ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Октябрь 2017, 11:18

Мөрәжәғәттәр көнүҙәк темаларға ҡағыла

Район Хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова ҡабул итеү ойошторҙо.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында тәрбиәселәр һаны исемлеккә тура килмәй, йәғни бала исемлектә бар, әммә йөрөмәй, был, беренсенән, тәрбиәселәрҙең эш хаҡында сағылыш таба, икенсенән, балалар баҡсаһына сиратҡа торғандар өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Гөлназ Радмил ҡыҙы был мәсьәлә буйынса депутаттарға мөрәжәғәт итеүҙәре, әммә әлегә хәл итеү юлы табылмауы тураһында белдерҙе.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөгән балалар туҡланыуҙың 75 процентын тап ошонда ала, шунлыҡтан аҙыҡ-түлек сифатлы, туҡлыҡлы, бөтә талаптарға яуап бирергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер учреждениеларҙа эшҡыуарҙар был талапты инҡар итә. Ошо мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итеүсе был системанан баш тартыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Сығарылыш уҡыусылары менән репетиторлыҡ менән шөғөлләнгән ветеран педагог эшен легализациялау мөмкинлеге тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны. Был йүнәлештә эшләүсе һалым инспекцияһында эшҡыуар йәки өҫтәмә хеҙмәт күрһәтеүсе булараҡ теркәлергә тейеш.
Халыҡ араһында абруй ҡаҙанған мәктәптәрҙең береһендә хеҙмәткәрҙәр араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы күңелһеҙ күренеш, әлбиттә. Мөрәжәғәт итеүсе был кире күренештең ошонда эшләгән яҡындарында сағылыш тапһа, артабан ни эшләргә тигән һорау күтәрҙе.
Республика Мәғариф министрына башҡорт теле, уның артабанғы яҙмышы, милли телдәрҙе уҡытыу процесы тураһында мөрәжәғәт итеүсе булмауы аптыратты. Был йүнәлештә һорауҙар тулыһынса хәл ителеп бөттөмө икән!?
ҺҮРӘТТӘ: министр Гөлназ Шафиҡова һәр кемде иғтибар менән тыңланы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: