Әҙәбиәт
18 Июня , 11:00

Быҫҡаҡ ямғыр (Хикәйәнең аҙағы. Талха Ғиниәтуллин)

Хәҙер улар диванда бергә йоҡлай. Тәне бөтөнләй ҙә таушалмаған, йәш, ирҙәр тарафынан иҙелмәгән, аборттар һәм бала табыуҙар менән йонсомаған. Утты һүндергәс, ҡараңғыла, йомоҡ күҙҙәре менән Сәмиғ хыялында, йәш Санияны ҡосаҡлайым, тип уйлап ята. Йәнә лә бер сәйер тойғо: ул, әйтерһең дә, Сания менән бергәләп Надяға хыянат итә, әйтерһең дә, ул тере һәм, белеп ҡалһа, көнләшәсәк. Бөгөнгө Санияның йәштәрсә ҡайнарлығы булмаһа ла, яҡынлыҡтың уға ҡыҙыҡ һәм ләззәт биреүен, рәхәтлек кисереүен күрмәй-һиҙмәү мөмкин түгел. Тик бына еҫ-тәменә генә өйрәнеп китә алманы Сәмиғ, тән-еҫтәре уға яти не барыбер ҙә.

Быҫҡаҡ ямғыр (Хикәйәнең аҙағы. Талха Ғиниәтуллин)Быҫҡаҡ ямғыр (Хикәйәнең аҙағы. Талха Ғиниәтуллин)
Быҫҡаҡ ямғыр (Хикәйәнең аҙағы. Талха Ғиниәтуллин)

Шулай итеп, яңы тормош ағышы китте. Йәйге оҙон көндәрҙе ҡыҫҡа төндәр алыштырҙы, бала саҡтағы ише иртән иртүк әтәстәр ҡысҡырышты, көтөүсенең сыбыртҡыһы шартланы, һыйырҙар мөңрәне. Йылға аръяғында кәкүк саҡырҙы,һандуғас һайраны, һаҙлыҡтарҙан торна тауыштары ишетелде. Эргәһендә көнө буйы, ишетелер-ишетелмәҫ кенә һөйләшеп, ипле ҡатын йөрөй. Мул итеп ашарына бешерә («Һин ир кеше, һиңә күп итеп ашарға кәрәк»), бар ризыҡ та ауылса, башҡортса, быларҙан Сәмиғ ярайһы алыҫайған, әммә кинәнеп, яратып ашай. Оҙаҡламай колхозда ҡымыҙ бешә башланылар, Сания кәнистер менән ҡымыҙ ташый. Өҫтәлгә шешә ултырта – аппетит өсөн Сәмиғ аш алдынан йөҙ грамм эсеп ебәрә. Был бит баллы ай, тип уйлай ул, Надя менән бындай ай булмағайны. Ваҡыттары ла юҡ ине, байрам итер өсөн аҡсалары ла, әлеге ише мул ризыҡтары ла, йоҡо бөткәнсе йоҡлау ҙа. Нисектер ябай, ҡәҙимге генә башланып киткәйне шул тормоштары. Ә бында бөтәһе лә бар һәм һәр ҡайһыһы мул. Тик Санияның ҡара күҙҙәрендә ҡәнәғәтлек һәм тыныслыҡ күрмәне Сәмиғ. Ҡараштары осрашһа, Сәмиғ уның күҙҙәрендә һағайыу һәм шикләнеү сатҡыларын шәйләй – бөтәһе лә ысынмикән, тигән уй бар һымаҡ Сания ҡарашында.

Күпмелер ваҡыт шулай яңы тормош менән йәшәп, яңы йортҡа, яңы көнкүрешкә үҙһенеп, Сәмиғ яйлап ниндәйҙер уңайһыҙлыҡтар тоя башланы. Мәҫәлән, диван тәҙрә төбөндә генә ултыра, ә бер стена буйы буш, унда бер нәмә лә юҡ. Тәҙрә тупһаһында тиерлек йоҡлап булмай ҙа инде. Диванды ана шул буш стена буйына күсереп ултыртҡанда йәтеш буласаҡ. Сәмиғ был турала ҡатынына әйтте.

– Унда ярамай. Насар урын,– тип яуапланы ул.

– Нишләп насар? Стена буйында ниндәй насарлыҡ булһын? Әйҙә, күсереп ултырайыҡ.

– Юҡ.

ул бөтөнләй белмәй икән. Тәүҙә ул ябай ғына күренде, күндәм генә ҡатын булыр, бер һүҙгә лә ҡаршы төшмәҫ, тип уйлағайны. Хәҙер уның бигүк ябай түгеллегенә төшөндө, тымыҡ күлдә шайтан үрсей… Унан килеп, был уның йорто, ғүмер буйы ошонда йәшәгән, диванды ҡайҙа ултыртырға, стена буйының ниңә насар икәнен ул Сәмиғҡа ҡарағанда яҡшыраҡ белә. Ергә һеңешә башлаған ауыл йорто балсыҡ, таш рухы менән тулған, ер аҫтынан һалҡын тын алыш килә, унда ҡарт ағастың шығырҙауы ишетелә, төнгө күләгәләр һелкенә, ҡараңғы мөйөштәрҙә өй эйәһе йәшеренгән, төндәрен сарҙаҡта әллә ел уйнай, әллә шайтан һыҙғыра, стена артында, иҙән аҫтында кемдер, нимәлер тәрән итеп тын алған кеүек уфылдай, Санияның ата-әсәһе үлгән был бикле ҙур бүлмәлә яңғыҙ кешегә төнөн кемдеңдер аяҡ тауыштары ишетелгәндәй. Ауыл кешеһендә бала сағынан уҡ өләсәйҙәр һөйләгән, өләсәйҙәр ҡурҡытҡан төрлө ышаныуҙар, ҡурҡыуҙар йәшәй…Торараҡ баллы ай бөттө, яңы тормош яйлап ғәҙәттәгегә, бер төрлөгә әйләнеп бара, сөнки мул ашау, көндөҙгө йоҡо, аҙнаһына ике тапҡыр мунсала йыуыныу,енси яҡынлыҡтан ләззәт алыу, уныһы ла хәҙер әллә ни ҡыуаныс тыуҙырмай һәм яйлап кәмей төштө, көнкүреш ике ҡарт кешенең мәғәнәһеҙ көн үткәреүенә әйләнде, тигән сәйер тойғо килде. Һәм Сәмиғтың күңеленә борсолоу, хатта һағайыу кереп ояланы. Пенсионерға эшләү мотлаҡ түгел, һәр хәлдә, эшләмәҫкә лә мөмкин, әммә ир кешегә бисә елкәһендә йәшәү барыбер ҙә төҫ түгел (кире юлға тип һаҡлаған аҡсаһын ул әлегәсә тотонмай һаҡлай). Сания ауыл кешеһе өсөн арыу ғына пенсия ала. Ғүмер буйы һыйыр һауған, миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары бар. Йыйған аҡсаһын ойоҡҡа йәшергәндер. Сәмиғты хатта был да борсомай, уны байрам кәйефе, байрам өҫтәле, Санияның уға байрамса мөнәсәбәте борсой. Ауыр эшкә күнеккән ҡулдары тәненең артыҡ ағзаһы кеүек һәленеп кенә йөрөй. Ауыҙына ҡалаҡ килтереү ҙә бисә күкрәген һәрмәү – бар шөғөлө шул. Мәскәүҙә пенсияға сыҡҡандағы эшһеҙлек ул ҡәҙәре лә һиҙелерлек түгел ине. Магазинға бараһың, һөт артынан сиратта тораһың, баҙарға йөрөйһөң йәки, көн һәйбәт булһа, үҙең һымаҡтар менән йорт алдындағы эскәмйәлә домино, кәрт һуғаһың. Көнө лә үтә, һөҙөмтәлә нимәлер эшләгән дә һымаҡһың.Уйлана торғас, эш тапты. Картуфты күмергә кәрәк. Әммә ҡатыны:

– Кәрәкмәй, мин үҙем,– тине.

– Ә мин ни өсөн?

– Һин ял ит. Картуф – бисәләр эше.

Иртәнсәк Сәмиғ баҡсаға сыҡһа, унан да иртәрәк торған Сания һуңғы бураҙнаны күмеп йөрөй ине инде.

Иртәгәһенә тәүге автобус менән Сания ҡалаға – магазинға юлланды. Сәмиғ һуң ғына тороп йыуынды ла, газ плитәһен тоҡандырып, сәйнүк ҡуйыу өсөн шырпы эҙләй башланы. Ҡашығаяҡ ҡуйыр өсөн тупаҫ ҡына төрәкәләнгән кәштә мөйөшөндә ниндәйҙер асҡыс күҙенә салынды бит. Ҡапыл ғына башына уй килде: был теге ҙур бүлмә йоҙағының асҡысы түгелме икән? Яраһа, асырмын да унда нимә йәшергәнен күрермен, тип уйланы. Асҡыс яраны. Сәмиғ асты ла эскә инде.Йәшәлмәгән һәм йылдар буйы яғылмаған бүлмә һалҡын, ер еүешлеге аңҡый.Тәҙрәләге ҡорғандар, ҡалын булғанлыҡтан, яҡты үткәрмәй – ярым ҡараңғы.Сәмиғ, яланғас стеналарҙы, буш бүлмәне күрермен, тип уйлағайны, әммә бүлмә тулы йыһазды күргәс, ғәжәп итте. Йәшел төҫкә буялған барабан ише йомро мейес, һул стенала зиннәтле балаҫ, никель артлы киң тимер карауат, уға ҡалын-ҡалын мендәрҙәр өйөлгән, мендәрҙәр өҫтөнә ап-аҡ бәйләнгән селтәрҙәр ябылған, шундай уҡ селтәрле простыня иҙәнгә тейә яҙып, карауатты ҡаплап тора. Бер ниндәй бөкләнгән, тартылған йәки етмәгән ер юҡ карауат өҫтөндә, барыһы ла бөхтә. Кемдеңдер ҙурайтылған фоторәсеме быяла аҫтына һәм рамға алынып, мендәр өйөмөнә терәтеп ҡуйылған. Яҡыныраҡ килеп ҡарағайны, йәш Санияны таныны. Йәш сағында ниндәй матур булған! Санияның нәҡ ошо сағын ярата ине бит Сәмиғ, төштәренә тап ошо ҡиәфәттә инә торғайны. Бүлмә уртаһында түңәрәк өҫтәл ултыра, ул алтын төҫөндәге суҡлы ашъяулыҡ менән ябылған. Өс тәҙрәле стена буйында – ваҡ мендәрҙәр өйөлгән балалар карауаты. Карауатта – зәңгәр күҙле, толомдарын зәңгәр таҫмалар менән бәйләнгән, шулай уҡ зәңгәр төҫтәге күлдәк кейҙерелгән ҙур ҡурсаҡ.Сәмиғ уны ҡулына алды, саҡ ҡына эйгәйне, күҙҙәре ябылды ла ҡуйҙы.

Санияның ире лә, балалары ла булмағас, ни хәжәтемә икән был карауат, был ҡурсаҡ? Шул ҡурсаҡ менән йоҡлап йөрөгәнме әллә ошо карауатта? Улай тиһәң, ҡурсаҡ өр-яңы, һис сыйылған, тырналған ере юҡ. Карауат та өр-яңы, никеле ҡупмаған, зәңгәр буяуының да аҡтарылған эҙе күренмәй, әйтерһең дә, кисә генә магазиндан килтереп ултыртҡандар. Сәмиғ ҡаршы стена буйына ҡуйылған сервантҡа иғтибар итте, ул да яңы ғына алынған, һәр хәлдә етмешенсе йылдарҙан да әүәл түгел. Сервант сәй сервиздары, фужерҙар, рюмкалар, хрусталь вазалар менән лыҡа тулы. Көҙгөлө шифоньерҙың дә эсе тулы кейем-һалым, Сәмиғ уныһын асып торманы, бәлки, бикле лә булғандыр. Бисә-сәсә һаранлығы менән алғандыр ҙа, унан, ниңәлер, бикләп ҡуйған, ә бөтә ғүмерен бәләкәй генә бүлмәлә йәшәп үткәргән…

Сәмиғ бүлмәнән сыҡты, бикләне, асҡысын ятҡан урынына һалды… Бығаса нисек йәшәгән, артабан да шулай йәшәүен дауам итте, гүйә, ҙур бүлмәгә бер ҡасан да инмәгән, Санияның әйбер-мөлкәтен күрмәгән.Бесән ваҡыты етте. Сәмиғ һеңлеһенә килде – ярҙам кәрәкмәйме? Кәрәк. Нисә йыл ҡулына салғы тотҡаны булмаһа ла, бесән сабыуҙы онотмаған икән. Йыйыу,күбәләүгә Сания ла булышты. Ҡаланан милиционер булып эшләгән бәләкәй малайҙары ҡайтты. Көтөүсе улдары Фәрит ике көн кәбән һалышты. Береһе лә эсмәне, барыһы ла тырышып эшләне – үҙеңдең хужалығыңа булғас, араҡы онотолоп торҙо. Кейәүенең йөҙө лә яҡтыра төштө, тәүге көндәрҙәге һөмһөрө бөттө,тупаҫ йөҙө әллә тирҙән, әллә көндөҙгө эҫенән йомшарҙы, йәйелде – бесән әҙерләү уңышынан ҡәнәғәтлек кисерҙе. Июль эҫеһе, бесән еҫе, ҡарт ҡайын аҫтында ашау, усаҡ төтөнө, үлән сәйе – Сәмиғ өсөн барыһы ла яңы тормош башланғандағы ише яңы, хикмәтле, мөғжизәле ине.

Бесәндән һуң Сәмиғ йәнә бер эш тапты. Йорттоң иң аҫҡы ниргәләре серегәнен күптән күргәйне инде. Нигеҙен таштан һалғандар, балсыҡ менән генә һылағандар, әммә балсыҡты ел, ямғыр ашап, ҡойоп бөткән, һөҙөмтәлә таштар урыны-урыны менән ҡубып төшкән, нигеҙҙе цемент менән нығытыу кәрәк. Шуға ла ҡыш өйҙәул бөтөнләй белмәй икән. Тәүҙә ул ябай ғына күренде, күндәм генә ҡатын булыр, бер һүҙгә лә ҡаршы төшмәҫ, тип уйлағайны. Хәҙер уның бигүк ябай түгеллегенә төшөндө, тымыҡ күлдә шайтан үрсей… Унан килеп, был уның йорто, ғүмер буйы ошонда йәшәгән, диванды ҡайҙа ултыртырға, стена буйының ниңә насар икәнен ул Сәмиғҡа ҡарағанда яҡшыраҡ белә. Ергә һеңешә башлаған ауыл йорто балсыҡ, таш рухы менән тулған, ер аҫтынан һалҡын тын алыш килә, унда ҡарт ағастың шығырҙауы ишетелә, төнгө күләгәләр һелкенә, ҡараңғы мөйөштәрҙә өй эйәһе йәшеренгән, төндәрен сарҙаҡта әллә ел уйнай, әллә шайтан һыҙғыра, стена артында, иҙән аҫтында кемдер, нимәлер тәрән итеп тын алған кеүек уфылдай, Санияның ата-ул бөтөнләй белмәй икән. Тәүҙә ул ябай ғына күренде, күндәм генә ҡатын булыр, бер һүҙгә лә ҡаршы төшмәҫ, тип уйлағайны. Хәҙер уның бигүк ябай түгеллегенә төшөндө, тымыҡ күлдә шайтан үрсей… Унан килеп, был уның йорто, ғүмер буйы ошонда йәшәгән, диванды ҡайҙа ултыртырға, стена буйының ниңә насар икәнен ул Сәмиғҡа ҡарағанда яҡшыраҡ белә. Ергә һеңешә башлаған ауыл йорто балсыҡ, таш рухы менән тулған, ер аҫтынан һалҡын тын алыш килә, унда ҡарт ағастың шығырҙауы ишетелә, төнгө күләгәләр һелкенә, ҡараңғы мөйөштәрҙә өй эйәһе йәшеренгән, төндәрен сарҙаҡта әллә ел уйнай, әллә шайтан һыҙғыра, стена артында, иҙән аҫтында кемдер, нимәлер тәрән итеп тын алған кеүек уфылдай, Санияның ата-әсәһе үлгән был бикле ҙур бүлмәлә яңғыҙ кешегә төнөн кемдеңдер аяҡ тауыштары ишетелгәндәй. Ауыл кешеһендә бала сағынан уҡ өләсәйҙәр һөйләгән, өләсәйҙәр ҡурҡытҡан төрлө ышаныуҙар, ҡурҡыуҙар йәшәй…

Торараҡ баллы ай бөттө, яңы тормош яйлап ғәҙәттәгегә, бер төрлөгә әйләнеп бара, сөнки мул ашау, көндөҙгө йоҡо, аҙнаһына ике тапҡыр мунсала йыуыныу,енси яҡынлыҡтан ләззәт алыу, уныһы ла хәҙер әллә ни ҡыуаныс тыуҙырмай һәм яйлап кәмей төштө, көнкүреш ике ҡарт кешенең мәғәнәһеҙ көн үткәреүенә әйләнде, тигән сәйер тойғо килде. Һәм Сәмиғтың күңеленә борсолоу, хатта һағайыу кереп ояланы. Пенсионерға эшләү мотлаҡ түгел, һәр хәлдә, эшләмәҫкә лә мөмкин, әммә ир кешегә бисә елкәһендә йәшәү барыбер ҙә төҫ түгел (кире юлға тип һаҡлаған аҡсаһын уләлегәсә тотонмай һаҡлай). Сания ауыл кешеһе өсөн арыу ғына пенсия ала. Ғүмер буйы һыйыр һауған, миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары бар. Йыйған аҡсаһын ойоҡҡа йәшергәндер. Сәмиғты хатта был да борсомай, уны байрам кәйефе, байрам өҫтәле, Санияның уға байрамса мөнәсәбәте борсой. Ауыр эшкә күнеккән ҡулдары тәненең артыҡ ағзаһы кеүек һәленеп кенә йөрөй. Ауыҙына ҡалаҡ килтереү ҙә бисә күкрәген һәрмәү – бар шөғөлө шул. Мәскәүҙә пенсияға сыҡҡандағы эшһеҙлек ул ҡәҙәре лә һиҙелерлек түгел ине. Магазинға бараһың, һөт артынан сиратта тораһың, баҙарға йөрөйһөң йәки, көн һәйбәт булһа, үҙең һымаҡтар менән йорт алдындағы эскәмйәлә домино, кәрт һуғаһың. Көнө лә үтә, һөҙөмтәлә нимәлер эшләгән дә һымаҡһың.

Уйлана торғас, эш тапты. Картуфты күмергә кәрәк. Әммә ҡатыны:

– Кәрәкмәй, мин үҙем,– тине.

– Ә мин ни өсөн?– Һин ял ит. Картуф – бисәләр эше.

Иртәнсәк Сәмиғ баҡсаға сыҡһа, унан да иртәрәк торған Сания һуңғы бураҙнаны күмеп йөрөй ине инде.

Иртәгәһенә тәүге автобус менән Сания ҡалаға – магазинға юлланды. Сәмиғ һуң ғына тороп йыуынды ла, газ плитәһен тоҡандырып, сәйнүк ҡуйыу өсөн шырпы эҙләй башланы. Ҡашығаяҡ ҡуйыр өсөн тупаҫ ҡына төрәкәләнгән кәштә мөйөшөндә ниндәйҙер асҡыс күҙенә салынды бит. Ҡапыл ғына башына уй килде: был теге ҙур бүлмә йоҙағының асҡысы түгелме икән? Яраһа, асырмын да унда нимә йәшергәнен күрермен, тип уйланы. Асҡыс яраны. Сәмиғ асты ла эскә инде.

Йәшәлмәгән һәм йылдар буйы яғылмаған бүлмә һалҡын, ер еүешлеге аңҡый.Тәҙрәләге ҡорғандар, ҡалын булғанлыҡтан, яҡты үткәрмәй – ярым ҡараңғы.Сәмиғ, яланғас стеналарҙы, буш бүлмәне күрермен, тип уйлағайны, әммәбүлмә тулы йыһазды күргәс, ғәжәп итте. Йәшел төҫкә буялған барабан ише йомро мейес, һул стенала зиннәтле балаҫ, никель артлы киң тимер карауат, уға ҡалын-ҡалын мендәрҙәр өйөлгән, мендәрҙәр өҫтөнә ап-аҡ бәйләнгән селтәрҙәр ябылған, шундай уҡ селтәрле простыня иҙәнгә тейә яҙып, карауатты ҡаплап тора. Бер ниндәй бөкләнгән, тартылған йәки етмәгән ер юҡ карауат өҫтөндә, барыһы ла бөхтә. Кемдеңдер ҙурайтылған фоторәсеме быяла аҫтына һәм рамға алынып, мендәр өйөмөнә терәтеп ҡуйылған. Яҡыныраҡ килеп ҡарағайны, йәш Санияны таныны. Йәш сағында ниндәй матур булған! Санияның нәҡ ошо сағын ярата ине бит Сәмиғ, төштәренә тап ошо ҡиәфәттә инә торғайны. Бүлмә уртаһында түңәрәк өҫтәл ултыра, ул алтын төҫөндәге суҡлы ашъяулыҡ менән ябылған. Өс тәҙрәле стена буйында – ваҡ мендәрҙәр өйөлгән балалар карауаты. Карауатта – зәңгәр күҙле, толомдарын зәңгәр таҫмалар менән бәйләнгән, шулай уҡ зәңгәр төҫтәге күлдәк кейҙерелгән ҙур ҡурсаҡ. Сәмиғ уны ҡулына алды, саҡ ҡына эйгәйне, күҙҙәре ябылды ла ҡуйҙы.

Санияның ире лә, балалары ла булмағас, ни хәжәтемә икән был карауат, был ҡурсаҡ? Шул ҡурсаҡ менән йоҡлап йөрөгәнме әллә ошо карауатта? Улай тиһәң,ҡурсаҡ өр-яңы, һис сыйылған, тырналған ере юҡ. Карауат та өр-яңы, никеле ҡупмаған, зәңгәр буяуының да аҡтарылған эҙе күренмәй, әйтерһең дә, кисә генә магазиндан килтереп ултыртҡандар. Сәмиғ ҡаршы стена буйына ҡуйылған сервантҡа иғтибар итте, ул да яңы ғына алынған, һәр хәлдә етмешенсе йылдарҙан да әүәл түгел. Сервант сәй сервиздары, фужерҙар, рюмкалар, хрусталь вазалар менән лыҡа тулы. Көҙгөлө шифоньерҙың дә эсе тулы кейем-һалым, Сәмиғ уныһын асып торманы, бәлки, бикле лә булғандыр. Бисә-сәсә һаранлығы менән алғандыр ҙа, унан, ниңәлер, бикләп ҡуйған, ә бөтә ғүмерен бәләкәй генә бүлмәлә йәшәп үткәргән…

Сәмиғ бүлмәнән сыҡты, бикләне, асҡысын ятҡан урынына һалды… Бығаса нисек йәшәгән, артабан да шулай йәшәүен дауам итте, гүйә, ҙур бүлмәгә бер ҡасан да инмәгән, Санияның әйбер-мөлкәтен күрмәгән.

Бесән ваҡыты етте. Сәмиғ һеңлеһенә килде – ярҙам кәрәкмәйме? Кәрәк. Нисә йыл ҡулына салғы тотҡаны булмаһа ла, бесән сабыуҙы онотмаған икән. Йыйыу,күбәләүгә Сания ла булышты. Ҡаланан милиционер булып эшләгән бәләкәй малайҙары ҡайтты. Көтөүсе улдары Фәрит ике көн кәбән һалышты. Береһе ләэсмәне, барыһы ла тырышып эшләне – үҙеңдең хужалығыңа булғас, араҡы онотолоп торҙо. Кейәүенең йөҙө лә яҡтыра төштө, тәүге көндәрҙәге һөмһөрө бөттө,тупаҫ йөҙө әллә тирҙән, әллә көндөҙгө эҫенән йомшарҙы, йәйелде – бесән әҙерләү уңышынан ҡәнәғәтлек кисерҙе. Июль эҫеһе, бесән еҫе, ҡарт ҡайын аҫтында ашау, усаҡ төтөнө, үлән сәйе – Сәмиғ өсөн барыһы ла яңы тормош башланғандағы ише яңы, хикмәтле, мөғжизәле ине.

Бесәндән һуң Сәмиғ йәнә бер эш тапты. Йорттоң иң аҫҡы ниргәләре серегәнен күптән күргәйне инде. Нигеҙен таштан һалғандар, балсыҡ менән генә һылағандар, әммә балсыҡты ел, ямғыр ашап, ҡойоп бөткән, һөҙөмтәлә таштар урыны-урыны менән ҡубып төшкән, нигеҙҙе цемент менән нығытыу кәрәк. Шуға ла ҡыш өйҙә һыуыҡ. Кейәүенә барып кәңәшләшеп килде: колхоз складынан цемент һатып алып була икән. Идараға килде. Хәҙерге председатель – Сабир ҡарттың улы, әлбиттә, уны белмәй-танымай, цемент үҙебеҙҙең колхозсыларға ғына һатыла, ә һин, ағай кеше, колхозда эшләмәгәнһең, тип тора. «Сания эшләгән бит, мин уның ире»,– тип яуапланы Сәмиғ. «Сания үҙе килһен»,– тине председатель.Кәйефе ҡырылып сыҡты идаранан. Яңы тормошонда был уның тәүге күңелһеҙ хәле ине. Сания үҙе барҙы идараға, дүрт тоҡ яҙҙырып ҡайтты. Колхоз шоферы уларҙы бер шешә араҡыға килтереп ташланы. Шул уҡ егет ҡырсын килтереп ҡапҡа ауыҙына ауҙарҙы. Опалубканы иҫке таҡталарҙан Сәмиғ үҙе ҡаҡты, иҙелмәне лә үҙе иҙҙе – ни тиһәң дә төҙөүсе – һәм Санияға былай тине:

– Ярҙамға кейәү менән Фәритте саҡырайыҡмы?

– Кәрәкмәй. Бөтә араҡыны эсеп бөтәсәктәр, ә беҙгә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләйһе бар. Үҙебеҙ ҙә булдырырбыҙ.

Өс көн эсендә икәүләп иҙелмәне биҙрәләр менән ташып нигеҙҙе ҡойҙолар.

– Хәҙер ҙур бүлмәне лә аса алаһың,– тине Сәмиғ. – Нигеҙ нығынғас, һыуыҡ булмаясаҡ.Сания өндәшмәне. Эш бөткәс, Сәмиғ һеңлеһенә китте – алып торған көрәктәрҙе илтергә кәрәк ине – һәм балаларына зарланып ярһыған һеңлеһе янында байтаҡ ваҡыт тотҡарланды. Баҡһаң, бәләкәйе, ҡалалағы милиционер, үҙенән оло, етмәһә, балалы бисә менән сыуала, олоһо, көтөүсе, ҡатынын туҡмаған, уныһы балаларын алған да ҡалаға, әсәһенә, ҡайтып киткән. Вәт тормош.

Уйлана-уйлана һеңлеһенән ҡайтҡас, Сәмиғ ҙур бүлмәнең ике ишеге лә асыҡ торғанын шәйләне. Унда нимә барлығын белһә лә, йәнә инеп күҙ һалырға булды һәм ундағы үҙгәрешкә аптырап китте, хатта ышанмай торҙо: тәҙрәләрҙәге ҡалын ҡорғандар асылған, карауат та, зәңгәр күҙле ҡурсаҡ та, Санияның портреты ла юҡ. Бәләкәй бүлмәлә ултырған көршәктәге гөлдәр бындағы тәҙрә төбөнә күскән. Бүлмә үҙе ҙурайып, иркенәйеп киткән һымаҡ, яҡтылыҡ күп, йәм бар. Шулай ҙа һауа һалҡынса һәм дымһыу ине әле.

Һиҙелмәй генә йәй ҙә үтеп бара. Еләклектәр бушаны, игендәр һарғайҙы, ауылдың тирә-яғындағы туғай-яландар кәбәндәр менән сыбарланды. Август аҙаҡтарында ауыл өҫтөнә аҡһыл томан төшә башланы, һаҙлыҡтарҙағы торналар ҡаңғылдашты.Ҙурайып, ауырайып барған ҡаҙ бәпкәләре, ҡаңғылдашып, көсһөҙ ҡанаттарын елпене – ауылды оса, йүгерә-атлай сығалар ҙа шап итеп йылғаға барып төшәләр.

Ауыл тормошона тамам күнекте инде Сәмиғ. Сания ла уға өйрәнде, ирле ҡатын яҙмышына буйһондо. Яратҡан да һымаҡ, йәшлегендә яратмаған һәм ярата ла алмаған кешене бөгөн килеп яратты. Ҡайсаҡ Сәмиғ үҙенең күкрәгендә уның иркә ҡулын тойоп уянып китә һәм, бәй, был бит шул уҡ Сания, йәшлегендә йөрәген өткән, зарыҡтырған ҡыҙ, тип уйлай башлай, тормошо ҡапыл шулай боролош алғанына аптырап ята. Ә көндөҙҙәре уның йүгерек ҡара күҙҙәре үҙенән, Сәмиғтан, һорай кеүек: «Былар бөтәһе лә ысынмы, әллә төшмө?» Ысын икәненә Сәмиғ хәҙер шикләнмәй, икеләнмәй, тик бына Мәскәүгә барып, прописканан төшөргә лә пенсияһын бында күсерергә кәрәк. «Картуфты ҡаҙып алырбыҙ ҙа, барып килермен инде»,– тип хәл итте ул.

Ә барыбер ҙә һағындырған, Мәскәүҙе, хатта Зеленоградты ла түгел, балаларын һағынған. Йәй бер хат яҙып һалғайны, яуап та килде. Ейәнсәре яҙған: «Олатай, беҙ һинең сит ҡатын менән ауылда йәшәүеңде теләмәйбеҙ»,– тигән. Элегерәк, Мәскәүгәикәүләп барырбыҙ, тип уйлай ине, хәҙер икеләнде. Санияны улының күҙҙәре менән күрҙе: ауылса кейенгән, меҫкен, бәләкәй генә бер ҡарсыҡ, бер һүҙ русса белмәй. Әсәйҙән, өләсәйҙән һуң уны бөтөнләй ҡабул итмәйәсәк балалары.

Бәләкәй бүлмәлә ултырған иҫке телевизорҙы Сәмиғ йәй буйы бер тапҡыр ҙа ҡараманы. Сания ла уны үтә һирәк тоҡандыра, унда ла Өфөнән башҡортса концерт йәки спектакль биргәндә генә. Телевизорҙы ҙур бүлмәгә күсерҙеләр,һәм бер көн уны ҡабыҙғайны, Сәмиғ үҙенә таныш, үҙе йөрөгән Мәскәү урамдарын күрҙе лә үҙенең ошо ҙур таш ҡаланы һағынғанын аңланы. Һағынмаҫлыҡ та түгел шул, байтаҡ ғүмере шунда үткән бит.

Картуфты ҡаҙып алдылар, киптереп, баҙға төшөрҙөләр. Бер нисә көндән күкте ауыр болоттар ҡапланы, быҫҡаҡ ямғырҙар яуырға тотондо. Ауыл һүнде,күңелһеҙгә әйләнде. Фәрит, аттан йығылып төшөп, больницаға эләкте. Мейеһе һелкенгән, тинеләр. Түбәнге ауылда иҫерек егеттәр, һуғышып, бер тиҫтерҙәрен үлтергәндәр. Шул уҡ урамда эскесе ҡатын аҫылынды.

Бер көн Сәмиғ ҡапҡа тышында тора ине, янына күршеһе Вәзих килде.Тракторсы. Ул Сәмиғ ҡайтҡаны бирле ҡапҡаһы төбөндә үҙенең иҫке тракторы эсендә ҡаҙына, гел генә майға ҡатҡан курткала, иҫке фуражкала йөрөй, кисенә лаяҡыл була. Ҡайһы арала, кем менән эсеп өлгөрә – аңламаҫһың. Сания уны яратмай, алкаш, олоғайған әсәһен ҡыйырһыта, ти. Элек араҡыға ҡайһы бер эш-йомоштарын үтәгән дә икән, Сәмиғ килгәс, һоранып кермәҫ булған.

– Ауылдағы асфальтты һин йөрөр өсөн йәйгән тип уйлайһыңмы?– тип һөйләнә башланы Вәзих, иҫәнләшеп тә тормай, аяҡ аҫтына бармағы менән төртә-күрһәтә, – һин колхоз эшенән ҡастың, Мәскәүеңдә мәрйәң менән йәшәнең, пенсияға сыҡҡайның, бында әҙергә-мәҙергә килдең дә төштөң. Иҫәр бисә таптың,елкәһенә ултырҙың. Һин, москвич, давай, табаныңды ялтырат ауылдан.

Сәмиғ уны йылмайып тыңланы, яуапҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй, ихатаһына кереп китте. Иҫереккә нимә тиһең инде, ә кәйефен ҡырҙы барыбер ҙә. Айныҡтың – уйында, иҫеректең – телендә, тиҙәр. Һәм Сәмиғҡа бөтә ауыл булмаһа ла, күптәр Вәзих кеүек уйлай һымаҡ тойола башланы, форсаты сыҡҡанда башҡалар ҙа уның кеүек йөҙөн йыртырға әҙерҙәр һәм урам буйлап үткәнендә ҡаршыһына осраған кешеләрҙеңҡараштарында ошондай уҡ уй бар, тип уйланы, шул сәбәптән көҙгө ауыл уға тағы ла күңелһеҙерәк, ҡырыҫыраҡ күренде.

Нисектер, бер кис йоҡларға ятҡас, Сәмиғ үҙен күптән борсоған һорауын бирҙе.

– Сания, мин армиянан һуң ауылға ҡайтҡан булһам, һин миңә кейәүгә сығыр инеңме?

– Сығыр инем, һин миңә оҡшай инең дәһә,– тип яуапланы ҡатын ябай һәм ғәҙәти генә итеп, шунан, бер аҙ өндәшмәй ятты ла өҫтәп ҡуйҙы: – Ә һин хат та яҙманың, икенсене алдың…

Сәмиғ өндәшмәне, ҡатынының һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышты,шулай ҙа уның был тәүбәгә килеүен бөгөнгө Санияның ялағайланыуы һәм хәйләһе тип хисапланы.– Оялдым. Хатты берәйһенә күрһәтерһең, тип уйланым. Атайым белһә, тип тә… Минекеләр ҡаты ине бит.

– Хушлашырға ла килмәнең ҡайын янына…

– Ҡурҡтым. Төнөн һорамай-нитмәй нисек барам инде? Һораған хәлдә лә, әсәйем сығармаҫ ине.
Сәмиғ йәнә өндәшмәне.

– Һин Муллаҡаев Фуатҡа сығырһың, тип уйлағайным.

– Фуатҡа? Атайым бер ҡасан да ризалыҡ бирмәҫ ине. Бер-береһе менән дошманлашып йөрөнөләр бит.

– Нимәгә дошманлаштылар?– Бәй, белмәйһеңме ни? Фуаттың ағаһы Муллаҡаев Хан беҙҙең Ғәлимйән ағайҙы төрмәгә ултыртты бит. Хан ауыл Советы председателе ине.

– Ни өсөн ултыртты?

– Ағайымдың тауышы көр, гел генә тәртипһеҙлектәрҙе әрләне. Бесән йыйырға китеп барғандар. Арба тулы бисә-сәсә. Яртылыҡ юлда арба ватыла. Ағайым әрләшә башлай: «Муллаҡаевтарҙың хужалығы шулай инде ул, рәтле бер нәмәләре лә юҡ, хужалыҡ бер ҡулда ғына булһа, арба былай ҡыйралмаҫ ине». Шунда өҫтәй: «Хет Сталинды егеп кит!» Кемдер еткерә. Ағайымды ауыл Советына саҡырталар. Туҡмайҙар. Хан менән Борханов Рамаҙан туҡмай. Шунан районға оҙаталар. Ағайым ебәргән ерҙәренән ҡайтманы.

Күпмелер ваҡыт өндәшмәй яттылар.Мин һине егерме йыл көттөм,– тип ҡуйҙы шунан Сания ҡапыл ғына.

Ҡатынының тәүбәгә килеүе Сәмиғты әллә ни тулҡынландырманы, арыған рухында бер нәмә лә баш түбән әйләнмәне. Оҙаҡ йоҡлай алмай ятҡанда ғына, әгәр белгән булһам, армиянан һуң ауылға ҡайтыр инем, тип уйланы. Юҡ, хатта бер йыл хеҙмәт иткәс тә отпускыға ҡайтыр ине. Клубта осрашыу, ҡарт ҡайын аҫтында осрашыуҙар. Унан демобилизацияланыу, туй, бергә йәшәү… Нисек булыр ине икән тормоштары? Үҙе нисек булыр ине икән? Ә Сания, уға бер нисә бала тапҡан Сания? Хыял томандары араһынан уға ыбыр-сыбыр малайҙарҙың, ҡыҙҙарҙың ҡара күҙҙәре ҡараны, әммә уларҙың береһе лә был яҡты донъяға тыуманы, ә Сания – бына, эргәһендә ята. Мин уның тураһында нимә беләм? Ул балалар тыуған хәлдә Наденька, Надежда Ивановна булмаҫ ине. Вовкаһы, ейәнсәре булмаҫ ине. Уларҙың донъяла юҡлығын күҙ алдына ла килтерерлек түгел…

…Иртәнсәк ул үҙенең Мәскәүгә барырға, пенсияһын бында күсерергә теләүен әйтте,

балаларын һағыныуын да белдерҙе. Сания өндәшмәне, һәр хәлдә, ҡаршы һүҙ әйтмәне, тимәк, риза.

Йәнә ике көндән юлға йыйынды. Сания уны автобусҡа тиклем оҙата сыҡты. Быҫҡаҡ ямғыр һибәләй. Көҙгө ямғыр… Тау битендәге һарғая башлаған урман, буш баҫыуҙар, күшеккән өйҙәр, аяҡ аҫтындағы бысраҡ, көҙ, төпкөл ауыл. Уйҙары менән Сәмиғ үҙенең Зеленоградында йөрөй, русса уйлай, ейәнсәренә ниҙәр һөйләргә тейешлеге хаҡында баш вата. Сания өндәшмәй генә эргәһендә баҫып тора, ҡараштары, һәр ваҡыттағыса, ситте байҡай. Автобус ҡуҙғалырға булғас, Сәмиғ: «Йә ярай, һау бул!» – тип эскә инеп ултырҙы ла тәҙрә аша ҡарағайны, иҫке генә плащҡа төрөнгән, башына сыбар яулыҡ ябынған, бөршәйгән бәләкәй генә кәүҙәне күрҙе. Ҡара күҙҙәренең ҡарашы Сәмиғҡа яҡлаусыһыҙ ҡалған, йәлләткес нимәнелер хәтеренә төшөрҙө. Автобус ҡуҙғалып киткәс кенә, ул әлеге мәхлүкте иҫләне: магазинға ингәндә хужабикәләр эттәрен берәй ағасҡа йәки бағанаға бәйләп керә. Ә эт, меҫкен, көтөп ҡала, ҡараштарында өмөтлө-һағышлы һорау сағыла: «И… хужабикәм, һин кире сығырһыңмы, мине бында ҡалдырып китмәҫһеңме?»

(Руссанан Әмир ӘМИНЕВ тәржемәһе).

 

Шым ғына тауышта Сәмиғ тиҫкәрелек тойҙо. Йәки бына йоҙаҡҡа бикләнгән ҙур бүлмә. Бер көн Сәмиғ бәләкәй баҡсаға сығып, тәҙрәләрҙе тыштан ҡараны,әммә бер нәмә лә күрә алманы – бар тәҙрәләр ҙә эстән ҡорғандар менән томаланғайны.

– Сания, ҙур бүлмәң нишләп йоҙаҡҡа бикле тора ул?

– Унда һыуыҡ, ҡышын яҡмайым, бер үҙемә бында ла етә.

– Хәҙер һин яңғыҙ түгел бит. Әйҙә, асайыҡ, яғайыҡ та шунда йәшәйек.

– Юҡ,– яуапта йәнә ҡәтғилек сатҡыһы яңғыраны.

Диван тураһында ла, бикле торған бүлмә тураһында ла Сәмиғ башҡаса һүҙ ҡуҙғатманы. Тағы һораһа, шундай уҡ яуап аласағын аңлағайны. Баҡһаң, Санияны

Автор:
Читайте нас