ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Октябрь 2017, 14:53

Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусылар!

Матур гөлләмәләр, ихлас ҡотлауҙар, рәхмәт һүҙҙәре, бүләктәр... Йыл һайын Уҡытыусылар көнөнә арналған байрамда тап ошолар тантана итә. Эйе, уҡытыусылар маҡтауға һәм хөрмәткә, ысын мәғәнәһендә, лайыҡ, сөнки уларҙың тырыш хеҙмәте меңәрләгән уҡыусыны, район-ҡаланы, республиканы, илде үҫтереүҙә туранан-тура сағыла.

Педагогтар - һәр ваҡыт ижтимағи-сәйәси ваҡиғалаларҙың уртаһында. Быны район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов та үҙенең ҡотлау телмәрендә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
-Төбәктә үткән мөһим сараларҙы әҙерләүҙә һәм уҙғарыуҙағы һеҙҙең өлөштө баһалап бөткөһөҙ. Шуға ла һәр беребеҙ күңелендә белем һәм тормош һабағы биргән уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт тойғоһо һаҡлана. Уларҙы беҙ ихтирам тойғоһо һәм йылы тәьҫораттар менән иҫкә алабыҙ, - тине Рөстәм Наил улы.
Район етәксеһе шулай уҡ район-ҡалала белем биреү системаһын үҫтереү, педагог һөнәренең абруйын күтәреү йәһәтенән күп эшләнеүен билдәләне. Йыл һайын урындағы бюджеттың яртыһынан күбеһе мәғарифҡа йүнәлтелеүе лә шуны дәлилләй.
Сығышы һуңында йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте, юғары һөҙөмтәләре һәм ҡаҙаныштары менән айырылған педагогтарға мәғариф тармағының төрлө кимәлдәге наградаларын тапшырҙы.
Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Уҡытыусыларға һөнәри эшмәкәрлектәрендә артабанғы уңыштар, рәхмәтле уҡыусылар теләне. 25 йыл уҡытыусылыҡ эшенә арнаған 41 педагогты Рәхмәт хаттары һәм сертификат менән бүләкләне. Шулай уҡ быйылғы уҡыу йылында хаҡлы ялға сыҡҡандар, профсоюзда намыҫлы һәм һөҙөмтәле эшләгәндәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Тантаналы сара өҫтәмә һәм дөйөм белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре, ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәрҙәре ҡатнашлығында бай йөкмәткеле сығыштар менән үрелеп барҙы. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, сәскәләр, маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәре уҡытыусыларҙы йыл әйләнәһенә оҙатып барһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Һүрәттә: Мәғариф тармағының төрлө кимәлдәге наградаларын алған иң яҡшы уҡытыусылар араһында Ирина Дедык (1-се мәктәп), Венера Хәбирова (4-се мәктәп) һәм Рәсимә Ғәббәсова ла (Нөгөш) бар.
Автор фотоһы.
Читайте нас: