ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар 2018, 16:45

Экология эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Йәш экологтар йылды юғары һөҙөмтә менән оҙатты Яңы йыл алдынан балалар экология үҙәгендә “Бергәләп эшләйек” проектына йомғаҡ яһауға арналған сара үтте.

Йәш экологтар йылды юғары һөҙөмтә менән оҙатты
Яңы йыл алдынан балалар экология үҙәгендә “Бергәләп эшләйек” проектына йомғаҡ яһауға арналған сара үтте.
Унда ҡаланың 11 балалар баҡсаһы һәм 9 мәктәбе ҡатнашты. Иң яҡшы йәш экологтар һәм уларҙың етәкселәре балаларға экология тәрбиәһе биреү буйынса учреждение эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Йыл дауамында йәш быуын тәбиғәтте һаҡлау буйынса етди эш башҡарҙы. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре “Терпеләр йәшәргә тейеш” экология акцияһында әүҙем ҡатнашты. Балалар макулатура, пластик пробка, батарейкалар йыйҙы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһына һүрәттәр төшөрҙө, район һәм республика конкурстарында ҡатнашты.
Тәрбиәселәр атай-әсәйҙәр өсөн мәғлүмәт стендтары әҙерләне, йыйылыштар, педагогия кәңәшмәләре үткәрҙе, балалар менән экология уйындары ойошторҙо. Атай-әсәйҙәр ҙә ситтә тороп ҡалманы, улар балалары менән ҡоштарға тағараҡ эшләү акцияһында әүҙемлек күрһәтте. 17-се балалар баҡсаһы 1 тоннанан ашыу макулатура тапшырҙы. Республика конкурстарында иң күп ҡатнашыусылар 3-сө мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан булды.
Дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары “Сүп-сарһыҙ планета”, “Экология һәм сәләмәтлек”, “Экомониторинг” акциялары сиктәрендә эшләне. Был тәңгәлдә 3-сө гимназия, 6-сы лицей, 5-се мәктәп иң әүҙем тип танылды.
Йәш быуынға тәбиғәткә, тыуған ергә экология тәрбиәһе биреү буйынса эшмәкәрлек йомғаҡтарынан 3, 17, 19, 23-сө балалар баҡсалары, 4-се мәктәп, 3-сө гимназия уҡыусылары иң яҡшыһы тип билдәләнде.
Марина Шадрина, балалар экология үҙәге директоры.
Читайте нас: