ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Сентябрь 2017, 11:42

Гәзит-журналдарға яҙылыуҙы юғары кимәлдә ойоштороу тураһында

Мәғлүмәт еткереүҙә ваҡытлы баҫманың ролен иҫәпкә алып һәм 2018 йылға район-ҡала халҡын гәзит-журнал менән тәьмин итеү маҡсатында район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Унда Мәләүез почтамты, киң мәғлүмәт саралары, предприятие, ойошма, учреждение, хужалыҡ етәкселәренә гәзит-журналға яҙылыуҙы юғары кимәлдә ойоштороу бурысы йөкмәтелә.
Предприятие, учреждениелар етәкселәренә һуғыш һәм тыл ветерандарына, инвалидтарға, аҙ килемле ғаиләләргә ваҡытлы матуғатҡа яҙылыу өсөн матди ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген табырға, үҙҙҙәренең хеҙмәт коллективтарында 2017 йылдың тәүге ярты йыллығы кимәленән төшмәй, ведомство һәм шәхси подписка ойошторорға тәҡдим ителә.
“Торлаҡ хужалығы идаралыҡ компанияһы”, “Торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау участкаһы”, “Дом-сервис” йәмғиәттәре күп фатирлы йорттарҙағы почта йәшниктәрен тейешле тәртипкә килтерергә тейеш.
Мәләүез почтамтына, Мәләүез мәғлүмәт үҙәгенә гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы осоронда “Балалар, йәштәр һәм милли матбуғат декадалары” үткәрергә.
Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычковҡа йөкмәтелә.
Читайте нас: