ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар 2018, 14:36

Өлгө алырлыҡ йәштәребеҙ бар

“Уҡы, эшлә, тырыш! Шул саҡта ҡуйған маҡсатыңа өлгәшерһең, был тормошта үҙ урыныңды ла табырһың” - тип ҡабатларға ярата Илнур Рәхмәтуллин

“Уҡы, эшлә, тырыш! Шул саҡта ҡуйған маҡсатыңа өлгәшерһең, был тормошта үҙ урыныңды ла табырһың” - тип ҡабатларға ярата Илнур Рәхмәтуллин
Был һүҙҙәр егеттең тормош девизына әйләнгән тиһәң, бер ҙә яңылыш булмаҫ, моғайын. Ғөмүмән, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул тормошҡа ололарса баға. Тырышлыҡ һалмаһаң, ныҡышмаллыҡ күрһәтмәһәң, бер нәмәгә лә өлгәшеп булмағанлыҡты бала саҡта уҡ төшөнгән.
Илнур ҡаланың 5-се мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, күп профилле колледждың бина һәм ҡоролмалар төҙөү һәм эксплуатациялау бүлексәһенә уҡырға инә. Был һөнәрҙе осраҡлы һайламаған ул. Төҙөлөш эше уға бәләкәйҙән күңеленә яҡын. Үҫмер тәүҙә баш ҡалаға уҡырға инергә уйлай, әммә әсәһен яңғыҙ ҡалдырырға теләмәй һәм был ниәтенән баш тарта. Бөгөн иһә күп профилле колледжда белем алыуына бер ҙә үкенмәй.
-Бында тик үҙ эшен яратҡан, студенттарҙы аңлаған, тәрән белемле, юғары квалификациялы уҡытыусылар ғына эшләй. Ҡалала шундай уҡыу йорто булыуына беҙгә ҡыуанырға ғына кәрәк, - ти Илнур.
Педагогия коллективы ла егеттән бик ҡәнәғәт.
- Үҫмер, уҡырға килгәс тә, үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Яҡшы уҡый, бөтә яҡлап өлгөрә, уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатанаша, конкурстарҙа юғары үрҙәр яулай, - ти Илнур хаҡында улар. - Һуңғы йылдарҙағы уңыштарҙан былтыр “Worldskills - 2017” бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ булыуын, башҡорт телендә шиғыр һөйләү буйынса төрлө кимәлдәге сараларҙа алдынғы урындарға сығыуын билдәләргә мөмкин.
Яңы йыл алдынан учреждениеның “Еңеүселәр парады” тип аталған тантаналы сараһында Маҡтау грамотаһы, Рәхмәт хатын бер нисә тапҡыр алғандар араһында 4-се курс студенты Илнур Рәхмәтуллин да бар ине.
Егет унда белем биреү учреждениеһы тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, практикала үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткәне һәм, әлбиттә, дүрт йыл буйы уҡыу алдынғыһы булғаны өсөн билдәләнде.
Элекке класс етәксеһе Нурзия Ишмөхәмәтова ла егеттең тырыш, ихлас һәм маҡсатҡа ынтылышлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:
-Иң беренсе, Илнурҙың ошо сифаттары күҙгә салына. Шулай уҡ иплелеге, тәрбиәлелеге, ололарға ихтирамлы булыуы иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Уның уңыштары, еңеүҙәре менән беҙ ҙә ғорурланабыҙ.
Илнур әлеге ваҡытта әсәһенә ярҙам итеү маҡсатында эшләп тә йөрөй. Бер үк ваҡытта эшләргә лә, яҡшы билдәләргә уҡырға ла, сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға ла нисек ваҡыт табаһың тигән һорауға ул:
-Теләк булһа, бөтәһенә лә өлгөрөргә була. Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк, тиҙәр бит. Уҡыу, эш, өҫтәмә күнекмәләр бер-береһе менән бәйле, улар мине ваҡытымды дөрөҫ бүлергә, тәртипкә, ғөмүмән, тормошҡа өйрәтә, - тип яуап бирҙе.
Егет колледжды тамамлағас, һөнәре буйынса эшкә урынлашырға һәм ситтән тороп юғары уҡыу йортона инергә планлаштыра.
Өмөтлө йәштәрҙең башланғыстарын хуплау һәм үҫтереү – бөгөн иң өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе. Шулай булырға тейеш тә, сөнки һәләтлеләр, тырыштар - ил таянысы, беҙҙең ышаныслы киләсәк.
Һүрәттә: Күп профилле колледж студенты Илнур Рәхмәтуллин күптәргә өлгө булырлыҡ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: