар ине.
Иртән таң һарыһынан юлға сыҡтылар. Икеһенең дә кәйефтәре шәп. Шулай булмай ни, завод директоры бер һүҙһеҙ ризалыҡ бирҙе бит. Әсәһе юл буйы улы Ғәзиз өсөн һөйөнөп бөтә алманы, йәш булыуына ҡарамаҫтан улын директор үҙе хөрмәт итә бит.
Бына тыуған ауылына, тыуған төбәгенә яҡынлашып, һалҡын шишмә тәңгәленә еткәс, әсәһе туҡтарға һораны, Ғәзиз үҙе лә шуны уйлап килә ине. Әсәһе ойоп ҡатҡан аяҡтарын көскә яҙып кабинанан төштө, улына тотоноп шишмә янына килде һәм бәлки, ҡыуанысы ла, һағышы ла, бер юлы, шашып аҡҡан даръя кеүек, күңелен йомшартып, бер юлы тышҡа бәреп сыҡҡандыр, ул тауышһыҙ, һулҡылдап илап ебәрҙе.
– Ошо көндәрҙе көтөп алырға насип иткән Хоҙайыма, улым һиңә мең рәхмәтлемен. Хәҙер үлһәм дә үкенмәйем, тыуған еремә аяҡ баҫтым...
Ғәзиз әсәһен йыуатып:
– Эй!.. әсәй, үлергә ашыҡма, әле миңә өйләнергә, донъя ҡорорға кәрәк, ейәндәреңде бәүетерһең, иркәләп наҙларһың Аллаһ бирһә, барыһы ла алда әле. Беҙҙең башыбыҙҙан үткәндәр, беҙ күргәндәр, насар төш кеүек кенә булып ҡаласаҡ.
Ғәзизә бер аҙ тынысланғас, иҫән-һау тыуған төбәгенә аяҡ баҫыуына, ҡартының, бар әрүәхтарҙың рухына бағышлап аят уҡыны.
Ауылға ҡурҡмай, бер кемдән дә шикләнмәй туҙан туҙҙырып килеп инделәр. Әхиәр дуҫының өйө ҡаршыһына килеп туҡтауға, ҡапҡала хужа үҙе күренде, әйтерһең уларҙың килеп төшөүҙәрен күңеле менәнһиҙеп көтөп торған тиерһең. Әйҙүкләп, ҡаршыланы.
Ғәзиз үҙенең төп йомошон, әсәһен ваҡытлыса, ике-өс аҙнаға ҡалдырып тороу кәрәклеген әйтте. Дуҫы һис һүҙһеҙ риза булды һәм һораны:
– Ә, үҙеңдең пландарың нисек һуң, торлаҡ мәсьәләһе лә киҫкендер бит ҡалала, ҡайтығыҙ ауылға, ни тиһәң дә сит кешеләр түгелһегеҙ, ата-бабаларыбыҙҙың төйәк иткән ере бит.
– Йәшәргә урын табырбыҙ, тип Иван Никитыч вәғәҙәләне. «Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул» тигәндәр бит. Сит яҡтарҙа күп йөрөнөм, әммә тыуған ауылыма ҡайтып “кулак”, “халыҡ дошманы” тигән һүҙҙе ишеткем килмәй. Район үҙәге Абзанда төпләнермен, унда РТС, колхоздың МТС-ы бар, машина паркы ла барҙыр. Мин бит шофёр булып байтаҡ йылдар эшләйем, алырҙар. Минең ваҡыт тар, кискә урап ҡайтырға кәрәк, завод машинаны кискә тиклем генә бирҙе.
Әсәһенә табан боролоп:
– Бына әсәй, Хоҙай насип иткәс, беҙ тыуған төйәгебеҙҙә, ҡурҡма, башыңды бер кемгә лә эймә, һин дә, мин дә илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы гражданины. Мин оҙаҡламам бер-ике аҙнанан әйләнеп килермен.

(Авторы - Хәмзә Ишдәүләтов).

Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр (аҙағы)
Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр (аҙағы)
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас