Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ғинуар 2018, 18:52

“Ағиҙел” мәғариф форумы быйыл да бик күп һәләтле йәштәрҙе асыҡланы

Сараның маҡсаты - алдынғы ҡарашлыларҙы асыҡлауБөгөн районда йәштәр һаны - 18 меңдән ашыу.

Сараның маҡсаты - алдынғы ҡарашлыларҙы асыҡлау
Бөгөн районда йәштәр һаны - 18 меңдән ашыу. Йәш быуын сифатлы белем алһын, лайыҡлы эш урыны тапһын һәм ялын файҙалы ойошторһон өсөн шарттар булдырыу йәһәтенән етди эш башҡарыла. 2016 йылда ҡабул ителгән йәштәр сәйәсәтен үҫтереү программаһы ла шул маҡсатта ғәмәлгә ашырыла. Был хаҡта район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков форумды асыу тантанаһында билдәләп үтте.
Республиканың “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Вито Сабиров мәләүездәр республикала әүҙемлеге менән айырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Район йәштәре республика ижади конкурстарында, спорт турнирҙарында, мәктәп уҡыусылары олимпиадаларында, Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа юғары күрһәткестәр яулай. Әлеге сара ла артабан республика, округ, федераль һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу өсөн ижади һәләтле йәштәр өсөн старт майҙансығы булып тора.
Район Хакимиәте, Йәштәр советы, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы менән берлектә йәштәр башланғыстарын ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итеү мөхитен булдырыу маҡсатында ойошторолған форум ҡалала икенсе тапҡыр үткәрелде. Унда район-ҡаланан, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларынан 16-нан 30 йәшкә тиклемге 150-гә яҡын мәктәп уҡыусыһы, студенттар ҡатнашты.
Сараның икенсе өлөшөндә “Берҙәмлектә - көс” темаһына фекерҙәштәрҙе туплау, йәғни команда йыйыу сараһы, йәштәр сәйәсәте проблемалары буйынса “түңәрәк өҫтәл” ултырышы үтте. Артабан “Социаль проектлау” темаһына оҫталыҡ класы ойошторолдо. Шулай уҡ йәштәр “Волонтерлыҡ - йәшәү рәүеше”, “Күләгәләге мәшғүллек”, “Депутат булырға” дискуссия майҙансыҡтарында эшләне, проекттар конкурсы үтте. Һөҙөмтәлә Әҙилә Шәрипова - беренсе, Эвелина Бураҡанова икенсе маҡтаулы урындарға лайыҡ булды.
Читайте нас: