ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Ноябрь 2017, 14:34

Ватаныбыҙ матурлығы сәскәләргә тиң!

19-сы “Сулпан” балалар баҡсаһында быйыл 330 бала тәрбиәләнә. 13 төркөмдөң 5-һе – башҡорт.

Был төркөмдәрҙә эшләгән тәрбиәселәр кескәйҙәрҙә илһөйәрлек тәрбиәһен ни тиклем иртә башлаһаң, шул тиклем отошлораҡ икәнлеген яҡшы белә. Шуға ла мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ватансылыҡ тәрбиәһе биреү йүнәлешенә етди иғтибар бүленә.
Күптән түгел унда Башҡортостандың 100 йыллығына һәм мул уңышлы, йомарт көҙ миҙгеленә арналған сағыу байрам үтте. Туған телдә үткән сараларҙы балалар ҙа үҙ итә. Был сараға уларҙың алдан әҙерләнгәне күренә. Башҡортостан, Ватан, көҙ тураһында күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр өйрәнгән, шиғырҙар ятлаған. Сара үткән көндө ҡыҙҙар сәстәрен матур итеп үреп, малайҙар билдәрен ҡыҫып быуып, милли кейемдәрҙә тамаша залына йыйылды. Был көндө кескәйҙәр ҡала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләгән музыка белгестәренә үҙ һәләттәрен күрһәтте. Улар балаларҙың һәр сығышын алҡыштар менән ҡаршы алды һәм ҡул сабып оҙатты. Тәрбиәселәр Зөлфиә Әбдрәхимова һәм Зилдә Әмирханова музыкаль етәксе Лилиә Фәйзуллина менән берлектә әҙерләгән сара “Балалар һабантуйы”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” кеүек халыҡ байрамдары кеүек үк кескәйҙәр күңелендә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырғандыр. Тап ошондай саралар арҡылы улар халҡыбыҙ мираҫын, Тыуған илебеҙ тарихын, ер-һыу атамаларын, милли ризыҡтарыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, асылыбыҙҙы өйрәнә.
Һүрәттә: Байрамдан һуң иҫтәлеккә фото.
Автор фотоһы.
Читайте нас: