ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Июль 2018, 12:57

Күп тел өйрәнгең киләме?

“Шишмә”шифаханаһына бар

Был һауыҡтырыу учреждениеһында бына ун етенсе йыл инглиз телен өйрәнеү сменаһы ойошторола.

Белеүебеҙсә, “Йәйғор” -”Rainbow” лингвистик лагеры йыл һайын яңы проект өҫтөндә эшләй. Быйылғы сменаны “Азерот” тип нарыҡлағандар. Был термин йәш быуынға яҡшы таныш. Ул эльфтар, гномдар, гоблиндар йәшәгән уйлап сығарылған донъя.

Ял итеүселәр төшкә тиклем һауыҡтырыу процедуралары һәм физик күнекмәләр ала. Был йәһәттән шифахана-профилакторийҙың баш врачы Анатолий Смирнов етәкселегендәге коллективтың эше яйға һалынған. Көндөң икенсе яртыһында баш ҡалабыҙҙан килгән педагог Артем Ғәзимуллин һәм уның командаһы эшләгән уйын техникаһы буйынса виртуаль донъя буйынса гиҙә. Уйындар әүҙем фекерләү ҡеүәһе һәм инглиз теленән белем талап итә. Балалар менән ҡаланан ғына түгел, Өфөнән, Санкт-Птеребургтан алдынғы ҡарашлы педагогтар шөғөлләнә. Шулай уҡ cит телде өйрәнергә Канада, Италия һәм Египеттан килгән тәрбиәселәр ярҙам итә.

- Лагерҙағы һәр көн фәһемле һәм күңелле үтә, - ти лингвистик проект етәксеһе Ольга Антонова. - Балалар түңәрәктәрҙә журналистика, видеостудия, уйын техникаһы, психология, биҙәү-ғәмәли һәм дизайнерлыҡ сәнғәте нигеҙҙәрен, инглизсә йырҙарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Бынан тыш, спорт секциялары, төрлө тренингылар эшләй. Шулай уҡ әүҙем ялдың төрлө формалары ҡулланыла. Үҫмерҙәр бассейнға, ҡала пляжына һыу инергә йөрөй, “Толпар” ат спорты комплексына экскурсия ойошторолдо. “Нептун көнө” бик күңелле үтте.

Бында башҡа лагерҙарҙан айырмалы ял итеүселәр отрядтарға түгел, ә халыҡтарға бүленгән. Йөҙҙән ашыу бала һигеҙ ҡәүем-ырыу исемен алған һәм көн һайын үҙенең расаһын күтәреү өсөн тырыша.

- Тәртипкә, таҙалыҡҡа, төрлө сараларҙа әүҙемлеккә ҡарап мәрәй ҡуйылһа ла, ял учреждениеһында партнерлыҡ мөнәсәбәте ныҡ үҫешкән, йәғни өлкәнерәк йәштәгеләр һәр ваҡыт кескәйҙәргә ярҙам итә, уларҙы хәстәрләй, - ти өлкән тәрбиәсе Дмитрий Исламов. - Был йәш быуында татыулыҡ хисе үҫешеүен күрһәтә. Халыҡтар араһында дуҫлыҡ күперен һалыу - сит телде өйрәнеү лагеры эшмәкәрлегенең маҡсаттарының береһе ул.

Берҙәмлек тойғоһо, төрлө милләттең мәҙәниәтен, сәнғәтен, тарихын өйрәнеү теләге башҡорт һабантуйы, инглиздәрҙең барбекюһы кеүек халыҡ байрамдарын үткәргәндә лә асыҡ күренә.


Һүрәттә: ял итеүселәр лагерҙа үткән һәр көндөң ҡәҙерен белә.

Автор фотоһы.


Читайте нас: