

Сәмиғҡа ул йәйҙә ун бише тулғайны. Һуғыш йылдарында үгәй әсәйе менән (үҙ әсәһен иҫләмәй, ул бәләкәй саҡта уҡ үлгән, атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғалды) аслыҡтан саҡ тере ҡалды, шулай ҙа йыбытҡы түгел, һуңғы йылда ҡапыл буйға тартылды һәм егет ҡорона инеп, тулы хоҡуҡлы эшсе рәүешендә колхоз эштәрендә ҡатнашып йөрөй. Һөйрәтке артынан Ғабдулла ағайҙың ҡыҙы Сания тырмай. Ул Сәмиғтан бер йәшкә генә бәләкәй. Ошо йәйгә тиклем Сәмиғ уға иғтибар ҙа итмәне, йөрөймө шунда, йөрөй, бар ҡыҙҙар ише бер ҡыҙ инде. Әсәһе һымаҡ һары башлы.
Эшләгәндә улар бөтөнләй һөйләшмәй тиерлек. Сания уға, исмаһам, бер тапҡыр күтәрелеп ҡараһасы! Әллә оялды, әллә атаһынан тартынды, белмәҫһең. Бәләкәйерәк саҡта, мәктәп йылдарында, бындай ҡыҙҙар, ғәҙәттә, малайҙар менән шаяра, көлә, уларҙы мыҫҡыл да итергә тырыша, йөҙ-күҙҙәренә лә оялмай тура ҡарай, үҙҙәрен дәһаҡлай-ҡурсалай ала, телсән, ә үҫә килә тартына, хатта ҡырағайлана йәки эреләнә башлай.
Иртәнән бирле аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Томра. Төш етеүгә бейек күк йөҙөн томан һымаҡ һоро нәмә ҡаплай башланы, унан ҡайҙандыр бәләкәй генә болот киҫәге пәйҙә булды ла ҡаса-боҫа ҡояшҡа табан йөҙҙө. Оҙаҡламай уны ҡаплап та алды, бер өлөшө ҙурайып, ҡабара барып, ҡара ямғыр болотона әүерелде. Шунан ялағай ялтлап, күк күкрәне, әйтерһең дә, әлеге болот ямалған ерҙәренән шатырҙап йыртылып китте һәм урман аръяғында ямғыр яуғаны күренде – уның шаулауы һә тигәнсе туғайға ла килеп етте. Сәмиғ, йәнә берәй күбә тейәп кәбән төбөнә алып барып өлгөрөрмөн, тип уйлағайны ла, тейәп бөтөп арҡанды ла тартҡайны, әммә ҡуҙғалырға ла өлгөрмәне, баш осонда ғына күк күкрәне лә шаулап ямғыр ҡоя башланы. Сәмиғ тейәгән йөгө эсенә соҡоп инеп ултырҙы. Сания ла берәй ергә йәшенгәндер. Күкте тәртипһеҙ телгеләп ялағай уйнай, дөбөр-шатыр күк күкрәй. Берсә баш осонда, берсә саҡ ҡына ситтәрәк. Сәмиғ йәшендән ҡурҡмай, дөрөҫөрәге, күк күкрәүе ҡурҡыныс түгеллеген,ә йәшен ҡурҡыныс икәнен яҡшы белә. Йәшен – һауа һелкенеүе генә. Ялт итеп ҡалды, һин иҫән, тимәк, теймәне, үтеп китте. Әгәр һине йәшен уты ата икән, уның атыу тауышын ишетмәй ҙә ҡаласаҡһың, аңлап та өлгөрә алмаясаҡһың, бәреп йығасаҡ…
Эргәлә генә ялтлап үтте, тауышы ла ҡолаҡ төбөндә генә яңғыраны. Шул мәл көтмәгәндә уның өңөнә Сания килеп сумды ла, ҡото алынып: «Ой, ой, бисмилла, бисмилла, ҡурҡам!» – тип һөйләнде. Тағы ялағай ялтланы, мылтыҡтан атҡан ише атып ебәрҙе. Яҡында ғына хатта көкөрт еҫе сыҡты, күк, әйтерһең дә, улар сумған өйөмгә тоҫҡап атты. Сания йәнә сыйылданы, Сәмиғҡа нығыраҡ һыйынды. «Ҡурҡма,– тине Сәмиғ эре генә. – Әгәр йәшен атмаһа, күк күкрәүе ҡурҡыныс түгел. Һауа ғына шартлай». Ҡыҙ уны аңламаны, ахыры, һәр дөбөрҙәгән һайын Аллаһы Тәғәләне ярҙамға саҡырҙы, Сәмиғҡа нығыраҡ һырыҡты. Егет уны уң ҡулы менән ҡосаҡланы, лыс һыу ситса күлдәге аша тәненең йылылығын тойҙо, яҡында ғына һипкелле йөҙөн күрҙе, ямғыр сылатҡан һары сәстәренән аңҡыған үлән-ялан еҫтәрен һуланы һәм, ҡатын-ҡыҙ тәне яҡынлығының ләззәтен беренсегә тойоп, ямғырҙың мәңге тынмай яуыуын теләне. Бесәнде һыулап, ямғыр үтеп киткәс, күк күкрәүе туҡтағас, ҡыҙ ҡапыл торҙо ла өңдән сыҡты һәм, яңынан ҡырағайға, ятҡа әйләнеп,ҡоя башлаған кәбәнгә табан йүгерҙе…
Сәмиғ ул көндәге йәшенде, ялағайҙы, бесән өйөмө араһында бергә ултырған ҡыҙҙы, уның тәне йылыһын, сәстәренең иҫерткес еҫен һис онота алманы һәм ошо ваҡиғанан ике йыл ваҡыт үткәс, Сания тамам үҫеп етеп, аҡ йөҙлө, оҙон толомло сибәр ҡыҙға әүерелгәс, уны яратҡанын аңланы. Элек, мөхәббәтһеҙ йәшәгән саҡта, уның йөрәге нисектер буш, тыныс һәм һалҡын ине, хәҙер тәмле-татлы мөхәббәт тулҡыны уның күкрәген тултырҙы, йөрәген яндырҙы. Ул гел генә ҡыҙ тураһында уйлап йөрөй башланы, минут һайын уны күргеһе килеп торҙо. Кистәрен клуб янында гармун уның тураһында ғына уйнаны, гармунсы «Ғәлиәбаныу»ҙы йырланы, ә Сәмиғҡа «Саниябаныу» тип ишетелде. Ул атаһының һуғыш алдынан ғына алған пинжәген, итеген кейҙе (һуғышҡа атаһы таушалған сарыҡ кейеп китте), хәҙер улары Сәмиғҡа тап-таман ине, һәм кис етеү менән клубҡа ашыҡты. Санияны күргәс тә ҡыҙҙан күҙен алманы, янды-көйҙө, зарыҡты, башҡа егеттәрҙән көнләште. Һәм ҡыҙға үҙеңдең яратыуыңды һүҙҙәр менән аңлатыуҙы, ҡайҙалыр аулаҡта йәки ҡараңғы мөйөштә икәүләп кенә ултырыуҙы, хатта ҡосаҡлау мөмкинлеген башына ла килтермәне. Ул йылдарҙа бит егеттәр менән ҡыҙҙар асыҡтан-асыҡ осрашмай торғайны, клубтағы тансанан йәки кинонан һуң оҙата барышманылар, өйалдындағы эскәмйәлә төн уртаһына тиклем шыбырҙашып ултырманылар, ә урам буйлап етәкләшеп йәки ҡултыҡлашып үтеү хаҡында уйлау – Аллам һаҡлаһын… Шулай ҙа, ғашиҡтар төнөн ҡайҙалыр осраша, тип тә һөйләйҙәр. Ауылдың көндөҙгө, барыһына ла күренеп торған өҫкө тормошо, тыйнаҡ, әҙәпле һәм гонаһһыҙ. Кешеләр баҫыу-яланда эшләй, кистәрен сәй эсә, өй алдындағы эскәмйәгә сығып һөйләшеп ултыра, бисә-сәсә үҙ хәбәрен һүтә, ир-ат иген, уңыш, бесән, һауа торошо хаҡында һөйләшә, кәңәшләшә, күҙ бәйләнгәс һәр ҡайһыһы өйөнә ҡайта, йоҡларға ята, һәм һәр йортта төнгө серле тормош башлана. Өйләнмәгән егет баҡсалар артынан яңғыҙ йәшәгән ҡатын өйөнә килә, артҡы ҡапҡанан керә лә һаҡ ҡына тәҙрәгә сиртә йәки бикләнмәгән солан ишегенән сысҡан етеҙлеге менән инеп юғала. Өйләнгән ир кистән пожаркаға кәрт һуғырға китә лә ҡайтышлай тол ҡатын йортона борола. Төн уртаһында ауыл ситенә сыҡһаң, тыҡрыҡҡа боролған албаҫтыны йәки шайтанды түгел, ә ҡосаҡ лашып йәки етәкләшеп йөрөгән парҙарҙы осратаһың. Ә Сәмиғ клубтан әхирәттәре менән ҡайтырға сыҡҡан Санияны күҙ ҡараштары менән генә оҙата ла буш һәм ҡараңғы урамдар буйлап яңғыҙ ҡаңғырып йөрөй. Ғабдуллаағайҙың өйө тапҡырына килеп, ҡараңғы тәҙрәләргә оҙаҡ ҡына ҡарап тора – ошо тәҙрәләр артында ул, моғайын да, йоҡлайҙыр. Йоҡоға китер алдынан уның хаҡында әҙ генә булһа ла уйланымы икән? Ә иртәнсәк уны, йоҡоһо бөтмәгән Сәмиғты, үгәй әсәһе әрләп-ҡарғап уятасаҡ: «Төнө буйы ҡайҙалыр темеҫкенеп йөрөйһөң дә, үләкһә, хәҙер бер нәмә лә белмәй йоҡлайһың!..»
Шулай ҙа бер көн егет Санияға мөхәббәт хаты тапшырырға йөрьәт итте. Һүҙҙәрен ялҡынлы мөхәббәт шиғырҙары, мөхәббәт хаттары өлгөләре яҙылған, йәштәр араһында ҡулдан-ҡулға йөрөгән дөйөм дәфтәрҙән күсереп яҙҙы. Хатты Санияға Сәмиғтың ике туған апаһы тапшырҙы. Күпме көтһә лә, яуап булманы. Шулай ҙа әлеге хаттан һуң Сания уға икенсе төрлөрәк ҡарағандай тойолдо – ҡара күҙҙәре менән ата ла оҙон керпектәрен аҫҡа төшөрә һала.
Ысын ғазап Муллаҡаев Фуат армиянан ҡайтҡас башланды. Оҙон кәүҙәле был егет гимнастерка кейеп йөрөй, билдә – яҫы командир ҡайышы, ҡулда – сәғәт. Ауылдың аҫыл егете инде, күп ҡыҙҙар хыялланған кейәү. Муллаҡаевтар – көслө нәҫел, күбеһе төрлө кимәлдәге түрә-ҡара. Фуаттың атаһы Муллаҡаев Шайкамал – 2-се бригадабригадиры, ағаһы ауыл Советында ултыра, йәнә бер ағаһы районда ниндәйҙер начальник. Фуатты ҡайтыу менән тигәндәй колхоздың комсоргы итеп тәғәйенләнеләр. Ул ҡара буҫтауҙан галифе тектереп кейҙе. Ауылдың иң шәп кейәүе ул булмай, кем булһын сибәркәйҙәр өсөн? (Хәйер, ҡайһы берәүҙәр Санияны ғәҙәти ҡыҙ тип иҫәпләне.) Ә Фуат клубта Санияны тансаға саҡырғас (ә ул, Сәмиғ, дегәнәк япрағы, үҙе саҡырырға оялды), көнләшеүенән шартлай яҙҙы. Клубтан сыҡҡас, улар кеше алдында ғына икеһе ике яҡҡа китә, унан ҡайһылыр мөйөштә осраша, тип уйланы. Йәшерен осрашыуҙарҙың ниндәй генә картина-һүрәттәрен күҙ алдына килтермәй Сәмиғтың көнсөл хыялы! Нишләргә белмәй урамдарҙы ҡыҙыра, тыҡрыҡтарҙың, ҡапҡа төптәренең ҡараңғы мөйөштәрен байҡай, көтөү йөрөгән ерҙәрҙе, колхоз амбарҙары арттарын ҡарай, унан йылға буйына төшә, әммә тегеләрҙе бер ерҙә лә таба алмай. Ә уның уларҙы тап иткеһе, тотҡоһо килә, үҙенең йөрәгенә һуңғы үлемесле яра-йәрәхәт алып, үкереп илағыһы, унан үлгеһе килә. Ә иртәгәһенә Сания уға йәнә нисектер икенсе төрлө,серлерәк ҡараған төҫлө тойола…
Көҙ етте, көҙ менән армияға китер ваҡыт етте. Хеҙмәткә китәһе егеттәр үҙҙәренеңҡыҙҙары менән иҫке зыяраттағы ҡарт ҡайындар аҫтында осрашты. Ҡыҙҙар егеттәргә сигелгән кисет йәки ҡулъяулыҡ бүләк итә, уларҙы көтөргә вәғәҙә бирә. Сәмиғ Санияны ҡайынлыҡҡа саҡырып хат ебәрҙе. Иртәгә китәм тигән көндөң кисенә килде лә ҡыҙҙы көтә башланы. Әтәстәр өсөнсөгә ҡысҡырғансы көттө лә ҡуйҙы. Килмәне! Иртәгәһенә иртәнсәк колхоздың йөк машинаһы кузовына менеп баҫты, күренмәне – Сәмиғты атаһы һуғышҡа киткәс үгәй әсәһенән тыуған һеңлекәше генә оҙатып ҡалды.
Поезд уны, әйткәндәй, үҙ ғүмерендә тәүгә ултыра ине поезға, Мәскәүҙең үҙенә үк килтереп төшөрҙө. Хеҙмәткә стройбатҡа эләкте. Белеме – ауыл мәктәбенең дүрт кенә синыфы, русса белмәй, Башҡортостандан бер яҡташы булмаһа, бөтөнләй юғалыр ҙа ине. Тәүге мәлдәрҙә шул аңлатып, кәрәк ерҙә уның өсөн яуап биреп йөрөнө. Йәш кеше бит, яйлап өйрәнде яңы тормош-көнкүрешкә, ауыл егетенә ни, эше лә әллә ни ауыр тойолманы, иптәштәре менән дә уртаҡ тел тапты. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡарт һалдаттар йәш һалдаттарҙы бигүк ҡыйырһытмай ине, «дедовщина» тигәннәмә булманы. Йөҙ-ҡиәфәте азиатса, исеме русса булмаһа ла, әллә ни бәйләнмәнеләр Сәмиғҡа.
Отрадный тигән йәш ҡалала төҙөнөләр өйҙәрҙе. Кирбес һалырға, панелдәр беркетергә, бейеклеккә менергә-төшөргә өйрәнде һәм яйлап үгәй әсәйҙән туҡтауһыҙ әрләнгән-йәберләнгән ауыл малайынан һалдат-төҙөүсегә, эш кешеһенә әүерелә барҙы. Таш-кирбес эшенә ныҡлап төшөндө, үҙенең аңы барып етә, төшөнә алмаҫлыҡ төрлө кешеләр тормошо, ҡабатланмаҫ яҙмыштар менән тулы ошо таш араһындағы ҡатмарлы, үҙгәреүсән, ҡаршылыҡлы Мәскәү тормошона ла өйрәнде. Хәйер, ул ошо аңлайышһыҙ тормош-көнкүрештең тышҡы яғын, өҫтөн генә күрә, ишетә ине, кистәрен уттары ымһындырғыс янған бихисап йорттар эсендә ниндәй тормош барғанын, ниндәй йырҙар йырланғанын, бәхетенән иҫереп унда кемдәр бейей йәки оло ҡайғынан стенаға менер хәлгә етә – былар бөтәһе лә уның өсөн аңлай алмаҫлыҡ оло сер булып ҡалды.
Ауылды һағынманы, әммә Санияны онотманы, уны гел генә уйланы, йыш ҡына төштәрендә күрҙе. Ҡыҙ тураһында уйлаған саҡта күкрәгендә барлыҡҡа килгәнтәмле-татлы тойғо төйөрө уны бер ҡасан да ебәрмәне. Бер нисә тапҡыр хат яҙырға ултырып ҡараны, әммә башланы ла йыртып ырғытты. Сөнки яуап булмаясағын белә ине, ә хатын Сания әхирәттәренә күрһәтәсәк, улар уны уҡығас Сәмиғтан хахылдашып көләсәк.
Әммә көндәр, аҙналар, айҙар үткән һайын Сәмиғ – рус иптәштәре атағанса, Саша – ҡайғыға һирәгерәк һабыша, элекке тойғолары ҡайнарлығы һүрелә һәм күңеленә яйлап-яйлап яңы теләктәр, ылығыуҙар, яңы тормош ауаздары инә бара ине. Тирә-яғында икенсе көй-моңдар яңғырай, икенсе ҡатын-ҡыҙҙар ҡарашы менән осраша, бит-йөҙөнә бүтән елдәр ҡағыла, йөрәгенә башҡа тормош саҡырыуҙары инә – былар барыһы ла уны ымһындыра, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыта ла. Урал аръяғында йәшәүсе ҡыҙҙың төҫ-башы онотолмай, тик ваҡыт үткән һайын, сикһеҙ далалағы һоро томанға уранған һымаҡ, нисектер тоноҡланғандан-тоноҡлана бара.
Бер йылдан ул русса һупаларға апаруҡ өйрәнеп алды. Шулай ҙа был ят һәм бай телдең бөтә мөмкинлектәренең бер бәләкәй генә өлөшөн үҙләштергәнен яҡшы аңлай ине. Иптәштәре менән һөйләшә-аралаша ала, хәҙергә шул еткән, йәшәй-йәшәй ныҡлап өйрәнер әле. Отпускыға ҡайтманы, ә демобилизацияланырға ваҡыт еткәс… ауылға ҡайтҡыһы килмәгәнен аңланы. Унда уны кем көтә? Үгәй әсә? Ә Сания күптән кейәүҙәлер, итәк тулы бала аҫрайҙыр. Ике йыл эсендә ул күпмелер дәрәжәлә Мәскәүгә, ҙур ҡаланың иҫерткес һәм илерткес һауаһына күнекте, уның ҙур мөмкинлектәрен күрҙе. Етмәһә, «дембель» һалдаттар араһынан төҙөлөшкә эшселәр йыя башланылар, ваҡытлыса прописка, дөйөм ятаҡтан карауат вәғәҙә иттеләр. Оҙаҡ уйлап торманы Сәмиғ – ауылға ҡайтҡыһы килмәгәс, бүтән варианты ла юҡ – өгөтләгәстәре китте-барҙы вербовкаланып.
Зеленоград… Төҙөлөштә төрлө өлкәнән, төрлө ауылдарҙан Сәмиғ һымаҡ вербовкаланып килгән әллә күпме ҡыҙҙар эшләй. Ул саҡта лимит, лимитчик тигән һүҙ юҡ ине әле. Һуғыш йылдарында, унан һуңғы йылдарҙа ҡыҙҙарҙы Мәскәү тирәһендә торф ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә файҙаландылар һәм уларҙы торфушкалар тип атайҙар ине. Һуңынан төҙөлөшкә штукатур, маляр булып килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһына ла торфушкалар тигән уртаҡ ҡушамат таҡтылар.
Сәмиғ эшендә әлеге торфушкалар менән бик аралашманы, уларҙы бытовкала – иртәнсәк кейем алыштырғанда, көндөҙөн ҡапҡылағандарында, ял иткәндәрендә,
домино һуҡҡандарында ғына күрҙе. Бытовкала ҙур титан ултыра, уға һыу тултырыу, ҡайнатыу, тәртиптә тотоп, йыйыштырыу менән дорфа, һүгенергә,тартырға, эсергә әүәҫ Клава исемле йәмһеҙ ҡатын шөғөлләнә, ҡыҫҡаһы, хужабикә. Күптән бергә эшләгән ерҙә ҡабул ителгәнсә, бында ла уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәттәре ябай, ихлас. Егеттәр, шаярған булып, теге йәки был ҡыҙҙың осаһын, түшен тотоп алырға ла күп һорамаҫ, ундай осраҡта тегеһе, әсе һүгенеп, ҡулына һуҡҡан йәки этәргән була, шунан бер-береһен шаярталар, алдайҙар, төрлө кәмит уйлап сығаралар. Сәмиғ улар араһында ала ҡарға рәүешендә йөрөй. Телсән ҡыҙҙар яйы килгән һайын унан көлә, шаярта, хатта мыҫҡыл итә – йәнәһе, ул үтә тыйнаҡ, ир түгел, ахыры, әллә ыштаныңды һалдырып тикшереп ҡарайыҡмы? Ир булһаң, Клаваға өйләндерәбеҙ, тип көлә маляр Валя. Был һүҙҙәргә Сәмиғ оялышынан ҡыҙарына-бүртенә, яуап ҡайтара алмай хәбәрҙәренә, мин үтә оялсан шул, хатта ҡыҙҙар көлә, тип уйлай, бөтөрөнөп уйлай.
Бер ваҡыт эш курткаһы кеҫәһенән записка тапты. Уҡыны. Бер ҡыҙ үҙенең уны«яратыуын» белдергәйне: «Ҡараҡайым минең, һинең ҡара күҙҙәреңдең бер ҡарашынан йөрәгем туҡтай»,– тигән. Записка авторы уға эштән һуң иҙелмә узелыартындағы эскәмйәлә осрашыу тәғәйенләгән. «Кил һәм үҙеңдең киң күкрәгеңә мине ҡыҫ. Минең шунда ирегем килә». «Клава» тигән ҡултамғаһы ла бар.
Ауыҙынан гел араҡы, тәмәке еҫе аңҡып торған дорфа, нәҙек сираҡлы Клава әллә ысынлап уға ғашиҡ булғанмы? Ун йәштәр самаһы оло ла бит әле Сәмиғтан. Рус түгел, дүрт класс белемле ябай эшсе, ауыл тиреҫенән сыҡҡан дегәнәк япрағы Клаванан башҡа кемгә генә оҡшай алһын инде? Әҙерәк йөҙө-башы булған, күҙ-ҡаш уйната белгән һәр ҡыҙ майор тураһында хыяллана, хатта яҡшы эш хаҡы алған түрә-ҡараға ла өмөт итә. Шуға ла иҙелмә узелы артындағы эскәмйәгә барырға уның уйында ла юҡ.
Куртка кеҫәһендә шул уҡ ҡул менән яҙылған икенсе записканы тапҡас, уның кәйефе ҡырылды. Клава янына килеп, уға ҡағыҙҙы тотторҙо ла, мөмкин тиклем йомшағыраҡ, хатта йылмайып, быны һин яҙҙыңмы, тип һораны.
– Һин нәмә, о… ел?! – тип яуапланы ҡатын ҡағыҙға ҡараған килеш. – Ир кәрәк булһа,
мин һинән арыуыраҡты ла таба алам!
– Улайһа, кем яҙған һуң?
– Мин ҡайҙан беләйем? Бәлки, Надькалыр. Улар Валька менән шулай фигли-мигли уйнарға бик әүәҫ.
Надька? Валя менән билдәле, бында бер ниндәй ҙә сер юҡ, ул мөмкинлек сыҡҡан һайын Сәмиғты шаяртырға, төрткөләргә ярата, ә бына Надька мут ҡына йылмая ла серле ҡараш һирпә. Башҡа егеттәр кеүек кистәрен ҡатын-ҡыҙ дөйөм ятағына йөрөмәгәс, Сәмиғ уны эштән тыш бер ҡасан да күргәне юҡ, ә эштә ул маляр, буяу һыланып ҡатып бөткән ыштанда, шундай уҡ әрпеш курткала йөрөй. Шулай ҙа ул Сәмиғҡа оҡшай ине. Сания һымаҡ һары сәсле, киң яңаҡлы булғаны өсөндөр, бәлки.
Ғашиҡ һүҙҙәре яҙылған өсөнсө хатты уның эш курткаһының арҡаһына булавка менән беркетеп киттеләр. Нисек эләктергәндәрен ул күрмәне лә, һиҙмәне лә. Кейемен алыштырып кейеп, эш урынына килгәс, эргәһендә эшләүсе утыҙҙартирәһендәге өйләнгән Миша Лунин шәйләп, ҡағыҙҙы йолҡоп алды, уҡығас, көлөп Сәмиғҡа һондо.
– Вәт әй, һиңә бит Клавка ышҡыла.
– Клавка түгел ул, Надька.
– Ә бында Клавка тип яҙылған.
– Һорашып белдем инде: Надька. Тик ниңә шулай шаяртҡанын ғына аңлай алмайым.
– Һин нимә, бисәләрҙе белмәйһеңме ни? Тимәк, оҡшатып йөрөй.
– Ҡуйсәле.– Минең кәңәш: осрашыуға саҡыр, киноға алып бар.
Сәмиғ Луниндың кәңәшен ысынға алманы, шундуҡ онотто. Ә Лунин онотмаған, дүшәмбе көн эшкә килеү менән:
– Йә, осрашыуға саҡырҙыңмы?– тип һораны.
– Юҡ.
– Ну һин, ауыл дегәнәге, тешләр, тип ҡурҡаһыңмы ни?
– Килмәй ул.
– Ҡайҙан беләһең? Бәлки, килер. Килмәһә – нимә юғалтаһың?
Һәм бына Сәмиғ, был эштең килеп сыҡмаҫын аңлай-белә тороп, үҙенең оялсанлығын көскә еңеп, Надька янына барҙы ла тоноҡ тауыш менән:
– Надя, мин һине бөгөн кис киноға саҡырам, сәғәт һигеҙҙә кинотеатр алдында көтәм. Киләһеңме?– тине.
– Белмәйем,– тине ҡыҙ, йәшел күҙҙәре менән атып. – Бәлки, килермен дә.
Кисен, ял көндәрендә генә кейә торған салбарын, вельвет курткаһын кейеп, Сәмиғ кинотеатрға килде, ике билет һатып алды. Ҡыҙҙы көтә башланы. Ғүмерендә икенсе тапҡыр көтә ине ҡыҙ кешене. Тегеләй-былай йөрөп алған була,сәғәтенә күҙ һала – «Победа» маркалы ул сәғәтте яңы ғына алғайны. Ун минут ҡына ҡала сеанс башланыуға, биш минут, ә Надька юҡ та юҡ. Килмәҫкә булды,ахыры, тип ҡурҡып та бөттө. Беренсе ҡыңғырау алдынан ғына күренде. Яңы күлдәк кейгән, ирендәрен буяған, сәстәрен бөҙрәләткән, үҙе оялсан-ҡәнәғәт йылмая. Йылмайыуы ла бытовкалағы ише мыҫҡыллы түгел, нисектер, һөймәлекле, тыныс, етди. Өҫтөнән буяу ҡатып бөткән бысраҡ эш кейемен һалғас, ифрат матур икән дә, әйтерһең дә, асылған сәскә! Һәм Сәмиғ ошонда, кинотеатр алдында, аҡылы менән түгел, ә тулҡынланған йөрәге менән ҡабаланмай ғына атлап килгән ошо рус ҡыҙы йөҙөндәихлас көлөп-йылмайып үҙенең яҙмышы килгәнен тойҙо. Ошо көндән алып тормошоноң бөтә ҡыуаныс-шатлыҡтары, ҡайғы-хәсрәттәре әлеге рус ҡыҙы менән бәйле буласаҡ.
Кинозалға инеп ултырғас, экрандағы бер-бер артлы алышынған кадрҙарҙа бер нәмә лә аңламаны, эргәһендәге ҡыҙ тәненең йылылығын, ултырғысҡа ҡаҙаҡлап ҡуйғандай ҡуҙғалырға, хәрәкәтләнергә ҡурҡып, ҡыҙҙың уның бар булмышын ток һымаҡ ниндәйҙер көслө нәмә менән уратып-сырмап алған кеүек тойҙо.
Мөнәсәбәттәре етди дауам итеп алып киткәс, ул куртка кеҫәһендә йөрөткән хаттарҙы күрһәтте.
– Быларҙы һин яҙҙыңмы?
– Валя яҙҙы.
– Нимә тип яҙҙы?– Бәй, уның үҙенән һора. Мин ҡайҙан беләйем?
– Ә Клава, һин яҙған, тине.
– Клава әйтер...
– Һин яҙмағас, теге ваҡыт ниңә киноға килдең?
– Егет кеше саҡырғас, ниңә бармаҫҡа? Миңә Миша Сопов бәйләнә башланы. Эсеп килә лә һәрмәнә башлай. Шуға ла унан ҡотолорға кәрәк ине.
Унан ярлы, әммә шаулы дөйөм ятаҡ туйы булды. Надяның әхирәттәре,уларҙы запискаһы менән осраштырған-табыштырған Валя, ҡатыны менән Миша Лунин, бригаданан тағы бер нисә кеше килде. Араҡы күп ине, туҡтауһыҙ «горько» ҡысҡырҙылар, йырланылар, иҙәнде тишерҙәй булып бейенеләр, һәм бүлмәнең сепрәк менән айырылған бер мөйөшөндәге оятһыҙ рәүештә шығырҙаған карауаттағаилә тормошо башланды. Шул тормош ҡырҡ йыл дауам итте лә ҡуйҙы.
Ҡырҡ йыл: сәғәттәр, көндәр, аҙналар, айҙар, йылдар… Уйлап ҡараһаң, ҡырҡ йыл ҡырҡ көндәй генә үтте лә китте. Будильник тауышына уянып, һикереп тора ла ҡабалан-ҡарһалан ҡырына, ауыҙын бешерә- бешерә эҫе сәй эсә, сумкаһына булка менән колбаса тығып эшенә йүгерә. Йәш сағында эшенә ниндәйҙер шатлыҡ тойғоларына өмөт итеп бара торғайны. Хәйер, бөтә тормошо нимәгәлер өмөтләнеп, нимәнелер көтөп үтте. Иң ҙур көткәне – фатир. Алдылар – бәхетле инеләр. Ял көндәрен көтөү, эш хаҡы көтөү, сираттағы байрамды көтөү. Вовканың тыуғанын көтөү. Тыуҙы, үҫте – мәктәпкә әҙерләргә, оҙатырға кәрәк, йәйге каникулда – пионерлагерға. Унан тулҡынланыуҙар китте: улдары сығарылыш имтихандарын тапшырғанда, унан төҙөлөш техникумына ингәндә. Өйләнеүе, ейәнсәрҙәренең тыуыуы – йәнә мәшәҡәттәр, тулҡынланыуҙар, йәнә беренсе класс, йәнә имтихандар. Балаға кәрәк әйберҙәр һатып алыу буйынса бөтмәҫ мәшәҡәттәр, диван, шкаф, телевизор, унан төҫлө телевизор, баҡса, иҫке генә «Жигули» алыу… Тормоштары нисек үткәнен һәм пенсия йәшенә килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар…
Сәмиғ менән Надежда Ивановнаның тормоштары арыу булды. Һәйбәт ҡатын булыпсыҡты Надежда Ивановна. Ул Сәмиғты ғүмер буйы Саша тип йөрөттө, ә кешеләргә «минең татарин» тип һөйләне. «Минең татарин шулай ти», «минең татарин сирләп китте әле». Мин бит татар түгел, мин бит башҡорт, тип әйтеп ҡарай Сәмиғ, ҡатыны, мин башҡорттарҙың ниндәй милләт икәнен белмәйем,беҙҙең Пенза янында татарҙар ҙа мордвалар йәшәй, ә башҡорттар юҡ ине, тип яуаплай. Шунан һуң аңлат һин уға үҙеңдең кемлегеңде, башҡортто күрмәгәс,уныңса ундай милләт юҡ.
Надя матур йырлай ине. Бигерәк тә дөйөм ятаҡта йәшәгән йылдарында. Үҙ телен яртылаш онотоп, Сәмиғ ярты быуатҡа яҡын уның телендә һөйләште,уның халҡының йырҙарын йырланы, суҡыныуын күрҙе, хатта бер нисә тапҡыр Пасхаға сиркәүгә лә барҙы. Әлбиттә, ул унда күңеле менән ауылдан сыҡҡан башҡорт булып ҡалды, суҡынманы, үҙенекен уйланы, үҙенең Аллаһына табынды.
Егерме йыл самаһы элек, нисектер, һеңлеһенә хат яҙғайны. Осраҡлы ғына яҙҙы, яуап алырына өмөтө юҡ ине. Әммә һеңлеһенән яуап килде. Күптән тормошта, балаларыинде ҙурайып бөткән, әсәһе, йәғни Сәмиғтың үгәй әсәһе, үткән йыл үлгән икән. Күпмелер ваҡыттан һуң уға ауылдашы, алыҫ ҡына туған тейешле кеше килеп керҙе – Мәскәүгә ниндәйҙер курстарға ебәргәндәр – Сәмиғ унан ҡайһы бер ауыл яңылыҡтарын белде. Колхоз комсоргы Муллаҡаев Фуат оло түрә, райкомдың икенсе секретары булып киткән, шул үлгән, фәлән иҫән әле… Ә бына бала саҡ мөхәббәте Сания тураһында һорарға ҡыйыулығы етмәне, үҙе уйлағанса, Муллаҡаев Фуаттың ҡатынылыр, район үҙәгендә йәшәйҙер, бер нисә бала тапҡандыр. Ҡайсаҡ Сания төшөнә лә инеп ҡуя, йәш, матур булып инә, төшөндә Сәмиғ уны һаман ярата, һағына.
Һәм бына, һуңғы йылдарын ремонтсылар бригадаһында эшләп (фатирҙар ремонтланылар, паркет йәйҙеләр, обойҙар йәбештерҙеләр), Сәмиғ пенсияға сыҡты. Әсе-тәмле үткән тормошонан ҡапыл айнығандай, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙен ҡарт бабай, олатай итеп тойҙо ла ҡуйҙы, эргәһендә – арҡырыға ныҡ ҡына йәйелгән, өйрәк һымаҡ ике яҡҡа янтайып атлаусы, ҙур йөҙлө, киң яңаҡлы ҡарт әбей – Надькаһы, Надяһы, Надежда Ивановна.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Надежда Ивановна ҡапыл биреште, йыш ауырыны, ҡан баҫымы күтәрелде, башы әйләнде, аяҡтарындағы тамырҙары бүртеп ҡарайҙы.Йөрәге йыш борсой башлағас, больницаға ятырға мәжбүр булды. Тромб,
тине врачтар. Ауыр күтәрмәҫкә, шәп йөрөмәҫкә, тулҡынланмаҫҡа, арымаҫҡа. Сираттағы йөрәк өйәнәгенән һуң ул былай тине: «Саша, минең менән берәй төрлө хәл булһа, һәйбәт ҡатын осратһаң, өйлән, – шунан байтаҡ өндәшмәй ятты ла өҫтәне: – Минһеҙ нисек кенә йәшәрһең икән, басурман?»Ауыр күтәрмәһен, арымаһын тип, Сәмиғ уға тәгәрмәсле сумка һатып алып бирҙе, әммә Надежда Ивановна магазинға элеккесә ҡул сумкаһы менән йөрөүен дауам итте. Ниңә улайтаһың, тигәс, ниңә, мин әбейме ни арба һөйрәп йөрөргә, тип яуапланы. Картуф, кәбеҫтә һымаҡ ауыр нәмәләр артынан баҙарға Сәмиғ үҙе бара, йә икәүләп баралар. Пенсияһын алған көн ул, магазиндар буйлап йөрөп, ун килограмға яҡын әйбер алған да бөтөн Зеленоград буйлап йәйәү атлаған. Өсөнсө ҡатҡа күтәрелгән, ишекте асҡас, иҫен юғалтып, тупһаға йығылған…
Атаһының һуғышта хәбәрһеҙ юғалыуын (әсәһенең үлемен ул хәтерләмәй),хәҙер инде ярайһы уҡ онотола төшкән бала саҡ ауырлыҡтарын иҫәпләмәгәндә, Сәмиғтың тормошонда уны һеңгеҙәтә һуғырлыҡ оло ҡайғылар булманы ла. Надежда Ивановнаның вафаты уны тап шул йәштә килтереп бәрҙе: онотор өсөн ваҡыты ла, ҡалған ғүмерҙе ошо ҡайғыны күтәреп йәшәр өсөн көсө лә ҡалмағайны. Ҡатынын ерләгәндән һуң ул шаңҡып ҡалды, бөгөлдө, кемде юғалтҡанын аңланы һәм уныңүлемендә үҙен генә ғәйепләне. Эйе, һаҡлай алманы. Ә бит ул ғүмер буйы уның өсөн, ғаилә өсөн тырышты. Ауыр эштә эшләне, ашарға бешерҙе, керен йыуҙы, ауыр сумкалар күтәреп магазиндан магазинға сапты, малай табып үҫтерҙе, бер нисә тапҡыр абортҡа барҙы, ейәндәрен ҡараны, уның ҡыҙын баҡты. Бына кемде юғалтты ул!
Тәүге аҙналарҙа төндәрен бөтөнләй йоҡлай алманы. Бер нисә минутҡа онотола ла тертләп уяна. Улар Надежда Ивановна менән бәләкәй генә бер бүлмәлә йәшәне, ҙурын балаларына биргәйнеләр. Хәҙер яңғыҙы ҡалғас, ҡапыл киңәйеп киткән тахтала бер үҙе ятҡанда, ҡайсаҡ кухняла Надяның ауыр аҙымдарын ишетте. Йәки ғәҙәте буйынса уның күкрәген эҙләне, бер көн радионан Надяның яратҡан йырын ишетте лә, йырсы тап уның тауышы менән йырлай төҫлө тойолдо. Шкафты асып, уның кейемдәрен, күлдәктәрен, тунын күрҙе. Һатып алғайны ла, ләкин оҙаҡ кейеп йөрөй алманы. «Кей шуны, байбисә кеүек йөрө урамда», – тип күпме әйтте. «Магазинға тун кейеп бара алмайым бит инде,– тип яуаплай ине ундай саҡтарҙа ҡатыны.– Кеше араһына сыҡҡанда берәй кейермен әле». Шул магазинға йөрөүҙән башҡа ҡайҙа барһын инде? Театрға ғүмерҙә аяҡ баҫманылар. Ҡунаҡҡамы?Надяның да, Сәмиғтың да Мәскәүҙә бер ниндәй туған-тыумасаһы йәшәмәй. Йылына бер ҡоҙаларына баралар. Бөтә йөрөүҙәре шул.
(Дауамы бар).