ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Август 2018, 13:35

Һөнәр һайлау еңелме?

Урта һѳнәри белем биреү учреждениеларының ҡабул итеү комиссиялары абитуриенттарҙан документтар ҡабул итеү эшен дауам итә.

Ҡаланың белем усаҡтарында кампания эше нисек үтә, уҡырға инергә теләүселәр ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә тигән һорауға яуап алыр өсөн беҙ Мәләүез күп профилле һөнәр биреү колледжының ҡабул итеү комиссияһы секретары Неведрова Светлана Викторовна менән әңгәмәләштек.
- Светлана Викторовна, мәктәп уҡыусыларының йоҡоһоҙ төндәре, имтихан мәшәҡәттәре артта ҡалды. Кемдең ҡайҙа уҡырға инеүен хәбәр итеү ваҡыты ла етеп килә. Был юҫыҡта һеҙҙең колледжда хәлдәр нисегерәк? Яңы уҡыу йылына студенттар йыйыу нисек бара?
- Колледж тарафынан һөнәри йүнәлеш саралары йыл дауамында даими уҙғарыла. Сығарылыш класс уҡыусыларының күбеһе тап беҙгә уҡырға килергә теләүҙәрен “Асыҡ ишектәр көнө”ндә үк белдергәйне, шуға күрә улар һис икеләнеүһеҙ аттестаттарының төп нөсхәһен килтереп тапшырҙы.
Уҡыу йорто бөтәһе 8 йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләй: «Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе (тармаҡтар буйынса)», «Һөт һәм һөт ризыҡтары технологияһы», «Әсетеү һәм шарап эҙерләү технологияһы», «Сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник эксплуатациялау (тармаҡтар буйынса)», «Ит һәм ит ризыҡтары технологияһы», «Бина - ҡоролмаларҙы төҙөү һәм эксплуатациялау», «Һыуытҡыс-компрессор машиналарын һәм ҡорамалдарын монтажлау һәм эксплуатациялау (тармаҡтар буйынса)», «Металл булмаған төҙөлөш конструкциялары етештереү» тармаҡтары буйынса студенттарға белем бирә. Бөгөн киләһе уҡыу йылына студенттар ҡабул итеү дауам итә.
- Абитуриенттар тарафынан быйыл ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирелә?
- “Бина - ҡоролмаларҙы төҙөү һәм экспуатациялау», «Сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм экспуатациялау» йүнәлеше буйынса төҙөүсе һәм механик һөнәрҙәренә эйә булырға теләүселәр һаны күп. Шуға күрә лә был бүлектәрҙә конкурс та ҙур.
- Уҡыу бюджет нигеҙендә башҡарыламы?
- Эйе, уҡыу бюджет нигеҙендә башҡарыла. Ситтән килеүселәр ятаҡ менән тәьмин ителә. Студенттарға стипендия түләнә.
- Ҡайһы яҡтарҙан киләләр һеҙгә уҡырға?
- Беҙҙең уҡыу йортон һайлаусылар араһында үҙебеҙҙең ҡала һәм район мәктәптәрен тамамлаусылар, шулай уҡ Баймаҡ, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла райондарынан килгәндәр күпселекте тәшкил итә. Кумертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән, хатта Ямал-Ненец автономлы округынан документ тапшырыусылар ҙа бар.
- Бөгөн ниндәй бүлектәрҙә урындар ҡалды?
- Көндөҙгө бүлеккә егеттәрҙе «Һыуытҡыс-компрессор машиналарын һәм ҡорамалдарын монтажлау һәм эксплуатациялау» йүнәлеше буйынса, киләсәктә иҡтисад һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә эшләргә теләүселәрҙе «Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе (тармаҡтар буйынса)», «Әсетеү һәм шарап әҙерләү технологияһы», «Ит һәм ит ризыҡтары технологияһы», «Һөт һәм һөт ризыҡтары технологияһы” бүлектәренә көтөп ҡалабыҙ.
- Ситтән тороп уҡырға теләүселәр бармы? Ундағы һөҙөмтәләр нисегерәк?
- Бар, әлбиттә. “Бина - ҡоролмаларҙы төҙөү һәм экспуатациялау», «Һөт һәм һөт ризыҡтары технологияһы», «Сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм экспуатациялау» йүнәлештәренә студенттар ҡабул ителә.
- Документтарҙы ҡасанға тиклем тапшырып була?
- Көндөҙгө бүлеккә 15 авгусҡа, ситтән тороп уҡырға теләүселәр документтарын 1 октябрьгә тиклем килтерә ала.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Светлана Викторовна. Яңы уҡыу йылында бары тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Читайте нас: