ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Декабрь 2017, 16:56

Белем усағы күркәм юбилейын билдәләне

Ҡаланың 4-се урта мәктәбе үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын киң билдәләнеСарағаошо белем биреү учреждениеһының төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, хаҡлыялға сыҡҡан уҡытыусылары саҡырылғайны.

Ҡаланың 4-се урта мәктәбе үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын киң билдәләне
Сараға ошо белем биреү учреждениеһының төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусылары саҡырылғайны. Ҡунаҡтар, иң беренсе, фойелағы мәктәптең йәшәйешен, ҡаҙаныштарын, уҡыусыларҙың шөғөлөн сағылдырған ҙур күргәҙмә менән танышты. Эйе, 4-се урта дөйөм белем биреү учреждениеһының күрһәтерлек, ғорурланырлыҡ уңыштары, педагогтары, уҡыусылары бик күп.
Утыҙ йыл... Белем биреү учреждениеһы өсөн был ул тиклем ҙур ваҡыт түгел. Әммә ошо дәүерҙә белем усағы район-ҡала мәктәптәре араһында ғына түгел, ә республикала лайыҡлы абруй яуланы. Уҡыу йорто тотороҡло педагогия коллективы, уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Өс тиҫтә йылда мәктәп 8 меңдән ашыу уҡыусыны үҙ аллы тормошҡа әҙерләгән. Бөгөнгө төрлө кимәлдәге етәкселәр, спортсылар, һөнәрмәндәр араһында тап ошо белем усағын тамамлағандар бик күп.
Юбилей көнөндә Рәсәй һөнәри-техник белем биреү отличнигы, дөйөм мәғарифтың маҡтаулы хеҙмәткәре Юрий Зайцев етәкселегендәге педагогия коллективы район Хакимиәте, мәғариф идаралығы, предприятиелар етәкселегенән, йәмәғәт ойошмалары, учреждениелар вәкилдәренән, ҡала советы депутаттарынан ҡотлау ҡабул итте.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, алдынғы педагогтарға Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова белем биреү учреждениеһы эшмәкәрлегенең уңышы башлыса уҡытыусыларҙың педагогия оҫталығына бәйле булыуын билдәләне. Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов мәктәптә үҙенең эшен яратҡан, көслө рухлы уҡытыусылар эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бөгөн уҡыу йортонда 1200-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. 76 педагог эшләй, шуның 47-һе - юғары категориялы, 3-һө - Рәсәй Федерацияһы мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре, 8-е - Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
Ветеран уҡытыусылар, элекке сығарылыш уҡыусылары белем биреү учреждениеһында үткән йылдар тураһында күңелдәрендә сағыу хәтирәләр генә һаҡлауын дәлилләне. Мәктәп етәкселегенә, педагогтарға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Алдынғы ҡарашлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусылар булғанда белем усағы алда тағы бик күп юбилейын билдәләр әле, тигән уйҙа таралышты тантанала ҡатнашҡандар.
Һүрәттә: Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов математика уҡытыусыһы Галина Исаеваға Маҡтау грамотаһы тапшыра.
Автор фотоһы.


Читайте нас: