ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Апрель 2018, 13:17

Китап дәүләт батшалығы

Балалар китабы аҙналығы айҡанлы 4-се ҡала китапханаһында мәғлүмәт көнө уҙғарылды. Егермегә яҡын уҡыусыға төрлө яңы китап тәҡдим ителде.

Балалар китабы аҙналығы айҡанлы 4-се ҡала китапханаһында мәғлүмәт көнө уҙғарылды. Егермегә яҡын уҡыусыға төрлө яңы китап тәҡдим ителде.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар әкиәт, китаптарынан иҫ киткес персонаждар менән таныштылар, шиғыр, тиҙәйткестәр әйттеләр.
Кесе һәм урта мәктәп балалары билдәле яҙыусыларҙың һәм мәктәп программаһы әҫәрҙәренең геройҙары менән осрашты, шулай уҡ яңы мажара китаптары ла тәҡдим ителде. Г.Остерҙың “Робинзон һәм ун өс һаранлыҡ” әҫәренән бик күп һорауҙарға яуап табылды: бәләкәс ҡыҙ Президент була аламы? Ун өс һаранлыҡҡа Робинзондың ниндәй мөнәсәбәте? Ни өсөн ул күп? Был китапты ололарға ла уҡырға кәңәш итәбеҙ.
Өлкән йәштәге балаларҙы М.Ибраһимбәковтың “Иң яҡшыһы өсөн - үлем!” повесының геройҙары мажараһы үҫмерҙәрҙең ҡыйыулығы һәм батырлығы арбаны.
Ә ололарға яңы романдар тәҡдим итәбеҙ.
Уҡыу - ул ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, файҙалы! Килегеҙ, уҡығыҙ! Беҙ һеҙҙе китапханала көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: