ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Апрель 2018, 12:55

Ә һин шәжәрәңде төҙөнөңмө?

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында йыл һайын Шәжәрә байрамы ойошторола.

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында йыл һайын Шәжәрә байрамы ойошторола. Уҡыусыларҙа башҡорт халыҡ тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, туғандарға һөйөү, үткәндәргә ихтирам тәрбиәләү, шәжәрәләрен өйрәнеү теләген булдырыу, йәш быунға зауыҡ, әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында уҙғарылған сараға быйыл да ентекле әҙерләнделәр. Унда 1-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты.
Һәр класс үҙҙәре төҙөгән шәжәрәләрҙән күргәҙмә әҙерләне. Балалар нәҫел тамырҙарын өйрәнеүҙең әһәмиәте, республика халыҡтары дуҫлығы, ғаилә-туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу тураһында шиғырҙар һөйләне. Байрамда олатай-өләсәйҙәр ҙә, атай-әсәйҙәр ҙә теләп ҡатнашты.
Ырыу тарихы, нәҫел-нәсәп хаҡында сығыштар йыр-бейеү менән үрелеп барҙы һәм сағыу байрамға әүерелде. Уға йомғаҡ яһағанда “Минең шәжәрәм” конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Уҡыусылар нәҫел барлау эшен артабан да дауам итергә вәғәҙә бирҙе.
Юлиә Ҡаҙбулатова, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.
Фото интернеттан.
Читайте нас: