ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Март 2018, 14:38

Ватан һаҡсыһына ихтирам.

Ил сиге һаҡсылары көнө айҡанлы Үҙәк балалар китапханаһы 4-се мәктәптең 1-се класс уҡыусылары өсөн «Тыныс йәшәр өсөн, Тыуған илгә хеҙмәт итергә” күңел асыу уйын программаһы ойошторҙо.

Ил сиге һаҡсылары көнө айҡанлы Үҙәк балалар китапханаһы 4-се мәктәптең 1-се класс уҡыусылары өсөн «Тыныс йәшәр өсөн, Тыуған илгә хеҙмәт итергә” күңел асыу уйын программаһы ойошторҙо. Алып барыусы Елена Коннова «Беҙҙең армия» электрон презентация ярҙамында балаларға байрам тарихын, ниндәй һөнәр төрҙәре һәм хәрби ҡорал тураһында һөйләне. Һуңынан балалар «Нисек ҡуян армияға бара» ҡурсаҡ спектаклен ихлас ҡараны, «Снайпер», «Мина яланы», «Санитарҙар», «Ауыр йөк» йәш көрәшселәр турнирында ҡатнашты, шулай уҡ «Был китаптар һеҙҙең өсөн малайҙар» күргәҙмәһе фәһемле булды. Байрам аҙағында ҡатнашыусыларға китапханасылар «23 февраль» закладкалары таратты.
Фәниә Мустюкова, Үҙәк балалар китапхана мөдире.

Балалар баҡсаһында ҡунаҡта
25-се «Аҡсарлаҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн Үҙәк балалар китапханаһы «Һөйөү менән китаптар бүләк итегеҙ» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә «Урман аша мөғжизәләр иленә» иртәлеге ойошторҙо.
Хеҙмәткәрҙәр С.Т. Аксаковҡа 160 йыл тулыу уңайынан “Ал сәскә” китабы буйынса ҡурсаҡ тамашаһы күрһәттеләр. Тамаша аҙағында китапханасылар “Бына шулай” физминут үткәреп, китапхана тураһында һөйләп балаларға китаптар бүләк иттеләр.
Фәниә Мустюкова, Үҙәк балалар китапхана мөдире.
Читайте нас: