ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Ғинуар 2018, 16:11

Үҫмерҙең һәр уңышы тырышлыҡ менән яуланған

Нөгөш мәктәбе уҡыусылары һәм педагогия коллективы 5-се класс уҡыусыһы Динислам Мираҫов менән хаҡлы рәүештә ғорурланаУҡыу алдынғыһы быйыл Кремль шыршыһына барып ҡайтты.

Нөгөш мәктәбе уҡыусылары һәм педагогия коллективы 5-се класс уҡыусыһы Динислам Мираҫов менән хаҡлы рәүештә ғорурлана
Уҡыу алдынғыһы быйыл Кремль шыршыһына барып ҡайтты. Мәскәүгә Яңы йыл байрамына барыуҙы элек яҡшы уҡыған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм спорттағы юғары күрһәткестәре өсөн Артекка барып ҡайтыу ваҡиғаһы менән сағыштырырға мөмкин. Яҡташыбыҙ ҙа илебеҙ баш ҡалаһына барыу бәхетенә үҙенең тырышлығы, ныҡышмаллығы, маҡсатҡа ынтылышлы булыуы менән ирешкән.
Динислам 1-се кластан тик “бишле” билдәһенә генә уҡый. Башланғыс класта уҡығанда уҡ предмет олимпиадаларында әүҙем ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләр яулаған. Математиканан республика этабында - икенсе, бөтә Рәсәй турында өсөнсө урынға лайыҡ булған. Инглиз телендә үткәрелгән конкурстарҙа ла тик яҡшы яҡтан ғына билдәләнә.
Үҫмерҙең Мәскәүгә барыуы тәүгә түгел. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Мин иҫләйем һәм ғорурланам” бөтә Рәсәй конкурсында алдынғылыҡҡа сығып, илдең баш ҡалаһына саҡырыла ул. Тарих фәненән олимпиаданың муниципаль турында еңде, республика этабында ла төбәк намыҫын уңышлы яҡланы. Шулай уҡ география һәм урыҫ теленән үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай.
Уҡыуҙағы уңыштарынан тыш, үҫмер спорт буйынса ла һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра. Ул 1-се кластан алып самбо көрәше менән шөғөлләнә, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа, турнирҙарҙа еңеп, үҙен өмөтлө спортсы итеп танытҡан. Шулай уҡ пионербол, стритбол, волейбол буйынса мәктәп командаһы составында алдынғы урындар яулай. Быйыл шахмат уйыны менән ныҡлы мауыға башлаған.
-Динислам менән, ысын мәғәнәһендә, ғорурланабыҙ. Уның юғары күрһәткестәрендә, әлбиттә, беренсе уҡытыусыһы Ольга Ларичеваның, самбо буйынса тренеры Рауил Муллашевтың роле баһалап бөткөһөҙ. Тап улар уның һәләтен ваҡытында күреп, артабан үҫтереүгә көс һалған. Талантлы балалар – беҙҙең киләсәк. Шуға ла йәш быуын тәрән белем һәм яҡшы тәрбиә алһын өсөн мәктәптә тейешле шарттар булдырырға тырышабыҙ, - ти мәктәп директоры Гүзәл Ғәббәсова. -Шулай уҡ балаларын уҡытыуға, тәрбиәләүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған Наталья һәм Айҙар Мираҫовтар тураһында ла әйтмәү мөмкин түгел. Динислам һәм Тимур улдары Ватанының лайыҡлы граждандары булып үҫһен бөтә көсөн һала улар.
Үҫмерҙең атай-әсәһе иһә балаларына күркәм тәрбиә, белем биргән мәктәптең педагогия коллективына рәхмәтле.
-Белем усағында һәләтле балалар бик күп. Улар араһында һайлап, тап беҙҙең улды Кремль шыршыһына ебәргән мәғариф идаралығына, мәктәп хакимиәтенә изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, - ти улар.
Динислам үҙенә ышанған, яҡты өмөттәр бағлаған яҡын кешеләрен, уҡытыусыларын артабан да һөйөндөрөр әле, сөнки Яңы йыл каникулынан, Мәскәүгә сәфәренән тағы ла илһамланып, дәртләнеп ҡайтҡан.
Һүрәттә: Динислам Мираҫов уҡыуға ла, спортҡа ла яуаплы ҡарай.
Автор фотоһы.

Читайте нас: