Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Февраль 2018, 16:22

Үткән йылға йомғаҡ яһап, яңыһына бурыстар билдәләнде

Мәғариф системаһы эш йомғаҡтарынаарналған кәңәшмә үтте. Уның эшендә район Хакимиәтенең структураподразделениелары, белем биреү учреждениелары етәкселәре, күҙәтеү ведомстволарывәкилдәре ҡатнашты.

Мәғариф системаһы эш йомғаҡтарына арналған кәңәшмә үтте. Уның эшендә район Хакимиәтенең структура подразделениелары, белем биреү учреждениелары етәкселәре, күҙәтеү ведомстволары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков алып барҙы.
Былтыр төбәктең мәғариф системаһында йәш быуындың белем биреү сифатын күтәреү, заманса уҡытыу алымдарын индереү, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, йәйге ялын ойоштороу, бер сменалы уҡытыуға күсеү, мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе балалар баҡсаларында урын менән тәьмин итеү кеүек һәм башҡа бурыстар ғәмәлгә ашырылды. Райондың белем биреү өлкәһендәге күрһәткестәр - бөтә йәһәттән уртаса республика кимәлендә. Был хаҡта мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов үҙенең сығышында һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бөгөн район-ҡалала 5157 мәктәпкәсә йәштәге, 9956 мәктәп йәшендәге бала иҫәпләнә.
Төбәктә йылдан-йыл республика, бөтә Рәсәй конкурстарында, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып, юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән уҡыусылар һаны арта. Беҙҙең уҡыусылар, берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, республиканың һәм илдең иң яҡшы уҡыу йорттарына уҡырға инә. Йәш быуынға сифатлы белем биргән педагогтарҙың хеҙмәте тейешенсә баһалана. Улар араһында район Хакимиәте башлығы грантын алғандар һәм башҡа юғары наградаларға, исемдәргә лайыҡтар бар. Йыл да иң һәләтле, алдынғы 20 уҡыусыға район Хакимиәте башлығы стипендияһы тапшырыла. Балаларға өҫтәмә белем биреүгә, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға ҙур әһәмиәт бирелә.
Опека һәм попечителлек бүлеге эшмәкәрлеге хаҡында уның етәксеһе Айгөл Айҙарбәкова сығыш яһаны. Ул һуңғы йылдарҙа ғаиләгә бала алырға теләгәндәр һаны артыуын билдәләне. Былтыр 10 атай-әсәй балаһын тейешле тәрбиәләмәгән өсөн үҙ хоҡуғынан мәхрүм ителгән, шуның береһе хоҡуғын тергеҙгән. Кәңәшмәлә шулай уҡ балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса сектор мөдире Эльвира Фәйзуллина, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют мөдире урынбаҫары Гүзәл Йосопова үткән йылғы эш йомғаҡтары менән таныштырҙы.
Читайте нас: