Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Сентябрь 2017, 11:50
Педагогҡа уңыш теләйек
Уҡыу йылы яңы башланыуға ҡарамаҫтан район-ҡала педагогтары уңыштары менән ҡыуандырырға ла өлгөрҙө.
Күптән түгел Рәсәйҙең 8 округы буйынса үткәрелгән "Мәктәптә тарих фәне: традициялар һәм яңылыҡтар" тип аталған Бөтә Рәсәй педагогия оҫталығы конкурсының тәүге этабына йомғаҡ яһалды. Уның һөҙөмтәләре буйынса 70 педагог финалға сыҡты. Улар 2-5 октябрҙә Мәскәүҙә конкурстың икенсе этабында ҡатнашасаҡ. Финалға сыҡҡандар араһында 3-сө гимназияның тарих һәм йәмғиәт фәндәре уҡытыусыһы Людмила Шәрәфетдинова ла бар.
Икенсе турҙа Людмила Алексеевнаға үҙ-үҙен презентациялау күнекмәһен күрһәтергә, “1917 йылғы бөйөк Рәсәй революцияһы” темаһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә һәм асыҡ дискуссияла ҡатнашырға тура киләсәк. Әйҙәгеҙ, яҡташыбыҙға уңыштар теләйек!
Һүрәттә: Бөтә Рәсәй педагогия оҫталығы конкурсында ҡатнашыусы 3-сө гимназия уҡытыусыһы Людмила Шәрәфетдинова.
Фото архивтан.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?