ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Май 2018, 14:05

Ҡотоң ҡайтһын, көсөң ташһын, даның артһын, башҡорт илем!

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында “Беҙ - Башҡортостан киләсәге” йәштәр форумы үтте.

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында “Беҙ - Башҡортостан киләсәге” йәштәр форумы үтте.
Ижади һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолған конференция йыл һайын үткәрелеп, гимназия тормошондағы иң мәртәбәле сараларҙың береһенә әүерелгән. Унда гимназистар ғына түгел, ә район-ҡаланан һәм яҡын-тирә райондарҙан да балалар теләп ҡатнаша.
Форумды асыу тантанаһында мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов билдәләүенсә, конференцияға туған телен, тарихын яҡшы белгән, яратҡан һәм киләсәге тураһында уйланған иң алдынғы ҡарашлы йәштәр генә килә. Быйыл унда 40-тан ашыу уҡыусы үҙенең ижади эшен тәҡдим итте.
Пленар ултырышта тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы төп доклад менән сығыш яһаны.
Артабан форумдың эше дүрт секция ултырышында дауам итте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов алып барҙы. Рөстәм Сәлим улы бөгөнгө шарттарҙа башҡорт телен һаҡлап ҡалыу юлдарын барланы. Педагогтарға балала туған телгә ҡарата ихтирам, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү бурысын йөкмәтте. Үҙ телендә һөйләшкән баланың ғына киләсәктә лә милләтенә, халҡына, тарихына тоғро булып үҫәсәген билдәләне. Уҡытыусылар башҡорт телен уҡытыуҙағы үҙенсәлектәр тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Конференцияның икенсе өлөшөндә грэпплинг буйынса ике тапҡыр Башҡортостан чемпионы Айтуған Йәнбирҙин оҫталыҡ дәресе бирҙе.
Сараға йомғаҡ яһағанда ҡунаҡтар уҡыусыларҙың аң даирәһе киң, тәрән белемле, ҡыйыу һәм ижади һәләтле булыуын билдәләп, конференцияны яҡшы ойошторғаны өсөн Ләлә Рафиҡова етәкселегендәге гимназия коллективына рәхмәт белдерҙе. Иң әүҙем уҡыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының район-ҡала башҡарма комитеты, мәғариф идаралығы һәм гимназияның Маҡтау грамоталары тапшырылды. Форум һәләтле, ҡыйыу йәштәребеҙ күп булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Тимәк, Башҡортостандың киләсәге - ышаныслы ҡулдарҙа.
Һүрәттә: 9-сы гимназия уҡыусыһы Илнара Хәмитова һөнәр һайлауҙа яңылышмаҫҡа кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Автор фотоһы.
Читайте нас: