ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Март 2018, 11:37

Башҡорт рухын тәрбиәләп

Үрге Юлдаш төп дөйөм белем биреү мәктәбендә үткәрелгән сираттағы сара туған телдәр көнөнә арналған ине. Кисәгә ауылдың ағинәйҙәре Таңһылыу Мәжитова, Тәнзилә Заһиҙуллина, Баныу Аҡсурина саҡырылды. Байрам мәктәп уҡыусыларынын сығышы менән башланды. Уҡыусылар үҙ туған телдәрендә шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы.

Үрге Юлдаш төп дөйөм белем биреү мәктәбендә үткәрелгән сираттағы сара туған телдәр көнөнә арналған ине. Кисәгә ауылдың ағинәйҙәре Таңһылыу Мәжитова, Тәнзилә Заһиҙуллина, Баныу Аҡсурина саҡырылды. Байрам мәктәп уҡыусыларынын сығышы менән башланды. Уҡыусылар үҙ туған телдәрендә шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Гөллирә Ишһарина етәкләгән бейеү ансамбле ҡыҙҙары бейеүҙәре сараға сағыу йәм өҫтәне. Байрамдын йөҙөк ҡашы ағинәйҙәр уҡыусыларға туған тел тураһында йыры берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Таңһылыу, Тәнзилә инәйҙәр ҙә балаларҙы туған телдәрен онотмаҫҡа, яратырға, һаҡларға саҡырҙы. “Ҡала шарттарында тәрбиәләнеп, йә ҡатнаш ғаиләлә үҫкән, туған телдәрен “онотҡан” тиҫтерҙәрегеҙ менән туған телегеҙҙә һөйләшегеҙ. Үҙегеҙ ғаилә ҡорһағыҙ, балаларығыҙҙы мотлаҡ башҡорт рухында тәрбиәләгеҙ,” - тип тамамланы үҙенең сығышын Таңһылыу инәй. Сараны ойоштороусы мәктәптен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ағинәй Лира Ғафарова донъяла ниндәй телдәргә бөтөү ҡурҡынысы янауы тураһында һөйләне. Башҡорт теленең дә яҡлауға мохтаж булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Байрам барышында ул уҡыусыларға тел тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр буйынса һорауҙар бирҙе.
“Элекке ваҡытта инәйҙәрҙен кеҫәһендә һәр саҡ кәнфит була торғайны. Беҙ ҙә байрамға буш ҡул килмәнек ,” - тип ағинәйҙәр балаларға туңдырма һәм тәмлекәстәр таратты. Һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән уҡыусыларға китаптар, милли геройыбыҙ Салауат Юлай улы исемен йөрөткән ҡалабыҙға арнап сығарылған буклеттар тапшырылды. Балалар ҙа ҡунаҡтарға үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы. Башҡорт бер ҡунағын да сәй эсермәй ҡайтармаған, был байрам да күңелле сәй табыны менән тамамланды.
Әлфинә Үркенбаева, уҡыусы.
Читайте нас: