

Ә ул саҡта поезд иртә таңда килде, улар ярты көн Бөгөлмәнән Саллыға автобус көтөп ултырҙылар, шаҡ ҡатып сегән тормошон күҙәттеләр. Таш иҙәндә яҫтыҡ-түшәктәр, юрғандар, кеше аяҡ аҫты тип тормайҙар – аунап тәгәрәп йоҡлайҙар. Бер ваҡыт әллә ҡайҙан шыбыр-шыбыр эреле-ваҡлы балалар, олалар сығып ҡайнаша башланылар. Үҙ өйҙәрендәмени, залдың бер башынан икенсе башына ҡысҡырып һөйләшәләр.
Сегәндәрҙе Асия икенсе тапҡыр күрә. Ул әле бәләкәй саҡта бер сегән ҡатыны ҡунырға һорап инде. Әсәһе, бер ҡатлылығы менән, рөхсәт биреүе булды, сегәндәр өй эсенә, һарай эсе, һарай баштарына инеп тулдылар.... Икенсе көндө улар киткәс, ата ҡаҙ, ике тауыҡ менән әтәс тә юҡҡа сыҡҡаны беленде. Әсәһенең бик оҙаҡ телһеҙ ҡалып ултырғаны хәтердә. “И-и, мин бит уларҙы йәлләнем, бөтә булған запаҫты ашатып бөтөрҙөм, кеше түгелдәр икән...” тигән ине әсенеп.
Донъялар үҙгәрә, тормош бер урында тормай шул. Бөгөлмә вокзалы хәҙер матур, саф. Асия, поезға ултырғас, тирә-яғына ҡаранды: вагон әллә буш инде, анда-бында ғына кеше, күршеһе лә юҡ ахырыһы. Тәҙрә янына ултырып тағын үткән йылдарға, иҫтәлектәргә бирелде. "Осраша алырмы улар, осрашһа, нимә тип әйтер һуң, бер-береһен танырҙармы икән? "
Асия егерме йыл буйына күңеленән уның менән һөйләшеп, ике тормош менән йәшәне. Һәр көн, яңғыҙ ҡалдымы, ул уға үҙ тормошон һөйләне, егерме йыл буйына һөйләйһе һүҙҙәр күп йыйылған ине.
«Осрашҡас, мин һиңә барыһын-барыһын да һөйләрмен".
Ул саҡта Асия Өфөгә килде. Унда йәштәр, донъя гөрләй, күбеһе Мәскәүгә Олимпиада төҙөлөшөнә китәләр, гитара сиртәләр, йырлайҙар, шатланышалар, көлөшәләр – үҙе бер байрам. Тик ГЭС төҙөргә китеүселәр генә бер биш кеше йыйылды: ике башҡорт ҡыҙы, бер пар йәштәр, һәм бер яҡта бер үҙе аптырап баҫып тороусы Асия. Поездға инеп урынлашҡас, танышып киттеләр. Башҡорт ҡыҙҙарының икеһе лә Гүзәл исемле булып сыҡты, улар икеһенә дүрт сумаҙан күтәргәндәр, тағын әллә нимәләр. Асия аптырап ҡараны: нимә тейәнеләр микән былар, минең бер нимәм дә юҡ. Ул хатта ашарға ла алмаған булып сыҡты. Нисек кенә булмаһын, Бөгөлмәгә килеп еткәс, автобусҡа күсеп ултырҙылар, унан тағы ярты көн билдәһеҙ киләсәккә табан алга “елдерҙеләр". Ҡорһаҡлы кешегә юл ғазабы – гүр ғазабы, күңеле болғанып, саҡ килеп етте.
ГЭС тигәндәре ҙур бер ҡала булып сыҡты. Урынлаштырыу пунктына килгәндә ундағы йәштәрҙең күплеге аптыратты, бар донъя ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнап тора. Кем ҡайҙа саба – күҙ эйәрмәй. Уларға ла сират етте, йәбештереүсе-буяусы итеп алдылар, ҡулға ҡағыҙ тоттороп, ятаҡҡа урынлашырға ебәрҙеләр. Асия ике көндә шул тиклем арыны, һағынды, башында көн дә бер уй булды: «Түҙә алмаһам, нишләрмен? «Тик тағын да нығыраҡ тешен ҡыҫты: «Мин түҙергә тейешмен....»
Ятаҡҡа килеп урынлашҡас, бүлмәләргә ебәрҙеләр. Йәшәйһе бүлмәне эҙләп тапты ла, ҡаршыһындағы ишектә йоҙроҡ һыйырлыҡ тишек күреп, аптырап ҡалды, унан аҡрын ғына эйелеп шул тишектән эскә күҙ һалды: “Әсәкәйгенәм, был нимә был!– илай яҙып. Иҫке тумбочка өҫтөндә электр плитәһе тора, өс карауат, эстә нимә бар – бөтәһе лә күренә. – Ҡайҙа эләктем мин, – тип, стена буйлап иҙәнгә шыуып төштө лә башына йәбеште. – Нисек йәшәрмен һуң мин бында йәш бала менән?"
Учалы комбинатының заманса йыһазланған яҡты ятағынан һуң, был ниндәйҙер ташландыҡ донъя кеүек тойолдо. Кис эштән ҡыҙҙар ҡайтты. Береһе – Башҡортостан татары, икенсеһе – Волгоград мәрйәһе. Инеү менән буш карауатта аптырап ултырған ябыҡ, бәләкәй буйлы ҡыҙҙы баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙеләр. «Һин ҡайҙан, кем булаһың?"– тип ҡыҙыҡһыныу, тынышыуҙар китте. Кисәге тормоштан айырылып, бөгөнгө яңы тормошҡа аяҡ баҫыуы, балалыҡтан сығып, оло тормошона күсеүен аңлап та еткермәй ине. Әле ике көн элек кенә янында әсәһе, һөйөклөһө, дуҫтары бар ине, тормош та башҡа, аңлайышлы ине кеүек. Ә хәҙер нишләргә? Нисек итеп яңы тормош башларға, нимәгә тотоноп ҡалырға, кемгә өмөтләнергә?...Әсәһенә нисек етинергә, юҡ, әсәһе кисермәйәсәк. Асияның йыраҡҡараҡ ҡасаһы килгән ине, бөтөн таныштарҙан, ә бигрәк тә уны һөймәгән мөхәббәтенән. Бына ҡаҫты, йыраҡмы, яҡынмы икәнен лә белмәй. Килеп ултырҙы иҙәнгә тейә яҙған тимер карауатка. Сәй ҡайнатырға сәйгүне, эсергә кружкаһы, тотоп ашарға ҡалаҡ, тәрилкәһе лә юҡ. Иҫәңгерәп ултырҙы-ултырҙы ла ҡаҡ карауатҡа ауып йоҡлап китте.
Уның менән килгән ҡыҙҙар икенсе көндө барып бригадаларға эшкә урынлашып ҡайттылар, тик Асия тороп улар менән бара алманы. Дөрөҫөн әйткәндә, ул уларға әллә ни кәрәк тә түгел ине. Ул көтөүгә эйәрә алмаған ғәрип бәпкә кеүек ине. Шулай ҙа, өсөнсө көнгә тороп ултырып, нишләптер, әллә үҙенең таушалған йөҙөнән ҡорһаҡлы икәнен белерҙәр тип ҡурҡтымы, бик ҡаты итеп буянды, биҙәнде. Уның әле бер ҡасан да төҙөлөш тә, буяусылар ҙа күргәне юҡ ине. Мастер уны бер бригадаға алып инеүгә, халыҡ бер аҙ тынып ҡарап торҙо, шунда аранан береһе:
– Эш кешеһенә оҡшамаған был, ошондай ҡыҙыл ирендәр менән кем төҙөлөштә эшләй тей, кәрәкмәй беҙгә бындай ҡурсаҡтар, – тип ҡысҡырҙы. Мастер ҙа уға, дөрөҫөрәге, уның ҡыҙыл ирендәренә текәлде. Асия ер тишегенә инерҙәй булды. Уға әле ни бары ун туғыҙ ғына – күҙҙәрен буяны, битенә крем һөрттө, тик иренен буяғаны юҡ ине, кәрәк бит...
– Ярай, улайһа, әйҙә икенсе бригадаға, тик “маймыл” иренеңде һөрт, ҡыҙый, – тине мастер бик тыныс ҡына. – Ҡурҡма, төҙөлөштә ҡатындар уҫал шул.
Икенсе бригада ла яңы килгән сыбыҡ кеүек ябыҡ ҡыҙға өҫтән аҫҡа ғына ҡараны, тағын йөрәге ҡурылып ҡуйҙы: бында тағын ҡайһыһы ҡысҡырыр икән?
– Гөлсинә апай, бына, бригадаға тағын бер яңы өйрәнсек, ал инде, Гүзәл бригадаһы икене алды, – ҡыҙыу-ҡыҙыу ғына таныштырҙы ла, тағын ҡысҡырмағайлары тигән шикелле, тынып ҡалды мастер.
– Ярай һуң, алырбыҙ, – тине оло ғына йәштәге бригадир ҡатын. Үҙе:
– Маша, ана һиңә өйрәнсек, ал, өйрәт, – тип тыныс ҡына ултырған ҡырҡтар тирәһендәге апайға өндәште.
– Ярай һуң, өйрәтербеҙ...
Асияның йәненә йылы йүгерҙе. Бик ауыр булды уға бригадаға инеп китеү – уларҙың үҙ закондары. Тормошто, эште лә ниҙән башларға белмәгән, төҙөлөш тә күрмәгән Асияға иң кәрәге – бер йылы һүҙ ине.
Мастер менән русса һөйләшһәләр ҙә, эшкә өйрәтеүсе остазы Маша апай керәшен татары булып сыҡты. Асияның бәхетенә ярай әле ул осраны. Яҙмышта яңлышҡан, тормошта аҙашҡан, тәжрибәһеҙ йәш ҡыҙ балаға остаз ғына түгел, әсәләрсә ҡайғыртыусы ла булды. Төҙөлөштәге ауыр эш сыныҡтыра, бригада тәрбиәләй, уҫаллаштыра ла. Кешеләр – төрлө, телләр – төрлө. Бригадала ун һигеҙ татар кешеһе янында рус ҡатындары икәү генә эшләй ине, татарса аралашҡанды ишетһәләр, шундуҡ: «Нимә, гөр-гөр ултыраһығыҙ, уважение надо иметь!» – тип ҡысҡыралар. Асия эстән генә үҙ алдына һөйләште: «Нишләп әрләшәләр, нишләп үҙҙәре беҙҙең телде өйрәнмәйҙәр икән? Мин дә уларса яҡшы белмәйемдер, ә бит һәр ваҡыт уларса һөйләшәм. Ошо ике кеше үпкәләмәһен тип, ауылдарҙан килгән татар ҡыҙҙары ла телдәрен вата-емерә урыҫса һупалайҙар. Ярай әле Маша апайһы уныңса һөйләшә, икәүләшеп рәхәтләнеп серләшәләр"...
Бөтөнләй ят донъяға килеп ингән ҡыҙға, берҙән, нисек тә йыуаная барғанын йәшерегә кәрәк ине, былай ҙа яңы килгән кеше микроскоп күҙәтеүе аҫтында, ә бәпәй көткәнен дә белһәләр...Төшкө аш ваҡытында Асия күберәк берәр шкаф эсенә ҡасып ҡына ашарға тырышты. Сөнки булған аҡсаһын нисек тә еткерергә кәрәк ине: алаһы әйберҙәр бик күп. Шуға, ике телем икмәк ашай ҙа, ярты литр шәкәрһеҙ сәй эсә. Башҡалар сумкаларына тәмле-тәмле ризыҡтар тултырып киләләр ҙә өҫтәлгә йәйеп һалалар. Асияның, тамағы туймағас, хәле лә әллә ни юҡ шул. Бөгөн ана колер машинаһы килде, һикһән килолы ағас мискәләрҙәге шпаклевканы ике ҡыҙ күтәреп носилкаларға бушатырға, унан шуларҙы бишенсе ҡатҡа күтәреп менергә кәрәк. Асия носилкаға таҙа ғына бер ҡыҙ менән тотондо, икенсе ҡатҡа еткәндә күҙ алдары ҡараңғылана башланы, тик сер бирмәҫкә тырышты, өсөнсө ҡатта ял итергә туҡтанылар.
– Нимә, һин, шул саҡлы, ҡорһаҡлы ҡатындарҙай мышнайһың, көсөң етмәйме әллә? – Асияның башына ҡан йүгерҙе, ни әйтергә белмәй телһеҙ ҡалды: "Йә, Хоҙай, белһәләр, бригаданан ҡыуырҙар, декретҡа ла сыға алмай ҡайтып китерме? Түҙергә, ни генә булғанда ла бирешмәҫкә!”
– Әйҙә, күтәр, киттек, – тине Асия, ҡаушауын һиҙҙермәҫә тырышып. Ул да бит, һыйыр һауып, ҡырҡ литрлы флягалар ташып үҫкән: «Бирешмә, Асия, ебемә, кирегә юл юҡ!"
Хәҙер шул саҡтарҙы иҫенә төшөрә лә тетрәнеп ҡуя. Нисек түҙҙе? Нисек балаһы төшмәне? Беҙ ҡапсыҡта ятмай – беленде. Беленгәс, бөтәһе тағын көтөүҙәге ғәрип бәпкәгә ҡараған кеүек ҡаранылар. Кем меҫкен тип йәлләне, кем мыҫҡыл итеп өҫтән аҫҡа ҡараны. Эштә нисек тә көн үтә, ә ҡайтҡас, минут һайын Рифатын уйлап илай, һағыныуға түҙерлек түгел, ҡайтаһы, әсәһенең тәмле икмәкен, туҡмаслы ашын туйғансы ашайһы, унан, яратҡан мендәренә сумып, бер нимә уйламайынса, ятып йоҡлайһы килә. Килеп бер аҙна эшләгәс, туған яҡҡа хат яҙҙы, кире адресты яҙырға ултырғас ҡына үҙенең Яр Саллы ҡалаһына – КАМАЗ төҙөлөшөнә килеп эләккәнен аңланы. Юҡ, ул бында ҡалмаясаҡ, ҡасан да булһа тыуған яғына ҡайтып китәсәк, ә хәҙергә... түҙергә кәрәк.