ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Ғинуар 2018, 16:33

Техника - минең тормошом

15 сәғәт буйына туҡтамайынса машина ремонтлап рекорд ҡуйған

Мәләүездә һәләтле балалар күп. Шуларҙың береһе - 3-сө гимназияның 9-сы «б» класында белем алған Шамил Хөснөтдинов. Ул бәләкәйҙән машина менән ҡыҙыҡһына. Өфөнән апаһы алып ҡайтҡан уйынсыҡ машиналарҙы боҙоп йыйыу яратҡан шөғөлө була. Алты йәшенән машина йөрөтөргә өйрәнә. Олатаһы Рәсүл Шәмиғулла улы 2007 йылда машина һатып ала. 2015 йылдан ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. ВАЗ-2106 марканы һүтеп, тулыһынса яңынан йыя.
«Бәләкәйҙән машина тип иҫе китте. Иҫләйем, яңы йөрөтөргә генә өйрәнгән сағында, педалдәренә аяҡтары ла етмәй торғайны. Ҡоро корпус ҡына ҡалдырып, машинаны яңынан йыйҙы. Мәктәптән ҡайта ла, саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, шул машина эргәһенә сығып юғала. Үҙ эшен шул тиклем яратып башҡара, ҡайһы саҡта тамаҡ ялғарға ла онота. Эшен, еренә еткереп ҡуймайынса туҡтамай. Бер мәл, бер туҡтауһыҙ 15 сәғәт буйына машина менән булышты,» -ти ейәне хаҡында Гәүһәр Зәки ҡыҙы.
Әлеге ваҡытта Шамил машиналар ремонтлай. Диагностика үткәреү уға бер ни тормай, «һә” тигәнсе, сәбәбен дә аңлатып бирә. Сигнал ҡуйыу, бөтә электр өлөшөн эшләү, кузовты ремонтлау, музыка урынлаштырыу, проводтар алмаштырыу быларҙың барыһын да ул ҙур кинәнес менән башҡара. Йыш ҡына дуҫ- иштәре машиналарының берәй ере ватылһа, ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Улар араһында ул абруй ҡаҙанған.
Әлеге ваҡытта үҙенең “шестерка”һын «дрифт”ҡа әҙерләү менән мәшғүл. 15 йәш кенә әле уға, шуға күрә 18 йәше тулыуын, тиҙерәк водитель танытмаһын алыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Киләсәктә автоэлектрик һөнәрен үҙләштереп, “Автосервис” асырға хыяллана. Яҡты хыялдар менән йәшәгән Шамилғә киләсәктә тик уңыштар генә юлдаш булһын!
Читайте нас: