ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2017, 18:54

Балалар күңеленә нур һалыусы

“Кем әсәй кеүек була белә, күңелдәрҙе наҙлап йылыта?” - тип һораһаң, Яңауыл башланғыс мәктәбе уҡыусылары, һис шикһеҙ, бер тауыштан: “Гөлнара Рафиҡ ҡыҙы!” - тип яуаплар ине.

Эйе, кескәйҙәр уҡытыусыларын бик ярата. Шуға ла уның һәр әйткән һүҙен иғтибар менән тыңлайҙар, уның ҡушҡанын үтәргә тырышалар. Бының тап шулай икәнлеген йылдан-йыл мәктәптең юғары күрһәткестәре лә дәлилләй. Айырыуса балалар йыл һайын үткәрелгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған шиғыр уҡыусылар, Республика көнөнә ҡарата үткәрелгән иншалар конкурстарында маҡтаулы урындарҙы яулай. Предмет олимпиадалары буйынса ла күрһәткестәре юғары. Был уларҙың яратҡан уҡытыусыларының һүҙенән тайпылмай, тырышып уҡыуҙарын, күп яҡлы белем алырға ынтылыуҙарын, кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын күрһәтә.
Гөлнара Бикбулатованың Яңауыл башланғыс мәктәбендә эшләүенә 14 йыл тулған. Ошо дәүерҙә педагог белем биреү учреждениеһын яңы кимәлгә күтәреү өсөн күп көс һалған. 2006 йылдан алып мәктәп яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса маҡтаулы урындар яулай килә. Бында, әлбиттә, уҡыусыларының атай-әсәйҙәренең дә роле ҙур. Ғөмүмән, ул педагогия эшмәкәрлегенә уҡыусыларының яҡындарын йәлеп итеү, улар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуға әһәмиәт бирә.
-Берҙәм булғанда, дөйөм мәнфәғәттә эшләгәндә генә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин булыуын хеҙмәт юлы башында уҡ төшөндөм. Балаларҙы конкурстарға, мәҙәни сараларға, олимпиадаларға әҙерләүҙә, мәктәпте төҙөкләндереүҙә уларҙың ярҙамын тоям. Шуның өсөн уҡыусыларымдың атай-әсәйҙәренә бик рәхмәтлемен, - ти Гөлнара Рафиҡ ҡыҙы.
Сығышы менән Гөлнара - Смаҡ ауылынан. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, хеҙмәт юлын 1994 йылда Мәләүездең 1-се мәктәбендә башлай. Тормошҡа сыҡҡас, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм шунан алып үҙенең йәш яҡташтарын белем тауына әйҙәй.
Уҡытыу эшмәкәрлеге менән бергә Гөлнара Рафиҡ ҡыҙы йәмәғәт бурыстарын да уңышлы атҡара. Ул – башланғыс мәктәптәрҙең методик берекмә етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Арыҫлан беренсел бүлексәһе секретары. Ғаиләһендә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын. Тормош иптәше Азат ҡатынының эше еңел булмағанлығын яҡшы аңлай, шуға күрә уға мәктәп эшендә лә, йортта ла ҙур терәк булырға тырыша. Улдары Динис - буласаҡ юрист. Килендәре Зөлфиә һәм ҡыҙҙары Динара педагог һөнәрен һайлаған.
-Уҡыусыларымды үҙемдең балаларым кеүек, киләсәктә Тыуған илдәренең файҙалы улдары һәм ҡыҙҙары булыуҙарын, үҙҙәренең эше, ҡылығы менән яҡташтарын, атай-әсәйҙәрен ҡыуандырып ҡына тороуҙарын теләйем. Шуға ла уларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүләм, - ти мәҡәләбеҙ геройы.
Уҡыусылары иһә уҡытыусыларының һәр ваҡыт бөгөнгөләй матур, изге күңелле, яҡшы педагог булып ҡалыуын теләй.
Лена Абдрахманова.
Һүрәттә: Яңауыл башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Бикбулатова.
Читайте нас: