Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
1 Июня , 11:00

Бөгөн – Халыҡ -ара балаларҙы яҡлау көнө

Балалар темаһына һеҙ ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

Бөгөн – Халыҡ -ара балаларҙы яҡлау көнөБөгөн – Халыҡ -ара балаларҙы яҡлау көнө
Бөгөн – Халыҡ -ара балаларҙы яҡлау көнө

Бөгөн – Халыҡ -ара балаларҙы яҡлау көнө

Балалар темаһына һеҙ ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Иҫкергән мәҡәлдәр бармы?

Бала үҙ ризығы менән тыуа.

Бала үҫтерһәң, буйын ғына түгел, аҡылын да үҫтер.

Баланы яй бөкһәң – күндерәһең, кинәт бөкһәң – һындыраһың.Балаң – бәхетең. Баланы табыуға ҡарағанда тәрбиәләүе ҡыйын.  Балалы өйҙә ғәйбәт булмаҫ.

 Баланы бауырға ҡыҫып күтәрәләр.

Баланы боҙаһың килһә - маҡта.

Балалы өй  - баҙар, балаһыҙ өй – маҙар.

 Бала теҙҙә саҡта һөйҙөрә,теҙҙән төшкәс көйҙөрә.

Бала тел асҡанда ололар уға эйәрә. Бала күргәнен эшләр.

 Балалы кеше – бай кеше.

Балалыр – бәләлер, янған утҡа һалалыр.

Танһыҡ бала илаҡ булыр. 

Сабый хөкөмө - уйын. 

Бишектәге бишкә төрләнер.

Был донъяла бал татлы, балдан да бала татлы.

Бәпәй табыусы ҡатын сират күперен кисә, тиҙәр.

 Иркә бала итәкте буяр.

 Өйҙөң йәме бала менән, күлдең йәме ҡама менән.

  Үҙе йығылған бала иламаҫ.

Баланы йомошҡа ебәрһәң, артынан үҙең бар.

 

 

Бөгөн – Халыҡ -ара балаларҙы яҡлау көнө
Бөгөн – Халыҡ -ара балаларҙы яҡлау көнө
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас