ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Май 2018, 13:42

Туған телгә һөйөүен шиғыр аша белдерҙе

“Туған телем - әсәм-атам теле”, - ти 15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Сафина Кәримова.

“Туған телем - әсәм-атам теле”, - ти 15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Сафина Кәримова.
Башҡорт телендә шиғыр һөйләп, ҡыҙ “Йәйғор” балалар ижады фестивалендә маҡтаулы урын яуланы.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында кескәйҙәрҙә туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә, уларҙың илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Иртәлектәрҙә, иҫтәлекле даталарға арналған байрамдарҙа башҡорт телендә йырҙар, шиғырҙар яңғырай. Халыҡ ижады өлгөләрен дә туған телдә өйрәнәләр. Был мөһим эшкә атай-әсәйҙәрҙе лә ылыҡтырырға тырышабыҙ. Тығыҙ бәйләнештә эшләгәндә генә һөҙөмтә юғары була.
Зөлфирә АБДУЛЛОВА,
тәрбиәсе.
Һүрәттә: Сафина Кәримова туған телгә һөйөүен шиғыры аша белдерҙе.
Лена АБДРАХМАНОВА фотоһы.
Читайте нас: