Конгэк
+19 °С
Ясна
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июль 2018, 13:37
Һәр көн файҙалы үтте
Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы янындағы лагерь йыл һайын үҙенең эшен күңелле һәм файҙалы ойоштора.
Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы янындағы лагерь йыл һайын үҙенең эшен күңелле һәм файҙалы ойоштора.
“Пионер” тип аталған лагерҙа ҡала мәктәптәре уҡыусылары ял итте. Бер үк ваҡытта уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү буйынса ла эш киң йәйелдерелде. Балалар үҙҙәренә оҡшаған түңәрәктәргә йөрөнө. Һүрәттәр төшөрҙөләр, ҡул эштәре менән шөғөлләнделәр, йыр һәм бейеү өйрәнделәр. Улар өсөн көн һайын төрлө йүнәлештәге тәрбиәүи-мәҙәни саралар үткәрелде. Бынан тыш, саф һауала уйнау, төрлө экскурсиялар, конкурстар, концерт программалары ойошторолдо.
Юл хәрәкәте, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса белгестәрҙе саҡырып әңгәмә, уйын һәм викториналар үткәреүгә ҙур иғтибар бүленде. Балалар лагерҙа үткән һәр ял көнөнән йылы тәьҫорат, күтәренке кәйеф һәм фәһем алды.
Жанна ҒӘЙЕТҠОЛОВА,
мәғариф идаралығы әйҙәүсе инспекторы.
Һүрәттә: “Пионер”ҙа үткән һәр көн күңелле булды.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты