ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2017, 12:20

Туған телдә һөйләшә улар

Мәләүез профилле профессиональ колледж студенттарҙы бер-береһе менән аралашҡанын күҙәттем һәм шул тиклем кәйефем күтәрелде, сөнки студенттар араһында - күбеһенсә башҡорттар, улар һөйләшә.

Мәләүез профилле профессиональ колледж студенттарҙы бер-береһе менән аралашҡанын күҙәттем һәм шул тиклем кәйефем күтәрелде, сөнки студенттар араһында - күбеһенсә башҡорттар, улар һөйләшә.
Бына коридорҙа дүрт ҡыҙ йылмайышып һөйләшеп торалар, эргәләренә барып һорау бирәм:
- Ҡыҙҙар һеҙ башҡорттармы? Ҡалай һеҙ матур һөйләшәһегеҙ.
- Эйе, беҙ - башҡорттар! Үҙ телебеҙҙе онотмайыҡ, тип һөйләшәбеҙ, сөнки дәрестәрҙә былай ҙа урыҫ телендә өйрәтәләр, шуға күрә ятаҡта һәм тәнәфес ваҡытында туған телебеҙҙә аралашабыҙ. Беҙ төрлө райондарҙан килдек һәм диалект төрлө, бер-беребеҙгә тарихты ла һөйләйбеҙ, беҙҙең өсөн был бик ҡыҙыҡлы. Киләсәктә, Алла бирһә, үҙ балаларыбыҙға телебеҙҙе өйрәтәсәкбеҙ, бәләкәйҙән үк һөйләшәсәкбеҙ, - тип яуап бирҙеләр.
Башҡорт гәзиттәрен дә уҡыйҙар, ятаҡҡа алып килгәндәрен һорап алалар, бөтә яңылыҡтарҙы беләләр.
- Көнгәк гәзитендә беҙ күберәк яңылыҡтарҙы уҡырға яратабыҙ, төрлө хикәйәләр көтәбеҙ, көләмәстәр, кешенең тормошо тураһында уҡыуы бик ҡыҙыҡ, - тиҙәр студенттар.
Ысынлап та, тыңлап торһаң, һөйләшһәң, диалект айырыла беләһең, шуға күрә аралашыу ҡыҙыҡһыныу уята.
Башҡорт теле, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Телде ҡәҙерләп йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Тел - ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре, боронғоларҙан ҡалған аманат. Бөйөк телебеҙҙе юғалтырға ярамай, уны һәр яҡлап өйрәнергә, байытып, ҡәҙерләп йәшәргә кәрәк!
Афарин, йәштәр! Артабан да шулай үҙ телегеҙҙә һөйләшегеҙ, аралашығыҙ, үҙегеҙ өсөн яңы асыштар яһағыҙ!
Һүрәттә: колледж студенттары Светлана Сәлихова, Ғәлиә Әбүкәева, Юлиә Кирәева, Әлиә Үҙәнбаева, тәнәфес ваҡытында - “Көнгәк” гәзите менән таныша.
Читайте нас: