ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Июль 2018, 12:07

Һөнәри белем биреү

Бында эшсе һөнәрҙәренә өйрәтәләр

Танышымдың мәктәпте тамамлаған ҡыҙы әсәй-атаһының өгөтләүенә ҡарамай, документын ҡаланың индустриаль колледжына алып барырға ҡарар иткән. Берҙәм дәүләт имтиханы мәрәйҙәре буйынса бюджет нигеҙендә юғары уҡыу йортона инә алмағанын белеп, тегенсе һөнәрен үҙләштерергә ниәт иткән ул.
Зарина - ижади һәләтле, ҡыйыу һәм үҙ фекере булған ҡыҙ, шуға ла уның юғары квалификациялы, бына тигән белгес буласағына иманым камил. Ә әсәһе менән атаһы күптән Мәләүез районында йәшәһә лә, индустриаль колледж тураһында белмәйҙәр, имеш.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла барған иҡтисади үҙгәрештәр һөнәри белем биреү өлкәһенә лә яңы талаптар ҡуйҙы. Шуға бәйле, Башҡортостан Хөкүмәте 2014 йылдың 17 декабрендәге ҡарарына ярашлы, 39-сы һөнәрселек училищеһы һәм 42-се лицейы берләштерелеп, индустриаль колледж барлыҡҡа килде. Бөгөн ул - юғары кимәлдәге конкурентлыҡҡа эйә белгестәр әҙерләгән, заман та­лаптарына яуап биргән, йәштәргә төрлө яҡлап үҫергә булышлыҡ иткән, элекке традицияларҙың иң яҡшыларын дауам иткән уҡыу йорттарының береһе.
Индустриаль колледжда технология насосы һәм компрессорҙары машинисы, контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса слесарь, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү электромонтеры, иретеп йәбештереүсе, лаборант-эколог, һанлы мәғлүмәтте эшкәртеү буйынса мастер, ашнаҡсы-кондитер, тегенсе, автомеханик, тракторсы-машинист, парикмахер һәм хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланған башҡа һөнәрҙәрҙе алырға була. Уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү, буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү мөмкинлектәре киңерәк булһын өсөн өҫтәмә белем биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Был тәңгәлдә кадет корпусы эшмәкәрлеген билдәләргә була. Уны тамамлағандар араһында юғары хәрби уҡыу йорттарын һайлағандар йылдан-йыл күбәйә.
Уҡыу йортонда баскетбол, волейбол, еңел атлетика, саңғы, ҡул көрәше кеүек спорт секциялары, бейеү һәм йыр берекмәһе, “Яңы быуын” ижади клубы, вокаль түңәрәге эше яйға һалынған. Колледж командалары төрлө кимәлдәге ярыштарҙа, конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. 2017-2018 уҡыу йылында уҡыусылар спорттың 13 төрө буйынса ҡаланың һөнәри белем биреү учреждениелары араһында үткәрелгән спартакиадала шашка, шахмат, өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлетика, баскетбол ярышында - беренсе, футбол, волейболда икенсе урын яуланы. Милли көрәш, ҡул һуғышы буйынса республика турнирҙарында Азат Мәҡсүтов, Руслан Ҡотошев, Дим Ихсанов, Руслан Вәлитов, Тимур Иҙрисов, Фәнүр Әлибаевтар маҡтаулы урындарға лайыҡ булды.
Ғөмүмән, өлгө итеп ҡуйырлыҡ, ғорурланырлыҡ студенттар байтаҡ колледжда. Предмет олимпиадаларында, һөнәри ярыштарҙа уңышлы сығыш яһап, йылдан-йыл еңеүҙәр тупланмаһы ҡалыная бара.
Республика кимәлендә генә түгел, халыҡ-ара Worldskills конкурсында ла һынатмай уҡыусылар.
Теоретик белем биреү менән бергә, уҡыу йортонда практик йүнәлешкә лә өҫтөнлөк бирелә. Колледж шулай уҡ социаль партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә етди иғтибар бүлә: ҡаланың “Лидер”, “Һыра заводы”, “Һөт-консерва комбинаты”, “Шәкәр заводы”, “Тимер-бетон ҡоролмалары заводы” йәмғиәттәре, эшҡыуарҙар менән оҙайлы килешеү төҙөлгән. Уҡыусыларҙа уларҙа практика үтеп, тәүге эш тәжрибәләрен ала. Райондарҙан, ауылдарҙан килгән балаларға ятаҡтан урын бирелә һәм улар менән ҙур тәрбиәүи эш алып барыла.
Бөгөн колледждың директоры - Лилиә Садиҡова. Алдынғы ҡарашлы, инициативалы етәксе рәйеслегендә кәңәшмә органы эшләй. Ултырыштарҙа киң профилле уҡытыу системаһын камиллаштырыу, һөнәри йүнәлеш, социаль партнерлыҡты үҫтереү һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала. Бынан тыш, колледж советы, преподавателдәр һәм мастерҙар комиссияһы булдырылған.
Дөйөм алғанда, бөтә коллектив йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү сифатын камиллаштырыу, уҡыусыларҙы үҙ һөнәренең оҫтаһы итеп үҫтереү маҡсаты менән эшләй.
Мәләүез индустриаль колледжы 2018-2019 уҡыу йылына 9-сы класты тамамлағандарҙы уҠыРҒа СаҠыРа: - технология насостары һәм компрессорҙары машинисы; контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса слесарь; электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер (кадет төркөмө); иретеп йәбештереүсе; һанлы мәғлүмәтте эшкәртеү мастеры (кадет төркөмө); ашнаҡсы, кондитер; технология ҡорамалдары монтажсыһы; ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы; автомеханик (кадет төркөмө); парикмахер; кейем бесеүсе.
Ҡабул итеү - имтиханһыҙ, райондарҙан, ауылдарҙан килгәндәргә ятаҡхана бирелә, ашхана эшләй.
Мәләүез ҡалаһы, Беренсе Май урамы, 8 адресы бу йынса мөрәжәғәт итергә.
Телефондары: (34764) 5-26-79, 5-25-19, [email protected] Ҡабул итеү комиссияһы иртәнге 9-ҙан киске 7-гә, шәмбелә иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 1-гә тик лем эшләй.

Читайте нас: