ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Октябрь 2017, 11:31

Уҡыусылары һөйөүен яулаған

Гөлнара Исмәғилеваның педагогия эшмәкәрлеге төп йүнәлештәренең береһе - һәр уҡыусыла физика фәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларҙы артабан үҫтереү. Маҡсатына өлгәшеү өсөн уҡытыусы уҡыусыларҙы төрлө эш төрҙәренә йәлеп итә.

Гөлнара Ринат ҡыҙы 3-сө гимназияла 1996 йылдан эшләй. Ошо дәүерҙә ул үҙен тәрән белемле, яуаплы, үҙ эшенә тоғро белгес итеп күрһәтте. Дәресендә һәм кластан тыш сараларҙа уҡыусыларҙы фән буйынса белем алыуға ылыҡтыра, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уята белә. Гөлнара Исмәғилеваның эш һөҙөмтәһе тураһында йыл һайын уҡыусыларының район олимпиадаһында еңеүе, республика этабында ҡатнашыуы һөйләй. Үткән уҡыу йылында гимназия уҡыусылары командаһы уҡытыусылары етәкселегендә үҙ проекттарын илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә яҡланы һәм “ШУСТРИК” Бөтә Рәсәй проекттар конкурсында “IT-эшкәртмәләре” һәм “Нейротехнологиялар” номинацияларында еңде.
Гимназияла йылдан-йыл физиканы ныҡлап өйрәнергә теләгән уҡыусылар арта. Был да педагогтың абруйын, балаларҙың фәнде яратыуын күрһәтә.
Гөлнара Ринат ҡыҙы гимназистарҙы физиканан имтиханға әҙерләүҙең үҙ системаһын булдырған. Уҡыусыларҙың имтихандарҙы уңышлы биреүе, илдең техник юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе лә уҡытыусының тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте тураһында һөйләй. Быйыл педагог кластарҙың һөнәри йүнәлешле уҡытыу-методик комплексын булдырыу буйынса эшен дауам итә.
Эльза Хужәхмәтова, мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Һүрәттә: 3-сө гимназияның физика уҡытыусыһы Гөлнара Исмәғилева.
Фото архивтан.
Читайте нас: