Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Апрель 2018, 14:44
Космонавт булырға теләгән балалар күбәйә
Юрий Гагарин исемендәге кубокка республика олимпиадаһы тап шул йыһанға осорға теләүселәрҙең аэрокосмик һәм астрономия белемен тикшереү маҡсатында ойошторола. Ошо конкурс ярҙамында улар портфолиоларын тулыландыра ала. Бынан тыш, олимпиада һөҙөмтәләре юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә иҫәпкә алына.
Үткән быуаттың 70-80-се йылдарында кеүек, йәш быуын араһында космонавт булырға теләгәндәр һаны йылдан-йыл арта.
Юрий Гагарин исемендәге кубокка республика олимпиадаһы тап шул йыһанға осорға теләүселәрҙең аэрокосмик һәм астрономия белемен тикшереү маҡсатында ойошторола. Ошо конкурс ярҙамында улар портфолиоларын тулыландыра ала. Бынан тыш, олимпиада һөҙөмтәләре юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә иҫәпкә алына.
Былтыр 1 декабрҙә башланған олимпиадаға күптән түгел йомғаҡ яһалды. Мәғлүм булыуынса, конкурс өс этапта үтте. Уның мәктәп этабында район-ҡаланан 2496 уҡыусы ҡатнашты. Был һан үткән йылға ҡарағанда 169-ға күберәк. Муниципаль турға 1419 бала сыҡты. Шуның 72-һе еңеүсе булды, 90-ы маҡтаулы урын яуланы.
Олимпиаданың республика туры Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында 14 фән буйынса үтте. Унда район-ҡала мәктәптәренең 1-8-се кластарынан 142 уҡыусы ҡатнашты. Унда 3 уҡыусы еңеүсе исемен яуланы, 6-һы призлы урын алды. Бына улар: Сергей Ключников (6-сы лицей), Наилә Әбйәлилова (9-сы гимназия), Артем Дегтярев (3-сө гимназия), Данила Динеев (3-сө гимназия), Владимир Микушев (4-се мәктәп), Анна Киселева (8-се мәктәп), Юлия Шевченко (ике фәндән, 1-се гимназия), Василий Дементьев (5-се мәктәп). Улар 18 майҙа Өфөлә “Гагарин көндәре” фестивалендә бүләкләнәсәк.
Сажиҙә ШӘМСЕТДИНОВА,
мәғариф идаралығы методисы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит