ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Октябрь 2017, 13:21

Халыҡ кәсептәре тергеҙелә

Милли асылыбыҙ биҙәүестәрҙә лә, шөғөлдәребеҙҙә лә ятаКинйәАрыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында түшелдерек яһау һәм кейеҙ баҫыубуйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Унда район-ҡаланың “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаларының әүҙем ағзалары ҡатнашты.
Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы етәксеһе Асия Латипова билдәләүенсә, был сара халыҡ кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен тергеҙеү, халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни мираҫына хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатынан ойошторолдо.
Түшелдерек яһау буйынса оҫталыҡ дәресен Федоровка районы Батыр ауылында йәшәгән Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, педагогия хеҙмәте ветераны Хәлисә Багаева бирҙе.
Хәлисә Шаһыбал ҡыҙының исеме мәләүездәргә яҡшы таныш. Ул - республиканың билдәле ҡул эштәре оҫталарының береһе. Үҙенең ижади эштәре менән Өфөлә үткән Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә, төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙә, конкурстарҙа маҡтаулы урындар яулаған. Күптәргә йәнә “Байыҡ” бейеү конкурсы лауреаты булараҡ та билдәле.
Билдәле булыуынса, түшелдерек - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменең айырылғыһыҙ бер өлөшө һәм биҙәүестәр араһында төп урынды алып тора. Уны кейгәндә өләсәйҙәребеҙ күҙ тейеүҙән һаҡланыу, шулай уҡ ҡупшыланыу, биҙәнеү маҡсатын ғына күҙ уңында тотмаған. Биҙәүес шулай уҡ халҡыбыҙҙың йәшәйешен, тормош тәртибен, ғаиләнең йәмғиәттәге урынын да сағылдырған бер элемент та.
Хәлисә Багаева дәресте башлар алдынан түшелдеректең тәғәйенләнеше тураһында һөйләп, уның тарих төпкөлөнән алып быуаттар буйы барлыҡҡа килгән ижад емеше булыуын билдәләне. Уны ҡатын-ҡыҙҙар байрамдарҙа ғына түгел, көндәлек тормошта ла кейгәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Түшелдеректәрҙе тығыҙ буҫтауҙан тегеп, көмөш тәңкә, ынйы, мәрйен, аҡыҡ һәм ҡабырсаҡтар менән семәрләп, селтәрләп теккәндәр. Ҡул эштәре оҫтаһы үҙе яһаған биҙәүестәрҙең классик һәм стилләштерелгән өлгөләре менән таныштырғас, милли биҙәүесте яһау нескәлектәрен өйрәтте. Мастер-класта ҡатнашҡандарҙың бөтәһе лә боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан шөғөлө булған эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм теләк менән тотондо.
Түшелдерек яһау менән бер рәттән халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе - кейеҙ баҫыу нескәлектәре, йөндән әйберҙәр эшләү - буйынса гимназияның технология уҡытыусыһы Асия Рахманғолова оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Асия Миңлехәсән ҡыҙы белем биреү учреждениеһында “Хужабикә” түңәрәге алып бара. Унда ҡыҙҙар ҡул эштәренә, шул иҫәптән һарыҡ йөнөнән уйынсыҡтар, биҙәүестәр, сувенирҙар яһарға өйрәнә. Уларҙың ижад емештәре йылдан-йыл төрлө конкурстарҙа маҡтаулы урындар яулай. Быйыл ғына Республика көнөнә арналған конкурста өс проект беренсе урынға лайыҡ булды.
Кейеҙ баҫыу, йөндән әйбер эшләүгә лә ағинәйҙәр ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Был көндә улар һарыҡ йөнөнән кейеҙ, быйма баҫыуҙан тыш, йөндән бөтә төр өҫ кейеме, биҙәүестәр, урын-ергә түшәү өсөн ҡаралтылар ҙа эшләп булғанын иҫкә төшөрҙө.
Оҫталыҡ дәресендә алған тәжрибәләрен ағинәйҙәр аҙаҡ башҡаларға өйрәтеп, тиҙҙән бөтә гүзәл заттарыбыҙ байрамдарҙа булһа ла түшелдеректәр тағып, милли асылыбыҙҙы күрһәтер, тип ышанабыҙ.
Лена Абдрахманова.
Һүрәттәрҙә: Ҡул эштәре оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Хәлисә Багаеваның түшендә әсәһе яғынан килгән ғаилә ҡомартҡыһы, XVIII быуатта эшләнгән түшелдерек.
Автор фотоһы.
Читайте нас: