ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Декабрь 2017, 17:11

Уҡытыусы ла, уҡыусылары ла бер-береһе уңыштары өсөн һөйөнә

4-се мәктәптә үҙ эшен яратҡан,балаларға төплө белем һәм тәрбиә биргән педагогтар бик күп.

4-се мәктәптә үҙ эшен яратҡан, балаларға төплө белем һәм тәрбиә биргән педагогтар бик күп. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Хәбирова - шундай уҡытыусыларҙың береһе.
Венера Рафиҡ ҡыҙының дәрестәре ифрат мауыҡтырғыс. Педагог уларҙы төрлө типта үткәрә: дәрес-сәйәхәт, экскурсия, белем смотры һәм башҡалар. Уйын технологияларын ҡулланыуға ҙур иғтибар бүлә. Ғөмүмән, уҡытыусы үҙ аллы фекер йөрөтә белгән шәхес формалаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ул уҡыусыларын әҙер яуап эҙләргә түгел, ә, киреһенсә, уларҙы үҙҙәренә табырға, яңылыҡ асырға, ҡарар ҡабул итергә өйрәтә. Диалог технологияһын уңышлы ҡулланып, педагог уҡыусыларына үҙ фекерен әйтергә мөмкинлек бирә. Дәрестәрендә ул шулай уҡ интерактив таҡта, мультимедия технологияларын оҫта ҡуллана. Быларҙың бөтәһе лә уҡыусыларға белем алыу процесын мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеп ойошторорға булышлыҡ итә.
Венера Хәбирова һәләтле балалар менән эшләүгә етди иғтибар бүлә. Был тәңгәлдә ул башлыса тикшеренеү эшмәкәрлегенә өҫтөнлөк бирә. Балалар актуаль тема табырға, маҡсатын, эҙләнеү ысулын билдәләргә, һығымта яһарға өйрәнә. Йыл һайын уның уҡыусылары фәнни-ғәмәли конференцияларҙың муниципаль турында призлы урын яулай. Шулай уҡ олимпиада хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашып, маҡтаулы урындарға лайыҡ була. Мәктәптә эшләгән дәүерҙә Венера Рафиҡ ҡыҙының башҡорт теленән өлгәшмәгән бер бала ла булманы. Киреһенсә, улар фән буйынса яҡшы белеме, үҙ аллылығы, мәктәп тормошонда әүҙемлеге менән айырыла.
Венера Хәбированың тырыш хеҙмәте быйыл юғары баһаланды: ул - йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә намыҫлы эшмәкәрлеге, фиҙаҡәрлеге өсөн район Хакимиәте башлығы гранты менән бүләкләнде. Балалар педагогтары менән нисек ғорурланһа, уҡытыусы ла уҡыусыларының һәр уңышы өсөн сикһеҙ шат.
Фидалиә Ғиләжева, мәктәптең методик берекмә етәксеһе.
Һүрәттә: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Хәбирова методик берекмә әҙерләгән күргәҙмә янында.
Лена Абдрахманова фотоһы.
Читайте нас: