ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Август 2018, 14:24

Атай-әсәйҙәргә кәңәш

Мәктәпкә тиҙерәк яраҡлашһын, тиһәгеҙ...

Мәктәпкә барыу - 1-се класс уҡыусыһы өсөн белем алыу, яңы таныштар, тәьҫораттар ғына түгел, ә физик, аҡыл һәм эмоциональ көсөргәнеш талап иткән яңы мөхит тә. Көн режимы алмашыныуы, класс коллективына, уҡытыусыға өйрәнеү, атай-әсәйҙең талаптары ҡатыланыуы кескәйҙәр өсөн етди ауырлыҡ тыуҙырырға мөмкин. Шуға күрә яраҡлашыу осоронда балаға ваҡыт һәм өлкәндәрҙең терәге-таянысы кәрәк.
Нисек ярҙам итергә мөмкин?
- Балағыҙға үҙенең көсөнә, мөмкинлегенә ышанырға булышлыҡ итегеҙ. Ул уҡыған мәктәп, класс тураһында ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы белдерегеҙ.
- Бәләкәй генә уңышы өсөн дә маҡтағыҙ. Әгәр кисә өйгә эшендә өс хатаһы булып, бөгөн икәү икән, быны мотлаҡ билдәләгеҙ һәм баланың еңеүе итеп күрһәтегеҙ. Мәктәптәге ҡаҙаныштарын ғына түгел, ә өйҙәге бөтә яҡшы ҡылыҡтары өсөн дә йылы һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Яраҡлашыу осоронда ололар тарафынан маҡталыу балаға үҙен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итәсәк.
- Класташтары йәки башҡаларҙың һөҙөмтәләре менән сағыштырмағыҙ. Хаталары өсөн әрләмәгеҙ, насар яҙыуын, уҡыуын, яй ҡыланыуын тәнҡитләмәгеҙ, айырыуса сит кешеләр алдында, был уның проблемаларын арттырасаҡ ҡына.
- Балағыҙҙың темпераментын иҫәпкә алығыҙ: әүҙем бала бер урында оҙаҡ ултырырға яратмай. Яйҙарға, киреһенсә, мәктәп ритмына инеп китеү ауыр.
- Уңышһыҙлыҡ, ауырлыҡ тураһында әңгәмәләшкәндә, улар ваҡытлыса булыуын аңлатығыҙ. Ҡаршылыҡтарҙы еңергә теләгән балағыҙҙың әүҙемлеген хуплағыҙ.
Ә иң мөһиме, балағыҙ, мәктәптәге проблемаларға ҡарамай, уны өйҙә яратыуҙарын белергә тейеш. Әгәр ҙә яраҡлашыу осоронда ниндәй ҙә булһа хәүеф йәки ауырлыҡтар булыуын тойһағыҙ, психологҡа мөрәжәғәт итергә оялмағыҙ.
Татьяна ЩЕРБАКОВА,
Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы педагог-психологы.
Читайте нас: