ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Ғинуар 2018, 14:25

Йыл яңы уңыштары менән ҡыуандыра башланы

Төбәк-ара олимпиада башҡорт теле һәм әҙәбиәтен туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр араһында иң көслөләрҙе билдәләне

Йыл яңы уңыштары менән ҡыуандыра башланы
Төбәк-ара олимпиада башҡорт теле һәм әҙәбиәтен туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр араһында иң көслөләрҙе билдәләне
Билдәле булыуынса, 10-нан 12 ғинуарға тиклем Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында олимпиаданың төбәк туры үтте. Унда Башҡортостандың район-ҡалаларынан тыш, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләре мәктәптәренән бөтәһе 251 уҡыусы ҡатнашты. Тәүге турҙа улар инша яҙҙы, икенсеһендә текст өҫтөндә эшләне, тест һорауҙарына яуап бирҙе.
Сара сиктәрендә уҡыусылар киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ижади интеллигенцияһы менән осрашты, "Бабич" фильмын ҡараны.
Мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова билдәләүенсә, беҙҙең район командаһы, атап әйткәндә Нөгөш мәктәбенән Ильгина Мырҙағолова, Мәликә Яҡшыева һәм Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһынан Илнара Хәмитова төбәк намыҫын лайыҡлы яҡланы. Улар олимпиаданың муниципаль этабында яулаған уңышын төбәк-ара кимәлдә иҫбатлап, призлы урындар яуланы.
Ҡыҙҙарҙың маҡсатҡа ынтылышлығы, тырышлығы, яуаплылығы, фәнде яҡшы белеүе, шулай уҡ уҡытыусылары Миләүшә Яманһарина һәм Ләлә Рафиҡова менән даими рәүештә шөғөлләнеүҙәре уларҙы республикала иң яҡшылар рәтендә танылыуға булышлыҡ итте.
Читайте нас: