ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Декабрь 2016, 12:22

Йәштәр тарихы менән ғорурланырға тейеш

Күптән түгел Ишембайҙа “XXI Вәлидов уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда ҡаланың 6-сы лицейынан 6-сы класс уҡыусыһы Артур Хисамов “Илһөйәр булыу нимәне аңлата?” тип аталған тикшеренеү эше менән ҡатнашты.

Үҙ эшендә Артур мәктәп уҡыусыларында ватансылыҡ тойғоһо нисек үҫешеүен тикшерҙе, элекке һәм бөгөнгө илһөйәрҙәрҙе сағыштырҙы. Был маҡсатта үҫмер уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында һорау алыу үткәрҙе. Тикшеренеү йомғаҡтары буйынса Артур, балалар һәм йәштәр атай-олатайҙары, арҙаҡлы шәхестәре менән ғорурланһын өсөн, илһөйәрлек дәрестәрен үткәреү мөһим тип иҫәпләй.

Үҫмерҙең эше ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм һөҙөмтәлә ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Читайте нас: