ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Июнь 2018, 14:00

Тырыштар дан-хөрмәткә лайыҡ

Быйыл район-ҡала мәктәптәрен 342 уҡыусы тамамланы. Шуның 71-е уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн миҙалға лайыҡ булды. Сығарылыш кисәһе алдынан миҙалсыларҙы ҡала мәҙәниәт һарайына йыйып, тантаналы шарттарҙа ҡотлау күркәм йолаға әүерелгән. Быйыл да был матур традицияға тоғро ҡалдылар.

Быйыл район-ҡала мәктәптәрен 342 уҡыусы тамамланы. Шуның 71-е уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн миҙалға лайыҡ булды. Сығарылыш кисәһе алдынан миҙалсыларҙы ҡала мәҙәниәт һарайына йыйып, тантаналы шарттарҙа ҡотлау күркәм йолаға әүерелгән. Быйыл да был матур традицияға тоғро ҡалдылар.
Иң беренсе, төбәктең алтын фондын тәшкил иткән алдынғы уҡыусыларҙы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе:
- Ҡулығыҙға өлгөргәнлек аттестатын алыу менән үҙ аллы тормош юлына баҫаһығыҙ. Һеҙҙе бер ҡасан да маҡсатҡа ынтылыш, ныҡышмалылыҡ һәм эшһөйәрлек ташламаһын. Киләсәктә лә бөтәһе лә “бишле”гә булһын. Үҙегеҙ теләгән һөнәргә эйә булып, оло һәм кесе Ватанығыҙға файҙа килтерергә яҙһын!
Артабан уҡыусылар тырышлыҡтары өсөн беренсе дәүләт наградаһын район етәксеһе ҡулынан алырға бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде. Йылдағыса 1-се, 9-сы, 3-сө гимназияларҙан, 6-сы лицейҙан миҙал алыусылар күп ине.
Алдынғы уҡыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Таһир Ғиззәтуллин ҡотланы. Мәғариф системаһын үҫтереүгә, белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, һәләтле балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүлгәне өсөн район Хакимиәтенә, мәғариф идаралығына рәхмәт һүҙҙәре менән сығарылыш уҡыусылары исеменән Илүзә Аҡсулпанова (9-сы гимназия), Артем Белоусов (8-се мәктәп), атай-әсәйҙәрҙән Татьяна Шәйбәкова сығыш яһаны. Миҙалсылар слеты “Диско-шарм” һәм “Бумеранг” өлгөлө студиялары, 21-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән концерт менән үрелеп барҙы һәм сағыу, иҫтәлекле байрамға әйләнде.
Сара һуңында йәштәр район етәкселеге менән фотоға төштө.
Һүрәттә: Райондың алтын фондын тәшкил иткән алдынғы уҡыусылар.
Автор фотоһы.
Читайте нас: