Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Октябрь 2017, 18:35

Тыуған ереңдә йәшәү һәм хеҙмәт итеү - илһөйәрҙәр өлөшө

Кесе Ватаныңа тоғролоҡ һаҡлау, тыуған ереңә файҙалы булыу һәм илһөйәрлек - кешенең иң күркәм сифаттары. Первомай урта мәктәбенең тарих һәм фән уҡытыусыһы Лилиә Хәйбуллина ла тап шул сифаттарға эйә лә инде.

Лилиә Рафиҡ ҡыҙы Первомай ауылында педагогтар ғаиләһендә тыуған. Уның әсәһе Рәмзиә Күсекәева 40 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған. Ә апайҙары Эльвира һәм Гүзәл ҡала гимназияларында уҡыта. Лилиә лә уҡытыусы һөнәрен һайлап яңылышмаған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, хеҙмәт юлын тыуған мәктәбендә тарих уҡытыусыһы һәм социаль педагог булып башлай. 2007 йылда директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Тыуған еренә булған һөйөүен, ауылдаштарына, яҡташтарына ихтирамын намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте менән иҫбатлаған.
Лилиә Хәйбуллина уҡыусылары менән тыуған яҡты өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе. Бына бер нисә йыл Афған һуғышы ветерандары һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар ойошмаһы менән берлектә эҙләнеү эше алып барҙы. Мәктәп музейын булдырыуҙа ла уҡытыусының һәм уның тәрбиәләнеүселәренең роле баһалап бөткөһөҙ. Район һәм республика кимәлендә фәнни-тикшеренеү конференциялары һөҙөмтәһе буйынса алған күп һанлы дипломдар Лилиә Хәйбуллинаның тырыш хеҙмәте тураһында һөйләй. Йылдан-йыл уның уҡыусылары мәктәптең еңеүҙәр тупланмаһын тулыландара. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирә.
Билдәле булыуынса, Лилиә Рафиҡ ҡыҙының эш тәжрибәһе төрлө йыйынтыҡтарҙа урын алған. Шулай уҡ ул тарих уҡытыусылары семинарында үҙенең тәрән белеме менән ихлас уртаҡлаша. Бынан тыш, ул - тарих һәм йәмғиәт фәне буйынса районда үткәрелгән конкурс, олимпиада эштәрен тикшереү буйынса комиссия ағзаһы.
Лилиә Хәйбуллинаның һөҙөмтәле һәм тырыш эшмәкәрлеген тағы ла уҡыусыларының йыл һайын тарих һәм йәмғиәт фәненән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырылыуы ла дәлилләй. Был, тимәк, уларҙың уҡытыусыны һәм ул уҡытҡан предметтарҙы яратыуын, белеүен күрһәтә. Уҡыусыларҙың күбеһе юридик һәм социаль-гуманитар профилле юғары уҡыу йорттарын һайлауы ла шуны раҫлай.
Лилиә Рафиҡ ҡыҙының ғаиләһе лә күптәргә өлгө булырлыҡ. Хәләл ефете Венер Байтимер улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләй, улар ҙа атай-әсәһе кеүек педагог булырға хыяллана.
Сажиҙә Шәмсетдинова, мәғариф идаралығы методисы.
Һүрәттә: Первомай урта мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Хәйбуллина уҡыусыларының илһөйәр булыуын теләй.
Фото архивтан.
Читайте нас: