ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ғинуар 2018, 13:24

Баланы мәктәпкә биреүҙә яңы тәртип булдырылған

Буласаҡ 1-се класс уҡыусыларының атай-әсәйҙәренән 1 февралдән ғариза ҡабул ителә башлаясаҡ

Буласаҡ 1-се класс уҡыусыларының атай-әсәйҙәренән 1 февралдән ғариза ҡабул ителә башлаясаҡ
Быйыл ҡабул итеү кампанияһы быға тиклем булғандарҙан ныҡ ҡына айырыла. Шуға бәйле, мәғариф идаралығы баланы мәктәпкә биреүҙең яңы тәртибе менән таныштырыу маҡсатында атай-әсәйҙәр йыйылышы үткәрҙе.
Йыйылышты мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов асты. Уның урынбаҫары Эльза Хужәхмәтова атай-әсәйҙәрҙе РФ Мәғариф министрлығы раҫлаған положениеға ярашлы билдәләнгән уҡыуға ҡабул итеүҙең яңы тәртибе менән таныштырҙы. Ғариза биреү, теркәү, электрон төрҙә бирелһә, уны ҡайһы срокта раҫлау, теге йәки был белем биреү ойошмаһына документ биргәндә ниндәй льготалар булыуы тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе.
Өҫтөнлөктәрҙән түбәндәгеләрҙе билдәләу мөһим: әгәр баланың атай-әсәһе көс структураһында (полиция органдарында һәм башҡа) эшләһә йәки уҡыу йорто штатында торһа, хеҙмәт бурысын үтәгәндә вафат булһа йәки һаулығына зыян алһа, ағаһы йәки апаһы ошо мәктәптә уҡыһа һәм башҡалар.
Йыйылышта ҡатнашыусылар шулай уҡ баланы мәктәпкә ҡабул итеүҙән баш тартыуҙың ике осрағы тураһында белде: беренсеһе -класта буш урын булмаһа (СанПин нормаһына ярашлы, балалар һаны 25-тән артмаҫҡа тейеш), икенсеһе - тейешле документтар килтерелмәһә.
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталын теркәү һәм файҙаланыу тәртибе тураһында район Хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт бүлеге начальнигы Альберт Таймасов сығыш яһаны.
Төп сығыштарҙан һуң атай-әсәйҙәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Ҡала мәктәптәре вәкилдәре үҙҙәренең уңыштары, ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.
Читайте нас: