ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Май 2018, 11:34

Һәләтле йәштәргә - үҫеш киңлеге

Инициативалы, креатив фекер йөрөтөүсе, яңылыҡҡа ынтылған йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен нисек киңәйтергә? Һәләтле егет-ҡыҙҙар бөгөн ниндәй маҡсаттар менән йәшәй?

Инициативалы, креатив фекер йөрөтөүсе, яңылыҡҡа ынтылған йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен нисек киңәйтергә? Һәләтле егет-ҡыҙҙар бөгөн ниндәй маҡсаттар менән йәшәй?
Ҡалала республиканың көньяҡ төбәк округы йәштәре ҡатнашлығында “Үҫеш территорияһы” мәғариф форумы ойошторолдо. Сарала оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы, тренинг, фекер алышыу һәм бәхәс майҙансыҡтары эшләне, төрлө темаларға лекциялар тәҡдим ителде.
Форумда РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, сығыш яһап, бөгөн йәштәргә үҫеш өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Беҙгә белемле йәштәр кәрәк. Киләсәктә республикабыҙҙы төрлө йүнәлештә алға әйҙәгән, уның тотороҡло үҫешен тәьмин иткән быуынға ышанабыҙ”,- тине һәм уларға уңыштар теләне.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов район-ҡала халҡының 18 меңен йәштәр тәшкил итеүен билдәләне. 2016-2021 йылдарға ҡабул ителгән йәштәр программаһы сиктәрендә башҡарылған һәм күҙалланған эштәрҙе һананы, уларҙың күпселеге бөгөн тормошҡа ашырылған. Йәштәр йәмғиәттең киләсәге генә түгел, төп нигеҙе лә. Инновация, спорт, илһөйәрлек, ирекмәндәр, экология, мәғариф һәм башҡа йүнәлештә мәләүездәр үҙҙәрен тик ыңғай яҡтан танытытыуға өлгәште. Форумда БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Таһир Ғиззәтуллин, “Йәштәр лигаһы” етәксеһе Вито Сабиров сығыш яһаны.
Сик һаҡсылары ҡаһарманлығын мәңгеләштерелде
Ошо уҡ көндө РФ Дәүләт Йыйылышы депутаты Зариф Байғусҡаров “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркында сик һаҡсылары ҡаһарманлығына арналған һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты, халыҡ менән аралашты. Оҙаҡламай тап ошо урында төрлө ғәскәргә арналған аллея барлыҡҡа киләсәк. Беренсе объекттың сик һаҡсылары ғәскәренә арналыуы осраҡлы түгел. Улар үҙҙәренең 100 йыллыҡ байрамын билдәләйәсәк.
Сара мәктәп уҡыусылары һәм ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Бөйөк Ватан һуғышында алышты беренсе булып ҡабул иткән сик һаҡсылары, төрлө йылдарҙа ошо ғәскәр төрөндә хеҙмәт иткән, бөгөн ил тыныслығын һаҡлаған һалдаттар иҫтәлеген берләштергән монумент мәләүездәрҙең яратҡан урындарының береһенә әүереләсәк.
Һүрәттәрҙә: ҡыҙыл таҫма киҫеү; яңы һәйкәл.
Автор фотолары.
Читайте нас: