ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Октябрь 2017, 11:52

Телдәрҙе үҫтереү маҡсатында

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары тураһында” Указы туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.

Белем биреү һәм тәрбиә мәсьәләһе һәр ваҡыт йәмғиәттең иғтибар үҙәгендә булды. Заман мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы шәхесен формалаштырыу Федераль дәүләт мәғариф стандарттарына, Рухи-әхлаҡи тәрбиә концепцияһына, башҡа федераль норматив акттарға һәм йәмғиәттең социаль заказына ярашлы формалаштырыла.
Шәхестең интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереүҙә телдең әһәмиәтен аңлау, тойғоно, фекерҙе белдереү өсөн телмәр сараларын белеп ҡулланыу - Федераль дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы, башланғыс һәм төп дөйөм белем биреү программаларын үҙләштереүҙә төп талаптарҙың береһе. Үҙенең уй-фекерен дөрөҫ аңлатҡан белемле кешеләр һәр ваҡыт һорау менән файҙланыуын мәктәп яҡшы аңлай. Телмәре төҙөк кеше партнерлыҡ һәм башҡа эшлекле мөнәсәбәт булдырыуҙа, карьера буйынса уңышлы үрләй. Райондың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә дүрт туған телде (башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш) һәм республиканың дәүләт телдәрен өйрәнеү өсөн шарттар булдырылған.
Бөгөн мәктәптәптәргә рухлы, әхлаҡлы граждан һәм Ватан илһөйәрен тәрбиәләү бурысы ҡуйылған. Федераль дәүләт мәғариф стандарттарында сығарылыш уҡыусыһының портреты аныҡ билдәләнгән: “Тыуған төйәген, Тыуған илен яратҡан, үҙенең халҡын, мәҙәниәтен, рухи традицияларын яратҡан”. Патриот тәрбиәләү, туған телде, мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәғарифтың ғына түгел, ә һәр граждандың һәм дәүләттең дә бурысы.
Дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү маҡсатында сығарылған Указға ярашлы, Рөстәм Зәки улы Хөкүмәткә алдағы йылдың 1 февраленә тиклем “Башҡорт теле”, “Урыҫ теле” һәм “Туған тел” ярҙамсы программалы менән Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса дәүләт программаһын әҙерләргә ҡушты. Бынан тыш, ул телдәрҙе һаҡлау ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн Республика Башлығы гранттарын булдырҙы. Республиканың йәмәғәт палатаһына Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә тел сәйәсәте өлкәһендә федераль һәм республика ҡануниәтен ғәмәлгә ашырыуҙы йәмәғәт күҙәтеүенә алырға тәҡдим ителде. Республикала шулай уҡ һәләтле педагогтарҙы асыҡлау һәм уларҙы дәртләндереү маҡсатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында конкурстар үткәрелә. 2007 йылдан алып Башҡортостандың милли мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн иң яҡшы 50 башҡорт һәм урыҫ телдәре уҡытыусыһы аҡсалата бүләкләнә.
Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конкурстарҙа йыл һайын ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә. Һуңғы 5 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында бер лауреат, төрлө номинацияларҙа дүрт еңеүсебеҙ бар. Өс педагог Башҡортостан Хөкүмәте грантын алды. Шулай уҡ Уҡытыусылар көнөндә йыл һайын иң яҡшы уҡытыусыларға район Хакимиәте башлығы гранты тапшырыла.
Алик Сатлыҡов, мәғариф идаралығы начальнигы.
Читайте нас: